Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаумы-һаумы, яңы быуат, яңы мең йыллыҡ!

Заманыбыҙҙың олуғ шәхесенең “Йөрәктәге яҙмалар”ы, моғайын, милләттәштәрҙең йөрәгендә лә урын алыр.

З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле шағир, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең “Йөрәктәге яҙмалар” исемле китабы донъя күрҙе. Яҙыусы үҙенең дәүере, ике быуат араһында үҙе уртаһында ҡатнашып йөрөгән бик күп ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар хаҡында бәйән итә, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ яҙмышы өсөн хәҙер ҙә әһәмиәтле проблемаларҙы күтәрә. Хәтирәләр иң элек “Ағиҙел” журналында донъя күргәйне. Уҡыусылар һәм йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Яңы китапты З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән һатып алырға була.

Редакциянан.

Хоҙайҙың рәхмәте менән яңы быуат, яңы мең йыллыҡҡа ла аяҡ баҫтыҡ. Эйе, быуат менән быуат ҡына түгел, ә мең йыллыҡтар осрашҡан дәүерҙе лә күрергә насип булды лабаһа!

Яңы быуат... Уны шулай мөкиббән китеп көтөп алыуыбыҙ әҙәм балаһының әлеге шул киләсәккә өмөт, ышаныс менән бағыуынан, тормошта, донъяла бығаса булмаған үҙгәрештәр, изгелектәр көтөүенән, хыялый зат булыуынан киләлер, моғайын.

Иң мөҡәддәс бурыс

Быуат менән быуат аралары — әҙәм балаһы, бигерәк тә ижад кешеһе өсөн дә, үткәндәреңде барлап, уҙған тормош юлыңа бер килке йомғаҡ яһап, килер көндәргә изге теләктәр теләп, уй-пландар ҡороп, өр-яңы дәрт, илһам менән ең һыҙғанып эшеңде дауам итеү йәһәтенән дә бик уңайлы миҙгел ул. Иҫке быуат аҙағы һәм яңы быуат башы минең өсөн нәҡ шул яғы менән иҫтә ҡалырлыҡ булды. Әле яңы ғына елә-сабып барған толпар өҫтөнән бәреп төшөрһәләр ҙә, йөрәк яраларын эш, эш, эш һәм ижад менән уңалтырға тырыштым. Шул уҡ 1998 йылдың май айында, ниһайәт, докторлыҡ диссертация­һын яҡлауға сират етте.

Топонимика, мине ғилем илендә танытҡан фән тармағы, шөкөр, был юлы ла уңыш килтерҙе. Йөкмәткеһенә туҡталып тормайынса, докторлыҡ эшемдең исемен атап үтәйем шулай ҙа. “Көньяҡ Урал һәм Урал алды башҡорт топонимияһын тарихи-стратиграфик һәм ареаль тикшереү” тип атала ул. (Ғилми доклад формаһында баҫтырылған был хеҙмәтемде айырым китап итеп донъяға сығарырға әле булһа форсат теймәне.

Насип булһа, уныһын да эшләп ҡуйырмын тип ниәтләнәм.) Тиҙҙән, шул уҡ йылдың йәйендә, Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) башҡорт теле кафедраһына профессор вазифаһына эшкә саҡырҙылар. Нисек ризалашмайһың — был тәҡдим инде етенсе тиҫтәне ваҡлағанда миңә йәш саҡтағы хыялым менән осрашҡан һымаҡ тәьҫир итте ләбаһа. Бала саҡта Урал абзыйымды хыялый тип әрләй торғайныҡ. Ә мин үҙем ысын хыялый булғанмын икән.

Яңы быуат башында ла, оло йәшкә етһәм дә, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ, халҡыбыҙ, республикабыҙ яҙмышы өсөн мөһим роль уйнаған бик күп эштәр менән шөғөлләнергә насип итте. (Йәмәғәт эшмәкәрҙәренең яҙмышы шундай: ҡамытты бер кейеп алдыңмы, уны, ваҡыты еткәс тә, оҙаҡ-оҙаҡ сисеп ташлай алмай йөрөй бирәһең.) Бер мәл һанап ултырғайным, үҙем дә аптырап киттем: йәшем етмеш бишкә еткәндә лә бер юлы етеме, һигеҙме йәмәғәт ойошмаһының эшендә ҡатнашып йөрөгәнмен икән дә.

