Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лариса АБДУЛЛИНА: “Асылымдың асылдарын эҙләү...”
Лариса АБДУЛЛИНА: “Асылымдың асылдарын эҙләү...”Заятүләк — аҫыл һөйәк

Был ерҙәргә күптәр ҡыҙыша ул:
Күҙен майлай берәү яланға.
Әллә ниҙер ҡылып ҡуйыр ине,
Заманы ла шуға яйланған...

Тик ер ябай бер уйынсыҡ түгел,
Тупраҡтың да була хәтере.
Сал быуаттар аша килгән һүҙҙәр
Ишетелә бөгөн. Ул тере!

Икенселәр урмандарға ҡыҙа,
Терәтмәксе кәкре ҡайынға.
Улар һүҙе барын еңер төҫлө,
“Кәбеҫтә”гә улар һыйынған.

Ағастар ҙа ҡотло ерҙә генә
Тәбиғәттән көтә мәрхәмәт.
Аҫабалы аҫыл төбәктәрҙә
Ҡеүәт бирә илгә бар һиммәт.

Асылыға астар ҡаныҡмай шул,
Ҡармаҡ һала уға күп байҙар.
Алтын балыҡ ниңә ҡапмағанын
Белмәне тик сит-ят ағайҙар...

Ябаймы ни күлдең асылҡайы?
Асыулы ла була Асылы.
Ас күңеле менән килеүсегә
Асылмаған сере асылыр.

Был ерҙәр бит
һис ябайҙан түгел —
Заятүләк бында көн иткән.
Ошо яҡта тирмәләрен ҡорған,
Көтөү-көтөү йылҡы үрсеткән.

Урманына ауға сыҡҡанда ла
Яуға сыҡмаған ул кейеккә.
Үҙе ҡалҡан булып йәшәгән ул
Изге мираҫ булған төйәккә.

Башҡорт малы сыҡҡан
Асылыҡай —
Саф мөхәббәт иле егеткә.
Легендаға ингән был ҙур тойғо,
Һыу батшаһы килгән өгөткә.

Яҡсыһыҙ ҙа ҡалғанмы был ерҙәр
Заятүләк һыбай сапмағас?!
Аты эргәһенә терәк итеп,
Урманында бүре тапмағас?!

Ҡараусыһыҙ ҡалғанмы был күл дә
Заятүләк килеп баҡмағас?!
Көҙләү йылғаһының саф һыуҙары
Балҡантауға ҡарай аҡмағас?!

...Тик ғәжәйеп мираҫ әйләндермәй
Ошо ерҙе сауҙа — баҙарға.
Түләк менән Һылыу зыяраты
Ергә ҡалҡан кеүек яуҙағы.

Тик ғәжәйеп имләү әйләндермәй
Ошо ерҙе көлгә-күмергә.
Түләккәйҙең аҫыл һөйәккәйе
Ғәзиз генә төйәккәйҙә
Бетеү булып һеңгән был ергә!

Ынтылыш
Рәшиткә

Йәш ҡәләмдәш дуҫым, шағирҙы ла
Таң ҡалдырыр хәлдәр, ай-һай, күп.
Кеше үҙе лә бит тетрәнһә лә
Иртәгә ул хәлдәр уға — сүп.

Донъя шул уҡ бит ул, элеккесә,
Еребеҙ ҙә беҙҙең боронғо.
Тик Йыһанда ғына боролғандыр
Көнсығышҡа табан урынға.

Кешеләрҙең асылы ла шул уҡ,
Теләктәре хатта иҫкергән.
Һәм бөгөн дә көрәш хасил итеп,
Яҡты сырай, ҡара төҫ кергән.
Бәндәләрҙең хистәре лә шул уҡ —
Мөхәббәт тип улар йән ата.
Тарих зыяратында нисәмә яу,
Тойғо юллап сыҡҡан тән ята.

Әүәлдән үк килә аҙғынлыҡ та,
Эскелек тә килә электән.
Легендаға ингән билдәлеләр,
Таш зинданға улар эләккән.

Нимә эҙләп беҙ йәшәйбеҙ икән?
Моңһоу кеүек әле әңгәмә...
Асылымдың асылдарын юллау
Тейеп ҡуйҙы минең теңкәмә.

Ә шулай ҙа бер ғәжәйеп тойғо
Беҙҙе ҡабат ерҙә терелтә.
Бар Йыһандың майҙанында Ерҙе
Йәнем, тәнем өсөн түр итә.

Шул ғәжәйеп бер хис кенә, ах(ы)ры,
Сыныҡтыра бәндә асылын.
Мин ынтылған, мәңге сисәлмәгән
Йомаҡ кеүек сер бер асылыр.

Бары ошо тойғо аша ғына
Сынығыуҙар ала үҙ төҫөн.
Ошо тойғо миндә бар итте бит
Йөрәк аҡылымдай Һүҙ көсөн!

Тик шул хисем мине ташламаһа,
Асылымда булыр мең яра.
Мөхәббәтле булып йәшәгәндә,
Миҙгел һайын йәнем яңыра.

Көтөүсе йыры

Алмаларҙай, ана, көҙ өлгөрә,
Сыбар буҫтау ҡаплай ер өҫтөн.
Кемдер берәү ҡырҙа йыр башланы,
Миҙгел менән көйө бер бөтөн.

Бәндә ғүмеренең асылылай,
Яҡты һағыш килә ауаздан.
Йыры ҡыштан — сафлыҡ,
Йәйҙән — ҡомар,
Дарман һәм дәрт алған яҙҙарҙан.

Сыбыртҡылай оҙон көндәр артта,
Иртә менән төшә томандар.
Моңһоулыҡтың һиллек бөркөүендә
Сал тәбиғәт ҡойған йомаҡ бар.

Онотолдо егет шул тынлыҡта,
Йөрәк менән йыры ҡауышты.
Шытып килгән ужым баҫыуына,
Кәбәндәргә һеңде һағышы.

* * *

Яратҡандар баш тартмай ул,
Улар ғәйеп эҙләмәй.
Үткәндәргә ҡат-ҡат бағып,
Шик-шөбһәләр күҙләмәй.

Һөйгәндәр ғәфү итәләр,
Һөйгәндәр мәрхәмәтле.
Яра бәйләй, үҙ йәндәре
Булһа ла йәрәхәтле.
Һөйгәндәр оло йөрәкле,
Һөйгәндәр ваҡсыл түгел.
Уларҙа — хыял, ышаныс,
Уларҙа — яҡты күңел.

Яратҡандар бәхет таба
Һөйгәне ҡосағында.
Мөхәббәт — бөйөк!
Ҡалғаны —
йәһәннәм усағында.

Быйылғы йыл

Уңған килен — быйылғы йәй,
Өлгөрә ул бөтәһенә.
Ни арала бешкән еләк?!
Килеп менә өҫтәлеңә.

Ҡояш кеүек йөҙө балҡый,
Нуры етә барыһына.
Ләйсәндән һуң күпер элә
Офоҡтарҙың араһына.

Һәүкәштәрҙең һөттәре мул,
Байрам кеүек һәр бер һауын.
Күпереп үҫә
иген,
бесән,
Ваҡытында булғас яуын.

Бөтәһенә өлгөрә йәй,
Бишек йырын көйләй ямғыр.
Төклө булһын һәр ҡылығы,
Бәрәкәткә йәйһен тамыр!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779