Республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналған “Башҡортостанда Көнсығышты өйрәнеү ғилеме” (“Востоковедение в Башкортостане”) исемле ғилми мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе.
Юғарыла исемләнгән хеҙмәттең төҙөүсе мөхәррирҙәре Ә.Ғ. Сәлихов, С.А. Искәндәрова, Ш.В. Нафиҡов, мөхәрририәт ҡоро – күренекле ғалим А. В. Псәнчин, Д. Д. Васильев, Р. Ф. Исламов, М.Х. Нәҙерғолов, Ә. Ғ. Сәлихов, Иҫәнбикә Туған (Төркиә), Ф.Ғ. Хисамитдинова, Г.Р. Хөсәйенова һ.б. хеҙмәткәрҙәр, фән эшмәкәрҙәре, рецензенттар. Улар уҡыусылар, студенттар, аспиранттар, тел һәм әҙәбиәт, тарих уҡытыусылары өсөн һәр йәһәттән бик тә файҙалы эш башҡарып сыҡҡан.
Хеҙмәттең беренсе битендә райондашыбыҙҙың, курсташымдың һәм йән дуҫымдың асыҡ йөҙлө портреты ҡаршылай, аҫтараҡ М. Ямалетдиновтың ғалим хаҡында “Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов” (Өфө, 2009, 157-се бит) документаль повесынан өҙөк бирелгән.
Мин үҙем дә бала саҡта бергә үҫкән, оҙаҡ йылдар тығыҙ бәйләнештә, йылы, асыҡ мөнәсәбәттә булғанға Ишмөхәмәттең ижади һәм ғилем юлынан тәүәккәл, ҡара тырышлыҡ менән атлауын көҙгөләй күрәм һәм дә төптән беләм, шуға ла күренекле тел ғалимы тураһында йыш яҙыуымды үҙемдең изге бурысым, маҡсатлы йәшәү позициям тип иҫәпләйем.
Йыйынтыҡ өс бүлектән ғибәрәт: “И.Ғ. Ғәләүетдиновтың ғилми эшмәкәрлеге”, “Көнсығышты өйрәнеү ғилемен өйрәнеүҙә актуаль проблемалар”, “Археография һәм текстология”.
Телсе ғалим хаҡында һәр ғилми-теоретик, хәтирә-иҫтәлек, ижади портрет, очерк, һүрәтләмә йүнәлештәрендә яҙылған хеҙмәттәргә анализ яһамайынса уның дөйөм эстәлеген бөгөнгө уҡыусының иғтибарына еткереү маҡсатым. Китап дәүмәлле, ҙур форматта сыҡҡан. Тиражы 500 дана. Эш әҙ күләмдә нәшер ителеүендә түгел, ә тәрән аҡыл менән яҙылған, күп көс, ижади эҙләнеүҙәр, оло ихтирам аша тупланған материалдар нисбәтендә. Ошо яғы беҙҙеңсә тәрбиәүи вә әхлаҡи сафлығы йәһәтенән И. Ғәләүетдиновтың изге рухына тап килеп кенә тора.
Иҫтәлек китабында Башҡортостан ғалимдары ғына түгел, ә Рәсәй, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан һ.б. илдәрҙең фән эшмәкәрҙәре Ишмөхәмәт Ғилметдин улының гуманитар фәндәр тармағында абруйлы телсе ғалим, оҫта ойоштороусы, киң күңелле, тура һүҙле һәм етди ҡарашлы, туған телем, халҡым тип янып йәшәгән, ижад иткән коллегаһының мөһабәт образын уҡыусыға еткерә. И. Ғ. Ғәләүетдиновтың аспиранты, бөгөнгө көндә ғилми ижад менән шөғөлләнгән тарих фәндәре кандидаты Әхәт Ғөбәй улы Сәлиховтың мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ.
Тиҫтә-тиҫтә хеҙмәттәр Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың автобиографияһы, фәнни эшмәкәрлеге ғалимға арналған хәтирәләрҙән тора. Был мәғлүмәтте эҙләү, табыу, өйрәнеү, системаға һалыу, әлбиттә, автор-төҙөүселәрҙән ифрат ҙур һәм яуаплы көс талап ителеүенә һис шикһеҙ ышанабыҙ ҙа, ғорурланабыҙ ҙа.
