Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай эҙҙәренән... Өс таған

Был мәҡәләне яҙып, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең беҙҙең Учалы яҡтарында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡларға баҙнат итмәксемен. “Йәшлек” гәзитендә “Миңә “Мос­тай ене” ҡағылған” исемле мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, күптәрҙән рәхмәт һүҙе ишеттем, ә бер ағай ошондай фекер ишеттерҙе: ниңә Мостай Кәримдең кемдәргә килеүен, кемдәр менән аралашыуын асыҡлабыраҡ яҙмайһың? Ошо бушлыҡты тултырыу маҡсатынан ҡулыма тағы ҡәләм алырға йөрьәт иттем.

Юлдары киҫешкән төбәк


Һәр кеше үҙ ғүмерендә яҙмышы, дөрөҫөрәге, тәҡдир ҡушыуы буйынса ҡайҙарға бармай ҙа ниндәй юлдарҙа йөрөмәй. Мостай Кәрим менән дә шулай. Уның эҙҙәренән сығып китһәң, Рәсәйҙең төньяғына ла, көньяғына ла юлланаһың, иң ҙур ҡалаларында йөрөйһөң, Азия илдәренә лә, Европа дәүләттәренә лә барып сығаһың. Иңдәренә һалынған вазифаһы ла йөрөтә ил ағаһын, донъя хәстәрлектәре лә, дуҫлыҡ ептәре лә сәфәргә саҡыра. Һөйөклө Башҡортос­таныбыҙҙың ҡайһы төбәктәрендә булмаған ул. Ә барыбер Учалы яҡтарын нығыраҡ үҙ иткән кеүек. Һәр хәлдә миңә шулай тойола.

“1950 йылда дәррәү рәүештә кол­хоздарҙы берләштереү башланды, — тип яҙа ул “Иләү эйәһе” исемле хәтирәһендә. — Ошо темаға пьеса яҙыу ниәтенән Учалы яҡтарында “тормош өйрәнергә” керештем. Өргөндә йәшәгән сағымда райкомдың ул саҡтағы секретары Ғәлим Абдуллин йыш ҡына үҙе менән ауылдарға алып сыҡты. Һәр ерҙә буласаҡ персонаждарымды төҫмөрләргә тырышып йөрөнөм. Икәүһен, Гөлбәҙуан ҡарсыҡ менән Мырҙахан Шәүкәтовты, тиҙ таптым. Беренсеһе — үҙебеҙ торған йорттоң хужабикәһе Ҡобора инәй (“Миңә “Мостай ене” ҡағылған” тигән мәҡәләлә иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡан Мөнирә Закирова – уның ҡыҙы, Өргөн ауылы­ныҡылар), икенсеһе – Кирәбе яғындағы урманлы тауҙар араһына һыйынған “Үкәҙе” колхозының рәйесе Тажетдин ағай” (үрҙә телгә алынған мәҡәләлә Нәжибә апай Вәлиева шаһитлыҡ итә).

Ошо урында, әҙәбиәтселәр әйтмеш­ләй, лирик сигенеү яһап, был мәҡәләнең тағы ла ике персонажы тураһында әйтеп уҙмаҡсымын. Йәғни Мостай Кәрим кемдәргә килгәнен, кем­дәр менән аралашҡанын асыҡламаҡ­сымын.

