1967 йыл, 7 ғинуар.
Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың мәҡәләһен уҡып-уҡып алдым. Лимонов, Мавродиндарҙың китабында ла уға ҙур баһа бирелә.
Ҙур кеше булған. Уның абыҙ булыуы шул замандың уҡымышлы кеше образын тыуҙырыуға мөмкинлек бирә. Кинйә үҙенең тап шул яғы менән абруй ҡаҙанып, Пугачев заманында бөтә халыҡты үҙ артынан эйәртә алған булырға тейеш. Бына ошо яғын кәүҙәләндерергә кәрәк уның.
* * *
1967 йыл, 2 февраль.
Был тарихи тема буйынса ике-өс йыл эсендә байтаҡ ҡына уҡылды. Уҡылғандарҙан сәйер бер нәмә тойола. Бөгөнгө тарихсылар һаман революцияға тиклемге буржуаз тарихсылар йоғонтоһонан сыға алмай. Ваҡыты-ваҡыты менән уларға ҡарағанда ла царизмды йомшағыраҡ фашлайҙар.
Әллә нисек...
Игнатьев, Юматов, Ремезов кеүектәр башҡорттарҙың иҙелеүен асығыраҡ күрһәтә. Ә беҙҙең тарихсылар шуларҙан цитата алып ҡына сикләнә. Шул ҡарашта ҡалалар, үҙ ҡараштарына ни бары шуларҙан ғына нигеҙләү эҙләйҙәр. Йәнәһе, башҡорттар “дикий, наҙан” булған. Ә тормошта икенсе төрлө.
Ә былай ҡарағанда, Салауат бик грамоталы, белемле булған кеүек. “Салават каким-то образом получил хорошее образование” тип яҙылған бит. Ә уның атаһы?.. Кинйә?.. Уларҙың өндәмә хаттары бик төплө бит.
* * *
1967 йыл, 16 февраль.
Ваҡиғалар бик ҡатмарлы. Һәр ҡайһыһын Октябрь күҙлегенән үлсәргә, шунан сығып нигеҙләргә тырышам. Күҙ алдында Октябрь революцияһы.
Нимә бирҙе Октябрь? Халыҡтарға азатлыҡ. Элекке яуҙар ҙа азатлыҡ өсөн бит. Әгәр ҙә Крәҫтиәндәр һуғышы тәжрибәһе булмаһа, улар самодержавиены ҡаҡшатмаһа, Октябрь ҙа еңмәҫ ине. Ә Крәҫтиәндәр һуғышында Салауат, Кинйә роле?.. Уларҙың көрәше лә элекке башҡорт яуҙарының дауамы, шул тәжрибәнән сығып яһалған, элекке хаталарҙы ҡабатламай яңы юл тапҡан эш бит. Башҡорттар Пугачевҡа ҡушылыу юлын ана шул яуҙар аша тапҡан.
Шунан... Октябрь халыҡтар дуҫлығына нигеҙләнде, уны нығытты. Был дуҫлыҡтың тамыры Пугачев – Кинйә дуҫлығында, унан да элекке дәүерҙә ята бит.
Был хәл асыҡ күрһәтелергә тейеш.
* * *
1967 йыл, 14 апрель.
“Абай”ҙы уҡып сыҡтым. Яҡшы китап. Этнография. Шағир образы. Көрәш. Ә беҙгә шундай китаптар кәрәкмәйме ни?
Әллә көс етмәйме? Ҙур полотнолы “ҡалын” китаптар яҙырға ваҡыт та, белем дә күп кәрәк шул. Ә бит беҙҙең халыҡтың тарихында ниндәй шаулы ваҡиғалар бар! Һәр ҡайһыһы роман.
* * *
1967 йыл, 3 сентябрь.
Һай, Злобин! Салауатты бик шаяртҡанһың. Салауат өс йыл буйы Хлопуша менән ҡасып йөрөймө ни? Кинйә уның ауылдашымы? Юҡ бит! Йәштәше лә түгел. Етмәһә, уның денщигы һымаҡ итеп бирелә.
