Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыуынған табын
Һыуынған табынХәтфә ханым шаршауҙы ҡыҫып ҡына халыҡ шығырым тулы залға күҙ һалды. Бер генә буш урын булһасы! Хатта рәт араларына ултырғыстар ҡуйылған. Ян-яҡ стена буйҙарында йәштәр теҙелгән. Ҡыуаныстан халыҡ актрисаһының йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы: уны, уны хөрмәтләргә йыйылған бит шулай халыҡ! Утыҙ йылға яҡын ижад дәүерендә был тиклем дә тулҡынланып-баҙап ҡалыуын хәтерләмәй ул. Ниндәй ауыр ролдәр башҡарғанда ла был ҡәҙәре ҡаушамағанды. Кит инде, бигерәк, бөгөн бит уға ни ҡыланһа ла килешә торған көн: 50 йәшлек юбилейы! Роль ятлайһы, эргәңдәге партнерыңдың яңылышынан йә һүҙен онотоп ҡуйыуынан ҡурҡаһы юҡ. Кемдеңдер тормошо менән дә йәшәү кәрәкмәй. Үҙең булыу, ижад юлыңды байҡау, ҡотлауҙар ҡабул итеү шулай уҡ ауырмы икән ни? Сәхнәлә уйнай торғас, әллә үҙ фиғелен, үҙ асылын юғалта башлағанмы? Ана, ҡайһылай күп йыйылған тамашасылары, был бит оло бәхет артист өсөн. Ул ҡарашын үҙе саҡырған яҡындары рәтенән йүгертте. Дуҫтары, туғандары... Тормошоноң иң ауыр мәлдәрендә баш терәгән ғәзиздәре. “Алай ҙа һеҙ бар, ҡәҙерлеләрем, — тип уйланы моңһоу ғына. — Яңғыҙым ҡалайтыр инем...” Яңғыҙ, имеш, тип тиргәне күңеленән үҙен. Нисек яңғыҙ булһын ул, ана, театрҙы ғына түгел, уның уйнауын, улай ғына ла түгел, үҙен яҡын итеүсе күпме! Әле бит бөтәһен дә һыйҙырмаған зал.
Ҡапыл ғына күҙҙәренә салынған ниндәйҙер йөҙ йөрәген өтөп алғандай булды. Кем булды һуң әле был? Ә-ә-ә, бына ул йөҙ. Тулҡынланып ҡабарып торған сал сәстәр, мыҡты ғына кәүҙә. Кем һуң ул? Ҡайһылай ғына хәтерләргә тырышмаһын, иҫенә төшөрә алманы актриса. Юҡ, таныш түгел, уның күңелен елкендергәне әлеге ирҙең ҡарашы ғына булған икән. Эргәһендә ултырыусыларға ла, залдағы гөжләп торған тауыш-фәләнгә лә иғтибар итмәй, сәхнәгә текәлгән дә ҡатып ҡалған. Кинәт Хәтфәгә уларҙың ҡараштары осрашҡандай тойолдо. Ул тертләп китте һәм, йәһәт кенә шаршауҙы ҡымтып ябып, сәхнә артына үтте. Бөтәһе әҙер булһа ла, грим бүлмәһенә инде, көҙгөгә тағы бер күҙ ташланы. Үҙ-үҙенән бик тә ҡәнәғәт ҡалды: сәстәре матур итеп һалынған, сама белеп кенә биҙәнгән йөҙөн сырыш-фәлән боҙмай, кәүҙәһе лә һис тә ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән ҡатын-ҡыҙҙыҡы түгел, зифа, һомғол. Иң мөһиме — ғүмер баҡый ир-егеттең һушын алған йәшкелт күҙҙәренә нур ҡайтҡан. Юғиһә бит ул әлеге тантанаға ла бик ыңһарлап, теләр-теләмәҫ кенә ризалашҡайны. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡатын-ҡыҙға үҙенә 50 тулыуын таныу еңел түгел. Йөҙ матурлығын, кәүҙә зифалығын ташламаған Хәтфә ханым да баштараҡ үҙен бөтә ғәләмде йыйнап ҡотларға йыйыныуҙарына ҡаршы төштө.
— Үҙ-ара күңел асып ҡына ултырайыҡ та, башҡаһы кәрәкмәй, — тине ул, инәлгәндәй итеп. — Нимәгә ул тиклем шау-шыу? Шөкөр, ролдәрем юҡ түгел, көн дә тиерлек күреп торалар.