Тәүгеһе — Мөхәммәт Хәйҙәров, драматург, яҙыусы. “Мөхәммәт 1950 йылда, яҙ башында уҡ Рауза менән мине үҙенең тыуған ауылы Өргөнгә саҡырып димләй башланы, — тип хәтерләй Мос­тай Кәрим үҙенең “Бейеш” әҫә­рендә. — Ул шунда йәмәғәтләнеп донъя көтә ине. Урал аръяғының дауалы саф һауаһын, ҡара­ғастарының шифалы хуш еҫен, Өргөн күленең илаһи матурлығын, мурҙаны үҙҙәре эҙләп инә торған ҡара балыҡтың муллығын, ат ҡараусы Мортаза Алты­новтың сәйер ҡылыҡтарын (ул 1947 йылда Ленин ордены менән наград­ланған кеше — авт.), ғаҡыл эйәһе иҫәр Әбү­бәкерҙең мажараларын (“Әбүбәкер” исемле хикәйәһен Мостай Кәрим 2004 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫтырҙы — авт.), бер итәк атайһыҙ бала үҫтереп ятҡан Мәс­түрәнең көлә-көлә донъя көтөүен килгән һайын мауыҡтырғыс итеп тасуирлап һөйләй торҙо. Шуларҙың бөтәһен дә миңә күрмәҫ борон уҡ үҙ яһаны. Һүҙе менән арбаны, әсир итте, юлға күтәрҙе”.

Икенсе персонаж — Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллин, “Совет” колхозының рәйе­се, алға китеп әйтә торайым, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Ошо урында Ғ. Фәтҡуллиндың “Хеҙмәт биҙәй кешене” китабынан өҙөк биреп китеү урынлы булыр.

“Өлкә комитетының ҡағыҙын алып ҡайтып, Абдуллин иптәшкә (райком секретары — авт.) тапшырҙым. Ул иртәгәһенә Учалы тирәһендә булған колхоздарҙың коммунистарын район бюроһы йыйылышына саҡырҙы. Абдуллин уларға Өлкә комитетының мине эреләтелгән колхозға рәйес итеп һайларға тәҡдим иткәнен һөйләп бирҙе. Йыйылыштағылар мине райком вәкиле булып йөрөгән саҡтарҙан беләләр ине. Ҡайһы бер коммунистар эреләтелгән колхозға “Сталин” исеме бирәйек тип тәҡдим иттеләр. Ләкин Абдуллин: “Уның өсөн Сталиндың үҙенең ризалығы кәрәк”, — тип ҡаршы төштө. Мин “Колхозға “Совет” исеме ҡушайыҡ” тигән тәҡдим индерҙем. Барыһы ла риза булды.

1950 йылдың 20 декабрендә “Комбайн” (Учалы), “Авангард” (Һәйтәк), “Өргөн” (Өргөн) колхоздарынан 800 колхозсы район мәркәзенә йыйылды... Мине бер тауыштан “Совет” колхозы рәйесе итеп һайланылар”.

Был колхозды Ғөбәй Фәтҡуллин 1973 йылға ҡәҙәр етәкләй. 1953 йылда уҡ колхоздың килеме миллион һумдан артып китә. Ошо урында, үрҙә әйтел­гәндәрҙе йомғаҡлап, белдереү яһағы килә: Учалы районында, Өргөндә, халҡыбыҙҙың өс арҙаҡлы шәхесенең ғүмер юлдары киҫешә. Шуға был мәҡәләгә исем эҙләгәндә “Өс таған”, “Дуҫтар” тигән варианттарға ла туҡтап ҡалғайным. Ҡайһыһын бирһәк тә, дөрөҫ булыр ине. Ә хәҙер был кешеләрҙе яҡын­лаштырған, дуҫлаштырған мәл­дәргә мөрәжәғәт итәйек.

Мостай эҙҙәренән...  Өс таған
Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ

Мостай Кәрим (1919 — 2005), Мө­хәммәт Хәйҙәров (1915 — 1999) һәм Ғөбәй Фәтҡуллин (1914 — 2012) — өсәү­һе лә дәүерҙең елле-дауыллы, болған­сыҡ заманында донъяға килгән. Өсөһө лә крәҫтиән тормошоноң ауыр йөгөн үҙ елкәләрендә үткәргән, һәр яҡлап нужа күргән. Һүҙ үҙҙәренә бирелә.

Ғөбәй Фәтҡуллин: “Атайым уҡытыу­сылыҡ эше менән генә шөғөлләнмәне. Ул бик ҙур ихласлыҡ менән игенселекте лә алып барҙы. Ике атыбыҙ, ике һыйырыбыҙ бар ине.

