Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙаныштар юғары булһа, байрам да күңелле
Ҡаҙаныштар юғары булһа, байрам да күңеллеХалҡыбыҙҙа элек-электән яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һабан байрамы — Һабантуй уҙған. Йоланан ситләшмәй, быйыл да мал ҡышлатыу, сәсеү, баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүҙән һуң, бәрәкәтле Мәләүез ерендә ҙур тантана үтте.

Иртүк һабантуй майҙаны йыр-моң, уйын-көлкөгә күмелде. Етеш тормошҡа ишара — аҙыҡ-түлек, сауҙа рәттәре эшләне, күңел асыу программалары башланды, эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиеларының продукцияларынан күргәҙмә теҙелде, төрлө милләт вәкилдәре тирмәләрендә аш-һыу әҙерләнде, самауыр йыр һуҙҙы. Бил бирмәҫ батырҙар ярыш алдынан быуындарын яҙҙы, үрәпсеп ярһыған аттар старт бирелеүен көттө, район-ҡаланың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөүселәр репетиция уҙғарҙы.
Байрам тантанаһы шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Президенты кәңәшсеһе Николай Курапов, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Николай Крюков, Дамир Мөғинов, Финляндия Милли Парламенты рәсми делегацияһы, күрше район етәкселәре һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар, данлыҡлы яҡташтар килде. Майҙанға йыйылған халыҡ уларҙы алҡыштар менән ҡаршы алды.
Район хакимиәте башлығы Малик Вахитов етәкселегендә ҡунаҡтар сәхнәгә менгәс, Һабантуй-2012 флагын күтәреү йолаһы атҡарылды. Салауат исемендәге кооперативтан машина менән һауыу операторы Елизавета Бикбулатова, «Һуҡайлы» кооперативы механизаторы Илдар Ишәкәев, Мәләүез һөт-консерва комбинаты йәмғиәте аппаратсыһы Алла Ваиткасова, көрәш буйынса донъя чемпионы Альберт Рәхмәтуллин маҡтаулы миссияны башҡарғандан һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы Малик Вахитовҡа бирелде. Ул, байрамға килеүселәрҙе ҡотлап, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә туҡталды:
— Аграрийҙар республикала беренселәрҙән булып яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. «Ашҡаҙар», «Һуҡайлы», Салауат исемендәге кооперативтар, «Трудовик», «Арыҫлан» предприятиелары, «Ергән» МТС-ы, «Дружба» йәмғиәте, «Атлант» крәҫтиән-фермер хужалығы, «Нурлы» агрофирмаһы, игенселек менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар Акшенцев, Матвеев, Ермаков, Роговтар яҙғы сәсеү эштәрен ойошҡан һәм сифатлы атҡарҙы.

