Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙ һулышынан илһам алып
Яҙ һулышынан илһам алыпҠасандыр Сибай яҙыусылар ойошмаһында яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ойошторған “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған уҡыусыларҙың ижад бәйгеһен быйыл Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова уҙғарҙы.
Һуңғы йылдарҙа был конкурс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова призына үтә. Ижад байрамында әҙибәнең ҡатнашыуы, еңеүселәргә мәшһүр “Бөйрәкәй” китабын бүләк итеүе бәйгенең мәртәбәһен арттырҙы, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә ижад ҡомары өҫтәне. Шулай уҡ Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтовтың махсус бүләген институт хеҙмәткәре Рәүилә Хәсәнова ярышта ҡатнашҡан дүрт сығарылыш уҡыусыһына тапшырҙы, йәш яҙыусы Рәмилә Торомтаева үҙенең китабын “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Айгизә Вәлишинаға, ә “Башҡортостан” гәзитенең махсус бүләге гимназия-интернат уҡыусыһы Нурия Фәтҡуллинаға бирелде.
Конкурс шарттары буйынса, йәш ижадсыларҙың эштәре проза, поэзия һәм публицистика буйынса баһаланды. Быйыл ижад түңәрәктәренең әүҙем ҡатнашыуы, төрлө йыйынтыҡ сығарыуын иҫәпкә алып, баһалама ағзалары уларҙы айырым билдәләп үтте. Иң юғары баһаға Сибай гимназия-интернатының “Аҡ ҡауырһын” әҙәби түңәрәге (етәксеһе — Ә. Алдырханова) лайыҡ булды. Проза буйынса беренселекте Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Миләүшә Аслаева алһа, шиғриәт буйынса Лира Хасаева (9-сы лицей) яуланы. Публицистика буйынса гимназия-интернаты уҡыусыһы Нурия Фәтҡуллинаға тиңләшеүсе табылманы. Өмөтлө йәш ҡәләм оҫтаһы, шиғырҙары республикабыҙҙың гәзит-журналдары биттәрендә йыш баҫылған Шәүрә Туйсинаға гран-при тапшырылды. Таңсулпан Ғарипова, еңеүселәрҙе бүләкләп, уларға ижади уңыштар теләне:
Яҙ һулышынан илһам алып— Ижад бәйгеһендә ҡатнашып, һәр берегеҙ еңеүсе лә булмаҫ, урын да алмаҫ, ләкин еңеүгә тәүге аҙым яһай. Кем алға бара, ул маҡсатҡа юл яра. Сәхнәлә һүҙ һөйләү, майҙан тотоу баланы йәштән шәхес булараҡ әҙерләп үҫтерә. Тос фекерле, үткер ҡәләмле, сәсән телле башҡорт балаларына илһам ҡанаттары ҡуйығыҙ. Артабан да һеҙгә уңыштар юлдаш булһын, йәш ижадташ дуҫтарым!
Ысынлап та, уҡыусыларға шиғриәттең серле нескәлектәрен, ижадтың татлы ғазабын тойорға ярҙам иткән, уларҙы һәр яҡлап дәртләндергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, шул иҫәптән ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапованың да ҙур ролен билдәләп үтеү кәрәк.
Яҙ һулышынан илһам алып, ҡояш үҙенең сағыу нурҙары менән йылытҡан бер мәлдә, Сибай ерендә ижад байрамының үтеүе, киләсәктә бәйгене төбәк-ара кимәлгә алып сығыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеүе был төбәктә йәш ижадсыларҙың күп булыуы хаҡында һөйләй, тимәк, әҙәбиәтебеҙгә йәш көстәр, яңы тауыштар килә. Ҡасандыр талантлы яҙыусы Таңсулпан Ғарипова тоҡандырған ижад шәме һүнмәйәсәк, балҡып яныуын дауам итәсәк.
Бәйгеселәрҙе йылы ҡаршылап, байрам рухы тыуҙырған, йыр-моң бүләк иткән Сибай гимназия-интернат коллективы (директоры — Р.Х. Бикбова) оло рәхмәткә лайыҡ. Әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалар илһамланып, күңелдәре ҡанатланып таралышты.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779