1921 йыл. Мин ете йәштә генә булһам да, шул йылда нимәләр булға­нын әҙерәк хәтерләйем. 1921 йылда бөтә Рәсәйҙә ҡоролоҡ булды. Йәй буйы бер мәртәбә лә ямғыр яуманы, шуға күрә ашлыҡ бөтөнләй үҫмәне. Күп кеше ашарға бер нәмә лә таба алмай асыҡты, һуңынан үлә башланы. Урамда үлеп, һуҙылып ят­ҡан кешеләр әле лә күҙ алдымда. Ауыл­да эттәр, бесәйҙәр ҡалманы, ашап бөттөләр. Хатта кемдәрҙеңдер үҙҙәре­нең бәләкәй балаларын ашағандары тураһында һөйләй торғайнылар...

Беҙҙең дә тормош хөртәйҙе. Мал­дарҙы, бер һыйырҙан башҡаларын, һуйып бөтөрҙөк... Әсәй алабутанан, кесерткәндән аш бешереп ашата ине. Шуны ашап, эсем бик ныҡ ауыртҡаны хәтеремдә.

...Ҡунаҡбайҙың башланғыс мәктәбен дүрт йыл урынына өс йылда уҡып бөтөрөп, Учалы ауылының икенсе баҫҡыслы мәктәбенә уҡырға керҙем. Өс-дүрт ай уҡығас, атайым килде лә: “Әлегә уҡырға тура килмәҫ, бик ҙур һалым һалдылар”, — тип мине алып ҡайтып китте. Ауылға ҡайтҡас ауыл малайҙары менән үҙебеҙҙең аттарҙы көтөргә йөрөнөм. Шулай уҡ Ғабдулла ағайым менән бергә ҡырҙа ятып ер һөрҙөк, тырматтыҡ, аш сәстек”. Иғтибар итегеҙ, был өҙөк данлыҡлы Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) ауылдашы булған Ҡунаҡбай егете Ғөбәй Фәтҡуллиндың китабынан.

Мөхәмәт Хәйҙәров һөйләй: “Күберәк өләсәй тәрбиәһендә үҫергә тура килде миңә. Атайҙан иртә ҡалдым. Ул 1921 йылғы аслыҡта донъя ҡуйҙы. Наилә исемле һеңлекәшем дә шуның ҡорбаны булды. Атай, бахыр, беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарырға уйлаптыр инде, Златоустҡа алып киткәйне. Шундағы баракта йәшәгән 35 кешенән әсәй менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Хәйер һораша-һораша саҡ ҡайтып йығылдыҡ тыуған ауылыбыҙ Өргөнгә. Нисектер иҫән ҡалдыҡ улай ҙа, әсәйҙең йүнселлеге ҡотҡарҙы шикелле.

— Ул саҡта уҡырға төшкәйнегеҙме?

— Уҡыу тип, шул ҡыштарын үҙе­беҙҙәге башланғыс мәктәпкә йөрөгән булдым инде. Йәйҙәрен байҙарға ялланып көтөү көтәм. 11-12 йәшкә еткәс, тамаҡ аҫрау өсөн ялсы­лыҡта көн итә башланым. Унда инде һабанын да һөрәбеҙ, бүтәнен дә эшләйһең”. (1995 йылдың 10 мартында “Йәншишмә” гәзитендә баҫылған әңгәмәнән).

Мостай Кәрим тураһында мәғлүмәт­тәрҙе табыу тиҙерәк һәм еңелерәк булыуға һылтанып, уның бала сағын өйрәнеүҙе гәзит уҡыусының үҙенә ҡалдырайыҡ һәм был шәхестәрҙе дуҫлаштырған, яҡынайтҡан икенсе уртаҡ сәбәп (дәлил) хаҡында әйтеп үтәйек. Ул — журналистика. Өсәүһе лә педагогия институтын тамамлаған. Уларҙа белемгә ынтылыш хайран ҡалырлыҡ көслө була.