Ҡаҙаныштар юғары булһа, байрам да күңеллеЯңыраҡ баҫыуҙарҙы тикшереп сығыу культуралар торошоноң яҡшы икәнлеген күрһәтте, сәсеүлектәрҙә химик эшкәртеү дауам итә. Ҡеүәтле техника һәм заманса технология ҡулланып, мул уңыш алырыбыҙға ышанам. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы йәмғиәтендә проекттың икенсе сираты сафҡа тапшырылыуы район тарихында мөһим күрһәткес. Оҙаҡламай предприятие 30 мең тонна проект ҡеүәтенә сығасаҡ. Был яңы эш урындары, тотороҡло хеҙмәт хаҡы һәм урындағы бюджеттың тулыланыуына килтерә. Йыл башынан бюджет 117 процентҡа үтәлде, сәнәғәт үҫеше индексы — 123 процент, районда 8 миллиард һумдан ашыуға 23 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2011 йыл менән сағыштырғанда тауар әйләнеше — 6,6 миллиард һум. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән быйылғы йыл «Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы» тип иғлан ителде. Торлаҡ төҙөү дауам итә, дәүләт ярҙамына мохтаж ғаиләләргә, ауылда эшләүсе йәш белгестәргә 20 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Төрлө өҫтөнлөклө милли проекттар, республика, федераль программалар тормошҡа ашырыла, демографик үҫеш күҙәтелә. Даими ярҙамы өсөн республика етәкселегенә, шулай уҡ райондың төрлө тармағында намыҫлы эшләүселәргә рәхмәтемде белдерәм, — тине.
Артабан район хакимиәте башлығы яҙғы баҫыу эштәре, малсылыҡ тармағында айырыуса ҙур тырышлыҡ күрһәткән бер төркөм агросәнәғәт тармағы эшсәндәренә, хужалыҡ етәкселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премия тапшырҙы.
Башҡортостан Президенты кәңәшсеһе Николай Курапов республика кимәлендә Мәләүез районы аграрийҙарының өлөшө тос икәнлеген билдәләне. Һөт, ит етештереү, тулайым уңыш алыуҙа мәләүездәр алдынғылыҡты бирмәй.
— Һеҙгә килгән һайын ҡаланың матурлана барыуына шатланам, ул йылдан-йыл күркәмләнә, үҫә. Форсаттан файҙаланып, быйыл Мәләүездә боҙ аренаһы төҙөлә башланыуы тураһында шатлыҡлы хәбәр еткерәм, — тине.
Тантана аҙағында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Александр Баранов ауыл хужалығы тармағындағы ярыш, конкурстарҙа еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Район Советы рәйесе Ришат Әминев район һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса уҙған конкурс һөҙөмтәләрен иғлан итте. Әлбиттә, Нөгөш, Корнеевка, Денис, Воскресен ауыл биләмәләренә тиңләшеүсе булманы, ә ”Өлгөлө тораҡ пункты” номинацияһында Смаҡ, Ергән, Әбет ауылдары билдәләп үтелде.
Артабан байрам парады башланды. Уны игенсенең төп ҡоралы — һуҡа асты, аҙаҡтан һабан алмаштырҙы. Шулай уҡ “Т-54” тракторынан башлап, сит илдә етештерелгән ҡеүәтле заманса техника үтте. Игенселектә һәм малсылыҡта юғары уңыштарға өлгәшкән ”Ергән” МТС-ы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы йәмғиәттәре, Салауат исемендәге кооператив, ”Трудовик”, ”Ашҡаҙар”, “Һуҡайлы”, ”Арыҫлан” предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, район-ҡаланың эшкәртеүсе сәнәғәт предприятиелары, һөнәри белем биреү учреждениелары, спортсыларҙың күргәҙмә сығыштары барлыҡ йыйылыусыларҙың күңеленә хуш килде.

Аттың шәплеге бәйгелә күренә

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө тамамланғас, спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторолдо.
Беренсе булып стартҡа пониҙар теҙелде. Был төр хайуанҡайҙар бәләкәй, әммә бик әүҙем һәм сәмле. 500 метр арауыҡҡа сабышта беренсе булып Кузя ҡушаматлы пониҙа Сергей Сергеев килде, икенсе урынды Нафаняла — Гөлназ Мәхмүтова, өсөнсө урынды Пежола Илүзә Абдрафиҡова яуланы.
Ниһайәт, барыһының да яратҡан тамашаһы— бәйге башланды. Тамашасыларҙың олоһо ла, кесеһе лә уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, көйәрмәндәр ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп, алҡыштарға күмде. Көсөргәнешле ярышта Татарин ҡушаматлы айғырында Альфред Ҡәҙерғолов (“Дружба” йәмғиәте) алға сыҡты. Ласточкала Илфир Фәтхелисламов (“Ашҡаҙар” кооперативы) — икенсе, Консул атында Артем Шепин (“Трудовик” предприятиеһы) өсөнсө булып килде.
Старт һыҙығына саф тоҡомло “сибәркәйҙәр” теҙелде. Һомғол, оҙон тояҡлы арғымаҡтар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Урынында тороп сыҙамаған махсус спорт аттары уҡтай алға атылды. Беренсе урынды Мәләүез элеваторы йәмғиәтенән Айгөл Һиҙиәтуллина яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы “Ҡарлуғас” крәҫтиән (фермер) хужалығынан Альберт Абдуллин менән “Ергән” МТС-ы йәмғиәтенән Владимир Елистратов бүлеште. Юртаҡтар ярышында Мәләүез элеваторы йәмғиәтенән Виктор Секисов еңеүсе тип табылды. “Ашҡаҙар” кооперативынан Исатай Кинжалеев — икенсе, шәкәр заводынан Ҡәҙим Сырсымбаев өсөнсө урынды яуланы.
Бригадирҙар ярышы етеҙлек, оҫталыҡ талабын ҡуя. Ҡатнашыусылар тәүҙә атты егергә, шунан арбаға ултырып уҙышырға тейеш. Быйыл ун бригадир һынау тотто. “Һуҡайлы” кооперативынан Марс Сәғитов иң таһыллы икәнлеген иҫбатланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы “Ергән” МТС-ы йәмиғәтенән Зинур Моратшин менән “Дружба” нан Урал Абдуллин бүлеште.
Ат — башҡорт халҡының изге малы. Элегерәк бер эш тә унһыҙ башҡарылмаған. Бөтә йола, әкиәт, эпостарҙа ат — мөһим персонаж. Борондан һаҡланып килгән “Ҡыҙ ҡыуыу” йолаһы ла ике ғашиҡтың ҡауышыр алдынан атҡа менеп уҙышыуынан ғибәрәт. Быйыл театрлаштырылған тамашаны “Толпар” ат-спорт комплексы спортсылары Венера Хәмитова менән Зиннур Монасипов оҫта башҡарҙы.

