Бөгөнгө асыҡ дәрестә уҡытыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп. Бында мин башҡорт теле уҡытыусыларын күҙ уңында тотам. Билдәле булыуынса, улар мәктәптә төп урынды биләне һәм шулай ҡаласаҡ та. Белем биреү йорттарында балаға милли үҙаң, рух сифаттарын бары тик улар ғына бирә ала. Уҡыусыны ысын шәхес итеп тәрбиәләүҙә, үҫтереүҙә бары тик улар ғына үҙ өлөшөн, үҙ көсөн һалалыр.
Мәктәптәге барлыҡ мәҙәни сараларҙа, кластан тыш эштәрҙә, гәзит сығарыуҙа, түңәрәктәр эшен йәнләндереүҙә, хатта ата-әсәләр йыйылышын үткәреүҙә лә башҡорт теле уҡытыусыһы йүгергеләп йөрөй. Ә бит былар өсөн, баҙар заманы булһа ла, бер тин дә эш хаҡы түләнмәй. Тимәк, улар — мәктәптең йөҙө, намыҫы. Мәктәп хакимиәте башҡорт теле уҡытыусыларының эшмәкәрлегенә күңел күҙе менән ҡарамай. Ә мәғариф идаралыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
Бер районда башҡорт теле уҡытыусыларының семинарын үткәрәм. Шул саҡта һорай ҡуйҙым:
— Арағыҙҙа нисә уҡытыусы “Мәғариф алдынғыһы” тигән билдә менән бүләкләнгән? Шулар ҡулдарын күтәрә, — тинем. Ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Бер ҡул да күтәрелмәне. Мин район мәғариф идаралығы етәксеһенә ҡарап ҡуйҙым. Ул да бик уңайһыҙланды. Аптырағас, аҡланып маташҡан булды:
— Ундайҙар беҙҙең районда бар ине. Хатта Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөткәндәр ҙә булды. Хәҙер улар пенсияға сығып бөттө шул.
Уның аҡланыуы мине ғәрләндерҙе.
— Башҡорт теле уҡытыусыларына булған кире мөнәсәбәт — башҡорт теленә, иленә, халҡына ла шундай уҡ ҡараш ул, — тип әйтеп һалдым.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: ҡайһы бер ҡала һәм район мәғариф идаралығы етәкселәре башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы сәйәсәт алып барған һымаҡ. Был тәңгәлдә Нефтекама ҡалаһы, бәлки, беренсе урында торалыр. Ул Башҡортостан биләмәһендә икәнен онотоп ебәрә кеүек. Әйтәйек, ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теле туған тел сифатында аҙнаһына ни бары бер сәғәт өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта мәктәп етәкселеге класс журналына өс сәғәт итеп яҙырға ҡуша. Бындай кире күренеште мәғариф идаралығы күрмәйме ни? Әлбиттә, күрә.
— Һеҙгә методик ярҙам кәрәкмәйме? — тип бер нисә тапҡыр мәғариф идаралығына инеп сыҡҡаным бар. Минең менән һөйләшеп тә торманылар. Ҡалалағы башҡорт гимназияһы ла проблемалы булыуы менән айырылып тора. Уҡыу йортона балалар һанын тултырыу өсөн төрлө милләткә ҡараған уҡыусылар ҡабул ителә. Бындай күренеш Өфөләге башҡорт гимназияларында ла күҙәтелә. Ҡулайлаштырыу сәйәсәте халыҡ хәтерендә аҙ һанлы милләтте иҙеүсе сәйәсәт булып ҡалыр, моғайын.
Бына шулай туған телдә белем алыуға булған хоҡуғыбыҙҙан мәхрүм итәләр. Хәҙер килеп, туған телебеҙҙе предмет рәүешендә өйрәнеүҙе лә ҡыҫалар. Башҡорт телен өйрәнеү Башҡортостандың үҙендә, Салауат Юлаев илендә бик ауырлыҡ менән барғас, сит өлкәләге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә “Балағыҙҙы мәктәптә әсә теленә өйрәтегеҙ” тип өгөтләй алабыҙмы? Улар: “Тәүҙә үҙ республикағыҙҙа тәртип урынлаштырығыҙ”, — тип әйтәсәктәр. Шунан һуң телеңде тешләргә генә ҡала.
