Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй.Һөнәрҙәре лә, ҡылыҡ-фиғелдәре лә, донъяға ҡарашы һәм яҙмыштары ла төрлөсә әҙәм балаларының, шуға күрә тормошта йәшәү рәүештәре лә оҡшаш түгел. Берәүҙәр йәштән үк уның өсөн бүтәндәр һалып ҡуйған әҙер һуҡмаҡҡа төшөп ала ла, һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы – кәртәләр һәм упҡындарҙы урап үтеп, рәхәт ғүмер кисерә. Бындай ғүмерҙе мин ниңәлер яҙын соҡорҙан шаулап-гөрләп аҡҡандан һуң ҡороп ҡалған ҡар һыуҙарына оҡшатам. Ә бына икенселәр ғүмер баҡый эҙләнеп йәшәй, тормоштоң алтын тамырын табырға, тау-таштар үтеп булһа ла, ерҙә үҙ һуҡмағын ҡалдырырға тырыша.
Һағышлы хәтирәләрӘллә ниндәйерәк фәлсәфәләргә бирелеп киттем, шикелле. Хәйер, кеше ғүмере, уның эштәре тураһында фекер туплағанда, ниндәй генә уйҙарға тарымайһың. Оҙаҡламай Ғәли ағай Ибраһимовтың тыуыуына 100 йыл туласағы иҫкә төшкәс, оҙаҡ йылдар бергә эшләп, бергә йәшәгән өлкән ҡәләмдәшем, яҡташым хаҡындағы хәтер төйөндәрем сиселде һәм бөтәһе лә берәм-берәм күҙ алдынан үтә башланы.
Ғәли ағайҙы тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡ институтында уҡып йөрөгән саҡта күргәйнем. Уны уҡытыусыбыҙ Хәким Ғиләжев башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыған студенттар менән осрашыуға алып килгәйне. Шул саҡта Ғәли Ибраһимов һуғыш тураһында роман өҫтөндә эшләүе, күптән түгел “Совет Башҡортостаны” гәзитенең командировкаһы буйынса “Волга-Дон” каналы төҙөлөшөндә булыуы, был бөйөк төҙөлөштә атлап йөрөүгә һәләтле экскаваторҙарҙы һәм башҡа төрлө заман техникаһын күреүе, төрлө кешеләр менән аралашыуы тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.
Бер нисә йыл үткәс, мин гәзит редакцияһына эшкә килгәндә, Ғәли ағай унда әҙәбиәттән бөтөнләй йыраҡ сәнәғәт бүлегендә мөдир ине. Һуңынан белдем – уның өсөн был өлкә һис тә ят түгел икән – нефть техникумын бөткән, эшләп тә алған. Журналист булараҡ, нефть промыслаларына йыш килә һәм нефтселәр тураһында очерктар яҙа ине. Ана шул саҡта ул, бәлки, нефтселәр тураһында киләсәктә яҙыласаҡ романына материал туплағандыр.
Хәтер биттәрен берәмтекләп асып, бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмаҫ, шулай ҙа уның менән һуңғы осрашыу мәлдәре күңелгә яҡты ла, һағышлы ла хәтирә булып уйылған.
Китап нәшриәтендә эшләп йөрөгән саҡ. Берҙән-бер көн әҙәбиәт бүлегенең мөдире Раил Байбулатов:
– Ғәли ағай эргәһенә барып сығабыҙмы? – тине. – Бына “Кинйә”нең икенсе китабының автор даналары килде, шуларҙы алып барырбыҙ.
Мин, әлбиттә, һис һүҙһеҙ риза. Беләм бит инде, яңы китабыңды тәүләп ҡулға алыу – оло шатлыҡ, ә Ғәли Ибраһимов кеүек бер нисә ай сирләп ятҡан кеше өсөн ул икеләтә ҡыуаныс буласаҡ.
Ишекте Зөһрә апай асты.
– Әйҙәгеҙ, ҡустылар, үтегеҙ, – тип, хәле бигүк шәптән булмаһа ла, яҡты йөҙ күрһәтергә тырыша.
