Был мәктәпкә килгән һайын гел шатлыҡлы тулҡынланыу кисерәм. Ғәмһеҙ бала сағымды хәтерләткәне өсөн генә лә түгел. Һәр осрашыуҙан ниндәйҙер яңылыҡ алам, һәр байрамда, әҙәби-мәҙәни сараларҙа, дәрестәрҙә балалар тағы ла тырышып уҡыһын, тормошта үҙ юлын тапһын өсөн көс һалыныуын күрәм, Йомран-Табын ырыуының үткәне менән төплөрәк танышам һәм бында көслө уҡытыусылар эшләүенә, рухлы балалар тәрбиәләнеүенә инана барам. Уҡыу йылы аҙағында үткәрелгән шәжәрә байрамы шуға тағы бер сағыу миҫал булды. Унда танылған ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың көтөп алынған ҡунаҡ булып ҡатнашыуы тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Сараны башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, ғалим, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев музейы мөдире Ғәзимйән Ибраһимов асты. Ул бөйөк ауылдашының нәҫел ағасы менән ихлас таныштырҙы. Шәхестәргә ифрат бай, көслө тамырлы икән был олон. Әмир Тимерлән, Фәйрүшхан, Гәрәй хан, Туҡтарбей, ауылға тәүге исем биргән Йомран, унан бирерәк килгән Мырҙаш (Мырҙаҡай), батша Петр беренсегә дүрт тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң үҙ ерҙәренә жалованный грамота алып ҡайтҡан Өмөтбай (артабанғы быуындар Өмөтбаев булып китәсәк) менән Сәйет, Үтәғол түрә, Ғәббәс, Ишҡол, Ишмөхәмәт кантон, Мөхәммәтсәлим кеүек башҡорт халҡының данлы тарихын булдырыусыларҙың тере һыны күҙ алдымдан бер-бер артлы үтеп киткәндәй булды.
IХ класс уҡыусыһы Илнур Байбулатов үрҙә телгә алынған Мырҙаҡайҙан һуң тағы бер тармаҡ айырылыуы тураһында һөйләне. Ошо тармаҡтың һигеҙенсе быуынынан Килмөхәмәт тыуһа, уның Ғәндәлиф исемле улынан өсөнсө быуынды арҙаҡлы ҡунаҡ Тимерғәле Килмөхәмәтов дауам итә. Ә Ғиндулла исемле улдан дүртенсе быуын булып Илнур үҙе донъяға килгән.
II класс уҡыусыһы Айгүзәл Вәлиеваның ҡартатаһы Сәйфетдин Исмәғилев ауылдың тәүге уҡытыусыһы булып танылған. Ул, үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында балаларға советса белем биреп, ауылдаштарының күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған. IV кластан Алина Исмәғилева оло ҡартатаһы, генерал М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында иң ҡаты алыштарҙа ҡатнашып, ауыр контузиянан тыуған яғына тауышын юғалтып ҡайтҡан Яҡуп Исламморат улы Садиҡовтың яҙмышын бәйән итте. (Әйткәндәй, ул — Т. Килмөхәмәтовтың “Ташҡында” хикәйәһендәге төп геройҙың прототибы).
Нәҫел тамырҙары менән М. Өмөтбаевҡа барып тоташҡан VI класс уҡыусыһы Эльвина Динисламова йәш сағында гармунсы булып танылған һәм бөгөн дә иҫән-һау ғүмер кисергән ҡартатаһы Нуретдин Динисламов тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Ҡытайҙа хеҙмәт иткәндә ҡартатаһы Тыуған иленә, туғандарына һағыш ҡатыш һөйөү менән һуғарылған шиғырҙар яҙған. Тимерғәле Килмөхәмәтов, 60 йыл буйы һаҡланып килгән ошо ҡуйын дәфтәрен юғары баһаланы, ул музейҙа экспонат булып лайыҡлы урынын табыр, тигән ышаныс белдерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы яугире, осоусы Солтангәрәй Камалов, уның улы техник фәндәр кандидаты осоусы-һынаусы, башҡортлоғон алыҫтарға таратыусы Фән Камалов тигән аҫыл егеттәрҙең ошо ауылдан сығыуы үҙе һөйөнөслө хәл бит. Улар VIII кластан Рифат Мирхәйҙәровҡа тамырҙаш икән.
