Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

БЕҘҘӘР

Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ:
Була алмайбыҙ башҡа.
Күккә ҡарап рәхмәт әйттек,
Алғыштар яҙҙыҡ ташҡа!

Ҡарғыштар ҡалһын тарихҡа,
Алмайбыҙ уны йөкмәп.
Беҙҙең өсөн иң изгеһе –
Ватан, тел, әсә, икмәк!

Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ:
Тоғролоҡ беҙҙең ҡанда.
Һыналған беҙҙең антыбыҙ,
Быуаттар – беҙҙең һандал.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ:
Ҡанатлы ғәмәлебеҙ.
Һуңғы һулышҡаса балҡыр
Еңеүсе әләмебеҙ.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ:
Күңел ишеге асыҡ.
Йәшәмәйбеҙ йөрәктәге
Ихтилалдарҙы баҫып.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ:
Имандай өмөтөбөҙ!
Оҙаҡламай ил яуларбыҙ –
Ышанығыҙ, көтөгөҙ!

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ:
Яртылаш түгел, бөтөн.
Беҙ йәшәйбеҙ еребеҙҙә
Сөйөп халыҡ өмөтөн.

Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ:
Булғанбыҙ, буласаҡбыҙ!
Уралдың һәр ҡаяһына
Бөркөттәй ҡунасаҡбыҙ!
Ҡәүемебеҙҙе ишәйтеп,
Уралға туласаҡбыҙ!

МИНЕҢ ХАЛҠЫМ

Минең халҡым кемдәргәлер
Ҡаҙна һымаҡ.
Байлыҡтарын уның һанап,
Бәғзеләрҙең нәфселәре
Аҙа һымаҡ.

Минең халҡым кемдәргәлер
Келәт төҫлө.
Шул кемдәрҙең рухиәтте
Урлап ташыу тигән маҡсат,
Ниәт көслө.

Минең халҡым кемдәргәлер
Архив һымаҡ.
Шәжәрәһен йолҡоғандар!..
Илаһ, һаҡла, һәләкәткә
Тарыр һымаҡ.

Минең халҡым кемдәргәлер
Иҫке һымаҡ.
Хасил булып бер тамырҙан,
Тик бер ҡуҙҙан яңырыуы –
Серле йомаҡ.

Минең халҡым кешелеккә
Терәү инде.
Мең хикмәтле асыл, рухы,
Иманы һәм ҡот-ырыҫы
Мөхәббәтле был Йыһанда
Берәү инде!

МИЛЛӘТТӘШЕМ

Күҙем тейә торған ғәҙәтем юҡ,
Тик шулай ҙа баҡһам йөҙөңә,
Мең-мең тапҡыр собханаллаһ тиеп,
Әйтәм, милләттәшем, үҙеңә!

Был тиклем дә һөйкөмлөлөк ҡайҙан?
Һин һөйкөмлө һөйәк Уралда!
Офоҡтарҙы байҡар ҡарашыңдан
Йыр урғылып килә иң алдан.

Тәбиғи был гүзәллеккә бағып,
Үкенескә, тимен, булмаһын!
Боронғоноң бер биҙәге итеп,
Тыуҙырған бит һине Илаһым!

Эске әҙәп сағылышы бит ул –
Йөҙҙәреңә сыҡҡан нур ҡото.
Был тиклем дә ихлас була белгән
Ер йөҙөндә халыҡ һис юҡ та!

Һиңә ҡарап сырамытып була
Тәүге әҙәмдәрен был ерҙең.
Асылыңа ҡеүәттәре күсер
Нисә Әүлиәне һин күрҙең?

Милләттәшем, тере тойғоларың –
Саф иманы Ерҙә кешенең.
Һинең менән бер тамырҙан булып,
Уралымда мин дә йәшәнем!


ҠОМАРТҠЫ

Атаҡлы башҡорт сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа.

Ишетелде бик боронғо бер көй:
Сыға ине ул моң яҙманан.
Рух яҙыуын кем һуң һеңдергән дә
Урал һүҙен беҙгә ялғаған?!.