Ә Юлай?! Юлай меҫкен генә, пассив образ. Яуға теләр-теләмәҫ кенә ҡушыла, ти. Төрөк шымсыһы менән осраштыра. Юҡ, былар һис тә Юлайға оҡшамай.
Салауатты Салауат итеп иң беренселәй атаһы тәрбиәләгән бит әле, ул йүнәлеш биргән, яуға ла ул рухландырған.
Злобин уны яҙып бик ҙур эш башҡарҙы, әммә гонаһтары ла күп. Салауатты белеп бөтмәгәндер инде.
* * *
1968 йыл, 4 май.
Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булған Кинйә — дөйөм Рәсәй күләмендәге шәхес.
Шулай булғас, уның үҫеш юлы Башҡортостан эсендә генә бармаҫ. Ул замандарҙағы ҙур тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан кешенең мөхите лә киң булыр, ул шундай шарттарҙа үҫкән, белем алған кеше булырға тейеш. Уға Ҡырым, Бохара яҡтары таныштыр. Яйыҡ, Дон казактарын да белер.
Әгәр ҙә Кинйә образын шундай шәхес образы итеп яҙғанда, ул ана шундай мөхитле кеше булырға тейеш. Шунһыҙ уның абруйы булмаҫ. Шунһыҙ ул киң күләмдә фекер йөрөтөп, Пугачев менән аҙаҡҡаса йөрөргә сығып китмәҫ ине.
* * *
1968 йыл, 30 октябрь.
Минең сюжетта ике төп урын барлыҡҡа килә. Береһе — Кинйәнең тыуған төйәге, икенсеһе — Стәрлетамаҡ. Стәрлетамаҡ — восстаниеның географик үҙәге. Бөтә юлдар шунда киҫешә.
Шунан һуң был минең тыуған ҡалам бит әле...
Шулай итеп, әҫәрҙәге был ике сюжеттың ике төп тамыры, йәки ике бағанаһы булып тора. Ә икенсе китапта Салауат Юлаев төйәге өсөнсө бағана булыр. Ҡалғандары шуларға һөйәлгән ваҡ янтауҙар.
Ә былай, географик урындар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күп. Нишләйем һуң? Эпоха ҙур, ваҡиғалар киң бит.
* * *
1969 йыл, 5 март.
Әҫәрҙе ер һатыу, Твердышевҡа ер биреүҙән башларға итәм. Шулай көйләнәм, сөнки уның хаҡында тәүге тапҡыр иҫкә алынған 1754 йылғы документ — шул купчий ҡағыҙы.
Был документ күп нәмәләр хаҡында һөйләй. Ер һатыу эше 1748 йылда уҡ башлана. Унда ҡатнашҡан кешеләрҙең күбеһе — Кинйәнең туғандары, йәки ырыу эсендәге дошмандары. Ырыу эсендәге тартыш – мөһим нәмә, төп фактор.
Ер һатыу, ерҙәрҙең алыныуы, таланыу — төп асыу, бөтә ҡаршылыҡтың, яуҙарҙың сәбәбе. Шуның өсөн был әҫәрҙең буйынаса һиҙелә-һиҙелә барыр. Әтеү Пугачев ни өсөн һеҙгә ер-һыуҙарҙы, урманды кире ҡайтарып бирәм, ти? Халыҡтың көткәне был, шуға күрә ерҙәрҙең алыныу хәлдәре йыш осрар.
* * *
1969 йыл, 21 март.
Һай, беҙҙең халыҡтың тарихы! Бик бай. Ниндәй генә ваҡиғалар юҡ?! Ләкин береһе хаҡында ла йүнләп яҙылмаған. Тарихты, халыҡтың үткән юлын һанға һуҡмайбыҙ, күрәһең. Ә бит был хаҡта Пушкин нимә ти? “Үткәндәргә илтифат — мәҙәнилекте вәхшәттән айырып тороусы бер сифат ул”, — ти. Шулай булғас, яҙырға кәрәк. Бөтәһен дә беҙгә Степан Злобин кеүектәр яҙып бирмәҫтәр бит.
