Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
БородиноМәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
“Любизар” йырынан.

I
Тотош ере ҡанға батҡан,
Данға батҡан Бородино.
Ҡанға батып, данға батып,
Ер әйләнә, бара донъя.

Әйләнә Ер һаман шулай
Һуғарылып ҡандар менән,
Быуаттар ҙа һүндермәҫлек
Уттар менән, дандар менән.

Илдәр һаман был донъяға
Һыймайынса ҡыр талаша.
Даръя булып аға ҡандар,
Илдәр һаман ҡан ялаша.

Әйтерһең дә, әйләнгән ер
Мәңгелеккә ҡанһыраған.
Гүйә һәр бер яңы быуат
Тик ҡан эсеп дан һораған.

Күпме дәүләт, күпме әрме
Даръя булыр ҡандар түкте.
Юйылмаҫлыҡ булып ҡалыр
Тарихтарҙа дандар күпме!

Был батырлыҡ мәңгелеккә
Бөтә донъя таң ҡалырлыҡ.
Хаттин ашып шашҡандарға
Һабаҡ булыр аң алырлыҡ.

Һаман шулай күп дәүләттең,
Шешеп күҙе-ҡабаҡтары,
Онотмаҫҡа аңы етмәй
Бородино һабаҡтарын.

Оноталар Наполеондың
Нисек артҡа ҡасҡандарын;
Париждың бар ҡапҡаларын
Башҡорт тибеп асҡандарын.

Ҡан эскестең һәр осорҙа
Хәтерҙәре ҡыҫҡа икән.
Вәхшиҙәрҙе ҡан ҡойорға
Ни ғәләмәт ҡыҫтай икән?!

Рәсәй ере иңрәй ҡалһа,
Аяғүрә баҫты Урал.
Эйәрләнде шәп аттары,
Ҡулдарына алып ҡорал.

Башҡорт яугирҙәре барып
Ҡайҙа атын ашатмаған,
Ҡайҙа атын эсермәгән,
Ҡай һуғышта ҡатнашмаған.

Левон, Швед, Азов, Ҡырым...
Тағы күпме яу яланы...
Ҡайһы яуҙа ҡатнашмаһын,
Таң ҡалырлыҡ дан яуланы.

Мәскәүҙе алғас поляктар,
Ҡапыл илдәр ҡымшандылар,
Минин менән Пожарский
Башҡорттарға ышандылар.

Баҫҡынсылар сыҙаманы
Башҡорттарҙың уҡтарына.
Улар тамам өмөт өҙҙө
Туптар, уҡтар туҡтарына.

Ҙур нәфселе был поляктар
Күмәк көстән быуылдылар.
Оло юғалтыуҙар менән
Эҙәрлекләп ҡыуылдылар.

Иҫәбе юҡ һәр һуғышта
Башҡорт һанһыҙ ҡорбан бирҙе.
Батырҙарса һәләк булған
Юғалтты ил күпме ирҙе.

Наполеон да аҡыл алмай
Мәскәү, тиеп, һаташҡайны.
Ваҡытлыса ғына булһын,
Уны алып маташҡайны.

Француздарҙы ҡыуғанда ла —
Башҡорттарҙың батырлығы;
Иҫ китерлек егетлеге,
Булған шаҡтар ҡатырлығы.

Урал батыр васыятын
Һис онотмай башҡорт халҡы.
Ғәзиз ергә ҡул һуҙылһа,
Һәр осорҙа сыға ҡалҡып.

Халыҡ тоғро дуҫлығына,
Халыҡ тоғро анттарына;
Башҡорт халҡы һәр саҡ әҙер
Атланырға аттарына.

II
Француздар илгә баҫып ингәс,
Яңғыраны Рәсәй ораны;
Илде яҡлар, ерҙе һаҡлар өсөн
Бар халыҡты яуға һораны.

Батша әмер бирҙе саҡырырға
Күп һыналған Урал улдарын.
Башҡорт, урыҫ, казак, мишәр,
типтәр —
Һыҙғандылар яуға ҡулдарын.

