Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир әйтерҙе кем әйтһен

Бәндәгә илһам биргән сығанаҡтар.

Бөгөнгө йәшәү торошо ярайһы ҡатмарлы заманда әҙәбиәт, шиғриәт хаҡында һүҙ һөйләүҙең ни хәжәте, тип уйлағандар ҙа табылыр. Әммә заманалар ҡасан еңел булған һуң? Ер өҫтө кеше йәшәрлек итеп үҙләштерелгәндән алып, халыҡтар мәшәҡәттәрҙән, ығы-зығынан, һуғыш-ҡыйралыштан азат көн күргәне юҡ тиерлек. Бер яҙғайным инде был турала: кешелек һуңғы биш мең йыл эсендә йәмғеһе 290 йыл ғына тыныслыҡта йәшәгән. Тарихсылар шулай ти. Ә бит заманалар, быуындар алмашынып тора, милләттәр, халыҡтар ниндәй генә ғазаплы ваҡиғалар кисермәһен, матурлыҡҡа ғашиҡ булыуҙан туҡтағаны юҡ. Дастандар, һынлы сәнғәт ижад итһенме, йыр сығарһынмы, кисерештәрен шиғыр юлдарына һалһынмы – кешелектең күңеле, йән талабы һәр саҡ ижадҡа тартыла. Күрәһең, донъяға ижади ҡараш – бәндәгә йәшәү өсөн илһам биргән сығанаҡтыр. Кеше ашап-эсеү, ергә иңкәйеп ризыҡ-тәғәм етештереү өсөн генә донъяға килгән булһа, йәшәүҙең ниндәй ҡыҙығы булыр ине?

Шағир мөҡәддәс төшөнсәләрҙән азат түгел

Бөгөнгө башҡорт шиғриәте майҙанын башлыса ҡатын-ҡыҙҙар биләп алып бара. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә, һиҙгер күңеленең илаһи моңға, камил гармонияға тартылыуы ғәжәп түгел. Шағирәләрҙең шиғриәте миңә аңлайышлы. Һыҙланыуҙары, һағыш-шатлыҡтары яҡын. Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Ғәлиә Фәйзул­лина, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһар­манова, Гөлнара Хәлфетдиновалар заман башҡорт шиғриәтенең кимәлен тотоп килгән төп көс дәрәжәһенә күтәрелде. Улар артынса килә ятҡан йәштәр араһында ла өмөтлө ижадсылар аҙ түгел. Ә мил­ләтебеҙҙең шиғриәтенә талапты ҙурҙан ҡуймай хәлебеҙ юҡ, сөнки нәҡ һүҙ сәнғәте халҡыбыҙҙың аҡыл һәм художестволы фекер кимәленең күрһәткесе дәрәжәһен үтәй бит.

Ә ир-егет шиғриәтенең офоҡтары һәм иңләр даирәләре ниндәй һуң? Башҡорт шиғриәтенең мәртәбәһен ХХ быуатта ир-егеттәр күтәреп килде. Башҡорт шағир­ҙарының төп кредоһын мин егеттәрсә характерлы булырға тейештер, тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙ образын илаһилаштырыу, милләт әсәһенә хөрмәт һәм ил алдындағы ирҙәрсә яуаплылыҡ – ҡыҫҡа ғына әйткәндә, йәшәүгә нәҡ ошондай мөнәсәбәт шиғыр яратыусыларҙың күңелен биләй һәм матурлыҡҡа һоҡланыу тыуҙыра. Рәми Ғариповтың “Аяғыңды йыуа зәңгәр тулҡын,// нишләп тулҡын түгел ҡул­дарым?// Беҙ ҙә килеп еттек, юл да бөттө,// нишләп оҙон түгел юлдарым?”; Мостай Кәримдең “Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр,// хушлашабыҙ, тағын ҡалаһың.// Һаҡла, яҙмыш, аҙаштыра күрмә// шул күшеккән болан балаһын!”; Рафаэль Сафиндың “Һине, ахыры, Хоҙай// һоҡланһындар өсөн яралтҡан.// Яралтҡан да, ситтән ҡарап тороп, // һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан” тигән шиғриәттең классикаһына әүерелгән аҫыл тойғо-хистәре кемдең генә күңеленә ҡаймаҡ булып яғылманы икән?

Һәр хәлдә, художестволы әҙәбиәтте йәбешеп ятып уҡып үҫкән беҙҙең быуын өсөн бындай хөрмәтле лә, мөхәббәтле лә образлы юлдар торғаны бер эстетик зауыҡ юғарылығында булыуы менән ныҡ һоҡландыра ине. Ир-егеттәр шиғриә­тен­дәге рыцарлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы илһам­ландыра ул. Яҡшыраҡ, матурыраҡ булырға ла саҡырған кеүек. Былары шағирҙарҙың “ля амур” кисерештәре булһа, ир-егет­тәрҙең поэтик ижадында йәнә ил мәр­тәбәһе, ер-һыу, Ватан кеүек төшөнсәләр алдындағы яуаплылыҡ, тик ирҙәргә генә хас һағыш-һыҙланыуҙар ҙа бар ине.

