Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡалдырма, әсәй!
Ҡалдырма, әсәй!“Башҡортостан” гәзитенең 22, 27, 28, 29 март һандарында Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесынан өҙөктәр баҫылғайны. Әҫәрҙе уҡыусылар йылы ҡабул итте, авторға теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән бик күп хат килде редакцияға. Шуларҙың бер нисәһен телгә алып үтәйек. Мәҫәлән, Зәлифә Кашапова бына нимә тип яҙа: “Айгиз, һеҙ бик оҫта хикәйәсе булып сыҡтығыҙ. Ҙур рәхмәт! Мине, оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән педагог булараҡ та, ике ул үҫтереп, өс ейәне булған әсә булараҡ та, етем бала тормошон, уның аһ-зарын сағылдырған был әҫәрең бик тулҡынландырҙы. Киләсәктә етемдәр һаны кәмеһен, тәрбиәселәр, уҡытыусылар уларға ҡарата яғымлы, иғтибарлы булһын ине, тигән теләк уята әҫәрең”.
Венера исемле ҡыҙ йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрҙе теркәгән: “Күп ғаиләләрҙең ысынбарлығы яҙылған. Үҙҙәрен аямай, үҙҙәре тураһында уйламай бар ауырлыҡты тешен ҡыҫып үткәргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп тә инде. Әсәйҙәребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен ваҡытында белергә кәрәк!”
Тағы бер хат юлдары: “Уф-ф-ф!.. Ундай балалар донъяла күпме!.. Йәл! Бик йәл!.. Айгиз, һеҙ бөтә республиканы илатырға мәжбүр иттегеҙ!” — ти Батырхан.
Беҙгә килгән хаттарҙың һәр береһендә тиерлек уның дауамын баҫыуыбыҙҙы һорайҙар.
Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең үтенесен йыҡмай, тетрәткес әҫәрҙең дауамын бирергә булдыҡ.

