“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”Яҙыусы Али Карнайҙың тыуыуына – 115 йыл
1987 йыл. Мәктәпкә барыр алдынан әсәйем Дәүләкән ҡалаһына миңә яңы кейем алырға тип алып барҙы. Шатланып, дәртләнеп ҡалала йөрөп ятам, ул мине гелән шулай үҙе менән төрлө сәфәргә алып сыға. Минең өсөн юл йөрөү үҙе бер ҡыуаныс ине. Шул саҡ ҡала баҙары эргәһендә яҙылған йорттағы яҙманы күреп ҡалдым: “Был йортта 1930 йылда башҡорт яҙыусыһы Али Карнай эшләгән һәм ижад иткән”. Бала саҡтан беҙҙең өйҙә китап культы, яҙыусылар рухы менән йәшәнеләр, шуға күрә был яҙыусының тап минең тыуған яғымда эшләп китеүен белгәс, бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, аптырауым әле лә хәтеремдә. Ауылға ҡайтып еткәс, китапханаға барып, теге яҙыусының китаптарын эҙләп таптым һәм уның ысынлап та тыуған яғымда ижад итеүен, йәшәүен белдем. Ә инде йылдар үткәс, 1930 йылда, Дәүләкән районында тракторсы булып эшләп, “Далалағы уттар” повесын уҡыным.
Али Карнай (Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы) тормош ялҡынында ҡайнап, үҙе әүҙем тормош алып барған шәхестәрҙең береһе була. Ул яҙыусылар съезында, ҙур төҙөлөштәргә, ялан-баҫыуҙарға үҙебеҙ сығып эшләп, тормошсан әҫәрҙәр, очерктар ижад итергә тейешбеҙ, тигән ялҡынлы саҡырыуы менән үҙ шәхесенә, ижадына мине лә йәлеп итте. “Далалағы уттар” тигән повесынан тыш, “Ишембай” (1933) очеркы — нефтселәр менән эшләү дәүерендә тыуған кисерештәренән яҙылған әҫәрҙәр. Әҙип үҙенең бер хәтирәһендә, хатта әҫәрҙәренең жанрын әҙәби йәки публицистик жанр тип билдәләргәме икән, тип hорау ҡуя, сөнки уларҙа сағылдырылған хәлдәр, геройҙар – әҙәби алымдар менән әҙәби мөхиткә күсерелгән тормоштағы ваҡиғалар, кешеләр. Бына ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, студент йылдарымда журналистика, публицистика өлкәһендә Али Карнай минең өсөн кумирға әйләнде. Мин уға оҡшарға тырыштым хатта.
Курс эшемдең етәксеhе – хөрмәтле кураторыбыҙ, профессор Миҙхәт Fәйнуллиндың (йәне йәннәттә булһын) кәңәше менән яҙыусының тыуған яҡтарында булып, Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙағы “Али Карнай” мөйөшөн ҡарап, урындағы кешеләрҙең хәтирәләрен тағатып ҡайтҡайным. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияhы сафында Бөйөк Ватан hуғышында ҡатнашҡан әҙип яуҙа саҡта “Ҡыҙыл атлылар” гәзитен нәшер итеүгә күп көс hала, бер нисә имза менән яугирҙәрҙе рухландырырҙай мәҡәләләр баҫтыра. Башҡорт кавалерия дивизияhының иҫән ветерандары аша Мөхәммәт Усманов олатай менән таныштым. Ул яҙыусының hуңғы көндәре хаҡында hөйләне. Мөхәммәт олатай “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең фотографы булған. Осрашыу, аралашыу иҫтәлеге итеп “Фотографии периода Отечественной войны и однополчан” фотоальбомын бүләк итте. Ул альбомдағы фотоларҙы әленән-әле эш барышында ҡулланып торабыҙ.
Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙа әҙиптең ҡыҙы менән улының кескәй саҡта төшкән фотолары ла бар ине. Ана шул рәсемдәр Али Карнайҙың балаларын эҙләү теләген уятты. Был эштә миңә Оло Шаҙы мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы Әнисә Закирова ярҙам итте. “Әҙиптең ҡыҙы йәшләй үлеп ҡалған, тиҙәр, ә улының адресы ошо булыр”, – тип Ялталағы йорто, фатиры адресын яҙып ебәрҙе. Рәхмәт уға. Ана шул рәүешле, башта ситтән тороп булhа ла, яҙыусының улы менән таныштыҡ. Ә инде осрашыу теләге бик ҙур булдымы икән инде, 2016 йылда Сарим Карнай менән Ялтала осрашырға насип итте.