Әллә нимәһенә директор өҙмәне лә ҡуйманы: һеҙҙең ише юғары осоштағы талант эйәһен хөрмәтләү — йәнәһе, театрҙы күтәреү, коллективтың, хатта бөтә республиканың абруйын арттырыу. Сағыу образ тыуҙырған прима, имеш, бүтән театрҙар тарафынан да, дәүләт етәкселәренән дә маҡтау-дан һүҙе ишетергә хаҡлы.
Уф! Шулай ҙа әллә нишләне лә ҡуйҙы ул, әлеге кешене күргәс. Кит, белекһеҙ, инде өләсәй йәшенә етеп, ғашиҡ булып тормаҫ та инде. Йәшлегендә үлеп-янып, йәнгенәһе көл булғансы һөйөп тә берәүҙе, ул әҙәмдә яңылышҡас, ҡабат һис бер ҡасан яратмаҫҡа анттар биреп, тора-бара бауыры ҡатҡайны инде уның. Йөрәгенә хужа булырға тырышыусылар ҙа, ҡулын һораусылар ҙа булманы түгел. Эй-й, кеме генә юҡ ине улар араһында! Юғары кәнәфиҙәрҙә ҡорһаҡ ҡалынайтып ултырыусылар ҙа, ябайыраҡтары, халыҡ араһында йөрөгәндәре лә булды. Хатта бер шағир буйы еткән бөтә баҫма аша зарлы һөйөүенең һағышлы ауаздарын еткереп бөткәс, яҡын-тирәләге бөтә сәскә һатыусылар менән серен бүлешеп тә эш сыҡмағас, спектаклдән һуң Хәтфәне көтөп алып, күҙ алдында үҙ-үҙенә ҡул һалырға ла маташты, тинтәк. Театр донъяһының заң-йолаһын боҙманы Хәтфә: сәскәһен дә, комплимент, бүләктәрен дә ҡабул итте ир-аттың, һөйөү һүҙҙәрен дә иҫ-һушы киткән булып тыңлағандай тойолдо. Бары ҡатҡан бәғере генә яҙылманы, йәне иремәне.
Сәхнәлә Ромеоның һөйөүенән иңрәгән Джульеттаны, Отеллоһының ҡулынан һис бер ҡаршылыҡһыҙ һәләк булып, тоғролоғон иҫбатлай алмаған Дездемонаны, аҡылын юйып бисәле Мәрәһимгә ғашиҡ булған Аҡйондоҙҙо, мөхәббәтле һәм мөхәббәтһеҙ, бәхетле һәм бәхетһеҙ йөҙәрләгән героиняны һынландырғанында, уларҙың яҙмышына инеп, хис-тойғолары өйөрмәһендә онотолоп өйрөлгәндә, берәү ҙә актрисаны туң күңелле, яратыу һәләтенән мәхрүм бисара бер ҡатын итеп ҡабул итмәне. Үҙенең кисерештәрен бирә, тинеләр. Яҙмышын уйнайҙыр, тип фараз ҡылдылар. Бары тик үҙе өҙөлөп һөйә белгән кеше генә ғашиҡтар образын шулай тулы ҡанлы итеп бирә ала, тигән һығымта яһаны белемлерәктәре.
Хәтфә үҙе генә белде: уның йөрәге бикле ине. Юҡ, бикле лә түгел, йөрәк урынында, әйтерһең, ҡасандыр дөрләп янған усаҡтан һалҡын көл өйөмө генә тороп ҡалған һәм инде ул көлдө күпме генә туҙҙырып-аҡтарып маташма, бер генә осҡон да таба алмаҫһың.
Ә төндәрен... Төштәрендә йәшлек мөхәббәтен күреп, уның ҡосағына атылғанда, әйтерһең, уларҙың юлдары аймылыш китмәгән. Гүйә араларында хыянат та, бүтән төрлө ғәйеп эш тә булмаған, Хәтфә һөйгәненә рәнйеү-үпкәләрен онотҡан, бары тик яратыу ғына ҡалған, ғүмерҙәрен әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ оло мөхәббәт кенә бәйләгән. Хистәр шул тиклем баҙыҡ, сағыу, иртәгәһенә Хәтфә көнө буйы аҡылына килә алмай йөрөй, күргән төшөн ҡат-ҡат хәтерләп, уның йылыһында ҡыҙына. Был иҫәрлеге өсөн үҙен битәрләй, күңеленән хәтирәләрҙе йолҡоп алып ташлағандай тойола һәм йөрәк урынында көл өйөмө ҡайтанан хасил була.