Боронғолар әйтмешләй, “Ашаған белмәй, тураған белә”, рәхмәтебеҙ ҙур бындай ғалимдарға вә авторҙарға. Кеше яҙмышына, уның халыҡ өсөн илаһи эшенә мәртәбәле мөнәсәбәт, изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Ҡайһы ғына мәҡәләне уҡыма, күҙ алдында Ишмөхәмәт Ғилметдин улының нурлы ҡарашы, мөләйем йөҙө, инсафлығы, ихласлығы, ярҙамсыллығы пәйҙә була. Бына ул, һине ҡайҙа осратһа ла, йүгерә килә ҡосаҡлап алыр, яурыныңдан һелкер, хәл-әхүәлеңде һорашыр ҙа “Ай, дуҫым, ныҡ һағындырғайның, күңелем тулып китте әле, ҡайһылай шәп булды был осрашыу!” – тиер ҙә тағы ҡулыңдан алыр кеүек...
Йыйынтыҡҡа ингән ғилми мәҡәләләрҙең байтағы урыҫ, башҡорт, татар, инглиз һ.б. дуҫ-милләттәр телендә яҙылған. Был бәхәсһеҙ рәүештә китаптың тәрән йөкмәткеһен, ғилми бейеклеген, тел байлығын, ғалимдар берҙәмлеген аңлата. Ошо йәһәттән ғилми хеҙмәттәре күренекле телсе-ғалимдың үтә лә кешелекле сифаттарын һәм баш баҫып эшләгән фән юлын тулыһынса яҡтырта.
Әхәт Сәлихов әйткәнсә, был йыйынтыҡ һуңғыһы булмаҫ, тип тәҡрарлайыҡ та абруйлы шәхестәребеҙгә арналған китаптар тыуа торһон тип теләйек.
Әйтер һүҙемдең дауамы ла бар ине. Ул да булһа тағы бер йыйынтыҡ хаҡында. “Ғилем һәм әҙәп илселәре” (авторы — Р.В. Шәһиев) исемле БДУ ғалимдары хаҡында ижади портреттар. Был китапты Ишмөхәмәт Ғилметдин улы БДУ-ла эшләгәндә (2013) тамамлағайным. Уның башланғысы һәм факультет деканы Риф Әхмәҙиев тарафынан ҡуйылған ғилми советта ыңғай фекерҙәр ҙә әйтелгәйне нәшер итеү мәсьәләһендә (2015 йыл, 5 октябрь).
И. Ғәләүетдинов шул йылдың 10 октябрендә көтмәгәндә арабыҙҙан китте. Йөрәге ауыртыуын да белә инек, Мәүлит менән бер нисә тапҡыр уға, ял ит, һаулығыңды ҡара, эш ғүмерҙә лә бөтмәҫ, тиеүебеҙгә, әй, эш күп, теге китапты тамамлайһы, симпозиум, съезд, конгресс һ.б. ойошторорға, Бишкәк ҡалаһына ғилми-ғәмәли конференцияға барырға тип, кәңәштәргә ҡолаҡ һала ла сәбәптәрен үҙенсә аҡлай ҙа ҡуя ине. Иң үкенеслеһе – үҙе күтәрелгән бейеклектән тыуған ауылы Сораман янындағы Тәпәкбил, Ялай, арыраҡ Ҡурташ, ер кендеге Ирәмәл ҡаяларына баҫып, ғүмерлек юлдашы ҡурайында “Сыңрау торна”ны, “Арғужа”ны, “Томан”ды, “Урал”ды, “Порт-Артур”ҙы зәһәрләнеп уйнарға, тыуған Башҡортостан киңлектәрен байҡарға өлгөрә алманы. Ваҡытын еткерә алманы, дан-шөһрәтенең рәхәтен күрергә яҙманы. Халыҡ улдары шундай яҙмышҡа дусар булыр, бәлки...
“...Ил тип яндың, туған тел тип яндың,
Күңелең тулы булды шул мөхәббәт.
Шул яныуҙар, йөрәгеңә һыймай,
Шартлайыммы әллә, Ишмөхәмәт!.. ” — тип яҙҙы уның тураһында Рауил Бикбаев.
Ишмөхәмәт дуҫыбыҙҙы оҙатҡас, мин үрҙә аталған китапты уға арнаным, дөрөҫөн әйткәндә, өр-яңынан эшләп, әҙерләп, Юлай Вәли улы Псәнчингә тапшырҙым. Теләк-өмөтөмдө лә әйтәйем инде. Иҫ китмәле кешелекле, бөйөк телсе-ғалим И. Ғәләүетдиновҡа арналған “Ғилем һәм әҙәп илселәре” хеҙмәте лә донъя күрһә, һәммәбеҙҙең дә уның алдында йөҙө тағы ла яҡтырыр ине.