Башҡорт халҡы ошо саҡырыуға
Полк бирҙе, яҡын утыҙға.
Ата-бабаларым уға тиклем
Күпме һыуҙар кисеп, ут уҙған.

Бар милләтте бурыс берләштергән —
Иркең һаҡлау, илде ҡотҡарыу;
Ҡара яуҙан нисек кенә булһын —
Һаҡлап ҡалыу ерҙең ҡоттарын.

Ағиҙелдән алып Яйыҡҡаса,
Ҡармасандан алып Һаҡмарға
Аттар эйәрләнә, китә яуға
Ир-егеттәр илде һаҡларға.

Әҙерлектең ҡап уртаһы булған
Стәрле һәм Өфө өйәҙе.
Уҡ үткерләп, яуға әҙерләнгән
Һәр ир-егет һәр бер өйҙәге.

Тыуған яғым Ҡырмыҫҡалы ла бит
Оло яуҙан ситтә ҡалмаған;
Беренселәр булып күтәрелгән,
Ҡәлғә ҡалмай улар алмаған.

Ҡарлыман һәм Мөкәй, Төбәк Таҙлар,
Малай, Күлләр, Мырҙа, Үтәгән...
Әле былар бөтәһе лә түгел
Ил алдында бурыс үтәгән.

Үҙе теләп яуға китеүселәр —
Улар тиҫтәләгән, йөҙләгән;
Баҫҡынсыға булған үс-нәфрәтен
Уҡтар, туптар итеп төҙләгән.

Үтәгәндән сыҡҡан батыр егет
Бына Аҡйегетов Абдрахман
Француздарҙың ғазраилы булып,
Яуҙа бар әрмене аптыратҡан.

Легенда ла, әкиәт тә һымаҡ
Уның батырлығы был яуҙа;
Даны сыҡҡан һабантуйҙарҙа ла
Яуға киткәнсе үк былай ҙа.

Был бәһлеүән егет бәйгеләрҙә
Берәүгә лә билен бирмәгән.
Ат сабышта, уҡ атышта алғыр,
Еңмәйенсә инмәй тирмәгә.

Уның менән көрәшергә һис тә
Сыҡмаҫ булған уны белгәндәр.
Белмәгәндәр генә сыҡҡан саҡта,
Унан эстән генә көлгәндәр.

Уҡ-һаҙаҡтар аҫып, суҡмар тотоп,
Егет йыш-йыш сыҡҡан һунарға.
Дүртәр-бишәр көнләп ауҙа йөрөп,
Күк бүреләр һуғып тунарға.

Абдрахманға егерме биш тулғас,
Француз яуы киткәс башланып,
Батша ярҙам һорап ил яҡларға
Башҡорттарға оран ташланы.

Хәбәр-оран Үтәгәнгә еткәс,
Аҡһаҡалдар кәңәш ҡорғандар.
Илгә бәлә килһә, яу сабырға
Башҡорттар гел әҙер торғандар.

Аҡһаҡалдар, иртүк ир-егеттәр
Эйәрләһен атын, тигәндәр.
Һеҙгә башлыҡ Абдрахман булыр,
Беләһегеҙ затын, тигәндәр.

Һуғыш яланында бер саҡ ҡапыл
Абдрахман ҡала ҡамауҙа.
Ҡылыс үтмәй, пуля алмай уны,
Яраланмай, юҡ һис ҡанау ҙа.

Һаҡлап ҡала уны саялығы,
Йылғырлығы, тимер көпөһө.
Француздар аптырашта ҡала,
Гүйә улар урман өкөһө.

Француздарҙы батыр берәм-берәм
Ташлай ҡылыс менән тураҡлап.
Шунан ҡыйыу сығып китә ала,
Ҙур ҡамауҙы йыртып, ҙур атлап.

Дошман һаман тыныслана алмай:
Теләй Абдрахманды тоторға.
Яланда бер тәрән соҡор ҡаҙып,
Уны шунда ҡыуып, оторға.

Батыр ошо мәлдә бик тиҙ аңлай
Француздарҙың хәйлә-мәкерен.
Ә толпары сигенгәс тә белә.
Батырының нимә әйтерен.