М. Хәйҙәров тәүҙә Белорет металлургия техникумында уҡый (1930 — 1933). Хәҙерге күҙлектән сығып ҡараһаң, Өргөндән алып йөҙ километрҙан ашыу аралыҡта ятҡан Белоретҡа мохтажлыҡ­та йәшәгән егеттең барыуы үҙе үк һоҡландыра. Үҙемдең тормоштан алын­ған ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарайым.

Беҙ, дүрт малай һәм бер нисә ҡыҙ, 1965 — 1969 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡыныҡ. Яңы Байрамғолдан ҡалағаса аралыҡ – илле километр. Ялға йәки каникулға ҡайтһаҡ, кире китә алмай көн буйы юлда һирәк-һаяҡ үтеп киткән машиналарға ҡул күтәреп торор инек. Көнөнә бер тапҡыр Учалы — Белорет араһын тапаған “Пазик” автобусы Учалынан уҡ шығырым тулып килер ҙә туҡтамай үтеп китер ине. Беҙ ул ҡалдырған саң туҙаны араһында шартлар сиккә етеп, ә ҡыҙҙарыбыҙ илашып тороп ҡалыр инек.

Арабыҙҙағы иң тәүәккәл, иң ҡыйыу курсташыбыҙ Рәмил Шакиров (урыны ожмахта булһын) яһаған аҡлы-ҡаралы (зебра) таяҡ та һирәк кенә ярҙам итер ине. Мәрхәмәтһеҙ берәй шоферҙан туҡмалып ҡалмаһаң әле. Барыбыҙҙың да хәтерендә бер осраҡ ғүмерлек булып һаҡланып ҡалды.

Иртәрәк оло юлға сығып, ғәҙәттәгесә һирәк-һаяҡ үткән машиналарға ҡул күтәреп торабыҙ. Береһе лә туҡтамай. Төш етәрәк Учалы яғынан ҡара ҡумталы машина күренде. Һуңғы өмөт. Өмөтөбөҙ аҡланды. Туҡтаны. Ҡабырғанан ишекте астылар. Эскә ташландыҡ. Кергән ың­ғай, шәйләп ҡалдым: тимер рәшәткәле бер кешелек камера эсендә кемдер тора... Ишекте яптылар. Дөм-ҡараңғы. Тәҙрә­ләр юҡ. Машина ҡуҙғалды. Күңел­дәрҙә шатлыҡ! Тауға менгәндә артҡа, тауҙан төшкәндә алға шыуышып иҙәндә ятабыҙ. Урындыҡтар юҡ бит. Ҡайҙа инде ул ваҡытта бөгөнгө юлдар, һелкетә. Эх, тибеҙ стенала бер бәләкәй генә тишек булһасы: ҡайҙа барғаныбыҙҙы белер инек, исмаһам, тышты күрер инек... Белоретҡа яҡынлашҡан һайын, был теләк көсәйә төштө.

Эх, тибеҙ, берәй ярыҡтан урамды күрергә ине... Ниһайәт, машина туҡтаны. Ишекте астылар. Таҙа һауа эркелеп эскә үтте. Күҙ сағыу яҡтылыҡтан ҡамашты. Беҙ ҡайҙа? Бәй, Белореттың ҡап уртаһында бит, Металлургтар кинотеатры аръяғындағы парктабыҙ. Машинанан ырғыныҡ, һикерҙек, кемдер шыуышып төштө лә ергә ауҙы. Машина ҡуҙғалды, ә беҙ ерҙән тора алмайбыҙ. Кемдер ҡоҫа, кемдер илай, кемделер уҡшыта... Ауырыйбыҙ!
Бына шул ваҡиғаны хәтерләп, транспорт бөтөнләй булмаған ваҡытта Белоретҡа уҡырға төшкән Мөхәммәт Хәйҙәровты герой булған икән ағайыбыҙ, тип иҫкә алам. Ләкин был ваҡиғаны иҫкә төшөрөүҙең йәнә ике сәбәбе бар.

