Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен.
Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның сираттағы “Бетеү” исемле йыйынтығында повестар, хикәйәләр һәм эсселар тупланған. Әҙибәнең был китабын да әҙәбиәт һөйөүселәр бик йылы ҡабул итте. Ошо уңайҙан Гөлшат Фәйзи ҡыҙына бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Һәләт тота килеп барлыҡҡа килмәй. Моғайын, һеҙҙең затта ла яҙыуға маһир кешеләр булғандыр...
— Ғөмүмән, әсәйем менән атайым яғынан да бәйет, шиғыр йә булмаһа мөнәжәт сығармаған берәүҙе лә белмәйем. Уҡымышлы, дини кешеләр булған олатай-өләсәйҙәрем. Хатта араларында ишан менән суфый ҙа бар. Һәр береһе донъяуи ижадҡа ла яҡын. Исмәғил ишан, Вәли суфый хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр, улар ике туған олатайҙарым.
Атайымдың атаһы Ғариф хәҙрәт Баймаҡ районының Иҫән ауылында арҙаҡлы мулла ғына булмаған, сирлеләрҙе лә дауалаған, мөнәжәттәр ҙә ижад иткән. Мәжит Ғафури менән яҡындан аралашҡан, был хаҡта Иҫән ауылы аҡһаҡалы, педагогия хеҙмәте ветераны Зөлҡәрнәй апа һөйләгәйне. Ҡартәсәйем Гөлзәғифә — Сыңғыҙ ауылынан, бында уларҙың ғаиләһе Ҡазан тарафтарынан күсеп килгән. Бик үткер, егәрле ҡартәсәйем йырға һәм таҡмаҡҡа оҫта булған. Әсәйемдең атаһы Ҡорманғәле олатайым бәйет һәм шиғырҙар яҙа ине, бәйеттәре “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығында донъя күргән.
Ә Ғәлиә өләсәйем ғибрәтле хикәйәт һәм таҡмаҡтарҙы эш араһында беҙҙең күңелгә һеңдерә барҙы. Иҫ китмәле матур күңелле кеше, ауылда уны бөгөн дә әүлиә инәй тип хәтерләйҙәр. Ҡорманғәле олатайымдың әсәһе Факиһа өләсәйем дә оҫта хикәйәтсе булды, уны тирә-яҡ ауылдарҙан әкиәт һөйләтергә килеп алғандарын хәтерләйем. Әкиәттәре бик оҙон, өс-дүрт кискә һуҙылыр ине. Шиғыр менән дә көйләп, әкиәт геройҙары булып һөйләшеп тә, тотош бер тамаша күрһәтә торғайны.
Кистәрен беҙҙең бәләкәй генә өйгә һәр саҡ халыҡ йыйыла. Олатайым егермеләп гәзит-журнал алдыра, уҡығандарын башҡаларға ла еткерә. Беҙ, балалар, кескәй урындыҡты сәхнә яһап, концерт күрһәтәбеҙ. Факиһа өләсәйҙең әкиәттәрен мөкиббән бирелеп тыңлайҙар, унан кем ниндәй мөғжизәле хәл ишеткән — шуны бәйән итәләр...
Атайым бик көслө шиғырҙар яҙған, тиҙәр. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған. Былтыр август айында Талҡаҫ буйында туғандар Шәжәрә байрамы ойошторҙо. Атайымдың малай ғына сағында скрипка яһауын һоҡланып һөйләнеләр. Ә инде әсәйемдең шиғыр яҙыуына үҙем шаһит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъя менән хушлашыр алдынан уның дәфтәре юғалды, үҙе яндырманымы икән, тип уйлайым. Ниңәлер ул яҙышыуын сер итеп тотто, асылырға теләмәне.
Шул тиклем үкенесле, яҡындарымдың ҡомартҡыһын һаҡлай белмәгәнбеҙ, быны мин ғәмһеҙлек бәләһе тип атар инем. Һәр береһе күңелендәген аҡ ҡағыҙға күсергән дә тынысланған, ижадсы булам тигән уй башына ла инеп сыҡмаған. Хәйер, ундай ынтылыш миндә лә булманы, этәрмәләп тороусыларым булмаһа, бәлки, яҙғандарым үҙем өсөн генә ҡалыр ине.
— Тимәк, һеҙҙә яҙыусы булыу теләге һуңынан ғына барлыҡҡа килгән, шулаймы? Ә кем быға “ғәйепле” һуң?
— Әгәр яҙыусы булам тип ынтылһам, күберәк һәм емешлерәк ижад итеп ҡалған булыр инем. Ә ижад юлына баҫыуымдың төп сәбәпсеһе — әсәйем. Филология факультетына барып инеүемә лә ул сәбәпсе. Мин юрист булырға хыяллана инем. Һәр шиғырыма иғтибар биреп, мине әҙәбиәт донъяһына илткән кеше — әсәйем.