Ҡалдырма, әсәй!Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.
Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.
— Әлеү-ү...
Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
— Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка оборотта...
Әй, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә түҙ, тигән була. Теште шул өйөрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.
Уф, теге энә өйөрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.
— А-а-а...
— Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.
— Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.
— Ҡарале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңды ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!
— Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?
— Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.
Һуңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәй ҡалдым. Кинәт эҫе булып китте. Тын алышым да ауырайғандай тойолдо. Йөрәгем дөпөлдәй генә. Нисек инде дүрт көндән һуң! Әле ҡасҡан өсөн нимә эшләтерҙәр икән? Тышҡа ла сығармаясаҡтары билдәле. Ә инде ҡалаға йәнә теш табибы тип ауыҙымды ла астырмаҫтар. Йөрө шунан һыҙланып.
— Мин ҡабаттан килә алмайым, хәҙер үк эшләгеҙ ҙә ҡуйығыҙ...
— Ярамай, малай. Ашыҡҡан — ашҡа бешкән бит. Технологияһы шулай. — Табип, инде бөгөнгә хуш тигәндәй, миңә ымланы. Юҡ, эште осона сығармайынса, ҡайтыу юҡ. Бында ҡабаттан килтермәүҙәренә шикләнмәйем. Кабинеттан сығырға ашыҡманым.
— Улайһа, һурып ташлағыҙ... — тип ҡырт киҫтем.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, табип аптырап китте.
— Бәй, ашыҡма. Бына дүрт көндән килһәң, уны яңыртабыҙ. Эшкингән теште нишләп улайтайым әле...
— Һурып ташлағыҙ, зинһар. Бүтән килә алмайым мин...
— Ҡафтау аръяғында йәшәмәйһеңдер? — тине, көлөңкөрәп.
Әллә нисә көн буйына бында килә алмай этләнгәс, ысынлап та, шул яҡта йәшәйемдер, тигән уй йүгерҙе.
— Һурығыҙ, ағай, һурығыҙ, зинһар! — Ирекһеҙҙән күҙҙән йәш тәгәрәне.
Табипты уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым шикелле, тик ҡалайтаһың, бүтәнсә әмәл юҡ. Оҙаҡ уйланып торҙо ла асыуланыбыраҡ ҡараш ташланы.
— Зинһар, ағай...
Табип тәҙрә янына барып баҫты ла тышҡа баҡты. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Мин дә һүҙ ҡушырға баҙнат итмәйем.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул минең эргәмә килде. Шунан өҫтәлдә ятҡан йыһаздарын ҡараштырҙы. Тартманы асып, шприц сығарҙы.
— Һурырға, тәк, һурырға! Ас ауыҙыңды, укол һалам! — тине. Тештең итенә шап иттереп уколын эшләп тә ҡуйҙы.
Биш минут самаһы ваҡыт үткәс, ауыҙым туңдырылғандай булды. Тел дә һиҙелмәй. Әйтерһең, ауыҙ минеке түгел. Күрәһең, ауыртыуҙы баҫыр өсөндөр.
Табип ҡасауға оҡшаған әйберҙе ҡулына алды. Быны күргәс, йөрәк йәнә дөп-дөп тибә башланы.
— Түҙәһең инде. Былай ауыртмаҫҡа тейеш.
Аҙау теш ҙур бит ул. Былай ғына сығарырмын тимә!
— Һиңә әле нисә йәш? — тип ҡыҙыҡһынды табип. Был хаҡта уйланып та өлгөрмәнем, ул ҡасауы менән теште тартып ебәрҙе!
— Әлеү-ү...
Суҡынсыҡ теш! Ҡайһылай ныҡ тора бит. Һурылырға ла уйламай. Аҡ халатлы ағай уфтанып ҡуйҙы. Йәнә тартты, теш шытырҙап китте.
— А-а-а... — Ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Яртыһы сыҡҡан икән, ә икенсе өлөшө ярылып, үҙ урынында ҡалған. Ауыҙҙан ҡан аға башланы. Ҡасау йәнә теге тешкә ынтылды...
— Төкөр ошонда, — тине табип.
Ауыҙ ҡан менән тулған. Исмаһам, төкөрөп тә булмай, ҡан шул хәтлем ҡуйы. Ауыҙҙан оҙон бау шикелле өҙөлмәй аға.
— Ҡулъяулығың да юҡмы әллә? Мә! — Хәстәрлекле табип ап-аҡ марля һуҙҙы.
Рәхмәт билдәһе итеп, бары башымды ғына һелктем. Һөйләшеп булмай ине.
Мине ишек төбөндә Әмилә түҙемһеҙләнеп көткән икән. Тик ул стоматологка инергә ашыҡманы. Поликлиниканан сығыу яғына ымланы.
Ауыҙымдан туҡтауһыҙ сыҡҡан ҡуйы ҡанды һөртә-һөртә автовокзалға табан юл тоттоҡ. Әле Әмилә менән һөйләшә алмайым. Беренсенән, килеп сыҡмай. Ә икенсенән, тышта һыуыҡ, һәм табип урамға әлегә һирәк сығырға ҡушты. Шуға юлдашымдың һәр әйткәненә бары баш һелкеп кенә барам.
— Ильяс, һыҙланыуың бөттөмө?
Эйе, тигәндәй ишара яһаным.
— Ә беләһеңме нимә, — тип дауам итте ул. Ҡарашымды уға төбәнем.
— Минең бит тешем һыҙламаны. Алданым, — тине лә көлөп ебәрҙе. — Һине йәл, Ильяс. Апайың барыбер ҡаланы белмәй. Ә Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны үҙең беләһең. Яҡшы кешеһең бит, өйгә эшемде лә эшләшәһең.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, күңелгә еңел булып китте. Ҡайһылай һәйбәт класташым бар икән! Рәхмәтемдең сиге юҡ Әмиләгә. Күп уйлап тормай, тоттом да ҡосаҡланым уны! Урамда китеп барыусылар был ҡылығыма сәйер ҡарап ҡуйҙы.
“Проездной” буйынса сәғәт дүрткә билет алдыҡ. Әле сәғәт өс. Мәктәптән ниңә һуң килдегеҙ, тип һорарҙар балалар йортонда. Йыр түңәрәгенә ҡалдыҡ, тиербеҙ. Икебеҙҙең дә йырларға яратҡанды беләләр бит. Бының өсөн яу ҡуптарып тормаҫтар әле.
Ҡорһаҡта “бүреләр олой” башланы. Иртәнсәк теш һыҙлағанға күрә, икмәк валсығын да ашамай сыҡҡайным. Ярай, ҡайтып еткәнсе түҙермен. Үлмәҫмен әле. Иң мөһиме — теге тештән ҡотолдом. Әмилә ошо хәйләне уйлап тапмаһа, аҙағын күҙ алдына килтереүе ауыр ине.
Әй, был йоҡо тигән нәмәләре! Ниндәй ғәжәп, илаһи күренеш! Бер нисә көнгә һинән мәхрүм булып йөрөгәс, ҡәҙереңде нығыраҡ белдем. Шул тиклем татлыһың бит. Автовокзалдағы шау-шыуға, ҡаҡ эскәмйәлә ултырыуыма ҡарамаҫтан, йәнә үҙеңә солғап алдың бит. Рәхмәт һиңә...
— Автобус килде, — тип мөғжизәүи донъянан һурып алды Әмилә. — Әйҙә, сығайыҡ. Ултырыу иғлан иттеләр.
Ысынлап та, платформала беҙҙең Сәлмән ауылына барған йәшел автобус тора ине. Халыҡ әллә ни күп түгел. Билетыбыҙҙы тикшереп тороусыға күрһәттек тә артҡы рәттән урын алдыҡ. Шул тиклем йылы ла инде автобуста. Ә тышта көн хөртәйергә итә. Һепертмә буран булмаҡсы.
Бындағы йылылыҡтан Әмилә менән икебеҙ иҙерәп йоҡлап киткәнбеҙ...
(Дауамы көндәлек
һанда баҫыла).

Айгиз Баймөхәмәтов.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Алина
    Алина от 01.06.2012, 20:35
    Кызганыс.нинэ озак сыкмай торзо дауамы?

  2. Залифа
    Залифа от 02.06.2012, 01:18
    Әсәрнен давамын язып шэп эшлэгэнсез, Айгиз! Кызыксынып укыдым. Шул тиклем төгәл язгансыз, үземне теш алу кабинетында утырган кебек хис иттем. Унышлар сезгә! Давамын көтеп калабыз.






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782