Әлбиттә, уҡыусылар телмәр һөйләү менән генә сикләнеп ҡалманы. Йомрандарҙың ни өсөн ошо урынға килеп төпләнеүен, 1812 йылғы Ватан һуғышында француздарҙы еңгән башҡорт яугирҙәренең ҡайтыуын, улар араһынан Ибраһим Әбелғазиндың ауылдың таланған ерҙәренә яңынан хужа булыуға Указ алып ҡайтыуын сәхнәләштерҙеләр, шул осорҙа ижад ителгән халыҡ йырҙарын башҡарып һоҡландырҙылар. Ошо урында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Динисламованың күңел биреп башҡарған хеҙмәтен билдәләп китеү урынлы. Ул тарихты, әҙәбиәтте, халыҡ ижадын төплө белә, күп уҡый, ижади эҙләнә, сценарийҙарҙы үҙе төҙөй, балалар күңеленә ватансылыҡ тойғоһон һала белә.
Туғыҙ йыллыҡ Ибраһим мәктәбендә (киләһе уҡыу йылында егерменән ашыу бала уҡырға киләсәк) ойошторолған байрам тураһында тәфсилләп яҙыуымдың сәбәбе лә бар. Һөйкөмлө лә, аҡыллы ла балаларҙың һәр һүҙен йөрәк түренән үткәреп тыңлағанда, башымда мең төрлө уй ҡайнаны. Уларҙың барыһы ла башҡорт телле, ҡарағошло, ҡарағаслы, ҡабырғалы, салауат оранлы Йомран-Табын ырыуына ҡарай. Шуға улар сығыш яһағанда, үҙем дә һиҙмәҫтән: “Был бала кемгә тартҡан икән? Тимерләнгәме, Гәрәй ханғамы, Өмөтбайғамы?” — тигән шаян һорауға ла юлығып ҡуйҙым. Һәр ҡайһыһы тарих күгендә әмир, хан, бей, түрә, кантон йә хәрби булып танылған, үҙҙәренән һуң һиммәтле эҙ ҡалдырған олатайҙарҙың ниндәйҙер бер мәлдә: “Беҙҙе хәтерләүегеҙ өсөн рәхмәт, балалар...” — тигән тауышы ҡолағымда сыңлағандай булды. Ә был балалар — тап уларҙан яралған нур ярсыҡтары, шуға затлы ҡан-гендар күпмелер кимәлдә уларға күсмәйенсә ҡалмағандыр. Бына, мәҫәлән, Рифат шиғырҙарҙы тасуири һөйләй, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, спортты ярата, ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй, өйҙә атаһының иң яҡын ярҙамсыһы. Илнур шаян холоҡло, йор һүҙле, яҡшы уҡый, бейей, спектаклдәрҙә ҡатнаша, ярҙамсыл, дуҫтары күп, нәҫел-нәсәбен ентекле өйрәнеп, шәжәрәне үҙе төҙөгән. Айгүзәл, Алина, Эльвина атаҡлы шәхестәр тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр быуынынандыр тип әйтергә йөрьәт итәм, сөнки яҡшы уҡыйҙар, тәртиплеләр, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, мәктәп тормошон йәмләйҙәр, ти уҡытыусылары.
Мәктәп кимәлендә үтһә лә, шәжәрә байрамы бик мөһим мәсьәләне хәл итеү кәрәклегенә ишараланы. Борон ҙур ырыуҙы тәшкил иткән йомрандар бөгөн ынйы бөртөктәре кеүек Башҡортостанға ла, Рәсәй мөйөштәренә лә һибелгән (эҙләп ҡараһаң, сит илдәрҙә йәшәүселәрҙе лә табырға булалыр). Ибраһимдан сыҡҡан кешеләр күп, бик күп бит. Илгә намыҫлы хеҙмәт итеп, орден-миҙалдарға лайыҡ булыусыларҙың туғандарын һанап сығыуы ла еңелдән түгел. Ошо ынйылар йыйылып, күс булып тупланһын, оло ҡор йыйып, туған-тамырҙарын юллап, табышып, һөйләшеп, тағы ла яҡынайһын ине. Бындай осрашыуҙан йәшәйешебеҙгә йәм-ғәм, тормошобоҙға ҡот өҫтәлә бит! Айырыуса быйыл, ибраһимдар “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылған йылда, уларға ырыуҙаштарҙың йылы һүҙе, аңлауы, кәңәше бик урынлы булыр ине.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.