Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыр-моңға маһир Таһир
Йыр-моңға маһир ТаһирАуырғазы районының Әхмәр ауылында тыуған Таһир Кәримов алты йәшенән тальянда өҙҙөрөп уйнарға өйрәнә. Уның олатаһы батша армияһында полк оркестрында музыкант була, әсәһе матур йырлаған һәм ҡумыҙҙа оҫта уйнаған.
Башланғыс класс уҡыусыһы Таһир, район смотрында беренселекте алып, гармун менән бүләкләнә. Алтынсыны тамамлағанда уға тальян һатып алалар. Ә 1929 йылда сик һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ағаһы янына Ашхабадҡа китә. Бер үк ваҡытта уҡый ҙа, эшләй ҙә, ебәк туҡымалар техникумын тамамлай. Эшкә Үзбәкстандың Ҡаған ҡалаһына ебәрәләр. Буш ваҡытында ҡулына баян ала, үҙаллы нота танырға өйрәнә.
Бер ваҡыт уны Фәйзи Ғәскәров күреп ҡала һәм Өфөгә эшкә саҡыра. Шулай итеп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыка бүлеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт юлы башлана. Фәйзи Ғәскәров менән Таһир Кәримов икәүләп яңғыҙ, парлы, күмәк бейеүҙәр ҡуя. Ансамбль “Бүләк”, “Өс таған”, “Ете ҡыҙ”, “Дуҫлыҡ”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Болғар сюитаһы”, “Төҙөүселәр” кеүек нисәмә тиҫтә йыл буйы йөҙөк ҡашындай балҡып торған бейеүҙәрҙе сәхнәгә сығара. Уларға көйҙө Таһир Кәримов яҙғанлығын белеүселәр аҙҙыр хәҙер.
1956 — 1972 йылдарҙа Таһир Кәримов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире булып эшләй. Утыҙҙан ашыу спектаклгә көй яҙа: “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Бажалар”, “Ялҡынһыҙ яна йөрәк”, “Йөрәк менән шаярмайҙар”, “Ул ҡайтты”, “Айгөл иле”, “Тиле йәшлек”, “Һин ҡайҙа?”, “Әсәйемдең сал сәстәре”, “Боҙҙар аҡтарылғанда”, “Серле моң”...
Таһир Кәримов ни бары 66 йәшендә вафат була. Уның ике улы ла музыканы ғүмерлек һөнәр итеп һайлай. Фортепиано буйынса береһе — консерватория, икенсеһе институт тамамлаған.
Эльнара ХАФИЗОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779