Бар хәүефте аңлап, ярһыу толпар
Соҡор аша уҡтай атыла.
Уның артҡы тояҡтары баҫҡан
Соҡор яры ғына ватыла.

Уның бындай тәүәккәллектәре,
Ҡылыҡтары була мең тапҡыр.
Француз әфисәре, генералы
Уның ҡулдарына күп ҡапты.

Оло командирҙар кәрәк саҡта
Уға тел алырға ҡушһалар,
Һис уйланып тормайынса батыр:
— Нисәү кәрәк? — тиеп һуш ала.

Бер саҡ уның егеттәре тотош
Ҡырып һалған француз ротаһын.
Ниндәй яуға керһен, ул бит тойған,
Белгән ул барыбер отаһын.

Бар дуҫтары саф күңелдән әйткән:
“Файҙа юҡ та күпме туҡыһаң,
Һин генерал булыр инең күптән,
Хәрби белем алһаң, уҡыһаң”.

Абдрахман батыр өҫтәүенә
Булған ҡурайсы ла, йырсы ла,
Ҡайһы яуҙа ғына булмаһын, ул
Тыуған ере өсөн борсола:

“Һағындырған илем, төйәккәйем,
Урал ғына тигән тау икән.
Ир баштарын илдән, һай, айырған
Француз да тигән яу икән.

Күгәреп кенә ятҡан Мағаш тауы
Әле генә булһа бар микән?
Үҙем бында ла иҫән-һау ғынамын
Туған-тыумасалар һау микән?..”

Яуҙан еңеп ҡайтышлай уҡ батша
Абдрахманды, имеш, саҡыртҡан.
Барлыҡ батырлығын барлап-барлап,
Уға күп миҙалдар таҡтыртҡан:

“Башҡорттарым, ҙур дан ҡаҙандығыҙ,
Теләгәнегеҙҙе һорағыҙ, —
Тигән батша йомартланып китеп, –
Беҙ үтәргә әҙер торабыҙ”.

“Беҙгә байлыҡ, бүләк кәрәк түгел,
Тик ер генә беҙгә бирегеҙ, —
Тигән башҡорт яугирҙәре уға, —
Яуҙар ҡупһа, иң тәү килербеҙ”.

Батырлығы өсөн Абдрахманға
Ер биргәндәр риза булырлыҡ:
Тиҙ арала йөрөп әйләнгеһеҙ,
Һанһыҙ малдар менән тулырлыҡ.

Архангелдән Ҡыҙылғаға хәтлем,
Ҡырмыҫҡалы яҡлап, арыраҡ
Яҡташтары ергә туйыу менән
Йәшәй башлағандар арыуыраҡ.

Абдрахман Аҡйегетов һаман
Һалдат хеҙмәтен һис ҡуймаған.
Резервта — сотня командиры,
Егетлектәр ҡылып туймаған.

Ҡырмыҫҡалы арҡаһына сығып,
Үтәгәнгә ҡарап ҡысҡырһа,
Ишетелеп торған бөтәһенә,
Хатта ярһыу аты бышҡырһа.

Бөтәһе лә уны ныҡ яратҡан,
Бөтәһе лә уны һанлаған.
Үтәгәндең үткер Аҡйегете
Үҙен яуҙа, эштә данлаған.

Артабан да һәр осорҙа ауыл
Гел тыуҙырып торған батырҙар.
Лайыҡлы һүҙ әле әйтелмәгән,
Әле уға ҡат-ҡат ҡайтырҙар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙан ҡайтҡас,
Оҙон булмай батыр ғүмере.
Әллә ниндәй серле сәбәп менән
Иртә һүнә ғүмер күмере.

Бәлки, көнсөллөктөң зәхмәтелер,
Һәр осорҙа улар табыла.
Яуҙа түгел, тормош ауҙарында
Батырҙарҙың юлы ябыла.

III
Батырҙарҙың юлы ябыла, тим,
Юҡтан ғына түгел был һүҙем.
Ағыуланды күпме батырыбыҙ,
Нимә хаҡында һуң был үҙе.

Батырҙарҙың иң-иңдәре генә
Берәм-берәм сүпләп бөтөлдө.
Оло яуҙа еңеп, ҡайтыр мәлдә,
Халыҡ өмөттәре өтөлдө.

