Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төркиҙәр ниндәй сифаттарға эйә?
Төркиҙәр ниндәй сифаттарға эйә?Совет дәүерендә азербайжан ғалимы А. Мамедов Ленинград университеты профессоры Л.Н. Гумилев менән осрашып, унан боронғо төркиҙәргә бәйле ҡыҙыҡһына башлауының сәбәбен һораша. Тәүге төрки ҡағанатын студент сағында уҡ өйрәнә башлаған, аҙаҡ “Боронғо төркиҙәр” тип аталған нигеҙле хеҙмәттең авторы булып танылған арҙаҡлы ғалимдың яуабы бик ҡыҙыҡлы. Бына нимә ти ул әңгәмә барышында: “Боронғо төрки һәм ҡытайҙар араһында йыш ҡына бәрелештәр булып торған, ләкин һөжүмгә ынтылыусыларҙың дала яғынан түгел (йәғни күсмә төрөктәр яғынан түгел), ә ултыраҡ халыҡ яғынан (был осраҡта ҡытайҙар яғынан) икәненә иғтибар иттем. Ә төркиҙәр бик боронғо замандарҙан уҡ шундай дәррәү һәм уңышлы һаҡлана белгән. Ул саҡта Ҡытайҙа бер нисә миллион халыҡ йәшәһә, төркиҙәр 300 мең самаһы ғына булған. Ошо бер нисә мең миллиондарға ҡаршы тора алған. Тимәк, уларҙың азатлыҡты һаҡлап ҡала торған ниндәйҙер айырым бер сифаты булған...”
Әллә күпме быуат үтһә лә, төркиҙәрҙе яҙмыш ниндәй генә һынауҙарға дусар итһә лә, ниндәй генә ҡәбилә йәки халыҡҡа бүлһә лә, уларҙа ошо сифат, йәғни азатлыҡҡа һәм үҙ-ара аңлашып йәшәүгә ынтылыш һүнмәгән. Уйлап ҡараһаң, әлмисаҡтан алып ниндәй генә ҡанлы яуҙар үтмәгән дә, ниндәй генә алыштар булмаған...
Ярашып, килешеп көн итергә тырышыу кешелек тарихының башланғысында ята һәм шунан алып хәл ителеп бөтмәгән күренеш булып ҡала. Ҡабил менән Һабил ваҡиғаһы тиңлек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләрен иҫәпкә алмауҙың йәки уны кире ҡағыуҙың һөҙөмтәһе, шуның иң әсе һабағы, тип ҡарарға мөмкиндер.
Ҡабил — иген эшкәртеүсе (был осраҡта ултыраҡ тормош итеүсе), Һабил — көтөүсе (был осраҡта күсмә тормош итеүсе). Халыҡтар ҙа тарихта шул рәүешле бүленештә ҡарала — ултыраҡ һәм ярым күсмә тормошта йәшәүселәр. Көтөүсе Һабилдың баҫыусылыҡ менән шөғөлләнгән Ҡабил атлы туғаны тарафынан үлтерелеүе лә уйға һалмай ҡалмай. Ултыраҡ тормошта йәшәүселәрҙең ярым күсмә тормоштағы халыҡтарҙы “варварҙар” йәки “баҫҡынсылар” тип күрһәтергә тырышыуы, уларҙы кәмһетеү маҡсатында төрлө ярлыҡ тағыуы, ысынбарлыҡта әҙәм балаларына тигеҙ ҡарарға теләмәүҙәренең бер сағылышы.
Л. Гумилевтың хеҙмәтендә боронғо төркиҙәрҙең тарихы, ынтылыш-маҡсаты юҡҡа ғына телгә алынмай. Ер-һыу ҡәҙерен белеп, ғаләм, тәбиғәт, тимәк, барлыҡ тереклек менән камил мөнәсәбәттә йәшәргә тырышыу уларҙа әүәлдән килгән йола һәм аманат. Ошо рәүешле йәшәү беҙҙең халыҡтың төпкө аңында һаҡлана. Шулай булмаһа, үҙҙәренә иң ауыр осорҙа Волга буйында көн иткән халыҡ башҡорттар янына килеп һыйыныу урыны табыр инеме? Әйтәйек, Башҡортостанда йәшәүсе фин-уғыр вәкилдәренең мәжүсилек инаныуҙары, шуға ярашлы һаҡланған ғөрөф-ғәҙәте бөгөнгө ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Заманында “Финно-Угрия коммерш” ойошмаһы етәксеһе Яак Прозерс тап Башҡортостанда йәшәүсе фин-уғыр халыҡтарының төп асылын юғалтмауын, шуға ла уларҙың йолаларын, телен өйрәнеү үҙҙәре өсөн бик әһәмиәтле булыуына баҫым яһап әйткәйне. Тағы ҡайһы титуллы республикала йәки губернала был халыҡ вәкилдәре үҙ телдәрендә белем ала?!