Бер генә шағир ҙа ил-йорт, туған халыҡ яҙмышы, туған тел кеүек мөҡәддәс төшөн­сә­ләрҙән азат булмай. Хатта иң уртаса ижад иткән шағирҙар ҙа бындай темаларҙы урап үтмәй. Әммә ундай етди темаларҙы ла шиғриәтле яҙыу зарур ҙабаһа.

...Һиҙҙе күңелем яуыз мәкер бер саҡ
Ҡара йылан булып сағаһын.
Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...
Бер битендә йондоҙ ҡара яна,
Бер битендә – итек дағаһы.
(Р. Бикбаев,
“Мортазиндың һуңғы һүрәте”).
Мостай Кәрим:
Таң алдынан ғына, көтөү булып,
Аҡ боландар инде төштәремә.
Аҡ күбектәй, аҡ болоттан төшкән
Ҡара ҡарҙар яуа өҫтәренә.
Мин шуларҙы тауға әйҙәп барам,
Тоҡсайымды аҫып иңдәремә.
Ни тип юрарға һуң был төшөмдө?
Нимә булыр икән өндәремдә?

Рауил Бикбаевтағы эскә, төпкә йәше­рел­гән, әммә шиғырҙың ниндәй жанр икәнен аңлаған кеше өсөн ярылып ятҡан “йондоҙ” һәм “даға” образдарын, Мостай Кәримдәге “өҫтөнә ҡара ҡар яуған (михнәткә тарыған) аҡ боландарҙы тауға табан (тимәк, үргә, юғарыға!) ҡыуалауҙы” әйт һин! Ике шағир ҙа милләт яҙмышын тасуирлай бит. Туранан-тура хәбәр менән түгел, образдар, кинәйәләр аша!

Себер ҡыҙырыу мотлаҡ түгел...

...Зәңгәрләнгән саҡта күк көмбәҙе,
Һауалары яҙҙың ниндәй саф!
Һуңғы ҡар өҫтөндә ат өйрәтеп,
Йәшлегеңә генә мен дә сап.

Хисмәтулла Юлдашевтың шиғырынан өҙөк был. Ғөмүмән, шағирҙың “Һуҡмаҡ” тип аталған һуңғы йыйынтығына тупланған шиғырҙары – ирҙәр шиғриәтенең кәттәһе ул. Хисмәтулланың күңеле тынғыһыҙ ҙа, һоҡланыулы ла, һыҙланыулы ла кисе­рештәр солғанышында йәшәй. Ул тор­мошҡа, ғаилә мөнәсәбәттәренә, яратҡан кешеһенә ир-егет булып баға. Хәсрәт кисермәгән шағир булмай шикелле. Улар­ҙың күңел торошо шундай. Беҙ хәсрәтте лә, шатлыҡты ла нескә кисереүсәнбеҙ. Донъяны гел алһыу төҫтә генә күргәндәр ҙә бар. Байрам итеп кенә ғүмер иткеһе килгәндәр ҙә аҙ түгел. Ә асылда, нәҡ ана шул ир аҡылы менән уйлана белеү, шағир булмағандар күреп бөтмәгәндәрҙе күҙәтеү һәләтенә эйә булыу шағирҙың таланты хаҡында һөйләй бит. Шиғриәтте дан яланы тип уйлаусылар хаталана. Шағирлыҡ – күңел һәм зиһендең көсөргәнешле хеҙмәте. Шағирҙың ана шул күңеле менән зиһененән башҡа ҡоралы юҡ. Ул үҙенең эске кисерештәрен эксплуатациялап ғүмер итә, һәммә кеше кеүек арыуҙан туҙа, ваҡыты-ваҡыты менән күңеле арыуҙан төшөнкөлөккә бирелә.

Ошолай тип тә яҙа Хисмәтулла бер шиғырында: “Тыуған ерҙә тарып йөрөгәнсе хәйерселек тигән йәбергә, аяҡ тартмаҫ борон ҡәбергә – сығып китә ирҙәр Себергә...” йәки: “Өҫ тә бөтөн, тамаҡ та туҡ һымаҡ, йәшәп ҡара ләкин хатаһыҙ! Хаталар бит баштан аштылар, үткәндәр бит – әсе үт кеүек. Тамағыңа торған төйөрҙән сәсәмәм дә тимә эт кеүек”.