Уйлап ҡарайыҡсы, хәтерләйек
Тик яҙмышын Ҡаһым түрәнең;
Ул бит меңдән бере, унда ла мин
Милләт көнөн асыҡ күрәмен.

Бер ҡатлығы, тоғролоғо менән
Меңдәр хеҙмәт итте батшаға.
Илгә — ирек, халыҡ ирке өсөн,
Һис тә түгел ине башҡаға.

Бик күптәрҙе тура килә бына
Ҙур аҡылы өсөн йәлләйһе.
Күптәр өсөн яуҙар баҫылғас та,
Була батырлыҡтың бәләһе.

Ҡаһым түрә менән булған хәлде
Төшөрәйек тағы хәтергә,
Йөрәк әрнер үкенесле һүҙҙе
Ике быуат аша әйтергә.

...Стәрле өйәҙе Айыусынан булған
Ҡаһым түрә — Ҡасим Мырҙашев.
Легендаға күскән. Бөгөн, гүйә,
Һәр башҡорттоң яҡын ҡорҙашы.

Бала саҡтан ул бәһлеүән булған,
Гүйә көрәш өсөн яралған.
Тәүәккәллек, зирәклеге менән
Тирә-йүнгә даны таралған.

Был баһадир ишектәргә һыймай,
Ҡырынлатып ингән ишектән.
Был исемде бик күп ырыуҙарҙа
Барлыҡ көрәшселәр ишеткән.

Баһадирҙы күп ат күтәрмәгән,
Күтәргән тик Күксәй, Турысай.
Ат яҙмышын алдан белгән һымаҡ,
Команданы биргән урыҫса.

Ул әрмегә алынғас та, өҫтән
Ҙур ышаныс менән ҡарайҙар.
Башҡорт ғәскәр начальнигы булып
Хеҙмәт итә Каруанһарайҙа.

Француздар баҫҡас, оран китә
Алыҫтарға, яҡын-тирәгә.
Башҡорт полктарын етәкләү ҙә
Тапшырыла Ҡаһым түрәгә.

Буранғол, Ҡаһарман, Буранбайҙар,
Айсыуаҡтар, Ҡаһым, Бейештәр
Тарихтарҙа күрелмәгән яуҙа
Еңеп күрһәтергә тейештәр.

Француздар баҫып инеү менән
Ил ғәскәрен ҡаты бөлдөргән.
Әллә күпме ерҙәр яулай-яулай
Мәскәүҙе лә алып өлгөргән.

Ошо ваҡыт башҡорт полктары
Наполеондың көнөн хәл итә.
Ул Мәскәүгә инде уттар төртөп,
Сығып ҡаса торған мәл етә.

Наполеонды Парижғаса ҡыуып,
Арттарынан һис тә ҡалмаҫҡа,
Ул Мәскәүҙе баҫып ала алғас,
Ә Парижды ниңә алмаҫҡа?

Башҡорт атлылары, ғәйрәтләнеп,
Үтә-үтә илдәр, ҡалалар,
Француздар ҡотон алыу ғына түгел,
Парижын да баҫып алалар.

Юлда зирәк башҡорт атлылары,
Инеп бөйөк шағир Гётеға,
Уҡ-һаҙағын бүләк итеп сыға,
Ул мәңгелек тарих бит уға.

Париж янындағы туғайҙарҙа
Йәйләүҙәге һымаҡ яталар.
Француздар инде яуға сыҡмаҫ,
Һабаҡ алды, тиеп, ҡайталар.

Ә Наполеон үҙе булып ҡала,
Һуғышһыҙ көн уны ялҡыта.
Көнсығышҡа тағы өмөт һуҙып,
Ул яңынан башын ҡалҡыта.

Рәсәй башын борсой башҡорттарҙың
Ҡылыстары булыу билендә.
Уҡ-һаҙағын һаман һалмауҙары —
Тыныс ятырҙармы илендә?

Башҡорт яугирҙәре батырлығын
Батша тәхетендә беләләр.
Кемдәренән үтә һаҡ булырға
Һәр саҡ ҡолағына эләләр.

