Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусылар Мәскәүгә юлланды
Яҙыусылар Мәскәүгә юлландыБашҡортостан Яҙыусылар союзы делегацияһы кисә Мәскәүгә юлланды. Рәсәй тарихы йылы саралары сиктәрендә ойошторолған был сәфәргә республикабыҙҙың башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендә ижад итеүсе егерменән ашыу танылған ҡәләм эйәһе йәлеп ителде.
28 июндә Рәсәй Яҙыусылар союзы бинаһында мәскәүҙәр менән берлектә 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелә. Ә кисен тамаша залында шиғриәт кисәһе ойошторола. Унда баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙың да ҡатнашыуы көтөлә. Иртәгәһен Башҡортостан әҙиптәре, Ҡыҙыл майҙанда йыйылып, Мәңгелек утҡа сәскә һаласаҡ.
30 июндә иһә хәрби дан урындарын, айырыуса Бородино һуғышы панорамаһын тамаша ҡылыу күҙҙә тотола.
Илебеҙ баш ҡалаһындағы ошо тантаналарға бәйле унда ҡатнашыусы ҡайһы бер шағирҙарыбыҙҙың әҫәрҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

Рәшит ШӘКҮР
Ғәмәл дәфтәре

Был донъялар фани. Ни ҡылһаң да,
Хисап биреүең бар һәр эшкә,
Сөнки һинең ике иңбашыңда
Ултыралыр ике фәрештә.

Ни эшләһәң ерҙә, түкмәй-сәсмәй,
Ғәмәл дәфтәренә теркәлер.
Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн һине
Әхирәттә яуап көтәлер.

Нимә тиеп барып баҫырмын мин
Сират күперҙәрен үткәндә?
Ғаләм аҡылының миңә тигән
Ғәҙел хөкөмдәрен көткәндә?

Иң әүәле әйтмәйемсе әле:
Гонаһлымын, мең ҡат гонаһлы.
Үҙем генә беләм, үҙем генә
Хоҙай алдындағы гонаһты.

Ә шулай ҙа гонаһ бизмәндәре
Баҫып алып китерме икән ни?
Дон Кихоттай, көстө сарыф итеп,
Ваҡыт бушҡа үтерме икән ни?

Милләт өсөн, халҡым өсөн, тиеп,
Ҡояш нурҙарына уралдым.
Халҡым өсөн, ерем, һыуым, күгем,
Илһам алдым һеҙҙән, йыр алдым.

Көнөм өсөн түгел, илем өсөн
Йәшәүемдең булды асылы.
Ғилем тауҙарына менгән һайын,
Офоҡтарҙа киңлек асылды.

Ғүмеремдең оҙон юлдарында
Өҫтөн ҡуйҙым һәр саҡ намыҫты,
Намыҫһыҙлыҡ, оятһыҙлыҡ менән
Ҡара-ҡаршы тороп алыштым.

Быуат менән быуат ашаһынан
Түбәнлеккә хөкөм сығарам.
Эй, милләтем! Киләсәккә бөгөн
Намыҫ толпарҙарын уҙғарам.

Хәсән НАЗАР
Өс һүҙ

Өс нәмә тоталыр беҙҙе:
Ер, тел, иман.
Ерең барҙа — дәүләтең бар,
Шуға инан.

Телең барҙа — милләтең бар,
Мәртәбә ул.
Телен һатҡан — илен һатыр
Иртәгә ул.

Иман барҙа, ҡояш — ҡояш,
Әҙәм — әҙәм.
Иман — рух ул, ә түгелдер
Бары әҙәп.

Өс кенә һүҙ. Ҡанға һеңгән.
Гүйә — бетеү.
Күҙ ҡараңдай һаҡла уны,
Юҡһа — бөтөү.

Әнисә ТАҺИРОВА
Башҡортостанға бағышлау

Рәхмәт, Башҡортостан!
Аҫыл Ерем,
Йырҙарымдың илһам төйәге!
Ҡайҙа илтһәләр ҙә һуҡмаҡтарым,
Ҡараштарым һиңә төбәлде.

Ерҙәр күрҙем,
Диңгеҙҙәргә сумдым,
Һоҡландым мин алыҫ яҡтарға.
Ләкин беләм сихри моң һеңгәнен
Хатта һинең ябай таштарға.

Күңелемдә ҡалды тауҙар моңо,
Ауаздары йылға, күлдәрҙең.
Серле йылмайыуы шаңдаҡтарҙың,
Баллы ысыҡтары гөлдәрҙең.

Ғүмер буйы күркәм ҡырҙарыңдан
Илһам алып, моңдар үргәнмен.
Тиңһеҙ хазинаңды йырҙар итеп,
Халҡыма мин ҡабат биргәнмен.

Тағатыла ғүмер йомғаҡтары,
Рәхмәт һүҙен әйтеп ҡалайым.
Бына тағы миңә бүләк иттең
Һоҡландырғыс, яҡты май айын.

Баш осонда моңсол ҡоштар һайрай,
Яҙ төҫөнән ҡараш кинәнә.
Йәш япраҡтар еҫе йәнде наҙлай,
Һәр ҡыуаҡта йыр-моң тирбәлә.

Рәхмәт, Ерем!
Бүләк иттең миңә
Был донъяның сағыу төҫтәрен.
Һин булғанға,
Асмандарға ашып,
Мин йәнемә нурҙар өҫтәнем.

Шәфәҡтәрең хыял-елкән булды,
Ырыҫ бирҙе урман-ҡырҙарың.
Шиғри гөлбаҡсаңда минән дә бер
Тере йәдкәр — яҡты йыр ҡалһын!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Аҙашайыҡ

Аҙашайыҡ, әйҙә, ошо юлда —
Үкенескә донъя ҡалмаһын.
Үткәнебеҙ янһа, әйҙә, янһын, —
Ғүмеребеҙ генә янмаһын.
Аҙашайыҡ Урал ҡуйынында,
Ҡалдырмайыҡ сәбәп ғәйбәткә.
Ҡауышайыҡ ожмах баҡсаһында.
Йәндәребеҙ янһын йәннәттә.

Табылмайыҡ беҙҙе эҙләгәнгә,
Аҙашһындар йылдар, буталып.
Килеп сыҡһаҡ, бер саҡ әйтһен улар:
“Уралтауҙа ҡайҙан был халыҡ?..”

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА
Һуңлаған осрашыу

Әллә юлың,
Әллә төшөп уйың,
Ишегемде ҡаҡтың...
Әллә ҡайҙан —
Айҙан булды, буғай —
Йортҡа үтте яҡты...

Һин тойманың,
Ә, бәлки, тыйманың:
Тамды ике йәшең.
Уттай телде
Улар боҙ күңелде,
Әйтерһең дә — йәшен.

Их, ул йәшен
(Белмәй беҙҙең йәште)
Ник көҙҙәргә ҡалған?!
“Килде һөйөү
Ҡартлыҡта ла” тиеү —
Күрәләтә ялған.

Йәйге күлдәк
Көҙөн булһаң кеймәк,
Килешерме икән:
Һинең йәшең —
Ул аҙашҡан йәшен:
Көтмә ямғыр, иркәм.
Йәйҙәр инде үткән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779