Йәштәр театрының ижад өлгөләре.
Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының беренсе романы буйынса “Кәмһетелгәндәр” спектакленең премьераһы булды. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөсәлим Күлбаев.
Башҡорт рухы – рус телендәСпектакль рус труппаһы тарафынан ҡуйылып, рус телендә барыуына ҡарамаҫтан, башҡорт рухы менән һуғарылған. Граждандар һуғышы, революция йылдарындағы төпкөл башҡорт ауылында барған ваҡиғаларҙы һүрәтләү тағы шуныһы менән алдыра: әҫәрҙә ҡайғылы, аяныслы хәлдәр күп булһа ла, ижади төркөм тамашасыларға башкөллө төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуймайынса, урыны-урыны менән көлкөлө мәлдәр, сатирик образдар тыуҙырыуға өлгәшкән.
“Кәмһетелгәндәр” романын бала саҡта уҡығайным, ҡайһы бер мәлдәре хәтерҙән юйылып та бөткәйне. Йәштәр театрына рәхмәт – тамаша барышында барыһын да бермә-бер хәтергә төшөрөп ултырҙым. Был спектаклде сәхнәләштереүҙең уңышлы булыуы һәм уның авторҙарының ике сәғәт эсенә әҫәрҙең мөһим хәл-ваҡиғаларын һыйҙыра алыуы хаҡында һөйләй.
Апалы-һеңлеле Емеш (Зарема Сәйетмәмәтова), Йәнеш (Элина Гусева), Бибеш (Светлана Бронникова) – әҫәрҙең төп геройҙары. Актрисаларҙың шул заман шаңдауын, бала күңелен тойоп уйнауы һоҡландыра. Ҡыҙҙарҙың атаһы Байгилдене һынландырған Салауат Нурисламовтың уйыны ла ышандыра – уға ҡарайһың да ярлылығы арҡаһында мөмкинлеге сикләнгән, ерһеҙ йонсоған, балалары өсөн үҙәге өҙөлгән, илдәге үҙгәрештәргә лә битараф ҡала алмаған, яңы ҡатыны Сәрбиямалға ла ярарға тырышып, ҡырҡҡа ярылған шул дәһшәтле ваҡыттарҙағы ирҙең хәсрәтен тойғандай булаһың.
Сәрбиямал тигәндән, Карина Фәтхиеваның ошо ролдә сағыу образ тыуҙыра алыуы күңелгә ятты. Үгәй әсә – Зәйнәб Биишеваның трилогияһында иң яһил, иң кире геройҙарҙың береһе. Әҫәрҙе уҡыу менән, ул елле кәүҙәле, киң яурынлы, тупаҫ йөҙлө ҡатын булып күҙ алдына баҫа. Спектаклдә беҙ бының киреһен күҙәтәбеҙ – Сәрбиямал нескә билле, һылыу йөҙлө, әммә был уның яуыз күңелен, яһиллығын аҡламай. Был йәһәттән актрисаның һөнәри талантын билдәләмәү мөмкин түгел.
Романды уҡыған һәр кем Сәлимә менән Хамматтың һоҡланғыс та, тетрәнгес тә мөхәббәт тарихын иҫләйҙер. “Кәмһетелгәндәр” спектаклендә был сюжет һыҙығына ла айырым иғтибар бүленгән. Сая, тура һүҙле, ҡыйыу, алсаҡ, изге күңелле Сәлимәкәйҙе Аида Күлбаева башҡарһа, батыр, ғәҙел, халҡының яҡты киләсәге өсөн йәнен-тәнен аямаған Хамматты Вадим Ҡылысов уйнаны.
Бибеш менән Хисбулланың ғаилә тарихы ла ҡыҙыҡлы: йәшләй генә көсләп кейәүгә бирелгән Бибеш тәүҙә бейеме тарафынан ҡыйырһытылып йәшәй, Хисбулла менән дә аралары тейешле юлға төшкәнсе ярайһы уҡ ваҡыт үтә. Әммә тора-бара улар араһында бер-береһенә иғтибар, ихтирам арҡылы һөйөү хистәре ярала. Бибеш ейән табып биргәс, Таибә лә килененә мөнәсәбәтен үҙгәртә. Романда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың барыһы ла һыйған спектаклгә. Хисбулла ролендәге Заһир Яруллинға, Таибәне уйнаған Альбина Кашановаға оҫталыҡтары өсөн афарин тип кенә әйтергә ҡала.
Иштуғандың (Дмитрий Гусев) яныу-ярһыуҙары, уның дуҫы Әхәт (Евгений Лопатин) менән революцияны ҡуш ҡуллап ҡаршы алыуҙары, Айһылыу (Иванна Калмыкова) менән мөхәббәте, ауыл йәштәре менән бергәләп Муллаға (Марат Сәйфуллин) ҡаршы тороуҙары киҫкен ваҡиғалар аша мауыҡтырғыс итеп һынландырылған.
Һатыбал (Азат Маликов), Әхмәтша (Рәмзил Сәлмәнов) кеүек кире геройҙар спектаклгә, руссалап әйткәндә, “борос” өҫтәп ебәрҙе, әҫәрҙең төп идеяһының береһе яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен тулыраҡ һынландырырға ярҙам итте.
