Халыҡҡа илһам шишмәләрен өләшә.Ташбулат ауылы элек-электән таланттарға бай. Совет заманында Мәскәүгә тиклем барып, Кремль һарайында башына самауыр ултыртып бейегән Ташбулат ауылы бейеүсеһе тураһында яҙғайнылар инде. Мәҙәниәткә ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙар “Әхирәттәр” төркөмө ойоштороп, концерттар ҡуя һәм уңыш яулай. Илһамланып китеп, мәктәп уҡытыусылары үҙ төркөмөн булдыра.
Тормош асылы нимәлә? 1998 йылда Ташбулат уҡытыусылары коллективы, республика кимәлендә сығыш яһап, беренселекте яулай һәм дәртләнеп “Гөлнәзирә” фольклор ансамблен төҙөй. Коллективҡа етәкселек иткән З. Билалованың бер туған һеңлеһе, табип Һылыу Нәҙершина конферансье булып сығыш яһай. Телмәре бай, тасуири уҡый, матур бейей, йырлай ҙа... Сәнғәткә ғашиҡ Һылыу ансамблгә йән өрә.
Шул ваҡыттан алып фольклор ансамбле мәҙәниәткә табынған, уны үҙ иткән йыраусылар, сәсән-шағирҙар, бейеүселәр менән тулылана, йәшәрә бара. Фольклор булараҡ, халҡыбыҙҙан аманат булып ҡалған милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, уйындарҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм шуға ирешеүгә бар көсөн, һәләтен һала. Һәр концерт башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер Фәйзи Ғәскәров мәңгеләштергән, халҡы күңелендә ынйы булып балҡыған ҡомартҡы “Гөлнәзирә” бейеүенән башлана.
Ансамбль солисы – Һылыу Нәҙершина, уртала, милли кейемдә йөҙөп йөрөп, үҙенсәлекле тыпырлатып, һығылмалы нәфис ҡулдары беләҙек, көмөш биҙәгән бармаҡтарын сиртеп, нәзәкәтле лә, исеме есеменә тура килгән һылыу ҙа башҡорт ҡыҙы өйөрөлә. Башына самауыр ултыртып бейегән Зөлфиә Ҡужахмәтова, орсоҡтай өйөрөлгән Гөлнара Шәһимгәрәева һылыуҙарға ни әйтерһең?! Милләтебеҙҙең тыйнаҡлығы, инсафлығы, әҙәплелеге, гүзәллеге сағыла уларҙың ижадында һәм башҡортмон тигән һәр кемдең йөрәгенә май булып ята, милли ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Яңы ғына тыуған “Биҙрәләр менән бейеү”ҙе алайыҡ. Әлбиттә, фольклор ансамбле булғас, “йәнле” музыкаға, йәғни ҡурайсы, ҡумыҙсы, гармунсы, баянсы көйөнә башҡаралар. Район баянсылар конкурсы дипломанттары Рәил Бәшәров һәм гармунсы Ғәлиә Йәнйегетова – музыкаль яҡтан биҙәүселәр. Яулыҡтарын ябынып, ситса күлдәктәрен кейеп, биҙәкле биҙрәләрен тотоп, ҡыҙҙар сәхнәгә сыҡты. “Тегенсенең ҡулдарында уймағы уйнап тора” тигәндәй, балдаҡ кейгән ҡулдар уймаҡтарҙы эшкә екте: сирт-сирт-сирт... Тамаша залы моңға тула, ҡасандыр сулпыларын сыңлатып, шишмәгә барып, тамсыһын да сайпылтмай һыу юлынан ҡайтҡанын иҫенә төшөрә... Биҙрәләр сыңлауы шишмә сылтырауына ауаздаш икән дә. Асыш һәм тормош... Тормош асылы...
Башҡорт бейеүенең матурлыҡ сереАнсамблгә берәү ҙә осраҡлы килеп юлыҡмаған. Ихлас яратып бейегән Буранбай ҡыҙы Гөлнараны ғына алайыҡ. Бейеү сәнғәтенә һөйөүҙе гармунсы, мандолинасы, бейеүсе атаһы Буранбай Әйүпов, әсәһе Зилә апай уятҡан. Эштән һуң атаһы ҡулына гармунын ала һәм биш йәшлек ҡыҙын бейетә, хас та “бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара...” тигәндәй, бейеү алиһәһенә әйләнгән талантлының сығышын тамашасы оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән оҙата. Көләс бейеүсе шаян бейеүҙәрҙе үҙ итә. 2005 йылдан сәхнәнән төшмәй.
