Фәтихә инәй өтәләнә-өтәләнә Өфөгә әртислеккә уҡырға китергә йөрөгән Юнирын оҙатырға әҙерләнә, аҙаҡҡы кәңәш-төңәштәрен бирә:
— Эй, балаҡайым, йүнле генә йөрө инде, үҙеңде лә, мине лә бер үк көлкөгә ҡалдырма. Ул ҡала тигән ерҙә теләһә ниндәй шалапайҙар өйөрө менән йөрөй, ти. Шуларҙың арбаһына ултырып ҡуйма! Ишетһен ҡолағың!
Шундай матур теләктәр менән оло юлға оҙатҡан ғәзизенең ғүмер буйы әҙәм көлдөрөп йөрөрө башына инеп тә сыҡмай әсәнең. Хәҙер инде барса халыҡ Юнир САЛАУАТОВТЫҢ исемен ишетеү менән үк шарҡылдап көлә башлай.
— Юнир ағай, көлкөнөң тылсымлы шифаһын нисек белеп ҡалдығыҙ?
— Тыумышым менән Бөрйән районының Байназар ауылынан булам. Ул саҡта уҡыусы ғына инем әле. Бер ваҡыт беҙҙә клуб һала башланылар ҙа “тоҙлап” ҡуйҙылар. Бер йыл үтте, ике йыл. Был хаҡта район гәзитенә көлөп, елле генә фельетон яҙҙым. Баҫылып сыҡты. Шунан һуң күп тә үтмәне, төҙөлөштө осланылар. Ғәйепле кешеләрҙе арыу ғына төйгөсләп тә алғандар тип ишетелде.
— Ә үҙегеҙгә йоҙроҡ төшмәнеме?
— Ю-ю-ҡ! Киреһенсә, ауылда дан китте таралып. Күргән бер кеше, ошо малай бит әле клуб һалдырған кеше, тип мине әллә кемдәй күреп, маҡтап китә, кемдер, маладис, һинән йүнле кеше сығасаҡ тип, һурғыс әтәс тоттора.
— Бына ни өсөн кеше көлдөрөүҙе кәсеп итеп алғанһығыҙ икән...
— Шулай итмәйсә әллә. Шаян кешегә был тормошта харап рәхәт бит ул. Теләһә ниндәй ваҡлыҡҡа бошоп та тормайһың. Шуға ла бер расхудһыҙ ғына өйләндем дә ҡуйҙым. Башҡалар кәләш алыу өсөн аҡса юҡ, кейем юҡ, йәшәргә урын юҡ, тип мыжый. Ә мин был турала уйлап та бирмәнем. Разия исемле һылыу менән йүнләп танышып өлгөрҙөммө-юҡмы, әйҙә, Бөрйәнде күрһәтәм әле, тип ҡунаҡҡа алып ҡайттым да киттем. Ҡайтҡас, ауыл Советына, беҙ өйләнешәбеҙ тип, документтарҙы ҡалдырҙым. Иртәгеһен туғандарға ҡунаҡҡа китеп барышлай, Разияға, әйҙә сельсоветҡа һуғылып сығайыҡ әле, тигән булдым. Беҙ килеүгә никах ҡағыҙы өҫтәлдә ята ине инде. Разияның күҙе туҫтаҡтай булды, илап та ебәрҙе килештереп. “Минең әле ике апайым кейәүгә сыҡмаған, әҙәмдән ыстрам”, — ти ауыҙын бәлшәйтеп. Ә мин ҡоро ғына: “Ике апайыңа ла өйләнә алмайым шул”, — тинем.
— Улай икә-ә-ән. Ә бына әҙәм көлдөрөү еңелме?
— Һы, уның нимәһе бар. Тормошобоҙ үҙе көлкө донъяһы бит. Шарҡылдап көлөрлөк нәмәләр аяҡ аҫты тулы. Аҙым һайын күҙ буяу, алдашыу, мутлашыу, тәрилкә тотоу. Әрһеҙҙәрҙе, ҡараҡтарҙы ҙурлаған заман бит. Кемдәргә маҡтаулы исемдәр, ордендар бирәләр тиһәң — шуларға!
Бер заман Дүртөйлөлә концерт менән йөрөйбөҙ. Ҡапҡылап алайыҡ тип ҡайһы ғына ашханаға барайыҡ, вис бикле. Башҡалар ҙа ҡайҙа барып ашарға белмәй пыр туҙып йөрөй. Баҡтиһәң, ҡалала партия хеҙмәткәрҙәренең ниндәйҙер семинары бара икән, шуға бүтәндәрҙе ашатмайҙар. Ошо турала ҡыҙыҡлы ғына сюжет әтмәләнем дә райондарҙа һөйләп йөрөйөм. Аҙаҡ район етәкселәре, шул Салауатовтың ауыҙын емерегеҙ, башҡаса йырып йөрөрлөк булмаһын, тип Мәҙәниәт министрлығына ошаҡлаған, ти.
— Тимәк, һеҙҙең көлкө сәпкә тура тейгән.