Быларҙы тәфсирләп яҙыуым бушҡа түгел, яңыраҡ Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Али Карнайҙың тыуыуына 112 йыл тулыу уңайынан “Али Карнай – һуғыштағы журналист” тип аталған сара үтте. Үрҙә яҙылған фекерҙәремде осрашыуға килгән 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына ла һөйләнем.
Хәтер кисәһендә А. Карнай исемендәге Мишкә районының Оло Шаҙы мәктәбе директоры ла ҡатнашты. Ул яҙыусының ижади ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне һәм музейға Оло Шаҙы ауылынан яуға киткәндәрҙең исемлеген туплаған очерктар йыйынтығын бүләк итте. Ауылдың Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы методисы Эльвира Шәйҙуллина Мишкә районында Али Карнайҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауҙарын әйтте, был музейҙа ойошторолған сара өсөн рәхмәтен еткерҙе.
Әйткәндәй, Оло Шаҙылағы музейҙа Али Карнайға арналған мөйөш әле лә бар, йылдың-йылы саралар ойошторолоп тора, ә 100 йыллыҡ юбилейы тыуған яғында, республика мәктәптәрендә нисек киң билдәләнгәйне. Теге ваҡыт Ялтаға барғас, Сарим ағайға ошо хаҡта әйткәйнем, ул берсә ҡыуанып, берсә ғәжәпләнеп тыңлағайны. “Мин беҙҙе күптән онотҡандарҙыр тигәйнем”, – тине. Хәйер, бәлки, Сарим ағай үҙе әҙәбиәт белгесе булмағас, атаhының башҡорт әҙәбиәте классиктарының береhе икәнен белеп тә бөтмәйҙер. “Беҙ ҡайтырбыҙ, Али Карнай” тигән әйтемгә әйләнгән hөйләм үҙе генә ни тора! Уны hаубуллашҡанда, хушлашҡанда күптәрҙең шаярыу ҡатыш әйткәнен ишеткәнем бар.
Әйткәндәй, әҙиптең hуңғы hәм күләмле әҫәре, ғүмере өҙөлөү сәбәпле, беренсе китапта ғына туҡталған. Унда Октябрь революцияhы, совет власын урынлаштырыу йылдары hүрәтләнә. Әҙәбиәт белгестәре әҫәр хаҡында: “Ваҡиғалар драматизмы, характерҙар байлығы, хикәйәләү ыҡсымлығы менән айырылып тора”, – тип яҙҙы. Күренекле әҙиптәр, ғалимдар F. Хөсәйенов, С. Агиш, М. Минhажетдинов, Б. Бикбай, Ә. Чаныш, Х. Зиннәтуллина, С. Сафуанов Али Карнайҙың ижадын өйрәнеп, Башҡортостан матбуғатында мәҡәләләр, айырым китаптар баҫтырҙы. Әҙиптең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән пьесаhы ла бар. Яҙыусы — шулай уҡ әҙәби тәнҡит, теоретик мәҡәләләр, урыҫ, сит ил яҙыусылары әҫәрҙәренең башҡорт теленә тәржемәләре авторы.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Али Карнай. Үлеме лә бик серле генә була, был темаға нөктә ҡуйылмаған әле.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәре Алина Дәүләтгәрәева уҡыусыларға Али Карнайҙың яҙмышына бәйле һуғыш ваҡиғаларын һөйләне: ул фронт гәзите хәбәрсеһе булараҡ, яугирҙәрҙең батырлығын һүрәтләп очерктар яҙыуын, Тыуған илгә һөйөү, ватансылыҡ тойғолары менән һуғарылған мәҡәләләр баҫтырыуын әйтте. Бер өҙөк тә уҡыны:
“Әле беҙҙең күҙ алдында дошман тарафынан яндырылған утарҙар, станицалар яна. Һәм беҙҙең йөрәктәрҙә немец януарҙарына нәфрәт уты дөрләй. Беҙ, Данко йөрәгендәге ут һымаҡ, нәфрәт утында янабыҙ!”
Был яҙыусының һуңғы яҙмаларының береһе... 1943 йылдың 16 июнендә Али Карнай яу яланында һәләк була. Әммә уның ижады, башҡорт әҙәбиәтенең ялҡынлы вәкиленең уты, башҡорт халҡы йәшәгәнсә йәшәйәсәк. Али Карнай, әйтерһең, Урал батыр васыятына тоғро ҡалып, “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” тип изгелек ҡылыу менән бергә, ошо ерҙә йәшәү дауам итһен өсөн һәләк булған әҙип.
Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһында барған “100 шәхес” проектында уның хаҡында ла яҡты хәтирәле сюжет әҙерләнде. Эйе, уның кеүек шәхестәр – Башҡорт автономияһы уңайынан булдырылған “100 шәхес” проектының ҡаһармандары.