Башҡа халыҡтар үҙ тарихтары буйынса бик күп әҫәрҙәр тыуҙырҙы. Беҙҙең халыҡ та, революциянан һуң культураһы үҫкәс, үткәне менән ҡыҙыҡһына бит.
* * *
1969 йыл, 4 ноябрь.
А. Толстойҙың “Петр I” тигән әҫәрен уҡыйым. Яҙмай бит башҡорттар хаҡында шайтаның.
Петр Азов походына, Швеция походына бара. Унда башҡорттар ҙа күп ҡайнаша. Вильяминов китабынан күренеүенсә генә лә күпме тарханлыҡ бирелә.
Башҡорт хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Һәр халыҡта яҙыусылар үҙ кешеләре хаҡында яҙа, нишләйһең.
* * *
1970 йыл, 28 май.
Бөгөн тағы Чебоксар ҡалаһына килдем. К. Иванов көнө. Мин бында бынан өс йыл элек, 1967 йылдың апрелендә булғайным. Бикчәнтәев менән бик оҙаҡ Кинйә хаҡында һөйләшеп йөрөгәйнек. Бик матур кәңәштәр бирҙе.
Әле шуларҙы хәтерләйем. Дөрөҫ, ул сағында минең фекерҙәрем бик ярлы ине. Шулай ҙа һөйләп биргәс, Әнүәр Һаҙыевич бик ҡыҙыҡһынғайны. Быйыл мин үҙем генә килдем. Сыуаш яҙыусылары менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлбиттә, мин һүҙҙе тарих яғына ҡайырам. Үҙ тарихтарын яҡшы беләләр. Беҙҙең яҙыусылар һымаҡ түгел.
Миңә “крепость”, “самозванец” һүҙе оҡшаны. Сыуашса “пуляр” (крепость), “суя патша” (самозванец) була икән. Беҙҙеңсә, ниндәй батша һуң? Халыҡ телендә был һүҙ йөрөгән бит, халыҡса йөрөгән. Алдаҡ батша, ялған батша тимәгәндәрҙер.
* * *
1970 йыл, 20 сентябрь.
Сюжет ҡоролоп бөттө. Бөттө тигәндә, оҡшамай башланы. Ер һатыу ваҡиғаһынан (1754) башлағайным, күп нәмә томанлы ҡала, сигенеп яҙыуҙар әллә ни бирмәй.
Берҙән, атаһы кем һуң? Арыҫлан Аҡҡулов икәнен асыҡланым. Аҡҡу — Аҡҡош — икеһе бер икән. Уның хеҙмәте лә кәрәк.
Ә ырыу эсендәге дошмандары – ҡаршылыҡ. Икенсенән, Кинйәнең уҡыу мәсьәләһе. Килмәк, Ҡарғалы мәҙрәсәһенә нығыраҡ туҡталыу кәрәктер. Унан һуң ни, Кинйәнең көндәренә саҡлы яҙғас, бик оҙонға китер бит әле, бер генә китапҡа һыйыр микән? Ә ике китап булһа? Һәй, булһа ни, булһын, мөмкин саҡлы тулыраҡ яҙыу файҙалы булыр.
* * *
1971 йыл, 21 сентябрь.
Кинйәнең өйләнеүен тулыраҡ бирергә булдым. Айымдың яҙмышы бик ауыр булып сыҡты. Үҙе һиҙмәҫтән, иренә ҡаршы, атайҙарының һүҙен тыңлап, уға яманлыҡ эшләтә. Нишләйһең, заманы шундай. Айым ике ут араһында. Ҡатын-ҡыҙҙың кәмһетелеүен, шул замандың ҡоло булыуын, ҡорбаны булыуын күрһәтеү өсөн кәрәк, шулай кәрәк...