Һынауҙарҙан торған тормош

Тәүгеһе – 1936 йылдың 22 июнендә М. Хәйҙәровты граждандар һуғышы геройы Муса Мортазин тураһында яҙған мәҡәләһе өсөн ҡулға алалар. Ә бит кисә генә, 21 июндә, матур тауышлы, гармунда һыҙҙырып уйнаған егет Мәскәү консерваторияһына уҡырға инергә уңышлы һынау тотҡан булған!

Уны милләтселектә ғәйепләйҙәр. Суд була. Биш йыл бирәләр. Тәүҙә Өфө, һуңынан Бәләбәй төрмәһендә ултыра. Унан Ҡарағанда яғындағы ҡаты режимлы “Карлок” тигән лагерға ебәрәләр. Йомшаҡ креслоларға ултырып, асфальт юлдарҙан тирә-яҡты күҙәтеп йөрөмә­гәндер бит “халыҡ дошманы”. Әле сараһыҙҙан беҙ барып ҡапҡан “черный ворон” күп мәртәбә 21 йәшлек егеттең төп транспорт сараһы булғандыр.

Үрҙә һөйләнелгән ваҡиғаны хәтерләү­ҙең икенсе сәбәбе туранан-тура курс­ташым мәрхүм Рәмил Шакировҡа барып ҡағыла. Педучилище тамамлаһа ла, ул мәктәп системаһында оҙаҡ эшләмәй. Белемле, тәүәккәл, һүҙ оҫтаһы булған егет, вазифаһы ҡушҡанса, илебеҙҙең төньяҡтарына барып сыға. Йөҙәр метр тәрәнлектә баҫылып ҡалған шахтерҙарға йәшәүгә өмөт уятыу өсөн шахтаға төшә. Үҙе лә дөм-ҡараңғылыҡта ҡыҫылып ҡала, ләкин бурысын намыҫ менән үтәй. Ҡотҡарыусылар иҫән ҡалғандарҙы ер өҫтөнә, яҡтылыҡҡа сығарғанда, Рәмилебеҙ бөтөнләй икенсе кеше була. Иманым камил, ер аҫтында ятҡанда, Рәмил теге “черный ворон”ды иҫкә төшөрмәй булмағандыр.

Һүҙ башыбыҙ ағайҙарыбыҙҙың ғилемгә ынтылышы тураһында ине бит. Уратыбыраҡ йөрөгәндән һуң, йәнә шул темаға ҡайтып, Ғөбәй Фәтҡуллингә күсәйек. Ул йәш кенә көйөнсә, ете класс белеме менән сельпола һәм колхозда хисапсы, район мәғариф бүлегендә һәм халыҡ судында сәркәтип, Ғәлиәхмәр мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп өлгөрә. Белемгә сарсау уны Ҡазанға алып китә. Юрист булыу маҡсаты менән был яҡтарға юлланған йәш кеше, йәшәргә дөйөм ятағы булған өсөн, сәнғәт техникумына урынлаша. Студенттар тормошона арнап төрлө гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫтыра. Ике йылдан мөхәррир урынбаҫары булып китә...

Хәҙер фекерҙе бер төпкә йыйнаһаҡ та була. Йылдар үткәс, драматург булып таныласаҡ М. Хәйҙәров һәм М. Кәримде драма театры янындағы сәнғәт учи­ли­щеһын тамамлаған Ғ. Фәтҡуллин аң­ламаҫ ине тиһегеҙме? Был өс шәхестең уртаҡ темалары булған шул. Бынан тыш, ул саҡтағы тормош үҙе үк эҙлә­неүҙәр-табыштар осоро, совет хөкү­мәтенең ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн көрәш аренаһы, Коммунистар партияһының (беҙҙең өс шәхесебеҙ ҙә — коммунист) ҡарарҙарын Үҙәк Комитет ҡушҡанса бойомға ашырыу майҙаны лабаһа. Илленсе йылдар башында М. Хәйҙәров “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй (1946 йыл), М. Кәрим Яҙыусылар союзына етәкселек итә, ә Ғ. Фәтҡуллин ең һыҙғанып хужалыҡ эшенә тотоноп китә — “Совет” колхозы рәйесе. Уның өсөн гәзит, журналистика эше икенсе планға күсә.