Ул йөрәккә нисә дәүер һыйған,
Нәби ҡото һыйған рухына!
Ғәләмдәрҙе сайҡар ошо аһәң –
Әҙәп тәғлимәте барыһына!

Аҡбуҙатмы бышҡырғандай итте,
Таралғандай итте ҡан еҫе.
Боронғо бер көршәк төҫлө рухы
Һаҡлай алған йәндә зат төҫөн.

Дәүерҙәрҙе дәүерҙәргә бәйләп,
Пәйғәмбәрҙең һаҡлап ҡеүәтен,
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ тип,
Кеше булһын затығыҙ тип,
Боронғонан килә был әйтеү!

Сәсән сылбырҙары рухын сәскән –
Беҙ терелдек Нәби һүҙенән!
Урал вариҫтары иҫән тиеп,
Йәштәр тамды Йыһан күҙенән!..

ХЫЯЛЫМ

Йәш ҡыҙ менән егет булайыҡ та
Ҡасайыҡсы ошо ҡаланан.
Юҡ, быны мин һинән һорамайым,
Үтенәмен һинән, ялбарам!

Иҫерәйек сәскә еҫтәренән,
Аҙашайыҡ әле урманда.
Ҡотҡарыусым итеп һыйынайым,
Әйтерһең, мин бер ҡыҙ урланған.

Бүләк ит һин ялан сәскәләрен,
Тәбиғилек мине арбаһын.
Юл япрағы менән түгел инде,
Гөлдәр минең ярам ямаһын.

Оноттор һин ҡырыҡмаһа эшем
Өйөлөп тә унда ҡалғанын.
Һөйлә миңә бары икебеҙҙе,
Мин айырам дөрөҫ, ялғанын...

Йондоҙҙарға исем ҡушайыҡсы,
Бар ине бит элек шул йола.
Нисәмә йыл бына йондоҙҙар ҙа
Минең теләктәрһеҙ ҡойола.
Ай күперен һалған йылға аша,
Теге ярға сығып булырҙай.
Тын алышым – торош бер ғүмергә,
Бер миҙгелгә ғүмер һыйырҙай.

Һыбай елеп үтәйексе ҡырҙан,
Елдәр беҙҙе ҡыуып тотмаһын.
Тергеҙәйек әле халҡыбыҙҙың
“Ҡыҙҙар ҡыуыу” тигән йолаһын.

Усаҡ яғайыҡ та яр башында,
Сәй ҡайнаһын әле ҡаҙанда.
Алып ҡас һин мине ҡышын, йәйен,
Алып ҡас һин көҙөн, яҙын да...

Йәйләүҙәрҙә йәшәп алайыҡсы,
Ата-баба ҡорған тирмәһен.
Вариҫтарым ҡырға сыҡмай тиеп,
Улар рухы юҡҡа көймәһен.

Алып ҡас һин мине был ташлыҡтан,
Түҙер әмәлдәрем ҡалманы.
Һин булырһың иң төп сәбәпсеһе,
Һағынып ҡайталмаһам ҡаланы...


КИҪӘНБИКӘГӘ ҺӘЙКӘЛ

Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.

Эйгәндә лә бында башығыҙҙы,
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!

Ҡырағай ҙа урман эсе түгел,
Эҫе түгел ҡояш нурынан.
Киҫәнбикә инәй янған утта,
Гүйә, бөгөн мин дә ҡурылам.

Фажиғәне күргән ил улдары
Ҡәһәрләне микән яҙ айын?
Мин быларҙы йәлләтеүҙән түгел,
Әйтеү итеп һеҙгә яҙайым.

...Таш быуаттар заманы ла түгел,
Бына ғына тора ул дәүер.
Тере тәнгә тере генә утты
Тоҡандыра бер ир әзмәүер.

Ялҡын теле сүрәләрҙе һөйләй,
Ут телдәре ятлай доғалар.
Майҙандағы хатта таш йорттар ҙа
Күҙ йәштәре аша бағалар.

Зарға тулды микән ҡурай моңо?
Ишелдеме икән ташйылға?
Киҫәнбикә инәй ауаздары
Ҡаяларға, гүйә, уйылған.