Был яҙмамда тағы ла бер проблема хаҡында әйтеп үтмәксемен. Республикабыҙҙың уҡыу йорттарында төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрелә килә. “Халыҡ-ара”, “Бөтә Рәсәй”, “Төбәк-ара”, “Республика” тип аталғандары бар. Ана шулай буштан-бушҡа ваҡыт әрәм итеү, күпме аҡсаны елгә осороу нимәгә кәрәк икән тип уйланғаным аҙ булманы. Туған телдәрҙе тергеҙеү буйынса күпме конференциялар үтә торҙо. Ҡабул ителгән резолюцияларын уҡыһаң, күңелдәр иреп китерлек. Мәҫәлән, “Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә мәктәп расписаниеһында, уҡыу планында сәғәттәр һанын арттырырға кәрәк”, “Юғары уҡыу йорттарының береһендә башҡорт теле методикаһы кафедраһын асырға кәрәк”, “Башҡорт теле методикаһы буйынса диссертациялар яҡлау советын булдырырға”, “Башҡорт дәүләт университетына Жәлил Кейекбаев исемен биреүҙе юллау кәрәк”, “Университет алдына профессор Жәлил Кейекбаевтың бюсын ҡуйырға” һәм башҡалар. Бындай резолюцияларҙы уҡығандан һуң күңел иреү генә түгел, иреп ағып китеүе лә бар. Ана шулай ҡыуанып, тулҡынланып конференциянан таралған булаһың. Әммә ваҡыт үтеү менән ишетер ҡолаҡҡа сәйер яңғыраған һүҙҙәр тоноҡлана төшә. Халыҡҡа, тормошҡа, йәмғиәткә һис кенә лә файҙаһы булмаған сараларҙан бисара хәлендә ҡалабыҙ түгелме?
Ватан дидактикаһына ҙур өлөш индергән Константин Дмитриевич Ушинский заманында “Туған тел — кешене үҫтереүсе сара” тигән изгеләрҙән-изге рухи мираҫын халыҡҡа аманат итеп ҡалдырған. Уның был концепцияһы бөгөнгө көндә лә үҙенең асылын, мәғәнәһен юғалтмаған. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә туған телендә белем алыу төп шарттарҙың береһелер. Башҡортостандың белем биреү мөхитендә ана шул шарт үтәләме? Бала хәтере, күңеле әсә телендәге рухи хазиналар менән һуғарыламы? Тарих дәрестәрендә уҡыусы үҙ халҡының ҡаһармандары, батырҙары, арҙаҡлы шәхестәре, үҙ иленең, халҡының ирекле булыуын теләп ҡырылмаһа ҡырҡ күтәрелештә башын һалған ата-бабаларын, нәҫел-нәсәбен беләме? Биология дәрестәрендә тыуған төбәгенең биомөхитен күҙаллаймы? Йә булмаһа, географиянан белем алғанда әсә телендәге ер-һыу атамалары, төшөнсәләре менән бала телмәре үҫәме, үҫтереләме? Был һорауҙарға ыңғай яуап булмаясаҡ, сөнки башҡорт интеллигенцияһы (йәғни зыялылары) ғәфләт йоҡоһо менән йоҡлай. Төштәрендә “Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы”, “Күңелле йәшәйбеҙ”, “Ҡоролтайҙар эшләй”, “Күрше өлкәләрҙәге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә һәйбәт йәшәйҙәр икән дә” кеүек шайтан туйҙарын күрәләрҙер. Башҡорт дидактикаһын үҫтергән мәғрифәтселәребеҙ Мифтахетдин Аҡмулла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев “Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ” тигән. Уҡыныҡмы? Белдекме? Уҡымағанбыҙ ҙа, белмәгәнбеҙ ҙә. Уҡыһаҡ, белһәк, үҙ халҡыбыҙҙың рухи үҫешен, үҙ телендә белем алыуға булған хоҡуғын аяҡҡа баҫтырыр инек.
Хоҡуҡ тигәндәй, сағыштырыуға күҙ һалайыҡ әле. Уҡыу планына ярашлы урыҫ милләтенән булған уҡыусы VIII класта аҙнаһына, мәҫәлән, 30 сәғәт үҙенең туған телендә белем ала, ә башҡорт балаһы 3 сәғәт менән шөкөр итә. Ошонан сығып әйтеп ҡара инде милләттәрҙең “тиң” хоҡуҡлылығы тураһында. Заманында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә аҙнаһына алты-ете сәғәт бирелә ине. Меңәр йыллыҡтар төпкөлөндә сағылыш тапҡан тәрән тамырлы, ҙур тарихлы ҡаһарман халыҡтың туған телен ҡыҫа, ҡыҫҡарта килә уны өйрәнеүгә Рәсәйҙең дәүләт стандартына ярашлы төҙөлгән уҡыу планында аҙнаһына өс сәғәт бирелгән.