Юҡ, ул ғашиҡ булырға тейеш түгел. Тағы ла шундай әрнеү-рәнйеүҙәрҙе кисерә, күтәрә алмаясаҡ. Йөрәге түҙмәҫ. Ярылыр. Ғүмерен бағышлар кешеһе булмаһа ла, тормошто һөйә Хәтфә, һөйгәнең булмау йәшәүҙе яратмау тигәнде аңлатмай әле. Сәхнәлә лә уны ошо мөхәббәт — донъяға, кешелеккә ҡарата мөхәббәт — йәшәтә, күктәргә күтәрә.
— Хәтфә ханым, кисәне башлайбыҙ, — алып барыусының йомшаҡ ҡына өндәшеүенә лә тертләп китте актриса. Ғәҙәте буйынса еңелсә генә сәстәрен һыйпап алды. Көҙгөләге үҙенә ҡарап йылмайҙы ла... күҙ алдында башҡа берәүгә — үҙ баһаһын белгән сибәр ханымға — әүерелде лә ҡуйҙы.
Гөрләтеп ҡул саптылар. Ниҙер һөйләнеләр. Хәтфә үҙе нимәлер әйтте, хәтерләне, буғай. Тағы ҡул саптылар. Аяғөҫтө баҫып тәбрикләнеләр. Сәскәләр, сәскәләр... Диңгеҙ булып аҡты нәфис хризантемаһы, көрәнһыу ҡәнәферҙәре, гөлдәр батшаһы раузалар. Кем ниндәй сәскә бүләк итә, ниндәй теләк әйтә — береһен дә аңғарманы, аңламаны актриса: әленән-әле уның йондоҙҙай балҡыған күҙҙәре әлеге ирҙең уйсан ҡарашы менән осрашты, йәштәрсә тулынҡы ирендәре менән йән иретерлек итеп йылмайыуҙарын да ул бары тик Уға бағышланы. Бына ир урынынан ҡалҡты. Олпат аҙымдар менән сәхнәгә күтәрелде. Актрисаның алдына теҙләнде һәм нәфис ҡулын алып ирененә килтерҙе. Хәтфәнең бөтә тәне уттай янып семерҙәп китте, үҙе ирҙән ҡарашын бер генә секундҡа ла ситкә ала алманы. Уның өсөн гүйә ваҡыт туҡтаны. Театр сәхнәһе лә, шығырым тулы зал да, бөтәһе юҡҡа сыҡты. Был донъяла әлеге мәлдә улар икәүһе генә ине. Ҡайҙандыр ир ҡулында барлыҡҡа килгән янып торған раузалар Хәтфәнең ҡосағына инеп тулды. Ҡатын рәхмәт әйттеме, юҡмы — һуңынан үҙе лә хәтерләй алманы... Көслө алҡыштар тулҡыны актрисаны ҡабат сәхнә түренә ҡайтарҙы. Әлеге ир инде кире урынына барып ултырған һәм уға ҡарап яғымлы йылмая ине. “Кем һин?” — тип бышылданы актриса үҙе генә ишетерлек итеп. “Юғалма, зинһар, юғалма”, — тип инәлде күңеле.
