Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова һәм хәрби алыш, һуғыш сәхнәләрен ҡуйыусы – Рәсәй Каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев.
Сибай театрының художество етәксеһе Дамир Ғәлимов әйтеүенсә, спектакль Башҡортостандың 100 йыллығына һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проекты нигеҙендә сәхнәгә сығарыла. Әйткәндәй, былтыр ошо проектҡа ярашлы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә “Ҡыҙ урлау” әҫәре сәхнәләштерелде.
Ҡайҙа нисектер, әммә Сибай халҡы театрға йөрөргә ярата, драма артистарын хөрмәт итә. Театрҙың быйылғы миҙгелен асҡандан алып икенсе премьераны тамашасыға сығарыуҙары. Тәүгеһе – билдәле драматург Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса “Хазина” премьераһы. Был юлы улар актер, ҡурайсы, йырсы, драматург, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С. Юлаев һәм Ғ. Сәләм премиялары лауреаты Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәрен һайлап яңылышмаған. Ишмулла Ишҡәле улы 1930–1940 йылдарҙа Сибай театрында эш башлап, ошонда ижади сынығыу ала һәм артабан Башҡортостандың билдәле сәхнә йондоҙо булып китә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: “Тере тупраҡ”ты бынан 35 йыл элек, йәғни 1983 йылда театрҙың баш режиссеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтхислам Ғәләүетдинов Сибай сәхнәһендә ҡуя.
– Ошоға тиклем артистар аҙ уйнаған спектаклдәргә өҫтөнлөк бирҙек, сөнки беҙҙең театр республика буйлап гастролдәргә йыш сыға, ауыл клубындағы сәхнәне иҫәпкә алырға тура килә. Был юлы тарихҡа ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға булдыҡ, сөнки әҫәрҙә күтәрелгән ер яҙмышы бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Икенсенән, күренекле шәхесебеҙ, атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына быйыл 90 йыл тулды. Әҫәрҙең төп нигеҙендә – республиканың тарихы, халҡыбыҙҙың әсе яҙмышы. Шул уҡ ваҡытта спектаклдә Сәсән образы юғары кимәлдә ҡуйыла, мәңгелек тема – мөхәббәткә дан йырлана, уның көсөнә ышаныс раҫлана. Спектаклдә тотош ижади труппа ҡатнаша, – ти театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәжит улы.
Сәхнәлә ниндәй генә әҫәр ҡуйылмаһын, образдарҙы тыуҙырған артистарҙың нисек уйнауы спектаклдең төп уңышын тәшкил итә. Ысынлап та, тамашасы күпселек осраҡта комедия жанрында күреп өйрәнгән артистарын был юлы үҙе өсөн яңынан асты. Бигерәк тә Юлтый (Морат Амантаев) һәм Һарыласәс (Ләйсән Ишмөхәмәтова) образдарын тыуҙырған артистарҙың сығышы һоҡланырлыҡ булды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатовты ла хәҙер тамашасы йырсы булараҡ ҡына түгел, ролдәрен үҙенсә генә балҡытып ебәрә алған сәнғәт оҫтаһы рәүешендә ихлас ҡабул итә. Театрға йәнә үҙенсәлекле таланттың килеүе ҡыуандырмай ҡалмай. Ниндәй генә образда сәхнәгә сығыуҙарына ҡарамаҫтан, һәр саҡ үҙҙәренең оҫта уйнауы, ижади балҡыштары менән премьераға йәм һәм нур биргән Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин (Аҡсәсән ролендә), Сәхибъямал һәм Шәмсинур ролендә Зифа Баязитова менән Рәмилә Хоҙайғоловаларға “Афарин!” тиеүҙән башҡа ни әйтәһең!
Шулай уҡ тамашасы Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Марс Итбаев, Айгөл Хәкимова, Юнир Ғәйнуллин һәм Арсен Шәйхисламовты өр-яңынан асты, уларҙың тетрәндергес образдар ижад итеүенә шаһит булды. Һәр хәлдә, Сибай артистарының һәр береһен яҡшы белгән Дамир Ғәлимов был юлы ла ролдәрҙе бүлеп биргәндә яңылышмаған. Һөҙөмтәлә премьера үҙ маҡсатына өлгәшкән.