Балаларҙың конституцион хоҡуғын яҡлап берәй уҡытыусы, мәктәп етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, мәғариф хеҙмәткәре ваҡытлы матбуғат битендә тәнҡитләп сыҡтымы? Бында тәнҡит мәҡәләһе, бәлки, ярҙам да итмәҫтер. Шуға күрә ат еткән ергә ат, хат еткән ергә хат ебәреп, законда ҡаралған хоҡуғың өсөн дау күтәреү зарур. Ана Рәсәй чиновниктары, Башҡортостанда урыҫ телен өйрәнеүҙе бер сәғәткә ҡыҫҡартҡандар тип, тотош донъяға яр һалды. Уларҙан үрнәк алыу ҙа кәрәктер. Әлеге лә баяғы һүҙҙе, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың ҡанатлы һүҙен ҡабатлап әйтәйем: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”
Яҙмышыбыҙға яҙған өс сәғәтте лә мәғәнәле, фәһемле, дәрес мөхитендә бала күңеленә үтерлек итеп үткәрергә бурыслыбыҙ. Был тәңгәлдә Рәсәйҙең мәғариф етәкселәре алға һөргән уҡыу-уҡытыу технологияларын ситкә ҡуйып торайыҡ, сөнки уларҙы ҡулланыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә аҙнаһына бирелгән өс сәғәт аҙ. Ундай яңы технологияларҙың ҡулланылыу рәүешен уҡытыусылар үҙҙәре лә аңлап еткермәгән осраҡтар бар.
Республикабыҙҙың көнбайыш райондарында йөрөгәндә (ниндәй мәктәп икәнен, уҡытыусының исемен яҙып тормайым), бер уҡытыусы: “Проект технологияһын дәресемдә әүҙем ҡулланам”, — тип әйтеп ысҡындырҙы. Ҡалайтаһың, уҡытыусыларҙың да яңылыҡтан артта ҡалмаҫ өсөн тырышып ятҡан көндәре инде. “Нимә һуң ул проект технологияһы?” — тип һорау биргәйнем, йүнле-башлы аңлата алманы. Бының өсөн уҡытыусыны ғәйепләмәйем. Әлбиттә, һәр яңылыҡ, уҡытыусы күңелендә моң булып яңғырамаһа, сүп-сарға әйләнә. Беренсенән, ул ватан дидактикаһында яңы күренеш түгел. ХХ быуаттың 20-се йылдарында уҡ мәктәптәргә индерелә башлағайны. Уны икенсе төрлө теге йәки был фәнде өйрәнеүҙә проекттар методы тип тә йөрөттөләр. Технологияның тәғәйенләнеше, асылы — белем биреүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү. Әммә ул көткән һөҙөмтәне бирмәне, белем биреүҙең эҙмә-эҙлеклелеге, системалылығы юғалды, мәктәп программаһынан артта ҡалыу күҙәтелде. Шуның өсөн дә ул ватан дидактикаһынан төшөп ҡалғайны. Хәҙер килеп, быуатҡа тиң заманалар уҙғас, сит илдәрҙең, евромәғарифтың сүплегенән ҡаҙып, соҡоп сығарҙылар ҙа, белем биреүҙә өр-яңы технология тип, ҡуллана ла башланылар. Маҡсаты үҙгәрешһеҙ тороп ҡалды: мәктәп программаһына ярашлы белемде үҙләштереү түгел, ә уҡыусының үҙ тәжрибәһен, донъя картинаһын күҙаллауын үҫтереү һәм байытыу. Икенсенән, был технологияны ҡулланыу өсөн башҡорт теленән ҡуш (парлы) дәрестәр, сәғәттәр кәрәк. Тел һәм әҙәбиәткә бирелгән аҙналыҡ өс сәғәтте нисек итеп ҡушар сәғәттәргә бүләһең? Шуға ла юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙыу фарыз. Сәйер технологияларҙы ҡулланып, дәрестең һөҙөмтәлелеген төшөрөү, түбәнәйтеү кәрәкмәҫ ине, минеңсә.
