Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы...
Машинаны... 150-гә еткер!

Тверь өлкәһендә машина йөрөтөүселәргә тамам көн бөттө. Документтарың саҡ ҡына тәртиптә булмаһа, машинаңды шунда уҡ эвакуаторға тейәп оҙаталар ҙа бер-ике көндөн “тимер ат”ыңды биш-алты мең һумға һатып алырға мәжбүрһең. Өлкәнең баш гаишнигы Валерий Кучерявых ҡуя икән шундай талапты. Ай-һай, тәртип ярата икән, тиһегеҙме? Юҡ шул. Аҡса ярата абзыйығыҙ. Баҡһаң, машиналарҙы эвакуаторға тейәп алып китеү, уларҙы махсус урында тотоу, штраф түләтеү менән шөғөлләнгән предприятиеның директоры... баш гаишнигыбыҙҙың ҡатыны булып сыҡҡан.
Кем нисектер, ә мин йәлләйем ҙур йондоҙло погондар таҡҡан абзыйҙы. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ул кисен эштән арып ҡайтып та керә, ә ҡатыны уҡлау тотоп ҡаршылап та тора:
— Бөгөн йөҙ машина ғына килтерҙеләр, ғаиләне астан үлтерәһең бит, йыбытҡы, иртәгә йөҙ иллегә етмәһә, өйгә ҡайтып инмә, штобы!

Миллиондар ҡайҙа китә?

Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов аҙым һайын, сығымдарҙы кәметергә кәрәк, дәүләт ҡаҙнаһы төпһөҙ түгел, тип ҡабатларға ярата. Ил буйынса уҡыусылары аҙ мәктәптәр ябыла, халҡы аҙ ауылдарҙағы участка дауаханалары, медпункттар оптимәлләштерелә, йәғни юҡҡа сыға. Ана, хәҙер ике-өс ауылға бер хат ташыусы ҡалып бара, биш-алты мең һумға көн һайын тиҫтәләрсә саҡрым араны, йөҙәрләгән йортто урап ҡара инде. Хат ташыусыны аяҡтан йығылғансы эшләтеп, егерме-утыҙ мең һум аҡсаны янға ҡалдырмаҡсылар. Ике ауылды хеҙмәтләндергән медицина хеҙмәткәре лә шундай уҡ хаҡты дәүләт кеҫәһенә ҡалдыра, имеш.
Ә хәҙер Рәсәй Финанс министрлығында эшләүсе ҡайһы берәүҙәрҙең эш хаҡына иғтибар итәйек. Референт И. Алленова ханымдың 2011 йылдағы килеме 128 миллион 373 мең 792 һум тәшкил иткән. Айына 10 миллион һумдан ашыу табыш килтергән ниндәй эш һуң ул? Референттың вазифаһы секретарҙыҡынан әллә ни айырылмай, йәғни телефондан шылтыратыуҙарға яуап бирә, хаттар, башҡа документтар менән эшләй, етәксегә кофе, сәй яһап биреү, ваҡ-төйәк йомоштарын йомошлау кеүек “яуаплы” эштәр менән булыша. Кәңәшсе вазифаһында “тир түгеүсе” Е. Соснов асыуынан терһәген тешләйҙер инде, уның былтырғы килеме ни бары 51 миллион һум тирәһе генә бит. Бәлки, был тәңгәлдә дөрөҫ кәңәш бирмәгәндер...
Илдә оптимәлләштереү уңышлы дауам итә. Быйыл йәнә унар меңләп бюджет хеҙмәткәрен ҡыҫҡартһалар, Алленова менән Сосновҡа тағы ла лайыҡлыраҡ эш хаҡы түләргә форсат сығасаҡ.
Силуанов әфәнде иһә пенсия йәшен арттырырға кәрәк, дәүләт ҡаҙнаһы төпһөҙ түгел, тип йәнә сығыш яһаны. Әфәндем, бер йыл ғына Финанс министрлығының иҙәнен йыуайым әле, ул сағында миңә бер ниндәй ҙә пенсия кәрәкмәҫ!

Һин дә юрист, мин дә...

Машинаны баҙар янына туҡтатҡайным, ҡарауылсы пәйҙә булды. Бында машина ҡуйырға ярамағанлығын бик ентекләп аңлатты. Баҡһаң, һөнәре буйынса юрист икән.
Бәхәсләшеп ит ала башлағайным, һатыусы асыуланып закондарҙы аңлатырға тотондо. Быныһы ла әлеге лә баяғы юрист икән.
Юғары уҡыу йорттарына инергә теләүселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл етте. Йылдағыса юрист һәм экономист булырға теләүселәр ҡала урамдарына һыйғыһыҙ. Барыһына ла университет дипломы кәрәк. Атҡа бесән һалырға теләүселәр юҡ хәҙер. Донъяла иң ҙур юристар армияһы булһа ла, илдә закондар үтәлмәй, хоҡуҡ органдарында тәртип юҡ. Быны мин дә юрист булараҡ әйтәм.

Доллар давай — мин дә олойом

Бер ҡытай байы тибет мастифы тоҡомло этте 1,5 миллион долларға (45 миллион һум) һатып алған. Был тоҡом эттәре байлыҡ, уңышҡа өлгәшеү символы икән. Бәхетле һатыусы, махсус питомник хужаһы Ли Лян, бер йәшлек көсөктө үҫтереүгә бик күп аҡса түктек, шуға ла уға лайыҡлы хаҡ ҡуйылды, тип белдергән. Шул тиклем аҡса түләһәләр, көн һайын өрөргә, олорға әҙер эттәр генә түгел, беҙҙә күпләп кешеләр ҙә табылыр ине.

Ағасмы, кешеме?

Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев спектакль геройы булып киткән. Сюжет буйынса ул урманға бара һәм... ағастарҙың үҙ-ара һөйләшеүен ишетә. Улар уға илдәге коррупция һәм башҡа етешһеҙлектәр тураһында дөрөҫлөктө һөйләй. Күңе ле булған Назарбаев һуңынан был ағастарҙы кешегә әйләндерә.
Тап шундай хәл булғандыр, бер шигем дә юҡ. Егерме йыл президент вазифаһында тир түгә торғас, кешеләр ҙә күҙле бүкән кеүек күренә башлайҙыр инде.

Ябыҡ түрәләр

Ростов ҡалаһында бер полиция хеҙмәткәре аҙна эсендә ун килограмға ябыҡҡан. Тырышҡан — ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан: уны юғарыраҡ вазифаға тәғәйенләгәндәр. Полицияның абруйы юҡ тип бушҡа хафаланаһығыҙ, абруйы булмаһа, унда эшкә ҡалыр өсөн асҡа ҡырылып йөрөмәҫтәр ине. Хәҙер түрәләрҙе ябыҡтар араһынан ҡараясаҡтар икән. Элек бигерәк наҙан булғандар — аҡылына ҡарап һайлағандар.
Марат ӘМИНЕВ
“ғәжәпләнде”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780