– Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә, беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?
Ҡурҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡарайым. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк дөпөлдәй башланы.
— Ҡайһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.
— Сәлмәндән. — Йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.
— Ҡайҙа китеп барыш? — Ағай төпсөнөүен дауам итте.
— Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.
— Нис-се-ек?! — Ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырауы йөҙөнә сыҡты.
— Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе атай-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та ошо автобусҡа ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә яҡындарыбыҙ көтә. — Ә ниңә, әллә ауылды үтеп киткәнбеҙме?
Шофер ауыр тын алды.
— Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай.
Беҙ бер һүҙ ҙә өндәшмәнек.
— Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп бараһығыҙ!
Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу һиптеләрме ни!
— Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө былай булғас баш, бөттө!
Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулындағы бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән былай булғас!
— Етәр илашырға. Машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Әле сәғәт һигеҙ генә. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зерәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — “йә инде, йә, сыға һалығыҙ” тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.
Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:
— Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға инде беҙгә, Ильяс? Ниңә шым тораһың?! — Миңә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.
— Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит! Һеҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.
— Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.
— Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым, ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы юҡ. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Ә өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.
— Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.
— Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.
— Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.
Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашмайым тигәндәй фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн насар. Әсе ел үҙәккә үтә. Мәктәпкә тип кенә бер ҡат кейгән ыштан эсендә һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.
Әмилә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар был һыуыҡтан нишләргә белмәй. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урында һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле “тимер ат”тар елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.
— Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.
— Әйҙә һуң...
— Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү бөтөнләй өшөп бөттөм. Һин болғағансы, мин ҡулдарымды кеҫәмдә йылытырмын. Шунан — һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә.
— Әмилә, һинең яратҡан һаның нисә?
— Дүрт.
— Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.
— Була күрһен...
Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар биткә бәрә. Ҡоторған әсе ел сикәне үгәй әсәй кеүек семетеп ала. Һыуыҡ тышта. Хәйер, тышта ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе солнап алды.
— Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әмиләнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.
(Дауамы. Башы 106-сы һанда).Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.