Һуңынан ижадыма битараф ҡалмай, файҙалы кәңәштәре менән үҫергә ярҙам иткән әҙиптәргә рәхмәтем сикһеҙ. Һүҙ ыңғайы шуны әйткем килә: беҙҙең ғаиләлә гел әҙәбиәт һәм музыка мөхите тантана итте. Шәхси китапханабыҙ бай булды. Башҡорт, татар йырҙарынан тыш, ҡаҙаҡ, инглиз, немец телдәрендәге йырҙар яҙылған пластинкалар күп ине, ул заманда әсәйем ҡайҙан тапҡандыр — белмәйем. Сәнғәт һәм әҙәбиәт әһелдәре хаҡындағы диафильмдарҙы ҡарарға бөтә дуҫтарым йыйыла торғайны.
— Үҙегеҙҙең тәүге шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Уға ниндәй баһа бирәһегеҙ?
— Әлбиттә. Бесәй тотҡан сысҡанды йәлләп, үҙемсә ҙур “поэма” яҙып ташланым. Беренсе класта уҡый инем. Әсәйем уҡып ҡараны ла: “Тәбиғәт тураһында яҙ”, — тине. Ә сысҡан бөгөн дә миңә мөләйем бер йән эйәһе булып күренә...
Ә баһаға килгәндә... Шиғырһыҙ, йыр-моңһоҙ йәшәгән кеше юҡтыр, әммә әҙәби әҫәргә талаптар көслө. Яҙышҡан-һыҙышҡандар артҡандан-арта, күңелгә барып еткәне аҙ. Үҙемдең башланғыс ижадымды ла баҫҡыстың иң түбәнге баҫмаһы булараҡ ҡабул итәм. Ул баҫманың булыуы мотлаҡ, әммә ул саҡта “мин — шағир”, “мин — прозаик” тип һөрән һалырға намыҫым етмәҫ ине, бөгөн дә икеләнгән мәлдәрем күп: мин яҙғандар кемгәлер йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңергә, матурлыҡты танырға ярҙам итәме? Ғөмүмән, кәрәкме? Минеңсә, яҙышҡан һәр кем үҙенә шул һорауҙы бирергә тейеш. Юғиһә мин бөйөк тип мәленән алда “йондоҙ сире” эләктергәндәр күбәйҙе.
— Һеҙ – драматург, шағирә, прозаик. Ни өсөн бер генә жанрҙы һайламанығыҙ?
— Әҙәм балаһының төрлө ваҡыты була. Минең тормошом да гелән генә шыма барманы. Төрлө мәлдә төрлө хис-тойғо кисерәһең. Һәм әлеге кисерештәр төрлө жанр талап итә. Шиғырға һалғанды прозала әйтеп булмай, драматургияға ла ниндәй ҙә булһа һорауға яуап эҙләгәндә мөрәжәғәт итәһең. Шиғриәт, проза, драматургия — улар барыһы ла күңелемә яҡын, барыһы ла минеке.
— Тимәк, әҫәрҙәрегеҙ башлыса автобиографик тиергә була?
— Түгел. Ләкин яҙыусы ниндәй әҫәр яҙһа ла, тормошҡа, хәл-ваҡиғаларға, геройҙарына үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен, фекерен һалмай ҡалмай.
— Мине балалар өсөн яҙған әкиәттәрегеҙ бик мауыҡтырҙы. Хатта бер нисәүһен рус теленә ауҙарҙым, балалар менән күңелле генә сара ойошторҙом. Ғөмүмән, әкиәт нисек тыуа?
— Ул тәржемә миңә лә бик оҡшаны, рәхмәт. Әкиәттәргә килгәндә... Сабый был донъяға килгәс тә, тирә-яҡ мөхит, үҙен уратҡан донъя, йән эйәләре менән таныша башлай. Уның тәүге һорауы ла: был нимә? Әкиәттәремдә мин сабыйҙың шул һорауҙарына яуап бирергә тырыштым. Геройҙарым — ерҙә йәшәүсе тереклек: йәнлектәр, ҡоштар, балыҡтар һәм башҡалар. Ни өсөн шулай? Ниңә былай түгел. Минеңсә, бала әкиәт аша мәғлүмәтте йәһәтерәк үҙләштерә.
— Яңы китабығыҙ “Бетеү” тип атала. Ни өсөн?
— Был китабыма, эссе һәм хикәйәләрҙән тыш, дүрт повесть ингән. Улар араһында китапҡа исем биргәне лә бар. “Бетеү” повесында халҡыбыҙ тарихындағы фажиғәле ваҡиғалар һүрәтләнә. Баҫҡынсылар тарафынан ҡыуып алып кителгән һәм имсәк балаһы менән сит мөхиттә йәшәргә мәжбүр булған йәш ҡатын баҡыйлыҡҡа күсер алдынан улына васыят итеп бетеү ҡалдыра.
Әҫәрҙә урыҫҡа әүерелгән башҡорттоң һәм уның тоҡомоноң яҙмышы һүрәтләнә. Мин башта китабыма “Әүермән” (“Оборотень”) тигән атама биргәйнем, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә ул оҡшаманы. Әйткәндәй, йыйынтыҡҡа ингән ике повесть һәм бер нисә хикәйә детектив-мажара жанрында яҙылған.