Тыуған көн мәжлесендә артист халҡынан тыш ситтән саҡырылғандар ҙа байтаҡ ине. Дәрәжәле әфәнделәр ҙә килгән. Ҡунаҡтар араһында Уны ла күреп, Хәтфә һушын юйғандай булды. Тағы ла: “Кем һин?” — тине күҙ ҡарашы менән генә. Һый мул, барыһы ла илгәҙәк-алсаҡ ине. Теләктәрҙең иң-иң изгеләре әйтелде, бүләктәрҙең дә зиннәтлеләре төштө. Өҫтәл түрендә ултырған Хәтфә генә — бөтә был байрамдың төп сәбәпсеһе — башҡа донъяла йәшәне. Күңеле менән күктең етенсе ҡатына күтәрелде, йондоҙҙар сүпләне, шул йондоҙҙарҙан матурлап-һырлап Уға ҡиммәтле-һиммәтле таж яһаны. Ҡарашы менән Уны наҙланы, хыялы менән башын күкрәгенә терәне, ғүмеренең Унһыҙ нисек заяға үтеүен, инде һыуынып бөткән йөрәгенең бөгөн генә, Уны күргәс, терелеүен илай-һыҡтай бәйән итте, Уның мөхәббәте усағында әүәлге һығылмалылығын, тығыҙлығын юғалта башлаған, әммә әлегә был хаҡта үҙе генә белгән тәнен, өшөгән йәнен йылытты. Башҡалар һиҙмәне актрисаның күптән инде бында ултырмауын, сөнки ул әйтелгән тостарға ҡарата рәхмәт белдерһә лә, ысын хужабикәләрсә, һый-хөрмәттән ауыҙ итеүҙәрен үтенергә лә, уныһына-быныһына ҡарап йылмайырға ла онотманы. Был минуттарҙа актриса Хәтфә ханым — үҙ тормошо, ә ҡатын-ҡыҙ Хәтфә үҙ яҙмышы менән айырым-айырым йәшәй ине. Бығаса айырылғыһыҙ бер бөтөн булып уҡмашҡан йәне, ысынында, тик актриса сүрәтендә ҡатып ҡалған булмышы ҡайһылыр миҙгелдә икегә бүленеп ҡалғанын әле үҙе лә тойомлай алманы ҡатын.
Бейергә төштөләр.
— Һеҙ мине белмәйһегеҙҙер ҙә әле, — тине ир, ҡуңыр күҙҙәре менән Хәтфәне йоторҙай итеп ҡарап. — Мин, фәҡирегеҙ, Һеҙҙең талант алдында баш эйгән меңдәрҙең берәүһе.
“Юҡ, зинһар, улай тимә, ниндәй талант, ниндәй баш эйеү, ни өсөн меңдән берәү? — тип ялбарҙы актриса күңеленән. — Мине ҡабат үлтермә, зинһар”. Уның уйҙарын һиҙгәндәй, ир:
— Һеҙ шундай матур, Хәтфә ханым! — тип ҡуйҙы.
Ҡатын күңеле ҡыуаныстан елкенде, һылыу йөҙөнә ҡайнар алһыулыҡ йүгерҙе.
— Рөхсәт итһәгеҙ, мин иртәгә Һеҙгә сәй эсергә инер инем.
— Рәхим итегеҙ, адресым...
— Адресығыҙҙы беләм. Әҙерләгән бүләгем бар — шуны тапшырырға ине, Хәтфә ханым. Бында алып килеүҙе килештермәнем.
— Адресымды беләһегеҙ? — Актриса аптырауын йәшермәне.
— Әлбиттә. Әгәр мин яратҡан актрисамдың ҡайҙа йәшәгәнлеген дә белмәһәм, кем булыр инем? — Ир ап-аҡ тештәрен күрһәтеп йылмайҙы.
“Яратҡан актрисам, тимә, ғашиҡ булған Кешем, тип әйт, — тип инәлде ҡатындың күңеле. — Яратҡан актриса ғына булып ҡалғым килмәй”.
Ир ипле генә хушлашып, иртәрәк китте. Мәжлесте ҡалдырыр алдынан Хәтфә эргәһенә килеп: “Бәлки, Һеҙҙе йортоғоҙға оҙатып ҡуйырғалыр”, — тип өндәште. “Эйе, эйе, мин хәҙер, — тип елкенде ҡатындың күңеле. — Өҫтөмдө генә алмаштырам да”. “Юҡ, ул әле ҡайтмай, юбилярҙы бер ҡайҙа ла ебәрмәйбеҙ”, — тип шаулашты артист халҡы.
— Рәхмәт, үҙ яйым менән ҡайтырмын әле, — Хәтфә тартынып ҡына хушлашырға ҡулын һуҙҙы. Оялды Уның менән ултырып китергә, әллә ни уйларҙар, тип ҡурҡты. Ул арала театрға быйыл ғына институт бөтөп килгән Фәниә осоп-ҡунып килеп етеп, Уны ҡултыҡлап уҡ алды:
— Мине оҙатып ҡына ҡуйығыҙ инде, Сайран Сәғитович...
Исеме Сайран икән. Эх, Сайран, эштәр хайран... Ҡатын Уны һәм уға һыйына биреберәк ҡылансыҡ ҡына атлаған Фәниәне ишектән юғалғансы ҡарашы менән оҙатып ҡалды. Ниңәлер ҡапыл ғына йәне һыҡрап әрнергә кереште. Ниңә тороп ҡалды инде ул? Унһыҙ был эске табынын тамамлай алмаҫтар инеме?
