Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондо
Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондоПетербург һабантуйы үтеүе тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр итергә өлгөрҙө лә инде. Үҙем эшләгән «Юлдаш» радиоһында, һабантуй барған мәлдә лә, унан ҡайтҡас та ҡыҫҡа репортаждарым булды, шуға күрә «Башҡортостан» гәзитенә махсус әҙерләнгән был яҙма уларҙан бер ни тиклем айырылыр – бында, бәлки, үҙемдең күҙәтеүҙәрем өҫтөнлөк алыр: көндәлеккәме, юлъяҙмағамы тартымлыҡ булыр.

…«Өфө» аэропортында сәй эсәбеҙ. Аэропорт хаҡтары — билгеле, шулай ҙа әллә ни ҡиммәт тойолмай, сөнки — тыуған төйәгебеҙҙеке ул. Атайсал тәмен ситкә лә алып Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондокитке килә.
Самолетҡа инеп урынлашҡас динамиктан:
— Санкт-Петербургта 10 градус йылы, — тиелгәнен ишетәбеҙ.
Ыһы, йылы!.. Беҙҙә, бына, исмаһам, йылы-ы-ы: иртәнге алтынсы ярты ғына булһа ла, күлдәксән генә ултырабыҙ. Ҡайҙа юлға сыҡҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ, әлбиттә, — төньяҡҡа, сәфәр алдынан һауа торошон да белешкәнбеҙ, әммә ышанырға теләмәйбеҙ: Рәсәйҙең икенсе баш ҡалаһы, мәҙәни баш ҡалаһы, донъяның иң гүзәл Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондоҡалаларының береһе барыбер ҙә һыуыҡ булмаҫҡа тейеш кеүек. Телефон аша Интернетҡа инәм. Бөгөн, ярай инде, көндөҙ 20 градусҡа етер тип вәғәҙәләнә, дүрт тамсы ямғыр һүрәте төшөрөлгән, ә иртәгә — төп сара барыр көндә — 12 һаны. Иғтибар итегеҙ: көндөҙ. Тамсылары ла – шунса: дүртәү. Йәғни ныҡ күп, шунан артыҡты бер ҡасан да ҡуймайҙар.
Йә, ярай, көймәйек, туғандар, юл йөрөп өйрәнгән кешеләрбеҙ ҙәһә, берәй әмәлен табырбыҙ. Әмәл табылды ла: Өфөлә уйға ла инмәгән кейем – йоҡа полиэтилен плащ, кемдер берәү әйтеүенсә — шыптыр «модаға инеп китте», уны һатыусылар бик ҡәнәғәт ҡалғандыр тигән уйҙамын. Шул минуттарҙа сауҙалағы ике төшөнсәнең – ихтыяж менән тәҡдимдең тура килеүенең ниндәй шәп нәмә икәнлеге тураһындағы һығымтаны үҙемә сираттағы мәртәбә яһайым. Ҡытайға барып ҡайтҡандарҙың береһенең: «Уларҙа ямғыр яуа башлау менән урамда ҡапыл ҡулсатыр һатҡан кешеләр күбәйә. Аяҙытыу менән йәнә юҡҡа сығалар», — тигәне хәтергә төшә. Юҡҡа сыҡмайҙарҙыр инде ул – икенсе, ҡояшлы көн өсөн тәғәйен, нәмәләрҙе сығарып һалаларҙыр. Әйткәндәй, бая, һауаға күтәрелеүебеҙ менән, юлдаштарымдың береһе көлдөрөп алды:
— Ҡытайҙар: «Өфөлә күпме кеше йәшәй?» — тип һорағас, әйткәйнем, «Әтеү бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙҙер инде…» — тине.

* * *

Синоптиктар алдаманы: төштән һуң ямғыр ҡойорға тотондо. Ярай әле, Өфөнән бында ла яуа тип шылтыраталар. Тик унда был хәтлем үк һыуыҡ түгел, әлбиттә. Шулай инде – һәр кемгә үҙ Ватаны ғәзиз. Ҡунаҡханала, ана, Архангел өлкәһе вәкиле менән һөйләшкәндә ул да тыуған яғын әллә ни яманламаны.

