Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң мөһиме — халыҡ һүҙе
Иң мөһиме — халыҡ һүҙеНефтекамала гәзит уҡыусылар менән осрашыу ниндәй тәьҫорат ҡалдырҙы?

Нефтекамала башҡорт, урыҫ, татар, мари һәм башҡа милләт вәкилдәре заманса рухи тормош менән йәшәй. Быға ҡала дәүләт филармонияһы, үҙешмәкәр сәнғәт төркөмдәре, башҡорт һәм татар халыҡ театры, мәҙәниәт үҙәгенең әүҙем ижади эшмәкәрлеге лә булышлыҡ итә. Икенсе төп рухи аҙыҡ — матбуғаттан да ситләшмәй төбәк халҡы. Әйтергә кәрәк, күп кеше, йылдан-йыл мәғәнәһеҙ “һары” матбуғаттан арына барып, республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе гәзит-журналдарға яҙылыуҙы хуп күрә. Тиҫтә йыл элек төп баҫма — “Башҡортостан” гәзитен ҡалала ни бары 40 ғаилә генә алдырһа, бөгөн уның иҫәбе “Йома” һаны менән бергә меңдән ашып китте. Ҡалалағы тәүге башҡортса баҫма — “Нефтекама яңылыҡтары” ла (бөгөн — “Кама тулҡындары”) “Башҡортостан” гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ танылыу алды.

Иң мөһиме — халыҡ һүҙеБаҫма яңы дуҫтарын тапты

“Башҡортостан”ды халыҡ араһында таратыуға, уның баһаһын күтәреүгә урындағы абруйлы шәхестәр — Азат Үтәкәев, Зилә Аҙнабаева, Октябрь Вәлитов, Йыһанша Ҡотоев, Рух Ахин, Гөлнур Ғәйнетдинова, Фәнил Шәрипов һәм башҡалар — тос өлөш индерҙе. Һуңғы осорҙа баҫма үҙенең яңы дуҫтарын тапты. Гәзитебеҙгә күпләп һәм тотош коллектив менән яҙылыусылар араһында Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары, Башҡорт дәүләт университеты филиалы студенттары һәм уҡытыусылары,ч Башҡорт гимназияһы бар.
Урындағы етәкселәр — “Башҡортостан”дың тоғро дуҫтары — Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы райондары хакимиәттәре башлыҡтары Илшат Вәзиғәтов, Рәүис Нуретдинов, Рәзиф Ғилмуллин гәзиттең һәр һанын уҡый, уға яҙылыу барышын иғтибар үҙәгендә тота, был йәһәттән һуғыш ветерандары иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ағиҙел ҡалаһында иһә “Башҡортостан” гәзитенә бөтөнләй икенсе ҡараш. Бында инде нисәмә йыл етәкселектең башҡортса баҫмаларға яҙылыуҙы ойоштороу өсөн ҡыл да ҡыбырҙатҡаны юҡ. Уның ҡарауы, Ағиҙелдә “Башҡортостан” гәзитен алға әйҙәүсе шәхестәр бар. Башҡорт гимназияһы директоры Гөлфиә Динисламова — нәҡ шундайҙарҙың береһе. Ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булараҡ та Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы гәзитебеҙҙе таратыуға күп көс һала.

Иң мөһиме — халыҡ һүҙеАлыҫ араларҙы яҡынайтып

“Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Нефтекамала гәзит уҡыусылар менән осрашыу әһәмиәтле ваҡиға булды. Ҡала дәүләт филармонияһында уҙған сарала “Башҡортостан” гәзитенең дуҫтары — Ҡалтасы, Яңауыл, Краснокама райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.
Байрам кисәһен “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Хәлитов асты.
— “Башҡортостан” гәзите республика матбуғаты араһында — иң абруйлыларҙың береһе. Ул Башҡортостан, төбәк, ҡалабыҙ тормошон төрлө яҡлап яҡтыртыуы, етешһеҙлектәрҙе фашлауы менән гәзит һөйөүселәрҙең ихтирамын яулай. Шуға күрә лә “Башҡортостан”ды бөгөн олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡый, — тине Шамил Иң мөһиме — халыҡ һүҙеХәлитов. Ул редакция коллективын гәзиттең 95 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. “Кама тулҡындары” гәзите мөхәррире Розалиә Шәйхинурова, Ҡалтасы районы вәкилдәре лә тәбрикләү һүҙҙәре әйтте.
Гәзит һөйөүсе тамашасылар “Башҡортостан”дың яҡын дуҫы — яҙыусы, билдәле юмор һәм сатира оҫтаһы Марсель Сәлимовтың сығышын дәррәү алҡыштар менән ҡабул итте, уның көлкөлө хикәйәһе байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Ул үҙ сығышын:
“Башҡортостан” — шәп гәзит ул,
Быны һәр кем аңлаһын.
Был гәзиткә бер башҡорт та
Яҙылмайса ҡалмаһын!
Тормошобоҙҙа һәр ваҡыт
Булды ул ныҡлы терәк.
Шуға юбилей алдынан
Уға тик — изге теләк!” —
тигән шиғыр юлдары менән тамамланы.