Бында, әлбиттә, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Азат Нәҙерғоловтың ижади эшен дә юғары баһалайбыҙ. Хәйер, Азат Әхмәҙулла улы Сибай артистары менән электән хеҙмәттәшлек итә. Был – режиссерҙың дүртенсе спектакле, шуға күрә уның театрға ҡарата үҙ ҡарашы, асылы, алымы бар. “Ни өсөн Ишмулла Дилмөхәмәтов әҫәрен һайланығыҙ?” тигән һорауыма ул, йылмайып: “Сөнки ул – минең яҡташым!” – тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙе.
– 80-се йылдарҙа миңә Ишмулла ағай Дилмөхәмәтовтың күренекле композитор Заһир Исмәғилев менән бергә хеҙмәттәшлек итеүен күрергә һәм улар менән яҡындан аралашырға насип итте. Артабан ике бөйөк шәхестең үҙ-ара хеҙмәттәшлегенән бынамын тигән опера барлыҡҡа килде. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың либреттоһына Заһир Исмәғилев “Урал илселәре” операһын яҙа, ул 1982 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Дамир Мәжит улынан тап ошо әҫәрҙе сәхнәләштереү өсөн саҡырыу алғас, һис икеләнмәйенсә риза булдым.
Беренсенән, Сибай театры артистары менән быға тиклем дә эшләгәнем бар, улар шул тиклем тырыш, уңған. Икенсенән, Сибай театрын бала саҡтан яратам. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡ театры, бында артистар ҙа халыҡсан уйнай, яһалмалыҡ, ғөмүмән, юҡ. Был бигерәк тә халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған тарихи әҫәрҙәргә тотонғанда үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Өсөнсөнән, мин спектаклгә үҙемдең уҡыусым, бөгөн Мәскәүҙә эшләгән каскадер Роберт Йылҡыбаевты саҡырҙым, ул артистарға алыш һәм һуғыш сәхнәләрен ҡуйҙы, төрлө тренингтар үткәрҙе. Өфөнән саҡырылған тотош ижади төркөм эшләне. Кейемдән алып артистарҙың ым-ишараһына, әйткән һүҙенә, ҡарашына тиклем һәр деталь, һәр образ тәрән уйланылып ижад ителде. Әлбиттә, ҡасандыр ҡуйылған “Тере тупраҡ” менән беҙ бөгөн сәхнәгә сығарған спектаклде сағыштырырға кәрәкмәй, сөнки бөгөн заман һулышын тоя белергә лә, тамашасы зауығын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Шуныһы һөйөнөслө: премьераны көндәр буйы эшләргә тура килгән мәлдәр булды, әммә бер артистан да ризаһыҙлыҡ ишетелмәне, киреһенсә, улар һәр нәмәне отоп алырға тырышҡандай, ихласлыҡ менән ҡабул итте. Ҙур рәхмәтлемен уларға. Ә тамашасы премьераны нисек ҡабул иткән – уныһы икенсе мәсьәлә, – тине Азат Әхмәҙулла улы.
Һәр хәлдә, Сибай тамашасыһы яңы спектаклде ҡыуанып ҡаршы алды, ниһайәт, тарихи темаға ҙур әҫәрҙең сәхнәгә сығыуына шаһит булды. Спектаклдә тотош ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу артист ҡатнаша. Шуға ҡарамаҫтан, сибайҙар, ана, Урал аръяғы райондарындағы мәҙәниәт усаҡтарына гастролгә сығып та киткән. Халыҡсан театрҙың халыҡ араһында булыуына йәнә бер асыҡ миҫал был. Сәхнәләрҙе тултырыр, тамашасыларҙы уйландырыр һәм һиҫкәндерер, үткән тарихыбыҙға бер аҙға булһа ла ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итер “Тере тупраҡ” күптәрҙең күңелендә тере ҡуҙ булып балҡыясағында һис тә шик юҡ. Тыуған ерҙең тере тупрағы һәр беребеҙҙең күңелендә булһын.