Хисмәтулла Юлдашевтың уйсан шиғриәтенең образдар системаһы ла үҙенсәлекле, тормошҡа, донъяға ҡарашы ла ирҙәрсә, ҡустыһына ла ағайҙарса һүҙ ҡуша ул: “Киләсәгең алда әле, ҡустым, күрәсәген бергә күрербеҙ”. Шул уҡ ваҡытта, шағирға нескә лирика ла ят түгел:
Үләнгә юҡ баш сөйөрлөк
Остоҡ ысыҡ һыңары.
Һикерәләр сиңерткәләр,
Ерҙән осҡон сығарып.
Сирткәндәй ҡумыҙ ҡылына,
Йәйге көн сыңлап тора.
Һыҙғыра алмай йом(о)ран,
Шул көйҙө тыңлап тора.

Юҡ, мин ир-егет булыр өсөн мотлаҡ Себер ҡыҙырып, серәкәйҙән таланып сы­нығырға кәрәк, тип әйтергә йыйынмайым. Ни бары һәммә кешегә лә мәғлүм социаль етешһеҙлектәрҙе рифмалап сөңкөл­дәү­ҙәр­ҙең шиғыр жанрынан алыҫ булыуы ха­ҡында ғына ишаралайым. Интернет сел­тәрҙәренә шиғырҙар күп ҡуйыла. Уңыш­һыҙ­ҙары күберәк. Һуңғы йылдарҙа Фәнис Сирбаев менән Насип Һаҡмаровтың донъя­ға булған егеттәрсә мөнәсәбәтенән күңелем була. Фәнис Сирбаевтың шиғриә­те ерлекле образдарға таяна, әммә улар бер ҡатлы элегия ла, мыжыҡ һуҡраныу ҙа түгел. Шиғриәттең моңло ла, уйлы ла бу­лыуы зарур. Бигерәк тә ир-ат шиғриә­тенең.

Ил бауыры улар

Был йәһәттән һис һүҙһеҙ Рәйес Түләк­тең фәһемле ижады иҫкә төшә. Шағирҙың һыҙ­ланыуҙары, уй-фекере, осош-ҡыйра­лыштары ирҙәрсә булды. Ул ил, милләт, халҡыбыҙ алдындағы егетлек бурысын тулы­һынса үтәп китте. Лирик шиғырҙары ла, күләмле поэмалары ла образдар, художестволы, кинәйәле ишараларҙан туҡылды.

Табындарҙа беҙҙең урындар ҙа
Түргә күсә бара.
Ил йомоштары ла инде беҙҙең
Иңгә төшә бара, –
тип яҙҙы ул бер шиғырында. Шағирҙың ши­ғриәте кешелекле һәм кеселекле. Ул үт­кәнебеҙ менән киләсәгебеҙ хаҡында уйланды, үҙенең шәхси яҙмышы аша дөйөм кешелек, милләт ҡайғыларын дә йөрәге аша үткәрә белде. Аты булмаһа ла, йүгәне ҡулында ине. Ә ҡулында йүгәне булған ир-егет ат эйәрләргә дәрт итмәй булырмы? Атаһының яҙмышы, тимәк, тотош замана ир­ҙәренең яҙмышы хаҡында ул былай ти:
...Ул, ахыры, йырлап ҡына
Ут өҫтәгән дәртенә.
Ҡуйғыһы килгәндер үҙен
Ҡартатайҙар рәтенә.
Колхоз “эшкә” тип биргәнде
Иҫәпләмәне атҡа.
Шул атҡа һалып апарҙым
Атайҙы зыяратҡа.

Ир-егеттәр шиғриәте бер аҙ һүлпәнәйгән кеүек күренә миңә. Фәнил Бүләков башлыса пейзаж шиғырҙары яҙа. Матур яҙа, талантлы. Ринат Сөләймәнов социаль шеш­тәрҙе һытыу менән булыша. Рәшит Зәйнуллин, донъяуи мәшәҡәттәрҙән сыға алмаймы, өҫтәле тартмаһына һалып баралырмы, шәлкемдәре һирәк күстәнәс. Ғилман Ишкинин иртәрәк китеп барҙы.

Беҙ, үкенескә ҡаршы, ил байлығын ҡу­лына төшөрә алмаған халыҡ. Исмаһам, мил­ләттең рухи мәртәбәһен юғалтмаҫҡа ине бит. Ә уны ил ирҙәренән башҡа нисек күтәрәһең, ти.

“Ил бауыры ысын ирҙәр бит ул, ил на­мыҫы ирҙәр иңендә”, – тип яҙғайным мин бик күптәнге бер шиғырымда. Ошо инаныстарымдан тайпылғаным юҡ әле. Яңылышмайым булһа кәрәк, ошо фекерҙәрем менән уртаҡлашҡанда. Яңылышһам, төҙәтегеҙ, зинһар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 383

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545