Көслөләр, тапҡырҙар, етеҙҙәр ярышты

Ат ярышынан һуң, халыҡ төрлө спорт бәйгеләре, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтарға эркелде.
Көрәш барған урын һәр ваҡыттағыса кешене күберәк ылыҡтырҙы. Бил бирмәҫ, баш эймәҫ егеттәр беҙҙә етерлек. Көс тә, оҫталыҡ та, сәм дә бар уларҙа. Урындар төрлө ауырлыҡ категорияһы буйынса билдәләнде. Балалар араһында 50 килограмға тиклем — Андрей Волков (“Нөгөш” кооперативы), 60 килограмға тиклем — Салауат Асҡаров (“Ергән” МТС-ы йәмғиәте), 60 килограмдан ашыу — Рөстәм Кәшәфетдинов (“Нөгөш” кооперативы) беренсе урынды алды. Өлкәндәр араһында 65 килограмға тиклем — Айрат Рәхмәтуллин (“Трудовик” предприятиеһы), 75 килограмға тиклем — Марат Зарипов (“Ергән” МТС-ы йәмғиәте), 85 килограмға тиклем — Альберт Рәхмәтуллин (“Трудовик” предприятиеһы), 95 килограмға тиклем Илмир Юлмөхәмәтов (Салауат исемендәге кооператив) еңеүсе тип табылды. Һабантуй батыры исеменә абсолют чемпион Альберт Рәхмәтуллин лайыҡ булды һәм төп приз — һарыҡ менән бүләкләнде.
Күптәр баҡанға менергә йөрьәт итте. Бейек, шыма бағананың осона етеүе, ай-һай, еңел түгел. Шулай ҙа Ергән ауылынан Динар Ибәтуллин төп бүләк — әтәсте барыбер эләктерҙе.
Йәш быуындың яратҡан уйыны футболды ҡарарға йыйылған көйәрмәндәр уйынсыларҙы дәртләндереүҙән туҡтаманы. “Современник” балалар һәм үҫмерҙәр клубы командаһы — беренсе, икенсе урынға — 1-се мәктәп, өсөнсө урынға шәкәр заводы футболсылары сыҡты.
Волейбол ярышында ир-егеттәр араһында Партизан ауыл биләмәһе командаһы еңеүсе титулын алды, икенсе урынды Денис ауыл биләмәһе, өсөнсөнө 6-сы лицей командаһы яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Партизан ауылы биләмәһе беренсе булды, 6-сы лицей — икенсе, Воскресен ауыл биләмәһе өсөнсө урынға сыҡты.
Йүгереү буйынса ярышта егеттәр һәм ҡыҙҙар бөтә көсөн һалып тырышты.
Төрлө милли уйындарҙа ла үҙенең оҫталығын һынап ҡарарға теләүселәр табылды. Бәүелеп торған бағанала йөрөү, түбәтәйҙе бәреп төшөрөү, тоҡ кейеп ярышыу, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып йүгереү, көршәк ватыу, “балыҡ тотоу”, көйәнтә менән һыу ташыу һәм башҡа саралар бик йәнле үтте. Унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа берҙәй ихлас ҡатнашты.
Ярышта еңеүселәр иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде, халыҡ та байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.
Әлиә ӘМИРОВА.
Мәләүез районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780