Мәктәптәрҙә булғанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуы, ташҡа баҫылған көндәлек хәл-ваҡиғалар менән танышып барыуы менән дә ҡыҙыҡһына ҡуйҙым. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: ҡайһы бер уҡытыусылар гәзит-журналдарҙы бөтөнләй уҡып бармай. Ә бөгөнгө дәресте мәктәп дәреслегендәге мәғлүмәттәр тулыландыра алмай. Ярым-йорто ғына мәғлүмәт менән уҡыусыны шәхес итеп үҫтереп булмай. Замандың дәреслектәрҙән алда йөрөгәнен онотмаһаҡ ине. Быныһын да миҫал менән нығытып ҡуяйыҡ. Баш ҡалабыҙҙың бер гимназияһында дәрес ҡарап ултырам. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормош юлы һәм ижадына арналғайны. Заман мультимедиа саралары ярҙамында экранда һүҙ сәнғәте оҫтаһының портреты пәйҙә булды. Артабан уның тормошо һәм ижады буйынса мәғлүмәттәр сағылдырылды. Уҡытыусы, үҫтереүле анализ принцибына таянып, шағирҙың образлы телмәре, әҫәрҙәренең юғары художестволылығы, тәрән лирикаһы, поэтикаһы, халыҡсанлығы тураһында һөйләне, һүҙлек эше үткәрҙе, уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтерҙе. Дәресте, нәфис фильм ҡараған һымаҡ, тулҡынланып күҙәттем. Уның эшмәкәрлегенә һоҡландым, уҡыусылар менән хеҙмәттәшлегенә ҡыуандым. Уҡытыусының класты арбау һәләтенә буйһоноп, зиһенем бер ни тиклем томаланып торған икән. Нимәнелер күреп еткермәнем булһа кәрәк тип, уйланып ултырғанда хәтерем асылып китте. Баҡтиһәң, шағирҙың наградалары ла тулы түгел, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрлеге лә бөгөнгө көн менән тап килмәй, һуңғы йылдарҙа донъя күргән китаптары тураһында ла ләм-мим, Рауил Бикбаев һаман да... Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләй икән. Былар барыһы ла уҡытыусының дәресен һүрәнәйтеүсе, тоноҡландырыусы дәлилдәр ине. Нисек былай булды һуң әле? Ысынлап та, уйҙарым тынғылыҡ бирмәне. Шул саҡ дәрестән сығырға ҡыңғырау яңғыраны. Тәнәфес ваҡытында парта һайын йөрөп уҡыусыларҙың дәреслектәрен байҡай ҡуйҙым. Уҡыу әсбаптары яңы ғына ташҡа баҫылып сыҡҡандай таҙа, матур ине. Әммә уларҙың барыһы ла 2005 йылда донъя күргән. Бына шулай иҫкергән мәғлүмәттәр менән баланың башын ҡаңғыртабыҙ түгелме? Ваҡытлы матбуғат алдырһа, уҡып барһа, дәреслекте өҫтәмә материал менән байытыр, тулыландырыр ине.
Әле әйтелгәнгә оҡшаш миҫалдар тулып ята. Көнбайыштағы райондарҙың бер мәктәбендә дәрес ҡарайым. Уҡыусыларҙың партаһында урыҫ мәктәптәрендә белем алған башҡорт балалары өсөн сығарылған дәреслектәр ята. Уҡытыусы күренекле шағир һәм прозаик Барый Ноғомановтың шиғырҙарын уҡый, балаларҙан уҡыта. Яҙыусының тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә. Бына шунда инде ишетер ҡолаҡҡа сәйер генә бер мәғлүмәт яңғыраны. Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ: Барый Ноғоманов һаман да “Ағиҙел” журналында эшләп йөрөй икән дә! Ҡайһы заманда булыуымды ла оноттом. Дәрес тамамланғас, тағы ла уҡыусыларҙың алдында ятҡан дәреслектәргә күҙ һалам. Унда “Книгоград”, “Ижевск” тигән һүҙҙәрҙе уҡып, таң ҡалдым. Нисәнсе йылғы дәреслектең күсермәһелер? Аңғарманым. Башҡорт теле кабинеттарында, китапханаларҙа башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарҙы эҙләнем, таба алманым. Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре лә китап кәштәләрендә һирәк ҡунаҡтыр. Уҡытыусының портфолиоһы — уның ижад лабораторияһы. Ана шул мөхит йылдың йылына ярлылана, һайыға барғандай. Уҡыусылар ниндәй китап уҡый икән тип, китапханалағы формулярҙарына ла күҙ һала йөрөйөм. Әммә һөҙөмтәһе ҡыуандырмай. Әгәр уҡытыусы гәзит һүҙенә, журнал телмәренә, яҙыусы әҫәренә битараф икән, уҡыусылары күңелендә лә ғәмһеҙлек хөкөм һөрә. Уҡытыусы уҡып асыла, педагогик оҫталыҡҡа эйә була. Дәреслек сиктәренән ситкә тайпылмай, әҙер белем биреүсе зат уҡытыусы кимәленә күтәрелә алмай. Педагогика, дидактика, психология, методика, тарих, фәлсәфә һәм башҡа фәндәрҙә яҙылған “алтын” һүҙҙәрҙе дәрес һайын уҡыусыларға һөйләп кенә ысын уҡытыусы булып китеүе мөмкин түгелдер ҙә.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.