Өргөн — илһам сығанағы


Ниһайәт, “өс таған” өсөн уртаҡ булған темаларҙың тағы береһен билдәләп үтергә мөҙҙәт етте. Был — өсәүһенең дә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатна­шыуҙары, яу ветераны булыуҙары.

1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырылған Ғөбәйгә 1946 йылда ғына, ете йылдан һуң, тыуған ауылы Ҡунаҡбайға ҡайтырға насип була, “Зауралец” гәзитенең мөхәррире булып эш башлай. М. Хәйҙәров, нахаҡҡа хөкөм ителеп лагерь үткәндән һуң, Өфөгә ҡайтып, республика гәзитенә урынлаша. 1941 йылда, әле генә институт тамам­лаған М. Кәрим, һуғышҡа саҡырылып, 1946 йылдың йәйендә ҡайтып тыуған өйө­нөң ишеген ҡаға. Һуғышта күкрә­генән ҡаты яраланып (1942), госпитал­дәрҙә оҙаҡ дауаланырға тура килә уға.

Һалдат яу ҡырында ниҙәр генә күрмәй һәм кисермәй... Ауыр һалдат яҙмышы был өс шәхесте фронт һыҙыҡтары буйлап айҡап-сайҡап йөрөтә торғас, ысҡын­дырып, өсәүһенә лә иҫән-һау тыуған яҡта­рына ҡайтыуын насип итә һәм уларҙың ғүмер юлдары тап Учалы райо­нының Өргөн ауылында киҫешә. Бергә­ләп әңгәмәләшеп ултырғанда, күпме хәтирәләре менән уртаҡлаша улар...

“Өргөнгә килеүҙең тәүге көндәрендә күл буйҙарын ҡыҙырып, урам аръяғын­дағы ҡарағастар менән танышып йөрөүҙән ары китә алманым. Ауыл эргәһендәге Биргетау тигән түбәгә күтәрелеп, аҫта йымылдап ятҡан мөһабәт күлгә, алыҫ үҙәндәргә, күкһел урмандарға, офоҡ ситендәге Ирәмәл­дең аҡ таҡыяһына күҙҙәрем талғансы ҡарағым килә. Ынтылырға әлегә баҙнат итмәйем. Күкрәгем ҡыҫыла, — тип яҙа яралы яугир Мостай Кәрим “Бейеш”тә. – Мөхәммәт­тең йомарт ҡуллы, йор һүҙле кәләше Ғәйниямал мине көн һайын күбектәре күпереп торған кәзә ҡымыҙы менән кикерт­кәнсе һыйлай. Бүтәндәргә, сәләмәт әҙәмдәргә, бик аҙ тәтетә. Аҙна-ун көн үтеүгә, тыным иркенәйеп, теҙ быуындарым нығып китте...”

Илленсе йылдар башында һәр йәй һайын М. Кәрим үҙенең ғаиләһе менән Өргөндә ял итә, ижад ҡомарына сума. “Мостай Кәримдең “Европа-Азия” шиғырҙар циклының яҙыла башлауы илленсе йылдар башында, — тип яҙа академик Ғайса Хөсәйенов әҙипкә арналған монографияһында. — Ҡағыҙға төшкән тәүге шиғырҙары 1951 йылға ҡарай. Циклдың “Кереш”, “Тыуған йорт”, “Тыуған ауыл” төркөмдәрен үҙ эсенә алған беренсе өлөшө матбуғатта 1953 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналының алтынсы һанында һәм “Ҡы­ҙыл Башҡортостан” гәзитенең 7 ноябрендә баҫылып сыға. Дауамы “Тыуған республика”, “Тыуған ил” төркөмдәре, “Әҙәби Башҡортостан” журналының 1954 йылғы өсөнсө һанында баҫыла.