Биш бала әсәһе һәр бейеүен шат күңеле, йор һүҙе аша үҙенсәлекле итеп башҡара. “Нәҫелебеҙ тулы бейеүселәр” тигәндәй, әсә юлын ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә. Мәктәп, мәҙәниәт йорто сәхнәләрендә уларһыҙ бер концерт та үтмәй.
Өсөнсө бейеүсе – башына самауыр ултыртып, өҙә баҫыусы Зөлфиә Ҡужахмәтова. Халыҡ ижады нескәлектәрен оҫта ҡулланған бейеүсе – “Гөлнәзирә” фольклор ансамбленең йөҙөк ҡашы. Һығылмалы нәҙек бил, ҡойоп ҡуйған кеүек балауыҙҙай һын ниндәй хәрәкәттәр яһаһа ла килешә. Сит милләт тамашасыһы юҡҡа ғына: “Башҡорт бейеүе шуныһы менән матур: һынының бейемәгән өлөшө юҡ”, – тип фекер йөрөтмәйҙер. “Әсәнән күргән тун бескән...” тигәндәй, был солистың да әсәһе оҫта бейеүсе, артист Нурғәлиндәр затынан икәнлеге шунда уҡ күҙгә салына.
Халҡының көнкүрешенә, шөғөлөнә ҡағылышлы, мәҫәлән, “Шәл бәйләнем”, “Орсоҡ” һәм башҡа бейеүҙәре менән ансамбль ауыл, “Ашҡаҙар таңдары” фестивален шаулатты. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарға килгән республика жюри ағзалары, “Орсоҡ” бейеүен юғары кимәлдә башҡарыуҙарын билдәләп, 2015 йылда коллективҡа халыҡ исемен биреп ҡыуандырҙы.
Башҡорт ҡатыны көндәлек шөғөлөн дә башҡарған, эшен эшләй-эшләй йырын да йырлаған, таҡмаҡтарын да ҡойған, өйөрөлгән орсоҡҡа ҡайғыһын да, ҡарғышын да һөйләгән, киләсәккә маҡсаттар ҙа ҡорған, ғаиләһенең һаулығын да ҡайғыртҡан. Рәссамдар йөн иләүсе-сиратыусы ҡатындар тураһында һүрәттәр төшөргән, йырҙар сығарған.
Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы була. Был һығымта һәүәҫкәрҙәргә лә ҡағыла. Сәнғәткә һөйөү, әлбиттә, ғаиләлә һалына. Һылыу Нәҙершинаның әсәһе Сафия апай, республика кимәлендә боронғо йырҙарҙы башҡарып, “Шаһибәрәк” йырын телевизор аша халҡына еткерҙе. Туйҙарҙа, байрамдарҙа әсәһе “Буранбай”, “Сәлимәкәй”, “Зөлхизә”, “Ғилмияза” йырҙарын башҡарғанда, әлбиттә, күңеле тулы моң булған ҡыҙы битараф ҡалмай. Йәш Һылыуҙың репертуарында һирәк яңғыраған халыҡ йырҙары күп һәм тыңлаусылар уны яратып тыңлай, ҡат-ҡат сәхнәгә саҡыра.