Кисәнән һуң ғына ҡайтыуына ҡарамаҫтан, Хәтфә таңғы етелә үк уянды ла ҡабат керпегенә йоҡо эленмәне. Былай ҙа ялтырап торған фатирын тотош йыуып-йышып алды. Мейескә үҙе яратҡан ит бәлешен бешерергә ҡуйҙы, аш һалды. Ниндәй күлдәк кейергә икән? Бик ныҡ ялтырап та торорға ярамай, әллә ни уйлауы бар. Ахырҙа нәҙекәй кәүҙәһенә ифрат килешеп торған ябай ғына күлдәген һайланы. Биленә төҫтәш алъяпҡыс быуҙы, башына йоҡа яулыҡ бәйләне. Ҡупшы, һылыу, шул уҡ ваҡытта етди һын-һыпатына күҙ һалды ла йәнә өҫтәл әҙерләргә кереште. Әле ваҡыт бар. Ул сәғәт берҙәргә генә килеп етергә тейеш. Тимәк, ҡоймаҡ та ҡойоп алырға була. Һәләк ярата ул үҙе ҡоро табаға ҡойолоп, һары майға майланған сөсө ҡоймаҡты. Моғайын, Уға ла оҡшар. Нисә йәштә икән Ул? Хәтфәнән бер аҙ өлкәнерәк, буғай. Кәүҙәгә лә ҡалыная төшкән, ләкин ул туҡлыҡтан йәйелгән ибәтәйһеҙлек түгел, үҙен ҡарап-тәрбиәләп йөрөткән ир уртаһы кешенең ыҫпай олпатлығы. Ҡайҙа эшләй? Өйләнгәнме? Бала-сағалымы? Үҙ-үҙенә ҡырҡ һорау биреп, төрлөсә фараз ҡылған ҡатын ишектәге ҡыңғырау тауышын шундуҡ ҡына ишетмәне. Иҫенә килеп, йүгереп барҙы. Кем борсоғанын да һорап тормай, ишекте шар асып ебәрҙе. Тағы Уның төпһөҙ ҡарашына инеп юғалды...
— Рөхсәтме?
— Ә-ә-ә... Эйе, эйе, уҙығыҙ. — Шунда ғына ситкә тайшанып юл бирергә башы етте. — Әйҙә, үтеп ултырығыҙ. Мин хәҙер... — Хәтфә йәһәт кенә аш бүлмәһенә уҙҙы. Нимәгә тотонорға белмәй, бер аҙ аптырап торҙо. “Үҙеңде ҡулға ал, бығаса ҡыланмағанды, ни тип ҡойолоп төштөң?” — күңеленән үҙенә бойорҙо. Ниндәй ҡатмарлы ролдәрҙе башҡарғанда ла, хатта ҡапылдан тексты онотҡанда ла ҡаушай белмәгәнде, ни тип бер ир өсөн башын юғалтты һуң әле? Бына ғәжәп... Шулай, бер саҡ спектакль барғанда, ниңәлер башы әйләнеп абынып китте, йығылыуға-йығылманы, ә шулай ҙа иҙәнгә тубыҡланып барып төштө. Хәлдән сығырға кәрәк ине. “Аһ, ни булды миңә? — тине дөрөҫ ҡуйылған тауыш менән. — Башым әйләнеп киттесе...” Партнеры ла юғалып ҡалманы: “Погода үҙгәрә бөгөн, магнит бураны вәғәҙә иттеләр!” — тип актрисаға ҡулын һондо. Тормошта үҙең булып ҡалыу, ауыр хәлдәрҙән сыға белеү сәхнәлә уйнауға ҡарағанда ла ҡыйыныраҡмы ни икән? Ай, бешәлкәһеҙ бисә, ни тип уйға батып тора, унда ҡунаҡ көтә бит! Хәтфә ҙур бүлмәгә ашыҡты.
— Донъяғыҙ ҙа бик күркәм, — тине Сайран, тирә-яҡты байҡап. — Һеҙ сәхнә йондоҙо ғына түгел, ғәжәйеп хужабикә лә икән. Эх, башҡа ваҡыт булһа, иркенләп ултырып һыйланыр инем, тик ашығам шул. Эш күп мәлгә тура килде. Ғәфү итә күрегеҙ инде мине, Хәтфә ханым. — Ир эйелеп уның нәфис бармаҡтарын үпте. — Һеҙгә ошо бәләкәй генә бүләгемде индереп сығайым тигәйнем.
