Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гәзит биттәрендә — дәүер һулышы
(“Башҡортостан”дың 1936 йылғы һандарынан)

Орденлы Сәйетов иптәштең телеграммаһы

ВКП(б) Өлкә комитеты.
Быкин һәм Иҫәнсурин иптәштәргә.
“Мин урожай алдынғыларының 1-се бөтә союз кәңәшмәһендә һөйөклө даһый Иосиф Виссарионович Сталин иптәшкә, 1936-сы йылғы сезонда үҙемдең ЧТЗ тракторында 3 мең гектар ер һөрөргө һүҙ биргәйнем.
Быкин һәм Иҫәнсурин иптәштәр, мин үҙемдең биргән һүҙем үтәлеүе тураһында һеҙгә хәбәр итеү шатлығына ирешеү менән бәхетлемен. Мин 5-се октябргә үҙемдең ярҙамсым Исламов Нурый иптәш менән 3032 гектар ер һөрҙөм. Эштең сыйфаты отлично тип табылды. 3944 килограмм яғыулыҡты экономит иттем. Мин үҙем генә 1079 хеҙмәт көнө эшләнем. Быға 3567 һум аҡса һәм 32 сентнер иген аласаҡмын.
Йәшәһен беҙҙең бөйөк даһийыбыҙ, учителебеҙ, туған атабыҙ Иосиф Виссарионович Сталин!
Ленин орденлы Әбелкәрәм Сәйетов.
9 октябрь.


Киоска ваҡытында асылмай

Өфө пищеторгының Туҡай һәм К. Маркс урамдары мөйөшөндәге 3-сө һанлы киоскаһы күп ваҡыт ябыҡ була. Киоскала эшләүсе киоскыны үҙе теләгән ваҡытта ғына аса. Товар ассортименттары ла аҙ була. К. Маркс урамындағы 4-се магазинда ла потребителдәрҙе йомшаҡ хеҙмәтләндерәләр. Магазиндың аҙыҡ товарҙары бүлеге һатыусыһы Баранович күп ваҡытта складҡа инеп юғала, уны көтә-көтә аптырап бөтәһең. Өфө ҡала эске сауҙа бүлеге был хәлдәргә берәй сара күрә микән?
Ҡунаҡасов.
15 октябрь.


Әле булһа уҡыуҙар башланманы...

Асҡын районы колхоз мәктәбендә беренсе октябрҙән үк уҡыуҙар башланырға тейеш ине. Ләкин ул башланманы. Сөнки мәктәп ваҡытында ремонттан үткәрелмәне һәм уҡыусылар менән комплектовайт ителмәне. Мәктәптең директоры Дилмөхәмәтов эшкә бармаҡ аша ғына ҡараны. Көн-төн буйына эсә. ВКП(б)-ның Асҡын райкомы Дилмөхәмәтовкә партия язаһы ла бирҙе. “Райкомға асыу итеп” ул тағы ла эсергә тотондо.
“Осҡон”.
16 октябрь.


105 йәшлек колхозсы

Байыш ауыл советы Быкин исемендәге колхоздың ағзаһы Фәхретдинов Хәмәтдин бабайға быйыл 105 йәш тулды. Шуға ҡарамаҫтан, ул бик таҙа. Ул үҙ йомошо менән йәйәүләп Бөрө ҡалаһына барып ҡайтып йөрөй. Хәмәтдин бабай яҡшы эшләгәне өсөн үткән йыл колхоз идараһы тарафынан бүләкләнде.
18 октябрь.


Лампа өсөн дә Өфөгә барабыҙ
(Эшсе хаты)

Мотор заводында 15 магазин, 8 ашхана һәм утыҙлап буфет бар. Ләкин тимер-томор нәмәләре һата торған махсус магазин юҡ. Ул ошо көнгә тиклем булдырылмаған. Лампа, шулай уҡ примус, тарелка, табаҡ-һауыт, көрәк һәм балта алыу өсөн дә автобусҡа 4 һум аҡса түләп Өфөгә барырға тура килә. Был уңайһыҙлыҡты бөтөрөүҙә ҡаланың эске сауҙа бүлеге, шулай уҡ сауҙа ойошмалары ла сара күрмәйҙәр.
Х. Фәхри.
24 октябрь.


Иғлан

Башҡымыҙпром йылҡы әҙерләү пункттарына, колхоздарға, совхоздарға, дәүләт учреждениеләре һәм хеҙмәтсән яңғыҙаҡтарға, үҙенең бер йәштән алып өс йәш араһындағы, бөтәһе 150 баш йәш йылҡы малдары һатыуын белдерә.
Өфө, Зенцов урамы, 16. Башҡымыҙпром.
26 октябрь.


Газета алдырыу алдынғыһы

Муйнаҡ ауыл советы “Хоҙайбирҙин” колхозы ағзаһы Сырлыбаев Хәйерзаман бабай үҙ семьяһындағы ағзаларҙың бөтәһенә лә газета алдыра. Мәҫәлән, ул үҙе бер дана “Башҡортостан”, бер дана “Ударсы” (район газетаһы) һәм уҡыу йәшендәге өс балаһына һәм ҡарсығына һәр береһенә берәр дана газета яҙҙырған. Хәйерзаман бабай газета алдырыуҙа башҡа бөтә колхозсыларҙы үҙе менән тиңләшергә саҡыра.
(Зейәнсура район газетаһы “Ударсы”).
28 октябрь.


Сәғит бабайҙың пенсияһын юллап бирергә кәрәк

Сәғит бабай Сәғитевкә хәҙер 73 йәш тулды. Ул 1911 йылдан алып 1930 йылға тиклем ағас ҡырҡыу һәм ағас әҙерләү эшендә эшләне. 1930 йылдан бирле Йомағужа районы, Әбет ауыл советы, Үргеташ ауылындағы мәктәптә сторож булып тора. Ул 1921 йылдан бирле профсоюз ағзаһы булып иҫәпләнә. Уның семьяһында үҙе кеүек үк ҡарт, эшкә яраҡһыҙ ҡортҡаһынан башҡа бер кем дә юҡ. 1934 йыл беренсе декабрҙә башланғыс һәм урта мәктәптәр профсоюзы Сәғит бабайға пенсия билдәләгәйне. Бына ике йыл ваҡыт үтеп килә инде, ә Сәғит бабайҙың пенсия ала алғаны юҡ әле. Пенсия ауыл советы тарафынан түләнергә тейеш булһа ла, ул бынан баш тартты. Район ойошмалары Сәғит бабайҙың ҡабатлап биргән ғаризаһын тағы ауыл советына ҡайтаралар. Ошолай ойошманан ойошмаға йөрөтә торғас, Сәғит бабайҙың пенсия алырға тейешлеген аныҡлаған танытмаһын юғалттылар. Сәғит бабайҙың пенсияһын юллап алып бирергә кәрәк.
Ә.Х.
29 октябрь.

(Элекке яҙыу стиле һаҡланды).
Фәһимә Мәжитова әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779