Иң мөһиме — халыҡ һүҙеЙыр-моң — күңел ҡанаты

Байрам тантанаһы Нефтекама дәүләт филармонияһы сәнғәт оҫталарының сығышы менән үрелеп барҙы. Раил Ғайсиндың ҡурай моңо, Раян Алтыншин, Иршат Ҡарасурин башҡарыуында “Әйтсе, иркәм”, башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға” тамашасылар күңеленә айырыуса хуш килде. Республика баянсылары бәйгеһе лауреаты Марс Ишморатовтың “Заман көйҙәренә теҙмә” тип исемләнгән музыкаль композицияһынан һуң, уны ҡат-ҡат алҡышлап сәхнәгә саҡырҙылар. Киң билдәле “Түңгәүер” бейеү ансамбленең ҡыҙҙар төркөмө башҡарыуында “Юҡҡа гөри” бейеүе һәр кемдең йөрәген елкендергәндер, моғайын. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юнир Ноғоманов менән Гөлнара Сәфәрованың “Елән” шаян бейеүен айырыуса ихлас ҡабул иттеләр. Шулай ҙа иң оҡшағаны Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсуринаның йырҙары булғандыр. Тамашасылар дәррәү алҡышлап, уны сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәне.
Кисәне оҫта алып барған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Нефтекама дәүләт филармонияһының эстрада-әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Зилә АҙнабаеваИң мөһиме — халыҡ һүҙе менән республика йыр бәйгеләре лауреаты Илгиз Миңләхмәтов айырыуса маҡтауға лайыҡ. Әйткәндәй, Илгиз башҡарған “Ләйсән ямғыр яуғанда” йырынан һуң зал ҡул сабыуҙарҙан оҙаҡ тынмай торҙо.
Йорт торошо хужаһына ҡарап билдәле, тиҙәр. Филармония етәксеһе, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Рәйес Исмәғилевтең бай йөкмәткеле кисәне ойоштороуға күп көс һалғаны күренеп тора.
Сара алдынан һәм уның барышында Нефтекама почта һәм “Урал экспресс” бүлексәләре тарафынан тәү сиратта “Башҡортостан” гәзитенә һәм башҡа матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо. Унда почта хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән гәзиттең реклама-подписка бүлегенән Гөлсирә Сәхиева ла әүҙем ҡатнашты. Кисә барышында был көндә “Башҡортостан”ға яҙылыусылар һәм алдан яҙылыусылар араһында лотерея уйыны уҙғарылды. Бүләктәрҙең ниндәйе генә юҡ: сәй сервизы, диван япмалары, затлы ашъяулыҡ һәм башҡалар. Сара хужаларына ла уңыш йылмайҙы — бүләктәрҙең бер нисәһе күмәкләп “Башҡортостан”ға яҙылған филармония артистарына эләкте, хатта уның етәксеһе лә ситтә ҡалманы. Залда Нефтекама ҡалаһы, Яңауыл, Ҡалтасы, Краснокама райондары мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар ҙа күп ине, уларҙың да бер нисәһе бүләк отто.

Иң мөһиме — халыҡ һүҙеБағыусылар, афарин!

“Башҡортостанды иңләй “Башҡортостан” акцияһын бойомға ашырыуға ярҙам иткәндәре, юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн мөхәрририәт ошо ҙур сараның бағыусылары Нефтекама ҡала хакимиәте (хакимиәт башлығы — Илүс Ғарифуллин), мәҙәниәт үҙәге (етәксеһе — Фәйрүзә Динеева), “Ягуар” йәмғиәте (Фәһим Низамов), Иң мөһиме — халыҡ һүҙе“Империал” сауҙа комплексы (Әлфиә Фәрхетдинова) һәм башҡа ойошмаларға ихлас рәхмәтен еткерә. Шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Шамил Хәлитов, Тамара Уляшина, БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры Октябрь Вәлитов, кисәнең сценарийын төҙөүсе Зилә Аҙнабаева, хакимиәттең мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Гүзәл Ишемғоловаға ла мең рәхмәтлебеҙ.
Кисәне йомғаҡлап, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов Нефтекамалағы осрашыу кисәһенән ҡәнәғәт ҡалыуын билдәләне, бағыусыларға Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Марат МОРАТОВ
Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 686

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 066

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 587

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 783

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 612

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 466

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 516

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 424

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 681

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 417

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 581