* * *

Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондо«Петербург һабантуйы” тип аталһа ла үҙе, Мәскәүҙекенән айырмалы, Ленинград өлкәһендә үтте – Всеволожск районында. Ҡуйы урман араһындағы сағыштырмаса ҙур булмаған аҡланда. Сарала һабантуйҙа булырға тейешле күп күренеш – көрәш тә, тоҡ кейеп йүгереү ҙә, тоҡ менән һуғышыу ҙа, ҡолғаға үрмәләү ҙә, ҡул көрәштереү ҙә булды (унда ир-егеттең генә түгел, ҡыҙҙарҙың да ярышыуы, ғәжәп, нисектер ситен тойолманысы...). Ат сабышынан башҡа бөтәһе лә булды тигәндәй. Бәйге булмауын, беренсенән, яландың тарлығына, икенсенән, аттарҙы Башҡортостан менән Татарстандан алып килеүҙең билдәле дәрәжәлә ҡатмарлы булыуына бәйләнем. Әммә бының, баҡтиһәң, киләсәктә тормошҡа ашыуы ла ихтимал икән дәһә — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова беҙгә, хәбәрселәргә, интервьюһында Санкт-Петербург ҡалаһы менән Ленинград өлкәһе хакимиәттәре етәкселәренең әлеге аҡланды 49 йылға ҡуртымға бирәсәге тураһында белдерҙе. Быны ҡуш ҡуллап хупларға кәрәктер — хужалы урында тәртип тә күберәк, киләсәккә ышаныс та булыр. Ат сабыштарын уҙғарыу мөмкинлеге лә белдерелде. Һәм, диҡҡәт ҡылынғандыр, Петербург һабантуйы киләсәктә тотош Рәсәй күләмендәге сараға ла әйләнеүе мөмкин. Һәр хәлдә Г.Полтавченко был тәҡдимгә ҡаршы түгеллеген белдерҙе.
Һабантуй рәсми йәһәттән дә юғары кимәлдә барҙы – уны асыу тантанаһында хужалар – Санкт-Петербург мэры Г. Полтавченко, Ленинград өлкәһе губернаторы А. Дрозденко һәм башҡалар ҡатнашты.
Унан алда ҡунаҡтар Башҡортостан менән Татарстандың йәнәш урынлаштырылған майҙансыҡтарын ҡараны. Һабантуйға барыусылар йыл да үҙгәрә килә, быйыл Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ямғырға түгел, туған моңдарға ҡойондореспубликаны Әбйәлил менән Туймазы райондары кәүҙәләндерҙе. Шул арала Әбйәлилдең Амангилде ауылынан килгәндәр — «Сәсмәүер” фольклор ансамбле ағзалары менән һөйләшеп өлгөрәм, күргәҙмәгә әҙерләгән әйберҙәрен тейәп, автобуста ике мең ярым саҡрым юл үтеп тә, бик күркәм күренеүҙәренә һоҡланам. Аҙаҡ, сәхнәнән таҡмаҡтарын ишетеп, Евровидениела уларҙың да ҡатнаша алыуы тураһында һығымта яһайым. Әбйәлилдәр һабантуйға йәнә лә «Йәшлек” бейеү ансамблен ебәргән.
Сәхнәлә үҙебеҙҙең башҡорт моңдары профессиональ сәхнә оҫталары тарафынан да яңғырай. Был репортажда уларҙың барыһын да атау мөмкинлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ, шулай ҙа Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының Бейеү театрын, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрын айырып атап китеү дөрөҫ булыр, уларҙың Башҡортостандан икәнлеген белдереп сағыу яҙыуҙары асыҡ күренеп торған автобустарының да барыуы — үҙе бер матур, унан да бигерәк – кәрәкле күренештер.
