Донъяла башҡорт йыры тигән бөйөк мөғжизә бар. Уны быуаттар төпкөлөнән бөгөнгәсә килтереп еткереүсе йырсыларыбыҙ, ҡурайсыларыбыҙ булған. Тап улар халҡыбыҙҙың көй-моңдарының иң аҫыл өлгөләрен һаҡлап, йәш быуынға тапшыра килә. Башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында республикала ижади бәйгеләр үтә. Быйыл 11-се тапҡыр Сибайҙа уҙған “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсы — быға асыҡ миҫал. Унда төрлө райондарҙан, Силәбе өлкәһе һәм Екатеринбург ҡалаһынан барлығы 76 конкурсант ҡатнашты. Бәйгеселәрҙе абруйлы сәнғәт әһелдәре баһаланы.
Был конкурста ҡатнашыусыларға халыҡ йырҙарын микрофонһыҙ һәм музыкаль оҙатыуһыҙ башҡарыу мотлаҡ. Бер нисә көн эсендә генә оҙон көй өйрәнеп, уны
тамашасылар алдына, жюри ҡарамағына сығарып булмай. Шунлыҡтан “Ирәндек моңдары”нда ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле йылдан-йыл үҫә. Быйыл конкурс 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналыуы менән дә әһәмиәтле.
Тәүге тапҡыр йәш конкурсанттар өсөн сағыу һәм бай йөкмәткеле программа тәҡдим ителде: ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейына барҙылар, фильм ҡаранылар һәм урамда ойошторолған балалар дискотекаһында рәхәтләнеп күңел астылар.
Алты йәшкә тиклемге бәйгеселәр араһындағы конкурс “Сулпан” балалар театрында ойошторолдо. Беренсе урынды Баймаҡ районынан Фәрүәз Ҡотоев менән Әбйәлилдән Ғәзиз Юлдашев алды. Икенсе урынға Исмәғил Хәлисов (Әбйәлил), Александра Сверлова (Силәбе өлкәһенең Сосновка районы), Салауат Бәхтиев (Өфө), Илнар Хәлитов (Сибай) лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Гөлдәриә Ҡаһарманова (Сибай), Айбулат Оморҙаҡов (Белорет районы), Гөлсиә Мараҡанова (Сибай) бүлеште.
35 йәшкә тиклемге халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында конкурс ике көн барҙы. Финалға сыҡҡан туғыҙ профессиональ һәм 14 һәүәҫкәр артист жюри хөкөмөнә төрлө халыҡ йырҙарын тәҡдим итте. Араларында һирәк ишетелгәндәре лә яңғыраны. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: профессиональ йырсылар һәм һәүәҫкәрҙәр бер-береһен ҡабатламаны.
Быйыл “Ирәндек моңдары-2012” төбәк-ара йыр бәйгеһе еңеүсеһенә “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ВАЗ-2107 автомобилен әҙерләне. Төп бүләкте
Сибай ҡала филармонияһының йәш йырсыһы Зәлиә Нурлы (Хөббөтдинова) яуланы. Еңеүсегә бүләкте урындағы хакимиәт башлығы Хәлит Сөләймәнов менән “Башҡорт баҡыры” ойошмаһы директоры Сергей Дьяченко тапшырҙы. Сығышы менән Әбйәлил районының Ишҡол ауылы һылыуы еңеү яулауына ифрат шат, тулҡынланыуын йәшерә алманы.
— Конкурсҡа бик ентекле әҙерләндем. Ырымбур тарафында яҙып алынған “Ғәҙелбәк Насир” йырын һайлауым оло уңыш килтерҙе, — ти еңеүсе.
Әйткәндәй, Зәлиә Хөббөтдинова яңыраҡ ҡына автомобилгә идара итеүгә танытма алған, тимәк, “ҡорос ат”ты йүгәнләү уға ҡыйын булмаясаҡ.
