Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театр рухты уятыр
Театр рухты уятырБашҡортостанда тыуып үҫеп, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләп йөрөгән талантлы яҡташтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе — Ырымбур дәүләт сәнғәт институты профессоры, билдәле режиссер Булат Батыр улы Хәйбуллин.
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Туфан Миңнуллиндың әҫәре буйынса “Алты ҡыҙға бер кейәү” спектаклен сәхнәләштергәйне яҡташыбыҙ, эшен тамашасы йылы ҡабул итте. Бынан тыш, Ф. Саҙрыевтың “Тәҙрәгә егет килгән”, А. Ғиләжевтең “Тау аҫтында ҡайнар шишмә”, К. Гольдониҙың “Хәйләкәр тол ҡатын” әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәре лә театр һөйөүселәр күңеленә хуш килде. Башҡорт драматургтарының да әҫәрҙәрен Ырымбур тамашасыһы менән таныштырып тора ул.
Бөгөн Булат ХӘЙБУЛЛИН — Өфө ҡунағы. Форсаттан файҙаланып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Булат Батыр улы, бала саҡта кем генә булырға хыялланмай кеше. Ә бына сәнғәт донъяһына һөйөү хисе ҡасаныраҡ уянды һеҙҙә?
— Мин театрға бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмаған ғаиләлә тыуып үҫтем, мәктәптә драма түңәрәктәренә йөрөмәнем. Шулай ҙа, спорттан тыш, бейеү менән шөғөлләндем. Үҙ ваҡытында билдәле нефтсе булған атайым Батыр Сөләймән улының юлын һайлап, нефть институтына уҡырға инергә хыялландым. Әсәйем Рәйлә Әхмәтйән ҡыҙы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин ордены менән бүләкләнгән. Ундай ҡатын-ҡыҙҙар Башҡортостанда өсәү генә.
Сәнғәт институтына эләгеүем мәрәкә генә килеп сыҡты. Дуҫыма эйәреп ҡыҙыҡ өсөн генә барып ҡарарға булдым, документтарҙы ла алмағайным. Шулай килеп сыҡты: ике имтиханды уңышлы тапшырып, уҡырға алындым, ә дуҫым үтмәне.
Был ҡылығыма атайым аптыраны, әлбиттә. Ләкин ул былай тине: “Талант — иң беренсе хеҙмәт ул”. Йылдар үткәс, уның хаҡлығына инандым һәм уҡыусыларыма әле лә ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. Аллаһы Тәғәләнән бирелгән икән, уны ғүмерең буйы үҫтерергә тейешһең, юғиһә һәләт тигәнебеҙ, уңдырышһыҙ тупраҡҡа төшкән орлоҡ кеүек, емеш бирмәйәсәк. Бәғзеләр араһында шундайыраҡ фекер йөрөй: актерҙар, йәнәһе, донъяның иркә балалары: уйнап ҡына мул аҡса һуғалар, май эсендә йөҙәләр... Асылда был — рухи һәм физик яҡтан күп көс талап иткән көндәлек хеҙмәт. Сәнғәттә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшер өсөн шәхси мәнфәғәттәреңде ситкә ҡуйырға, ижади коллективҡа яраҡлашырға, унда үҙ йөҙөңдө табырға кәрәк...
— Белеүемсә, сәнғәт донъяһына тәүге аҙымығыҙ Ҡурсаҡ театрынан башланған.
— Эйе, әрме хеҙмәтенә тиклем Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры актеры булып эшләп алдым. 1982 йылда уҡытыусылыҡ эшенә саҡырҙылар. Был һөнәр күп нәмә бирә. Һәр яңы курс менән үҙең дә яңыраһың, йәшәрәһең. Донорҙар кеүек инде, бер тапҡыр ҡан тапшырҙыңмы, тағы тапшырырға кәрәклеген тояһың, сөнки организм үҙ-үҙен яңыртыуға ҡулайлаша. Шул уҡ ваҡытта йәш быуын менән аралашыу рухыңды “туҡландырып” тора, ығы-зығынан һаҡлай, әүҙем тормош менән шөғөлләнеүҙе тәьмин итә. Йәштәр араһында үҙеңде лә йәш итеп тояһың. “Бына беҙ йәш саҡта...” тип әйтке лә килмәй хатта. Ә үҙ уҡыусыларыңдың үҫеүен күреү ниндәй бәхет! Беренсе курсҡа төпкөл ауылдарҙан йүнләп урыҫ телен белмәгән егет һәм ҡыҙҙар килә. Улар башҡа мөхиткә эләгеп, мәҙәниәтебеҙҙең сикһеҙ байлығы менән танышып, сәнғәт серҙәренә төшөнөп күҙ алдында үҙгәрә, шәхес булып үҫә. Мин үҙ уҡыусыларым араһында Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған, халыҡ артисы исемдәрен яулаған уҡыусыларым Хөрмәт Үтәшев, Рәсүл Ҡарабулатов, Алмас Сәйетов, Резеда Фәхруллина кеүектәр менән ғорурланам.