Йыр-моңға әүәҫлекЕүәйрә Иҙрисова, Хәмдиә Фәизова, Һылыу Нәҙершиналарҙың көндәлек тормош юлдашы – йыр, тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Кеше үҙ ғүмерендә шатлығына ҡушып ҡайғыһын да кисерә. Йырсылар шатлыҡтан һәм ҡайғынан да йырҙарға мөрәжәғәт итә. Улар башҡарыуында юғалып бөтә яҙған, ошоғаса ишетелмәгән, халыҡ төпкөлөнән аҡтарып алынған йырҙар яңғырай һәм халыҡ, бай хазинаға рәхмәтен белдереп, башҡарыусыларҙы ихлас алҡышлай. Уларҙың репертуарында төп урынды оҙон көй биләй. Ул башҡорт халҡының музыкаль-поэтик классикаһын тәшкил итә лә инде. Оҙон көйҙө башҡарыу ифрат ҙур зауыҡ талап итә, оҫталыҡ көйҙө һуҙып башҡарыуға ғына ҡайтып ҡалмай, күңел тотороҡлолоғон, интеллектуаль потенциалын һаҡлай белеүгә бәйләнгән. Йырҙың тәрән моң-мәғәнәһен еткереү өсөн музыкаль биҙәктәрҙе урынлы ҡулланыу, һуҙынҡы өндәр менән ҡыҫҡа тауыштарҙы сиратлаштыра белеү маһирлығы кәрәк. Хәмдиә менән Һылыу оҙон көйлө йырҙарҙы яратып башҡара, Еүәйрә ханым иһә ретро йырҙарҙы һайлай. Мәҫәлән, йырсы башҡарыуында Р. Төхвәтуллиндың “Һандуғас” йырын тамашасы яратып тыңлай. “Йыр-моңға әүәҫлегем – әсәйемдән”, – ти ул.
Араларында Рәүеф Атауллин оҙон көйлө халыҡ йырҙарын аһәңле башҡара. Уның репертуарында оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙары, йәғни “Баяс”, “Илсе Ғайса”, “Азамат” һәм башҡа йырҙар ҙур сәхнәләрҙә лә алыҫтарға яңғырай, үҙеңде асыҡ һауала, Уралтау буйында кеүек хис итәһең һәм моңона ғашиҡ булаһың. Йыр тыңлаусыны алыҫ тарих төпкөлөнә алып китә һәм йыр геройҙарының аяныслы яҙмышын, тыуған ер һәм уны һағыныу, азатлыҡҡа һыуһау, йәғни реаль ерлеге аныҡ булған ижтимағи ваҡиғалар һәм төрлө дәүерҙә йәшәгән тарихи шәхестәр тураһында һөйләй. Мәҫәлән, баяғы әйтеп киткән “Баяс” йырын алайыҡ. Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәгән батыр ер-һыуын талаусыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәшә һәм мылтыҡ менән ҡоралланған карателдәрҙән тотолоп, һөргөнгә оҙатыла.
...Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын
ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәренән, ай,
һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы?
Тыңлаусы йыр йөкмәткеһенән геройының нимә әйтергә теләгәнен аңлай, шул осорҙағы ысынбарлыҡ, заман һулышын аныҡ тоя. Сәхнәләрҙе көслө тауышы менән дер һелкеткән Рәүеф Атауллин кеүек оҙон көйҙө башҡарыусылар һирәк. Юҡҡа ғына 2018 йылда “Оҙон көй” район конкурсында беренселекте яуламағандыр.
Шиғри тел менән аралашыу һәләтеАнсамблдә һүҙ оҫталары ла бар. Шиғри әҫәрҙе тыңлаусыға еткерер өсөн, теге йәки был шиғыр геройҙары образына инеп, уйнарға ла кәрәк. Бындай оҫталыҡ күптәрҙең хәленән килмәй. Һылыу Нәҙершина үҙе сығарған шиғри әҫәрен яңғырата. Хәмдиә Фәйезова иһә Р. Шаммас, Р. Бикбаев, Х. Кәрим әҫәрҙәрен һөйләп тамашасы күңелен дауалай, рухи яҡтан байыта ла. Бындай жанрҙы үҙ иткән ижадсы концерт номерын тотош мелодрама йәки драматик әҫәргә әйләндерә. Ә. Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһындағы фронттан әйләнеп ҡайтмаған ирен көтөүсе Гөләндәм монологын тыңлағанда, күңелдә хистәр таша, күҙҙәрҙә йәш төйөлә, фашизмға нәфрәт уяна. Талғын яңғыраған моңло көйгә ҡушылып, ауыҙҙан сыҡҡан һәр һүҙ тыңлаусының мейеһенә үтеп инә. Тормош ауырлыҡтары ҡаршыһына ҡыйыу атлаған тол ҡатындың ихтыяр көсөнә хайран ҡалаһың, шул уҡ ваҡытта ирекһеҙҙән етемлектә үҫкән малайҙың яҙмышын да уйлап көрһөнәһең. Монологты бөтә күҙәнәктәрең менән бер тында тыңлайһың да әллә төп геройҙың прототибы башҡарыусы үҙеме икән, тип тә уйлап ҡуяһың. Хәмдиә Хөснулла ҡыҙы ысын мәғәнәһендә актриса булып тыуған...