Циклдың бер бөтөн төҫ алған өлөшө, айырым китап булып, шул йыл ахырында донъя күрә”. Оло әҙиптең, тәнҡитсенең монографияһынан бындай оҙон цитата алыуымдың төп маҡсаты М. Кәрим ижадында ҙур һәм әһәмиәтле, бәлки, үҙәк урынды алып торған “Европа-Азия” шиғырҙар шәлкемен ижад итеү нәҡ тә Учалыла башланыуын, был бәрәкәтле яҡтарҙың уны илһам­лан­дырып тороуын күрһәтеүҙән булды. Шулай булмайса: шағир үҙенең дуҫтары менән Европа һәм Азия ҡитғаларын айырып ятҡан Яйыҡ йылғаһын нисәмә тапҡыр иңләп-буйлап кисеп сыға, Әүәләк тауына, уның менән йәнәшә ятҡан Ирәмәлгә күтәрелә, шул Ирәмәл аҫ­тындағы колхоздың етәксеһе Тажетдин ҡартта ҡунаҡта була (“Иләү эйәһе”). Шул саҡтарҙа Әүәләк түбәһендә төшө­рөлгән аҡлы-ҡаралы фотоһүрәтте гәзиткә биреп ҡарайым, бәлки, баҫылыр.

М. Кәрим балалар өсөн “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесын ижад итә. Әҫәр 1951 йылда республикабыҙҙың “Пионер” журналында донъя күрә. Ә бына туранан-тура Өргөн менән бәйле “Өс таған” повесы 1962 йылда ғына шул уҡ “Пионер” журналында баҫылып сыға. Был әҫәр тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙән башлап һәр персонажын һынландырыуға ҡәҙәр Өргөн рухы менән һуғарылған. Ҡалҡанкүл үҙ исеме менән алынһа, Ҡылыскүл — Өргөн. Күкрәктау Оло тау булһа, Кесе тау — Биретау. Кирәмәт түбәһе, әлбиттә, Ирәмәл, уға Кирәбе ауылынан байтаҡ ара барырға кәрәк. М. Хәйҙәровтың оло ҡыҙы Рәйхана әйтеүенсә, повестағы Гөлнурҙың прототибы нәҡ үҙе булып сыға. Ә Рәй­хананың һеңлеһе Гөлнур, повесть хағына, апаһына исемен биреп кенә торған икән. “Исеме лә матур уның – Гөлнур, — ти тәү таныштырғанда автор. — Тик алғы тештәре генә юҡ. Теш булмағас, ауыҙында һис һүҙ тормай”. Бәләкәй ҙә була бит әле Гөлнур. М. Кәрим төйәкләнгән Ҡобора әбейҙең йортонан бер нисә өй аша повестың тағы бер прототибы – Вәзир тигән малай йәшәй. Ул бөтә ҡылыҡ-холоғо менән әҫәргә инеп китә. Өргөндөң иҫәр Әбү­бәкере лә яҙыусының хикәйә геройына әүерелә. (“Башҡортостан ҡыҙы”, 2004, № 10). Күп йылдар үткәс, М. Кәрим күренекле яҡташыбыҙ Рәшиҙә Солта­новаға бағышлап “Быуат менән хушлашыу” шиғырын яҙасаҡ.

“Һирәк осрай торған шәхес”

Ауылдашым Мөхәммәт Хәйҙәров та илленсе йылдар башында иркенләп ижад эшенә тотона. Тәүҙә ул драматург булараҡ танылыу яулай. Был мәлдәргә ул “Намыҫ” исемле тәүге пьесаһын яҙа. “Ирәндек буйында” исемлеһен Башҡорт академия драма театры ҡуя. Халыҡ уны йылы ҡабул итә. Мостай Кәрим һәм башҡалар тамаша хаҡында ыңғай рецензиялар баҫтыра. Мәскәүҙең “Театр” журналы ла спектаклде маҡтап сыға. Һуңынан “Килен”, “Кейәү балаҡай”, “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар” исемле комедиялары Салауат, Сибай драма театр­ҙарында ҡуйыла. М. Хәйҙәров барлығы 12 пьеса яҙа һәм бөтәһе лә театрҙарҙа сәхнәләштерелә. Алға китеберәк әй­тәйем, М. Хәйҙәров олоғая төшәрәк прозаға тотоноп китә. Ундан ашыу повесть яҙа. Быларҙың барыһын да Мос­тай Кәрим күреп, дуҫтарса кәңәштәре менән ярҙам итеп тә ебәрә.