Ғәли ағай төпкө бүлмәлә ята. Эргәһендәге ултырғыста – ҡулъяҙма өйөмө. Типография буяуының еҫе аңҡып торған китабын ҡулына алғас, уның тышына төбәлеп ятты, биттәрен асҡылап ҡараштырҙы ла һәр саҡтағыса баҫалҡы итеп:
– Рәхмәт, – тине. – Быныһы булды инде. Бынау өсөнсөһөн бөтөрә алһам... – Ул эргәһендәге ҡулъяҙма өйөмө яғына эйәк ҡаҡты. – Ҡараламаһы яҙып бөтөлгән, тип әйтергә мөмкин. Яртыһын ҡайтанан ҡарап та сыҡтым, хәл юғыраҡ бит, оҙағыраҡ аҡҡа ҡараһам, күҙ алды сыбарлана ла китә.
Башҡорт теленә байлыҡ өҫтәнеҒәли ағай аяҡтарынан яфа сигә ине. Бала саҡта күргән ыҙаларының зәхмәтеме, һуғышта йөрөгәндәге өшөп-туңыуҙарҙың хикмәте үҙен белдерәме, әллә гәзиттә эшләгән йылдарында редакция йомоштары менән меңәрләгән саҡрым юлдар үтеү бәкәленә һуҡтымы – айырып ҡына әйтеүе ҡыйын. Ул күп ваҡыт өйөндә лә быйма кейеп йөрөнө. Әммә уның ауырыу-һыҙланыуҙарға бирешмәүен, һуңғы йылдарҙағы ҡаты сире тураһында һөйләргә яратмауын, теш ҡыҫып, ең һыҙғанып, үҙенең төп китабы – “Кинйә”нең өсөнсө өлөшө өҫтөндә эшләүен белә инек.
– Өсөнсө китабығыҙҙы ла бөтөрһөгөҙ, яңылары ла тыуыр, ағай, – тимен.
– Яңыларын яҙып өлгөрөп булмаҫ, – ти ул уғата ғәҙәти, көндәлек мәшәҡәттәр хаҡында һүҙ барған кеүек тыныс ҡына. – Өсөнсө китапты бөтөрөргә тырышам, көн һайын ике-өс сәғәт эшләй алам әле. – Әҙерәк һүҙһеҙ ятҡас, өҫтәп ҡуйҙы: – Тағы ла берәй йыл ғүмер кәрәк ине лә…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның был теләге ҡабул булманы. Беҙ барғандан һуң, күп тә үтмәй, Ғәли ағай Ибраһимов вафат булды. Эргәһендәге ултырғыста яҙылып бөтмәгән романының ҡулъяҙмаһы ятып ҡалды. “Кинйә”нең өсөнсө китабы өҫтөндә ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, ҡулынан ҡәләме төшөп киткәнсә, күҙе тамам томаланғанға тиклем эшләне. Әжәл тигәнең бик изге эш менән мәшғүл кешене лә аяп тормай икән…
Башҡорт әҙәбиәтенең күген биҙәгән яҡты йондоҙҙарҙың береһе – “Кинйә” романына борма-борма ижад юлдары үтеп килде Ғәли Ибраһимов. Тәүге “Бер полк кешеләре” романын ул һуғыш ҡырҙарында дары еҫе һеңгән шинелен һалмаҫ борон уҡ яҙа башлай. Ҡабат-ҡабат эшләй әҫәре өҫтөндә. Роман донъя күргәнгә тиклем ун йыл самаһы ваҡыт үтеп китә. Был уның ижад юлында алған тәүге сынығыуы була. Ә инде “Кинйә”не яҙырға әҙерлек осоро тарихи темалар өҫтөндә эшләгән яҙыусылар өсөн дәреслек булырлыҡ.
Ғәли Ибраһимов кәрәкле тарихи материалдарҙы үҙенә генә хас ныҡышмалылыҡ менән берәмтекләп йыйҙы. Эштән сыға ла республика китапханаһына йә архивҡа китә ине. XVIII быуаттағы башҡорт тормошона ҡағылышлы һәр яҙманы ентекләп өйрәнде. Шул осорҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында яҙған ғалимдар – Әбүбәкер Усманов, Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәровтар менән сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырыр, үҙен ҡыҙыҡһындырған тарихи материалдар, шәхестәр тураһындағы белешмәләрҙе уларҙан әкренләп, берәмтекләп “һурыр” ине.