— Заман кешеһе өсөн нимә ул бетеү?
— Ата-бабаларыбыҙ өсөн ул ҡурсалаусы, һаҡлаусы ролен үтәгән. Элек Аллаға инаныу, табыныу ихлас булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул модаға әйләнде. Күңелдәре менән иманлы йәштәр хаҡында әйтмәйем. Һүҙем — хәйер-саҙаҡа өсөн дин тотоп, тыштан балҡып, аҫтыртын боҙоҡлоҡ ҡылған бәндәләр тураһында.
Һорауға килгәндә, беҙ ул бетеүҙе күңелебеҙҙә йөрөтөргә тейеш. Ул — именлек хаҡына кешеләрҙе яратыу, игелек ҡыла алмаһаң, һис юғы яманлыҡ ҡылмау.
— Ә башҡа дин, милләт вәкилдәренә ҡарашығыҙ?
— Уларҙы ла Аллаһ яратҡан. Тимәк, улар ҙа имен тормошта йәшәргә хаҡлы. Минең өсөн кешенең һәйбәте һәм йүнһеҙе бар, ниндәй милләттән булыуына, ҡайһы динде тотоуына ҡарамаҫтан. Әлбиттә, был минең үҙ халҡымды яратмауымды, уның яҙмышы өсөн борсолмауымды аңлатмай. Мин — башҡорт, шуға күрә башҡорт халҡының киләсәге бәхетле булыуын теләйем.
— Һеҙгә ниндәй тема яҡыныраҡ һәм асылырға ярҙам итә?
— Тормоштоң үҙен, әҙәми заттың күңел кисерештәрен, үҙ-үҙе менән көрәшеүен сағылдырған темалар үҙ. Әҙәбиәт, театр сәнғәте өлгөләре һәр ваҡыт тәрбиәүи йүнәлеште күҙ уңында тоторға тейеш, тигән фекерҙәмен. Юғиһә ниндәйҙер модалы темаларға, ә театрҙа уйын-көлкөгә генә ҡоролған сюжеттарға мөрәжәғәт итеү ғәҙәткә инеп бара. Минеңсә, әҙәбиәт һәм сәнғәт уҡыусыны, тамашасыны үҙе артынан әйҙәргә тейеш, ә уның бигүк камил булмаған ихтыяжына эйәрергә түгел...
— Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— Уй-хыялдарым иҫ киткес. Әммә хәл итәһе донъяуи мәсьәләләр күбәйеп китте. Насип итһә, барыһы ла булыр.
— Көн дә яҙышаһығыҙмы?
— Йылдар буйы яҙмайым. Унан бер нисә көн баш баҫып ултырып, яҙып алам. Әгәр көн дә яҙһам... Ҡуй, үкенмәйек. Шундай яҙмыш бүләк иткән икән Хоҙай, шундай холоҡ бүләк иткән икән, шөкөр тиергә ҡала.
— Һүҙ оҫталарынан кем яҡын?
— Улар бик күп. Шуға үҙебеҙҙең башҡорт әҙәбиәте менән генә сикләнәйек. Шағирҙарҙан Рәшит Назаров, Рәми Ғариповты ҡат-ҡат уҡыйым. Мостай Кәримдең аҡылына, тотанаҡлығына ғашиҡмын. Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәләрен нисә ҡабат уҡыһам да ялҡмайым. Йәштәр араһында һәләттәр бик күп — шул ҡыуандыра.
— Киләсәк әҙәбиәтте нисек күҙаллайһығыҙ?
— Әйтә башлағайным бит, әҙәбиәт уҡыусынан алда барырға тейеш тип. Ни өсөн, әйтәйек, Шекспир, Джек Лондон, Гете, Чехов бөгөн дә заманса яңғырай, сөнки улар үҙ замандары өсөн яҙһа ла, дөйөм кешелек проблемаларын күтәргән, йылдар ҡатламы аша киләсәккә ҡарай белгән. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәттең тәрбиәүи әһәмиәте лә онотолмаған.
Уҡыусыны әүрәтер, әҫәрҙе үтемлерәк итер өсөн әҙәм балаһының билдән түбән яҡтарын тәмләп тасуирлауҙы ҡабул итә алмайым. Йәмғиәттә үҙгәртеп ҡороуҙар менән йәнәш бәндәнең иң түбән һыҙаттарын ҡабартып күрһәтеү модаға әйләнде. Әгәр әҙип был хаҡта яҙмай булдыра алмай икән, ул герой йә антигеройының психологияһын асырға, “ни өсөн шулай?” тигән сетерекле һорауға яуап бирә алырға бурыслы.
Киләсәк әҙәбиәтен мин аҡыллыраҡ, фәһемлерәк, тормош ҡуйған һорауҙарға яуап бирерҙәй, кешегә теге йәки был ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итерҙәй итеп күргем килә.