“Башҡортостан” гәзитенең 1995 йылғы 7 март һанында М. Хәйҙәровтың 80 йәше тулыу уңайынан әңгәмә бирелгән.
— “Мөхәммәт ағай, һеҙ Мостай Кәрим менән дуҫ булғанһығыҙ, тиҙәр, уның ме­нән Өргөн яҡтарын да ҡыҙыр­ғанһығыҙ икән, — тип ҡыҙыҡһына хәбәрсе.

— Мостай — минең өсөн тормошта һирәк осрай торған шәхестәрҙең береһе, — тип яуаплай әҙип. — Төрмәнән сыҡҡас та, миңә бүтәндәр һымаҡ “халыҡ дошманы” тип ҡара­маны, элек, егет саҡта, дуҫлашҡан Мостай булып ҡалды. Өргөнгә ҡунаҡҡа килде. Беҙ уның менән бөтә Урал һырты райондарын байҡап сыҡтыҡ”.

“Бейеш” әҫәрендә бит Мостай Кәрим дә түбәндәгесә яҙа: “Арабыҙҙа дүрт йәш булһа ла, Мөхәммәт мине тиң күрҙе, дуҫ итте”, — ти. Өс тағандың ныҡлы бер терәге М. Хәйҙәровтың “Халыҡ дошманы” ярлығын алыуға сәбәпсе булған данлыҡлы яҡташы Муса Лут улы Мортазин тураһындағы очеркы үҙ ваҡы­тында уның тормошона бик ҙур фажиғә килтерһә лә, яҙыусы Муса батырға арнап, ҙурыраҡ әҫәр яҙыу теләге менән янып йәшәй. Муса Мортазинға арнап “Азамат” пьесаһын яҙа. Һәм, яҙмыштың шаярыуымы был: режиссер Шәүрә Мортазина, Граждандар һуғышы геройының ҡыҙы, Башҡорт академия драма театрында уны сәхнәгә ҡуя.

Тағы ла алғараҡ китеп әйтәм: М. Хәй­ҙәров 80 йәше тулыр алдынан, үҙенең төп китабын — “Китмәҫ өсөн килдем” романын баҫтырып сығарҙы. “Был әҫәрҙең йөкмәткеһе лә, яҙылыу тарихы ла илебеҙ үткән, Мөхәммәт ағай үҙе үткән ҡатмарлы, ғибрәтле юлдан айырып алғыһыҙ. Ауыр һуҡмаҡтар үтеп, оло ижад юлына сыҡҡан Мө­хәммәт ағай Хәйҙәров был романы менән үҙенең яҙмыш тауына алтын бағана ултыртты”. (Ноғман Мусин. “Ауыр һуҡмаҡтар”. 1995 йыл, 7 март). Йәнә ғәжәпкә ҡалам, яҙмыш шаярыуымы был: М. Хәйҙәровҡа “Китмәҫ өсөн килдем” романы өсөн Муса Мортазин премияһы бирелә.

Өргөн илленсе йылдарҙа район үҙәге булып һаналған Учалы ауылына бик яҡын урынлашҡан. Аралары биш саҡ­рым ғына самаһы. М. Хәйҙәровтың өйөнә, “Совет Башҡортостаны” гәзите­нең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгәнгә, Учалы ауылынан сым тартып, телефон үткәрәләр. Оҙаҡ йылдар ул ауылда берҙән-бер телефон булып ҡала.
(Аҙағы бар)




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571