Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғата Сөләймәновтың исеме мәңгеләштерелә
Ғата Сөләймәновтың исеме мәңгеләштереләОктябрьскийҙа Ҡурай байрамы булды
Нарыштау итәгендәге гүзәл ҡала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Мари Иленән килгән һәүәҫкәр музыканттарҙы, талантлы ҡурайсыларҙы ҡабул итте.
Ҡала мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенән ике көн буйы илаһи ҡурай моңо яңғыраны.
Тәүҙә сәхнә түренән йәш башҡарыусылар халыҡ көйҙәрен яңғыратты. Уларҙың сығышына конкурста ҡатнашыусы иң өлкән музыкант, Йошкар-Ола ҡалаһынан килһә лә, сығышы буйынса Баймаҡ районынан булған Муса Нурдәүләтов та яҡшы баһа бирҙе.
— Мин үҙем ҡурайһыҙ йәшәй алмайым, — тине ул. — Яҙмыш елдәре мине сит яҡтарға ташлаһа ла, Башҡортостан менән бәйләнеште өҙгәнем юҡ. Мари Илендә ҡурай моңон бик йылы ҡабул итәләр, күп концерттарҙа сығыш яһарға саҡыралар. Бындай саралар милләтебеҙҙең рухын байыта, телебеҙҙе, быуындан быуынға күсә килгән изге йолаларыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә. Балаларҙың бәйгелә күп ҡатнашыуы, матур сығыш яһауы күңелдә яҡты тойғолар уята. 8, 9, 10 йәшлек башҡарыусылар ҡурай тартыу серҙәренә өйрәнергә өлгөргән. Тимәк, башҡорт ҡурайын ышаныслы ҡулдарға тапшырабыҙ. Боронғо уйын ҡоралы башҡорт халҡының юлдашы, яуҙашы ул, шатланғанда ла, ҡайғырғанда ла беҙ ҡурай моңонан айырылмайбыҙ.
Ғата Сөләймәновтың исеме мәңгеләштереләЖюри ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов Октябрьскийҙағы әлеге фестивалдең әһәмиәтен билдәләп үтте.
— Халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралын киләсәк быуынға еткерергә, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтерергә тейешбеҙ, — ти Юлай ағай. — Республикала үткәрелгән ижади конкурстар араһында Октябрьскийҙағы Ҡурай байрамы айырым урын алып тора. Был төбәктә мәҙәниәтле халыҡ йәшәй. Уларҙың ҡунаҡсыллығы беҙҙең ҡурайсыларға ҡанат өҫтәй. Элгәре бит бындай бәйгеләрҙә еңгән оҫта башҡарыусыларға ат бүләк иткәндәр. Ә октябрьскийҙар иһә Гран-при яулаусыларҙы “тимер ат”ҡа атландыра, уларға “ВАЗ” автомобиленең асҡысын тапшыра. Шуға был фестивалдең офоҡтары ла киңәйә бара. Быйылғы бәйге шул яғы менән дә әһәмиәтле: ул Ғата Сөләймәновтың 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелә. Ошондай конкурстар халыҡтың рухын күтәреү менән бергә йәш таланттарҙы табырға ла ярҙам итә. Хәҙер республиканың көнбайыш төбәгендә һәләтле ҡурайсылар артҡандан-арта бара. Күп райондарҙа йәш башҡарыусыларҙы үҙенә йыйған матур ансамблдәр барлыҡҡа килде. Бына быйыл дүртөйлөләр бик һәйбәт сығыш яһаны. Баймаҡ районында тыуып үҫкән егетебеҙ Рәмзин Әбсәләмов байтаҡ йылдар инде Туймазы һәм Октябрьскийҙа музыка уҡытыусыһы булып эшләй, ошо төбәктә ҡурай сәнғәтен тергеҙеүгә, йәш башҡарыусыларҙы боронғо музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеүгә күп көс һәм тырышлыҡ һала. Ул етәкләгән ансамбль һәр ваҡыт еңеүселәр исемлегендә. Рәмзиндең тәрбиәләнеүсеһе Альберт Лотфуллин көслө ҡурайсылар сафын тулыландырмаҡсы. Быйылғы бәйгелә ул балалар төркөмөндә хаҡлы рәүештә I урынды яуланы.
Артабан байрам ҡаланың Ленин майҙанына күсте. Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм театрлаштырылған тамашаны ҡарарға килгән халыҡҡа йылы ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы Сергей Молчанов, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов һәм Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов мөрәжәғәт итте.
— Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе ысын күңелдән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ, — тине үҙенең сығышында Салауат Тәлғәт улы. — Ҡурай сәнғәте башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Октябрьскийҙа үткәрелгән бәйгенең кимәле юғары, шуға ул киләсәктә танылған ҡурайсы, үҙенең башҡарыу оҫталығы менән республикабыҙҙан ситтә лә тамашасыларҙы таң ҡалдырған, ҡурайсыларҙың яңы быуынын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Ғата Сөләймәновтың исемен йөрөтәсәк.
Ҡыуаныслы хәбәрҙе майҙан көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
— Ҡурай байрамының халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының исемен йөрөтәсәге бик тә урынлы, — тине Көйөргәҙе районынан “Мираҫ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Альберт Юлдыбаев. — Мин үҙем Ғата ағайҙың васыятына тоғро ҡалдым. Үҙең ҡурайҙа уйнарға өйрән дә башҡаларҙы үҙ юлыңдан эйәрт, тип әйткәйне ул. Бер бәйгелә ҡатнашып, уның ҡулынан диплом алыу бәхетенә өлгәштем. Район һабантуйына беренсе тапҡыр ҡурайсылар ансамблен алып сыҡтым. Шунан бирле ҡурайҙың ғәжәйеп моңон төрлө сәхнәләрҙә һәм байрамдарҙа яңғыратабыҙ.
Гала-концертта һәләтле башҡарыусылар, иң яҡшы ансамблдәр һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Һуңынан инде бәйгелә еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Фестивалдең иң оло бүләге — Гран-при һәм “ВАЗ” автомобиленең асҡысы Өфөнән Венер Йылҡыбаевҡа тапшырылды. Ул сығышы менән Ейәнсура районының Сәғит ауылынан. Әле Венер Рәжәп улы З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта, йәш ҡурайсыларҙы тәрбиәләй.
— Был минең тәүге ҙур еңеүем, — тине Гран-при алыусы. — Ул ижадыма яңы илһам бирәсәк. Ошондай күркәм байрамдар яңы таланттарҙы, яңы исемдәрҙе асһын, тылсымлы ҡурай тауышы киләсәктә лә күңелдәребеҙҙе байытып торһон.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Октябрьский ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779