Ир Хәтфәгә кескәй генә кеҫә телефоны тотторҙо.
— Ай һайын аҡсаһын да үҙем күсереп торормон, борсолмағыҙ. Яратҡан актрисама уның уйынынан алған ләззәттәрем өсөн бәләкәй генә бүләк.
— Һис юғы сәй эсеп...
— Ғәфү, ғәфү... Офиста көтәләр. Насип булһа, бүтән ваҡытта.
Йылы хушлашты ир. Сығыр алдынан бер килке ниҙер уйлап торҙо ла йәнде иретерлек итеп йылмайҙы:
— Һәр саҡ шулай йәш, матур ҡалһағыҙ ине. Беҙҙе ҡыуандырып...
Ишек ябылды. Хәтфә тәҙрә эргәһенә килде. Әйтерһең, уны ысынбарлыҡ менән бәйләгән ептең бына-бына өҙөлөрөн һиҙеп, үҙе менән тормош араһындағы бәйләнеште һаҡлап ҡалырға теләне. Әллә һуңғы ҡабат Сайранды күргеһе килде... Ниңә һуңғы ҡат, әйтте бит, насип булһа, осрашырбыҙ, тине. Тимәк, күрешәсәк әле улар, сәйен дә эсерҙәр, мәйенән дә ауыҙ итерҙәр...
Тәҙрәгә ҡапланған актриса ҡапыл артҡа тайшанды: унда, урамда, подъезд алдында торған ҡара машина эргәһендә Фәниә, уның быйыл ғына театрҙа эшләй башлаған коллегаһы, баҫып тора ине. Ул арала ишектән сығып өлгөргән Сайран ҡыҙҙы еңелсә генә ҡосаҡлап үҙенә тартты, тегеһе үрелеп, ирҙең сикәһенән үбеп алды...
Ултырҙылар, киттеләр... Ҡара машина, күңелдә лә ҡап-ҡара ҡойон уйнатып, Хәтфәнең яҡты уй-хистәрен иҙеп китте... Өлкән актрисаның йәне алҡымына килеп тығылғандай булды. Абына-һөрөнә оло яҡҡа сыҡты ла бауһыҙ булып диванға ауҙы... Эңер төшөп, бүлмә эсен һоро ҡараңғылыҡ баҫып алғас ҡына урынынан торҙо. Бер көнлөк ғишыҡ ипкененән һаман айный алмай, оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы әле ул. Күңеленән үткәндәрҙе барланы, ҡат-ҡат кисәге байрамына, күңел байрамына, әйләнеп ҡайтты. “Ҡартайҙым, — тигән әсе уй телде мейеһен. — Хатта минең тиңдәштәрем хәҙер йәштәрҙе үҙ итә”. Кит, бигерәк бөтөрөнөп киттең, ете ят берәүҙе осраттым тип, ауараланып ултырыу килешмәй ҙә инде, тип үҙен битәрләргә маташты. Әммә бөгөн ул үҙ-үҙенә ҡарата ҡатҡыл да, талапсан да була алмай ине. Заяға уҙған ғүмере лә, үҙе лә сикһеҙ йәл тойолдо ҡатынға. Ашы һыуынып, бәлеше ҡатып бөткән өҫтәлгә бер талай өнһөҙ-тынһыҙ ҡарап торғандан һуң, тағы тәҙрә эргәһенә ашыҡты. Әйтерһең, Сайранды һуңғы ҡабат күреп ҡалырға теләне. Ул ултырып киткән ҡара машинаның эҙҙәрен булһа ла... Әле күптән түгел генә машина торған урында кескәй генә бер ҡыҙыҡай талпынып-осоноп туп уйната ине. Ошо ҡыҙсыҡ Хәтфәнең күңел һыҙланыуҙарын тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Ике сикәһе буйлап аҡҡан әсе йәштәрҙе лә тоймай, ул тәҙрә янында торҙо ла торҙо...
Гөлшат Әхмәтҡужина




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 687

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 066

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 589

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 787

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 612

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 466

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 517

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 682

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 418

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 582