— Әй, сәп тигәндән, иҫкә төштө, мине үҙебеҙҙең Бөрйәндә бер ваҡыт саҡ атып китмәнеләр бит.
— Абау, шундай шәп артистың башына етә яҙғандар. Нимәгә шул тиклем асыуландылар?
— Бер монологымдағы геройым Мәрхәбә исемле ине. Уның ире аҡты-күкте белмәй эсә, шуға ла улар зыҡ ҡубып талаша, ирен өйөнән ҡыуа. Көндәрҙең береһендә Бөрйәнгә ҡайтһам, Мәрхәбә исемле уҡытыусы тап булды ла прямо халыҡ алдында йөҙөмдән алды. “Ниңә беҙҙән көләһең, минең ирем шундаймы ни ҙә үҙем шундаймы, тотош халыҡ алдында оятлы иттең. Башҡаса шул нәмәңде һөйләп йөрөйһө булма”, — тип енен сәсә. “Ул бит һин түгел”, — тип аңлатып ҡарайым, ҡайҙа ул ишетеү: “Судҡа бирәм”, — тип сәрелдәпме-сәрелдәй, танау осонда йоҙроғон уйната. Шул саҡ ҡайҙандыр ире килеп сыҡты ла: “Күр ҙә тор бына, берәй аулаҡ урында ҡаҡ маңлайыңа сәпәп китәм мин һине”, — ти.
— Ҡара һин уны, гел кәнфит һуҙып тормайҙар икән. Ауыҙыңды самалабыраҡ асмаһаң, ялпаштыра һуғып китергә лә күп һорамаҫтар...
— И-и-и, ҡурҡып торған бар, ти. Бер ваҡыт концертта таксиға хаҡ арта тигәнде аңлатып, ай-ай-ай, тип телде генә шартлатҡайным, шул арала өлкә комитетҡа алып барып та еткергәндәр.
— Шунан нимә тип өнөңдө тыҡмаҡсы булдылар?
— Башҡаса эш хаҡы аҙ, магазиндарҙа әйбер ҡиммәт, фатир юҡ, тип ауыҙыңды асаһы булма, тиҙәр. Чиновниктарҙан, милициянан көлөп кенә ҡара бына, тип бармаҡ янанылар. Һиңә башҡа нәмә бөткәнме, тиҙәр.
— Берәй ҡыҙыҡ ваҡиға һөйләгеҙ әле...
— Уй-й-й, иҫләй башлаһаң, концерт һайын ҡыҙыҡ ваҡиға инде ул. Татарстандың Минзәлә районында концерт менән йөрөйбөҙ. Ҡуян тигән ауылдабыҙ. Тәүҙә үк колхоз рәйесе тамашасыларға: “Матур итеп концерт ҡарағыҙ, хихылдашып-михылдашып ултырмағыҙ”, — тип киҫәтеү яһаны.
Бына концерт башланды. Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләй башлау менән кемдер ауыҙын ҡаплап, бырх-бырх көлә башланы. Унан түҙә алмай бөтөн зал көлөргә тотондо. Бер заман ҡараһаҡ, колхоз рәйесенең үҙенең дә һыны ҡатҡан.
— Һеҙҙең кеүек шаян кеше менән ғаиләлә яман рәхәттер ул...
— Шулай булмайса әллә. Зерәгә Юнир тигән исемде йөрөтмәйем бит инде, “йүнле ир” тигәнде аңлата ул. Ауыҙ йырып йөрөп, улым Азаматтың ҡасан мәктәпкә барып, ҡасан үҫеп еткәнен дә тойманым. Кисә бына күмәкләшеп сәй эсеп ултыра инек: “Улым, килен яңғыҙы ғына өлгөрә алмай, үҙеңә тағы ла икенсегә кәләш әйттерәйек”, — тип әйт тә һал. Китте бит киленебеҙ туҙып. Һыйыр тулаһа, аттан яман, тип белмәй әйтмәгәндәр, түҙеп кенә тор!
— Хәҙер күп пародистар кеше көлдөрәм тип бисә-сәсәгә әйләнде. Һеҙ ҙә итәк кейеп ҡарарға уйламайһығыҙмы?
— Эйе, хәҙер шул ғына ҡалғайны. Бер саҡ бисә итеп ҡаранылар инде, мыйыҡты ҡырып ташланылар. Үҙемде септә ябынған һыйыр һымаҡ хис иттем. Башҡаса әҙәм көлдөрәм тип бисә булып ҡыланып йөрөйһөм юҡ инде тип ант иттем. Былай ҙа донъя тулы бисә-сәсә, шуларға мыйыҡлылары ла өҫтәлде.
Ғәҙәттә, эшкинмәгән, йыбытҡы хөрәсәндәргә ҡарата, әҙәм көлдөрөп йөрөй, тиҙәр. Миңә шулай тип әйтәләр икән, ҡыуанам ғына, был — минең өсөн иң ҙур баһа!
И. ЛОҠМАНОВ әңгәмә ҡорҙо.