— Бөгөнгө драматургия тураһында нимә әйтер инегеҙ?
— Уҡытыусылыҡ эшем режиссура менән йәнәш бара тип әйтергә була. Мин яҙмышыма рәхмәтлемен: Рәсәйҙең иң яҡшы ун режиссеры исемлегенә ингән Рәфҡәт Вәкил улы Исрафилов менән 25 йыл бергә эшләйбеҙ. Уның маҡтаулы исемдәрен телгә алып тормай, шуны ғына әйтәм: Остаз! Театр педагогикаһына, режиссураға унан өйрәнергә тырышам. Рәсәйҙең төрлө театрҙарында ике тиҫтәнән ашыу әҫәрҙе сәхнәләштерҙем. Ә инде хәҙерге драматургияға килгәндә, шуны әйтке килә: әҫәрҙәре илебеҙ театрҙарында шаулап барған авторҙар байтаҡ. Ләкин был күпселектә урыҫ телле театрҙарға ҡағыла. Мин режиссер булараҡ, милли театрҙарҙың өлгөргән әҫәрҙәргә ҡытлыҡ кисереүен күрәм. Пьесалар күп ул, ләкин...
Мостай Кәрим, Туфан Миңнуллин кеүек ҙур таланттар булды, ә ҡайҙа йәштәр? Әлбиттә, Нәжиб Асанбаев, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбай бар — улар ҙа йәш түгел бит. Ә балалар театрына килгәндә, бөтөнләй юҡ тиһәм дә, яҙыҡ булмаҫ.
— Ҡайһы эшегеҙҙе иң уңышлыһы тип иҫәпләйһегеҙ?
— Үҙ эшең тураһында быныһы — уңышлы, быныһы насар тип әйтеүе ауыр. Спектаклдең тыуыуы бала тыуыуы менән бер. Пьесаға ғашиҡ булаһың, айҙар хатта йылдар буйы күңелеңдә йөрөтәһең, репетициялар үткәрәһең, һәм спектакль тыуа. Яҡшымы, насармы — уныһы тамашасы хөкөмөндә.
— Тормош — үҙе театр, тигән бер бөйөк шәхес. Конфликтһыҙ сәхнә әҫәре булмағандай, тормошта ла төрлө ҡаршылыҡтар осрай. Һеҙҙең дә барҙыр, моғайын.
— Ауырлыҡтар булды, бар һәм буласаҡ. Шунһыҙ ижад юҡ. Мәҫәлән, Ырымбур сәнғәт институтында “Актер оҫталығы” кафедраһын асыу бик ауыр һәм яуаплы һынау булды. Күп нәмә етәкселектең һине аңлауына, башҡарған эшеңдең әһәмиәтен төшөнөүгә бәйле. Уҡытыусылар коллективын туплауы ауыр булды. Минең кафедра өлкәһендә эш тәжрибәм юҡ ине — барыһын да үҙемә өйрәнергә тура килде. Хәҙер ышаныс менән шуны әйтә алам: бөтә ауырлыҡты еңеп сыҡтыҡ, кафедрабыҙ асылыуға 15 йыл тулды, уҡыу-уҡытыу эше аяғында ныҡ баҫып тора.
— Беләһегеҙҙер, моғайын, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ситтәге ижади интеллигенцияға тыуған республикаһына ҡайтырға саҡырып мөрәжәғәт иткәйне. Һеҙҙең ҡайтырға теләгегеҙ юҡмы?
— Әлбиттә, тыуған еребеҙ үҙенә тарта. Теләк бар. Ләкин вазифалы урын биләүселәрҙең ыңғай ҡарауы кәрәк. Беренсенән, өлкән йәштәге әсәйем Өфөлә йәшәй, ул да ярҙамға мохтаж. Икенсенән, Ырымбурҙың театр тормошонда үҙ бурысымды намыҫ менән үтәнем тип әйтә алам. Өсөнсөнән, бай ижади тәжрибәмде Башҡортостан халҡы менән уртаҡлашҡым килә.
— Булат Батыр улы, Башҡортостан театрҙарында ла һеҙ ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарап ҡыуанырға яҙһын!
С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781