Шуға ҡайтышлай уҡ Владимирҙа
Үлтерелә Ҡаһым ағыулап.
Тыныс тигән тынмаҫ тормошта ла
Ҡабатлана былар тағы ла.

Башҡорттар гел ирек даулағанға
Батшаның гел ҡайнай ҡарыуы.
Төрлө сәбәп табып, Себер һөрә
Ир-егеттең иң-иң арыуын.

Ул батырҙар тере хәтер булып,
Ҡалды легендала, йырҙарҙа.
Был үлемһеҙ исемдәрҙе һаҡлай
Быуын-быуын оҙон йылдар ҙа.

Был йырҙарҙы йөрәк йыры итеп,
Йырлап килә төрлө быуындар.
Иң ҙур сәхнәләрҙә яңғыраһа,
Баҫып тыңлай ҙур-ҙур йыйындар.

Мин бер хәлде иҫкә төшөрмәһәм,
Тулы булмаҫ яҙған һүҙҙәрем.
Беҙҙең шағирҙар ҙа ҡайһы ваҡыт
Йырлап асып ҡуя үҙҙәрен.

“Ҡаһым түрә” йырын оҫта йырлай
Оло шағир Ҡәҙим Аралбай.
Мәжлестәрҙә беҙ өйрәнеп бөттөк —
Ул йырламай халыҡ таралмай.

Бер саҡ шулай немец әҙиптәре
Килгән саҡта, киске табында,
Ҡәҙим дуҫым “Ҡаһым түрә” менән
Барын аптыратты тағын да.

Немец дуҫтар ауыҙ асып торҙо
Йырҙы тыңлап, китеп иҫтәре.
Мостай Кәрим дуҫҡа сәғәт бирҙе,
Рәхмәт уҡып, итеп иҫтәлек.

Немецтарҙың күңелдәре булды,
Ҡәҙим дуҫым булды сәғәтле.
Уның сәғәттәре былай ҙа күп,
Тик быныһы үтә сәбәпле.

Ә икенсе ҙур тарихсы дуҫым —
Рим Янғужин — Ҡаһым туғаны.
Олатаһын ҙурлап һәйкәл асты,
Иң ҙур эш, тип, һәйкәл ҡуйғанын.

Айыусыла тора был стела
Килер быуындарға һөйләргә —
Римдең генә түгел, бар халҡымдың
Мең рәхмәтен Ҡаһым түрәгә.

Лейпцигта, Дрезденда ла бар
Батыр башҡорттарға һәйкәлдәр
Тик Өфөмдә генә һәйкәлдәр юҡ,
Елгә оса халыҡ әйткәндәр.

IV
Әле мин һөйләнем мең батырҙың
Тик икеһе генә хаҡында.
Барлыҡ олатайҙар батырлығы
Йөрәктәргә берҙәй яҡындар.

Улар батырлығы мәңгелеккә
Һис юйылмаҫ тарих битендә.
Уттың уртаһында ҡайнаусылар,
Ҡалмаусылар яуҙың ситендә.

Башҡорт иле өс тиҫтәгә яҡын
Полк биргән ошо һуғышҡа.
Ватансылыҡ, илһөйәрлек менән
Әҙер булып һуңғы һулышҡа.

Өфө, Ырымбур драгун полктары
Һуғыш сыҡҡансы уҡ булғандар.
Француздарҙы иң тәү ҡаршылап та,
Иң дәү батырлыҡтар ҡылғандар.

Күп милләтле ҙур Рәсәйгә әле
Француз, тип, ниңә ҡаныҡҡан,
Салауаттың тоҡомдары үҙен
Тәүге алышта уҡ танытҡан.

Был атлылар Пруссия менән
Һуғышта уҡ данды хаҡ алған.
Бар донъяға таныш полководец
Суворовтан хаҡлы маҡталған.

Ярты Европаны баҫып алған
Наполеондың “бөйөк ғәскәре”.
Белмәй башҡорт һөңгөләре сәнскәс,
Үрә торасағын сәстәре.

Был яуҙа ла башҡорт яугирҙәре
Барып олатайҙар юлынан,
Орден, миҙалдарҙы күпләп ала
Кутузовтың үҙе ҡулынан.