Тамуҡ киҫәүенә әйләнмәҫ тип
Кем әйтәлер усаҡ яҡҡанды.
Беҙ күрмәнек, әммә Урал ере
Хәтерләйҙер утлы ул таңды.

Ер “аһ” итте микән ул саҡтарҙа?
Һыҡтап ҡуйҙы микән был таштар?
Хәтер тергеҙеүҙәр хәтәр икән:
Ил һыҡрауы түгел ҡарғыштан.

Хәйер һорашҡандай, һорамаған
Кисерегеҙ тиеп йәнемде.
Аллаһ юлдарынан барғандарға
Күктәр үҙе һайлай бизмәнде.

Үтенмәгән, хатта ялбармаған –
Юҡ бер түгел, хатта өс тапҡыр
Тәре гүрҙәренән ҡасып киткән,
Ә юлдары түгел һис таҡыр.

Зирәк зиһендәре менән “Аллаһ!” тиеп
Ҡабул иткән утлы яҙмышты.
Киҫәнбикә инәй инанысы
Милләт һиммәтлеген яҙышты.

Зекер әйтеп елән тәңкәләре
Һибелгәндә көлдәр өҫтөнә,
Катерина түгел исемем тип,
Ышанған ул иман ҡеүәтенә,
Киҫәнбикә атлы көсөнә.

Киҫәнбикә инәй иҫән кеүек,
Илдә тере уның иманы.
Уны ялмап алған ялҡын, гүйә,
Күңелдәрҙе бөгөн ялманы:

Иманым тип берәү йән биргәндә,
Милләтем тип берәү ауғанда,
Фәрештәләр доға ҡыла, беләм,
Нимә ҡыла икән ҡалғандар?

Рухи һәйкәл бит ул иманлыға
Киҫәнбикә инәй ғәмәле.
Ялҡын булып быуаттарға балҡый
Нурлы йөрәгенең әләме.

Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.

Эйгәндә лә бында башығыҙҙы
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!

Һәр бер башҡорт бөгөн шуны белһен,
Һәр бер башҡорт шуны ятлаһын:
Катеринбург түгел был ҡала,
Башҡорт уны
Киҫәнбикә тиеп атаһын!


АЗАТ ИЛ

Шундай бер ил төштәремә инә,
Хыял ойотҡоһо – ҡанымда.
Бына-бына ул көн тыуыр кеүек,
Яҡты таңым ғына атһын да!..

Барыһы ла шуға барған элек,
Һөйәктәрҙән хасил ул дәүләт.
Ҡырғын үткәндә лә ҡәүемемдә
Ул ҡайҙандыр таба көс-ҡеүәт.

Азат дәүләт өсөн яуға сығыр
Тик иманы азат халыҡтар.
Байлыҡ тиеп иҫе китмәҫ уның,
Ә тәбиғәт биргән зауыҡ – бар!

Нисә быуат шул ил тиеп янып,
Ватаным тип яуға сапҡандар.
Ҡулға эйәләшкән зат булдыҡмы
Ялан-ҡырҙа сапҡан тарпандар?!.

Хыял ғына булдың микән тиеп,
Аҙ булдымы эстән һынғандар?
– Һеҙ аҙ һанлы!
– Совет милләте һеҙ!
– Ҙур ағайға кесе туғандар!

О! Милләтем!
Һаман хыял итә,
Изгеләрҙән булғас ниәте.
Ғәйепһеҙгә ҡырылыуҙар, әйтсе,
Нимәгә һуң һине өйрәтте?!.

Бер көн атыр яҡты, нурлы ул таң –
Азат булыр халҡым ҡоллоҡтан.
Эстән янып, ҡабат ҡалҡыр өсөн
Нисә дәүер милләт ут йотҡан!

Ә хыял ул – бер мөҡәддәс тойғо!
Әләм итһә ҡәүем был хисте,
Туплай алыр ата-баба рухын,
Шул милләтте ҙурлар бар көстө!!!

Әй, заманым, килеп етәм тиеп,
Ошо мәлгә күпме атлыҡтың?
Бер тормошҡа ашыр азат был ил,
Хыялында булғас халыҡтың!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 537

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545