Үҙ районында ғына ҡайнамай, республика кимәлендә уҙғарылған “Ашҡаҙар таңдары”, “Туған моңдар”, “Алтын тирмә”, “Хазина” телевизион тапшырыуында ҡатнашыуҙары уларҙың профессиональ кимәлдә сығыш яһауын дәлилләй һәм үҙ милләтенә тоғролоғон, уларҙың мәҙәниәтен быуындан быуынға тапшыра килеүен раҫлай. Ауыл, район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларға, мәҫәлән, район һабантуйына (ил башлығын ҡаршыларға), Абҙаҡ ауылы эргәһендә “төрлө ил вәкилдәрен берләштергән “Берҙәмлек” ойошмаһы вәкилдәре менән осрашыумы, “Металлург”та ҡышҡы паралимпия уйындарын асыумы, ошо ауыл биләмәһе ауылдарында ойошторолған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын һәм башҡа мөһим сараларҙы асыу һәм үткәреү ҙә “Гөлнәзирә” коллективынан башҡа үтмәй.
Ансамбль фольклор коллективы булараҡ формалашҡас, халыҡ йолаларын да ҡыҙыҡлы итеп сәхнәнән күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын тергеҙеүҙә уларҙың өлөшө ҙур. Күптәр белмәгән “Биш таш”, “Ҡырҡ таш”, “Нигеҙ ҡотлау”, “Биртек һорау”, “Ойотҡан туҡышыу” һәм башҡа йолаларҙы ейән-ейәнсәрҙәре дауам итә. “Яңы ғаилә” сценарийы иһә әҙәбиәтсе мәрхүмә Гөлнур Әүхәҙи ҡыҙы Хәлитованың таҡмаҡтарын ҡулланылып төҙөлгән.
Башҡорт ғаиләһенә ныҡлы нигеҙ һалыу, ике райондың дуҫлығына күпер һалыу күренештәре элеккесә, боронғоса күрһәтелә һәм шиғри тел менән аралашҡан драма әҫәренә әйләнә.
“Гөлнәзирә” фольклор ансамбле хәҙер инде егерме йыл ижади ҡомарын байытып, халыҡҡа илһам шишмәләре өләшеп йәшәүен дауам итә. Коллектив бөгөн дә ныҡлы, берҙәм һәм ышаныслы, йылдан-йыл йәш һәм яңы көстәр менән тулылана. Йыл да төрлө кимәлдә уҙғарылған фольклор фестивалдәрендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап ҡайта. Мөнәжәттәрҙе, көләмәстәрҙе, риүәйәттәрҙе йыйып, халыҡ хөкөмөнә сығара. “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле Ташбулат ауылы биләмәһенең ғорурлығы булып йәшәй.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт күп сығым талап итә. Ансамблдең һәр һәүәҫкәре, ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан, үҙ аҡсаһына милли кейемдәр, ситектәр, модалы күлдәктәр ҙә тектерә. Милләтебеҙҙең мәҙәниәтен үҫтереүгә бер нәмә лә йәл түгел.
Яңыраҡ ҡына йүгәнде оло быуын вәкиле Рәйлә Шөғәйеп ҡыҙы Ирназарованан Баймаҡ районында уҙғарылған “Уйна, гармун!” бәйгеһе дипломанты Ғәлиә Йәнйегетова ҡулына алды. Данлы Таһир Кусимов нәҫеле вәкиле, Учалы музыка училищеһын, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлаған Йәнйегетова ла “Гөлнәзирә” фольклор ансамбленең репертуарын артабан байытыр, яңыртыр, лайыҡлы быуын тәрбиәләр әле.