Беҙҙә һәр саҡ олоноң оло булырға, ә кесенең үҙ урынын белергә тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ғәҙәттә, өлкәндәр йыйылған табында балалар булмай. Ошо рәүешле иерархик ойошҡанлыҡ халыҡтың күптән килгән йәшәү рәүешен сағылдыра, бындай тәртиптең үҙ дәлиле бар. Шул уҡ ваҡытта ата-бабаларҙың оло менән кесенең бергә булыуын талап иткән саралары барлығын да әйтергә кәрәк. Уларҙы һанап сығыуҙы маҡсат итеп ҡуймаһам да, береһен генә атап үтәм, ул — сәсәндәр бәйгеһе. Ысынлап та, хәтер һәм рухи хазина тураһында һүҙ барғанда йәш айырмаһы юҡ. Тарих халыҡты бер бөтөн итә. Сәсәнлектә көс һынашыу кеүек матур йола беҙҙә әле лә юҡҡа сыҡмаған. Миңә мәктәп балаларынан алып хаҡлы ялға сыҡҡандарға тиклем ихлас ҡатнашҡан сәсәндәрҙең Аҡмулла көнөнә арналған республика бәйгеһен күрергә насип булды. Эйе, төрлө быуын вәкилдәренең халҡыбыҙҙың күңел байлығы менән уртаҡлашыуы, үҙҙәренең дә ижад емештәрен тәҡдим итеүе матур тәьҫорат ҡалдырҙы. Бына шундай фиҙаҡәрҙәр арҡаһында рухи ҡомартҡыларыбыҙ беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Тимәк, улар әле лә яҙма килеш кенә түгел, ә телдә лә һаҡланасаҡ. Сәсәндәр бәйгеһендә мосолман динен ҡабул иткән Виталий исемле урыҫ егетенең ҡатнашыуы, башҡортса сығыш яһауы, беҙҙең фольклорға булған мөнәсәбәте һәм һөйөүе һоҡландырҙы. Башҡа милләт вәкилдәренең ерле халыҡтың рухи ҡаҙанышын үҙ итеүе, уны таратыуы беҙ аңлаған, күҙ алдына килтергән дуҫлыҡ төшөнсәһенә тулыһынса тап килә. Дуҫлыҡ бит йөрәк эше. Башҡорт халҡы күп төркиҙәр менән сағыштырғыһыҙ бай фольклорға эйә. Был йәһәттән беҙ ауыҙ тултырып һәм ғорурланып әйтә алабыҙ. Эйе, беҙ бай халыҡ! Һуңғы йылдар ҡаҙанышы — мәшһүр “Урал батыр” эпосы күп телдәргә тәржемә ителә. Ә донъяның был мәшһүр ҡомартҡыны үҙе өсөн асаһы көндәре алда әле. Рухи мираҫтан тыш та башҡорт халҡы хәҙер сит илдәр менән төрлө йүнәлештә хеҙмәттәшлеген үҫтерә.
Әлбиттә, үҙгәртеп ҡороу осоро тип аталған арауыҡта ҙур рухи күтәренкелек булып алғайны. Шаулап аҡҡан йылға ҡайҙалыр быуылһа, тынып ҡала. Уның сафлығы, көсө — хәрәкәтендә. Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ, демократик үҫешкә ҡамасаулаған объектив һәм субъектив күренештәр ошондай башланғыстарҙы юҡҡа сығармаһын ине. Заманды тыныс тип әйтә алмайбыҙ, Рәсәйҙә лә фашистик лозунгтар менән сығыш яһаусылар бар. Мәҫәлән, ЛДПР етәкселәренең “За русских!” тип яр һалыуы, әлбиттә, һағайтмай ҡалмай. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ҡаршылыҡлы, бәхәсле, дөйөм кешелек именлегенә хәүеф һалған фекерҙәр алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе ғифләт йоҡоһонан уятырға, тыныс тормош хаҡына эшләргә, шул йүнәлештә һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәренә этәргес тә булыуы ихтимал.
Дуҫлыҡ төшөнсәһенә киңерәк планда ҡарарға тейешбеҙ. Бөгөн донъяға нимә бирә алабыҙ? Кешелек үҙ ҡаҙаныштары менән генә алға бара. Беҙгә заманыбыҙға ысынлап замандаш булып йәшәргә яҙһын.
Минең Азербайжанда Гөллү исемле дуҫым бар. Унан яңыраҡ ҡына хат алдым. “Беҙ ике туғандаш халыҡ республикалары өсөн нимә эшләй алабыҙ? Үҙ ғүмеремдә бөтөн төрки республикаларында булдым. Себерҙән Балҡанға тиклем сәйәхәт иттем. Материалдарым бик күп, хәҙер китап әҙерләйем”, — тип яҙа ул.
Эшләргә, алға ҡарап йәшәргә саҡырған был кеше тураһында ауыҙ тултырып ул минең генә түгел, ә халҡымдың дуҫы тип әйтә алам. Дуҫлыҡтың маҡсаты шулай булырға тейеш. Татыулыҡ, берҙәмлек хисе ҡайҙандыр юғарынан, ниндәйҙер рәсми ойошманан төшөрөлгән ҡарар йәки күрһәтмә буйынса ғына хасил булмай. Ул шулай уҡ ике яҡтың да яуаплылығы менән бәйле.
Һәр хәлдә үҙебеҙҙең изге маҡсатты ил кимәлендә ишеттерер өсөн ныҡышмалыраҡ һәм тәүәккәллерәк эшләргә кәрәктер.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780