Уның шул замандағы халыҡтың һөйләү телен өйрәнеүе бик тә фәһемле. Ул тарихи документтарҙы, шәжәрәләрҙе, дини китаптарҙы уҡыған саҡта тотоп алған, өлкәнерәк кешеләрҙән ишеткән һүҙҙәрҙән үҙе өсөн тулы бер аңлатмалы һүҙлек төҙөгәйне. Улай ғына ла түгел, Ғәли ағай кәрәк урында яңы һүҙ яһау менән дә шөғөлләнде. Уларҙың күбеһе уҡыусы тарафынан ҡәҙимге һүҙ һымаҡ ҡабул ителде, башҡорт теленә байлыҡ өҫтәне.
Ижады – шишмә кеүек…Ғәли Ибраһимов “Кинйә”ләге ваҡиғалар барасаҡ урындарҙа күп тапҡырҙар булды, ундағы ауылдар тарихын, топономик, географик атамаларҙы ныҡлап өйрәнде, Кинйә Арыҫлановтың ҡан-ҡәрҙәштәрен табып, уларҙың шәжәрә тармаҡтары буйынса тарихты, шул заман тормошон, үҙ геройҙарының тышҡы ҡиәфәтен, эске донъяһын төҫмөрләргә тырышты. Ғөмүмән, Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә” романын яҙырға әҙерлек осорон ысын мәғәнәһендә титаник хеҙмәт тип әйтергә мөмкин. Быны беҙ романдың өсөнсө китабының ентекле ҡаралама эш планы тәүҙә “Ағиҙел” журналында, унан китап булып баҫылып сыҡҡас, бик асыҡ күрҙек. Мин, ғөмүмән, башынан алып аҙағына тиклем төҙөлгән шундай ентекле план буйынса әҫәр яҙған бүтән яҙыусыны белмәйем.
Был яҙмаларҙы уҡыусыға еткереүҙә Ғәли ағайҙың ҡыҙы Һөйөклө бик ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Үрҙә әйтеүебеҙсә, карауат эргәһендә ятып ҡалған ҡулъяҙмаларҙы тәртипкә килтереп, бер епкә теҙеү оло бер эш ине. Был тәңгәлдә уға арабыҙҙан иртәрәк киткән яҙыусы Марсель Искәндәровтың ҙур ярҙам күрһәтеүен дә оноторға ярамай. Әгәр Ғәли ағай Ибраһимов, үҙе әйткәнсә, йәнә бер йыл ғына йәшәһә лә, әҙәбиәтебеҙ тарихына йылдар шауҡымына ла бирешмәҫ затлы мәҙәни байлыҡ өҫтәлгән булыр ине.
Ғәли Ибраһимов – бик егәрле ижад иткән яҙыусыларыбыҙҙың береһе. Уның “Кинйә”нән тыш тағы дүрт романы, повестары, ҡыҙыҡлы очерктары бар. Уларҙы айырым томдарға туплап, һайланма әҫәрҙәрен сығарыу ҙа беҙҙең Яҙыусылар союзының бурысы булып ҡала.
Оло талант эйәһе Ғәли ағай Ибраһимов, ана шулай осланмаған байтаҡ эштәрен беҙгә ышанып ҡалдырып, ваҡытһыҙыраҡ китеп барҙы. Ваҡытһыҙ, сөнки яҙыласаҡ әллә ни хәтлем әҫәрҙәрен дә үҙенең бай һәм баҫалҡы күңелендә алып китте.
Ә мин уның тере һынын һаман төҫмөрләйем: арҡаһына ҡатмарлы тормош һәм ижад йөгө тулы тоғон күтәргән талымһыҙ сәйәхәтсе ҡабаланмай, ләкин ышаныслы атлап китеп бара. Ә уның ижады, ете ҡат ерҙе тишеп сыҡҡан саф һыулы урғыл шишмә кеүек, үҙе һалған киң үҙәндән шифалы һыуҙарын һаман океанға ташый…
Ул бер ваҡытта ла ҡоромаҫ.