Өммөкәйҙе уйнаған Гөлшат Ғайсина спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе төп көс булып торҙо. Уның моңло тауыш менән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы тамашаны мәғәнәүи яҡтан тулыландырҙы, башҡорт халҡының ул ваҡыттағы ғөрөф-ғәҙәттәрен сәхнәләштерергә ярҙам итте.
Ғөмүмән, премьера уңышлы уҙҙы. Тамаша һуңында “Ниңә спектакль башҡорт телендә түгел?” тигәнерәк фекерҙәр ишетелде. Уларға яуап итеп шуны әйтер инем: Зәйнәб Биишеваның мәшһүр романын, башҡорт халҡының шул замандағы көнкүрешен, зарлы йәшәйешен, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының революцияға тиклемге ауыр тормошон, етем ҡалған балаларҙың аяныслы бала сағын мөмкин тиклем күберәк кеше ҡараһа, насармы ни?!
Сәй табынындағы әңгәмәТеатр үҙ тамашасыһын икенсе яңы спектакль менән ҡыуандырмаҡсы: башҡорт труппаһы Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт”те сәхнәгә сығарасаҡ. Әле спектакль өҫтөндә ҡыҙыу эш бара.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры режиссерҙары һәм актерҙары сәй табынында журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләште.
– Беҙ башта был әҫәрҙе мюзикл булараҡ ҡуйырға уйлағайныҡ, – ти режиссеры Рөстәм Хәкимов, – әммә уны уҡып сыҡҡас, күберәк хикәйәләүгә ҡоролғанын аңланыҡ. Беҙҙең алға ла ҙур күләмле әҫәрҙе нисек бер спектаклгә һыйҙырырға, тигән һорау килеп баҫҡас, “Титаник” фильмындағы алымды ҡулланырға булдыҡ – бер мөхәббәт тарихы фонында – ҙур фажиғә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт”тә мөхәббәт – үҙе бер стихия. Диңгеҙ, Ел, Ай, Ҡояш – барыһы ла беҙҙең спектаклдә тере йән эйәләре.
Шулай уҡ “Ни өсөн театрҙа балалар өсөн әкиәттәр башҡорт телендә түгел?” тигән бик етди һорау күтәрелде һөйләшеүҙә. Театр директоры Азат Йыһаншин был һорауҙың урынлы икәнен билдәләне. Проблеманың төп сәбәбе – тамашасы булмауҙа. Театр өсөн план үтәлеүе мөһим, ә был тулы зал йыйыуҙы талап итә.
– Был мәсьәлә өсөн беҙҙең дә йөрәк әрней. Башҡорт телен үҫтереү хаҡында һүҙ бара икән, был йәһәттән ошондай күренештәргә лә иғтибар бүлергә кәрәктер, – тине Азат Нәзир улы.
– Бындай хәл үҙебеҙҙең әүҙем булмағанлыҡтан килә, – тине Милли йәштәр театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Шәүрә Шәкүрова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡҡа һүлпәнлек хас. Башҡорт әкиәттәренә йөрөмәү, башҡорт китаптарын һатып алмау ҙа ғәҙәти.
Төбөнә төшөп уйлап ҡарағанда, был – бик етди проблема, һәм ул баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа милли театрҙарына ла ҡағыла. Был осраҡта “балыҡ башынан серей” тигән әйтем урынлылыр, сөнки балаһына башҡорт телен өйрәтмәгән, милли рухта тәрбиә бирмәгән ата-әсә уны башҡорт телендә үткән мәҙәни сараларға ла йөрөтмәйәсәк. Театрҙарҙың Өфөлә генә түгел, хатта шул уҡ Сибайҙа башҡорт әкиәттәренә тулы зал йыя алмауы – бик аяныслы күренеш. Һәм мәсьәлә хәл итеүҙе талап итә.
Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан актерҙар Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Алтынай Хамматова, Зарема Сәйетмәмәтова һәм башҡалар үҙҙәренең яратҡан сәхнә әҫәрҙәре менән уртаҡлашты.
– Мин дә, башҡалар кеүек, үҙ театрымдың патриоты, бында ғәжәпләнерлек урын юҡ, тип уйлайым, – тине Алтынай һәм театр ҡуйған спектаклдәрҙе ҡат-ҡат ҡарауы хаҡында әйтеп үтте.
– Миңә үҙебеҙҙә барған “Левушка” спектакле оҡшай, – тине Рәмзил Сәлмәнов, – яңыраҡ уны ҡарағанда ошондай хәл булды: минән артта ултырған оло йәштәге ике апай, спектаклдә христиан динлеләр хаҡында һүҙ барһа ла, уның мосолмандар тураһында ла икәне хаҡында һөйләшеп ултырҙылар. Ҡыҙығып китеп диктофонымды ла ҡабыҙҙым хатта.
Милли йәштәр театры журналист халҡына айырыуса иғтибарлы һәм ихтирамлы. Сәй табынында ошондай йәнле һөйләшеүҙәр хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуға булышлыҡ итә.