Профессиональ башҡарыусылар араһында тәүге өс урынды Өфөнән Рәдиф Зарипов, Салауат Мөхәмәтйәров, Учалынан Гөлсиә Хилажева, Сибайҙан Рәфис Сирусин, Гөлсинә Ҡудашева яуланы.
Һәүәҫкәрҙәр араһында беренсе урын бирелмәне. Икенсе урынға Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура), Зәлиә Бәхтиева (Өфө) лайыҡ булһа, өсөнсө урынды Ирназар Хәсәнов (Сибай), Эльмира Әхтәмова (Бөрйән), Фәһим Тоҡомбәтов (Иглин) бүлеште.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләген — “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын ойошманың башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев Рәдиф Зариповҡа тапшырҙы. Сибай ҡалаһынан Ирназар Хәсәнов, Айназ Рыҫҡужин һәм Зәлиә Хөббөтдинова БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысованан махсус бүләк алып ҡыуанды.
Өс көн буйы барған йыр-моң конкурсына йомғаҡ яһалып, байрам үҙәк майҙанда дауам итте. Сәхнәлә быйылғы еңеүселәр менән бергә төрлө йылдарҙа “Ирәндек моңдары” бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булған йырсылар, шулай уҡ сәнғәт оҫталары сығыш яһаны. Гүйә был көндәрҙә мәғрур Ирәндек күкрәгенән халҡым моңо ағылды ла ағылды.
Фәрзәнә СӘҒИТОВА, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, жюри рәйесе: — “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһенең төп маҡсаты — яңы тауыштар эҙләү, яңы йырҙар табыу, башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалау һәм рухи хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү. Конкурстың тап ошо төбәктә үткәрелеүе юҡҡа түгел, сөнки был яҡта халҡыбыҙҙың иң гүзәл көй-моңдары яҙып алынған, мәшһүр йырҙар ижад ителгән. Йылдан-йыл конкурста яңы табыштарға юлығабыҙ, яңы исемдәр асабыҙ. Бәйгелә еңеүселәр бөгөн ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай, күптәре маҡтаулы исемдәр йөрөтә. Тимәк, ул үҙ маҡсатына тулыһынса өлгәшә, халыҡ йырҙарын киләсәк быуынға еткереүҙә бурысын үтәй тип әйтергә мөмкин. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр балалар араһында ҡатнашҡан ҡыҙ һәм малайҙар бөгөн һәүәҫкәр ҡатнашыусылар, хатта профессиональ йырсы булараҡ һынау тота. Мәҫәлән, Рәфис Сирусин, Зәлиә Бәхтиева, Салауат Мөхәмәтйәров.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, филология фәндәре докторы, профессор, жюри ағзаһы: — Быйылғы бәйгелә һирәк башҡарылған йырҙар менән бер рәттән “Барсынһылыу менән Маянһылыу” эпосынан өҙөк яңғырауына шатланып ултырҙым, сөнки һуңғы йылдарҙа эпос-ҡобайырҙан өҙөк ишетелмәй ине.
Вахит ХЫЗЫРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри ағзаһы:
— Конкурсты ойоштороу юғары кимәлдә булды, әммә бәйгеселәр араһында әҙерлек йомшағыраҡ. Был кәмселек бигерәк тә балаларға, дөрөҫөрәге, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ҡағыла. Баланы конкурс өсөн генә әҙерләмәһендәр, ә һәләтле уҡыусылар менән даими шөғөлләнһендәр тигән теләктәмен.
Фәрит БИКБУЛАТОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри ағзаһы: — Ҡайһы бер ярышта ҡатнашыусылар йырға ижек йә хәреф өҫтәп, “ҡойроҡ” ҡуя — иң хәүефләндергәне шул. Халыҡ йырын сәхнәгә сығып башҡараһың икән, уны тойоп, бөтә күңелең менән йырларға тейешһең, шунһыҙ ул тыңлаусыға барып етмәйәсәк.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.