Яуҙа мең мәртәбә күрһәтелә
Сыҙамлығы башҡорт атының.
Аттай сыҙам һыбай яуҙа йөрөй
Йәнтүрәнең батыр ҡатыны.

Бер саҡ ире һис тә көтмәгәндә,
Тороп ҡалған саҡта ҡамауҙа,
Ҡатыны тиҙ казактарға сабып,
Алып килә шундуҡ ярҙамға.

Ир-егеткәй менән ат башы, тип,
Йырланһа ла беҙҙең йырҙарҙа,
Ҡатын-ҡыҙҙар башы аҙ күрәме
Яу барғанда утлы ҡырҙарҙа.

Урыҫ казактары, башҡорт, мишәр,
Типтәр, татар, алыҫ ҡалмыҡтар
Берҙәм сафҡа баҫып хеҙмәт итә,
Оло һуғыштан һуң ҡалып та.

V
Аҫылдарҙан аҫыл тыуа,
Батырҙарҙан батыр тыуа.
Аталары, олатаһы
Юлын уландары ҡыуа.

Борон улын яугир күреп,
Әҙерләгән сабый саҡтан;
Ул мүкәйләп йөрөгәндә,
Ултыртҡандар тотоп атҡа.

Булырҙайын бишегенән
Бары йөпләп, бары маҡтап,
Атлап китер саҡтан алып,
Саптырғандар арғымаҡта.

Ул йәйәнән ата белһен,
Ҡылысты ла ныҡлы тотһон,
Көрәш таһылдарын белеп,
Бил бирмәһен, бәйге отһон.

Йортто, ерҙе, илде һаҡлау
Инһен өсөн ҡандарына,
Ир-егеттең төп бурысын
Һеңдергәндәр аңдарына.

Шуға башҡорт дан яуланы
Ике Ватан һуғышында;
Ер тойғоһо, ил тойғоһо
Хатта һуңғы һулышында.

Һәр быуындың төп бурысы —
Олатайҙар данын аҡлау.
Улар ҡылған батырлыҡты
Хәтерҙәрҙә мәңге һаҡлау.

Юйылмаҫлыҡ дандарыбыҙ,
Бик тәрәндә тамырҙары.
Бөгөн бына йәмғиәт бар —
Аты “Төньяҡ амурҙары”.

Шәйәхмәтов Илдар дуҫҡа
Мин мең рәхмәтлемен бөгөн.
Шул клубты тыуҙырыусы
Иңгә алып барлыҡ йөгөн.

Күрҙем уның тәүге көндән
Йөрөгәнен янып-бешеп.
Башланы ул, дауам итә
Бик-бик изге оло эшен.

Елле егеттәрен туплап
Ауылдың да, ҡаланың да,
Башҡорттарға һәйкәл ҡуйҙы
Бородино яланында.

Күп исемде мәңгелеккә
Таштарға күп уяһы бар;
Әле беҙҙең батырҙарға
Күпме һәйкәл ҡуяһы бар.

Олатайҙар һуғышмаған
Исем өсөн, дандар өсөн.
Мәңге-мәңге беҙ бурыслы
Улар түккән ҡандар өсөн.

Бөгөнгө был яҡты көндәр
Алынған тик яуҙар менән.
Ирек өсөн ҡан-йәш түгеп,
Оло-оло яуҙар менән.

Именлекте һаҡлап була,
Бары яуға әҙер тороп,
Көнө-төнө уяу булып,
Ғәскәреңде дөрөҫ ҡороп.

Белһен ине бөтә ғаләм —
Бөгөн уҡтар икенсерәк.
Бер тоҡанһа тыйып булмаҫ,
Бөгөн уттар икенсерәк.

Кем ҡотороп, шашып китһә,
Үҙ башына булыр бары.
Бородино иҫтә торһон,
Ни әйтергә шунан ары.

Башҡорт тоғро дуҫлығына,
Башҡорт тоғро анттарына.
Башҡорт халҡы һәр саҡ әҙер
Атланырға аттарына.

Ирек Кинйәбулатов
2012 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779