Был һабантуй үҙебеҙҙең республикала үткәрелгәндәренән айырылды, әлбиттә, һәм айырылырға тейеш тә. Шуға күрә хеҙмәт коллективтарының парадта үтмәүе, алдынғыларға бүләктәр тапшырылмауы кире ҡабул ителмәне. Кәрәкмәй ҙә ине. Уның урынына яҡташтарыбыҙҙың, лысма һыу булып булһа ла, туған моңдарға рәхәтләнеп бейеүе мөһимерәк булды. Сәхнәнән киң билдәле моңло йыр яңғырағанда, яҙмыш ҡушыуы буйынса ситтә донъя көтөүселәрҙең ҡушылып йырлауын күреүе – ниндәй тулҡынландырғыс. Олораҡ быуындың, бер нисә ағай менән апайҙың, йыр ишетелгән йәки бейеүселәр сығыш яһаған яҡҡа төбәлеп, оҙаҡ итеп өнһөҙ баҫып торғандарын күреп тә күңел тулып китте.
Ямғыр яуыуы бында килергә теләүселәрҙең һанын кәметтеме икән? Бәлки. Шулай икеләнеүле әйтәм, сөнки Петербургта йәшәүселәрҙе еүешлек менән ҡурҡытыуы — ай-һай… Сараның алыҫтараҡ үтеүе сәбәпсеме? Уныһы ла бар, был яҡлап ҡарағанда Мәскәү һабантуйында халыҡ күберәк булыр тип фараз итеү дөрөҫтөр – ҡаланың эсендә уҙасаҡ бит. Шулай тип мин, һаҡ ҡына, сарала яҡташтарыбыҙҙың күберәк ҡатнашырға мөмкин булыуына ишаралайым. Ишаралайым, сөнки улар өсөн әҙерләнгән сара булды бит ул. «Ҡатнашыу» һүҙен дә тиккә генә ҡулланманым, шулай тигәндә тамаша ҡылып йөрөүҙе генә лә күҙҙә тотманым. Яҡташтарыбыҙға, мәҫәлән, сауҙа итеү, йәшерен-батырыны юҡ, әҙерәк матди хәлдәрен яҡшыртыу мөмкинлеге лә бирелгәйне лә баһа. Урта Азия вәкилдәренең теҙелешеп киткән палаткалары янында, ҡаҙан аҫып, былау бешереп, унан ауыҙ итергә өндәп тороуҙарына ҡаршылыҡ юҡ, әммә араларында үҙебеҙҙең милли аш-һыу ҙа булһасы. Ошоларҙы уйланым. Әле бына «граждандар йәмғиәте» тигән төшөнсәне иҫкә төшөрәм: ябай ғына әйткәндә — үҙ-үҙен көйләгән ойошма бит инде ул. Дәүләттең ҡыҫылыуы әллә ни кәрәкмәй ҙә. Милли мәсьәләләрҙең хөкүмәт тарафынан хәл ителеүе һәйбәт, әлбиттә, бынан баш тартырға кәрәкмәй, киреһенсә — хуплау, яңынан-яңы тәҡдимдәр индереү хаҡ, әммә, әйтелеүенсә, быны үҙебеҙ теләмәһәк, ихласыраҡ булмаһаҡ, фәтүә әҙерәктер.
Репортажымдың аҙағына, шулай, һорораҡ, болотло күк йөҙөнә тартым буяуҙы ла өҫтәмәй булдыра алманым. Үҙем киләсәктә уларҙың, буяуҙарҙың, һаман сағыулана барырына өмөт бағланым.
Рәсүл СӘҒИТОВ.
Өфө — Санкт-Петербург — Өфө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Харис
    Харис от 29.06.2012, 17:42
    Шап язылган. Тере тел менан. Рахмат.

  2. альбина
    альбина от 11.07.2012, 10:55
    Ошондай репортаждар етмай. Расул Сагитовка яны ижади урзар телайем, ул - бик талантлы кеше тип уйлайым.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779