Шуның бер нисәһен атап үтәйем: 1999 — 2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Административ-территориаль төҙөлөш комиссияһы ағзаһы, шул уҡ йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды бойомға ашырыу комиссияһы ағзаһы һәм шул комиссия ҡарамағындағы Топонимия хеҙмәте етәксеһе булдым, хәҙер ҙә шул хеҙмәттең эшендә әүҙем ҡатнашам. 1988 йылдан алып сирек быуат буйы Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара ағзаһы булып торҙом. Әле хәҙер, 2013 йылдан бирле, Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар комиссияһы рәйесе вазифаһын атҡарам. “Ағиҙел” һәм “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” журналдарының мөхәрририәт, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең ғилми-мөхәрририәт советы ағзаһы булдым. “Урал” Башҡорт халыҡ үҙәгенең эшендә лә ҡатнашам. Мең ҡәүеме башҡорттарының ҡор башы булараҡ, ике быуат араһында киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында Дәүләкәндә һәм Өфөлә меңдәрҙең йыйындарын үткәреүҙә Ойоштороу комитеты рәйесе вазифаһын башҡарҙым. 1995, 2002, 2010, 2015 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттарының I — IV ҡоролтайҙарының эшендә ҡатнаштым. Ун дүрт йыл буйы, 2015 йылға тиклем, ҡоролтайҙың идара һәм совет ағзаһы, бер нисә йыл комиссия рәйесе булараҡ, тел, тарих, рухи мәҙәниәт буйынса мөһим саралар үткәреүгә үҙ өлөшөмдө индерҙем. Хәлебеҙ бигүк еңелдән булмаһа ла, башҡарған эшебеҙ, түккән көсөбөҙ барыбер эҙһеҙ үтмәгәндер тип уйлайым.

Был яҙғандарым эшебеҙҙе барлау өсөн генә түгел. Бының менән мин, беҙҙең арттан килеүсе быуындар беҙҙең, ниндәй хәстәрлектәр менән мәшғүл булып, янып-көйөп йәшәгәнлекте белергә тейештер, тимәксемен. Йәштәребеҙ халҡыбыҙҙы был ҡатлы-ҡатлы ҡатмарлылыҡтар донъяһында милләт булараҡ һаҡлап алып ҡалыу өсөн киләсәктә лә бик күп тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ күрһәтһен, һәр ваҡыт мобиль, уяу булһындар тигән теләктәмен. Киләһе быуындар ҙа, илем, телем, халҡым тип, йәндәрен фиҙа ҡылып йәшәһендәр, илһөйәрлек, телһөйәрлек рухын быуындан быуынға тапшыра барһындар, ата-әсәләр тәрбиәле, иманлы, инсафлы, һау-сәләмәт балалар үҫтереүҙе үҙҙәренең был яҡты донъяла йәшәүҙәренең иң ҙур, иң мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләһен.


Олоно ныҡтың – быуыны ныҡ

Халҡыбыҙ Хоҙайҙың рәхмәте менән кешелек тарихының таңында уҡ, донъяның ожмахтай гүзәл төбәге — мәғрур тауҙар һәм киң далалар иле сал Уралда тамыр йәйеп, ошо изге тыуған еребеҙҙе быуаттар һәм мең йыллыҡтар буйы һаҡлап һәм яҡлап йәшәгән. Иншаллаһ, киләсәктә лә шулай дауам итергә насип булһын. Башҡорт кешеһе өсөн айырыуса ҡәҙерле төшөнсә — тыуған ер, тыуған тупраҡтыр. Тыуған ерҙә, туған халҡың менән бергә йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул. Шуның өсөн дә төрлө яҡҡа таралмағыҙ, һибелмәгеҙ, башҡорттарым! Яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташлаһа ла, тамыр­ҙарығыҙҙан айырылмағыҙ. Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар тигән һүҙҙе онотмағыҙ. Балаларығыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәре­геҙҙе ситкә таратмағыҙ. Улай тырым-тырағай булып йәшәр өсөн беҙ урыҫ та, ҡытай ҙа, хатта үзбәк тә түгел. Ҡытай, ҡайҙа йәшәһә лә, ҡытай булып ҡала, уны бер кем дә ассимиляциялай алмай. О, күп һанлы булыу ғәләмәте... Халыҡ һан яғынан ни тиклем аҙыраҡ булһа, уға үҙ-үҙен милләт булараҡ һаҡлау өсөн шул тиклем үк күберәк көс түгергә кәрәк була. Аҡыл менән дә эш итә белергә тейешбеҙ. Бына ил инәһе булып танылған шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡованың кәңәшенә иғтибар итәйек әле: “Халҡыбыҙҙың әйтеме бар: “Ҡаҙ менән ҡаҙ, өйрәк менән өйрәк!” Улдарыбыҙҙы фәҡәт башҡорт ҡыҙына өйлән тип үҫтерергә тейешбеҙ! Шул саҡ ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ишһеҙ ҡалмаҫ, сит милләткә әйләнеп, егеттәребеҙ ҙә атаһының милләтенән, диненән оялған балалар ишәйтмәҫ!” (“Башҡортостан”, 16. 02. 2016).

Эйе, ҡыҙҙарыбыҙҙың ситкә китеүе өсөн иң элек егеттәребеҙ ғәйепле. Элегерәк бер мәл ошондай фекер әйткәйнем, хәҙер ҙә шуны ҡабатлайым: егетмен тигән кеше ике миллионлы башҡорт араһынан үҙенә кәләш таба алмай буламы һуң? Ниәт итһә, таба, әлбиттә. Ҡыҙҙары­быҙ­ға ла — буласаҡ әсәләргә — йәштән үк үҙ милләте алдында яуаплылыҡ тойғоһон һеңдереп үҫтереү фарыз.

Ошо юлдарҙы яҙған ваҡытта “Киске Өфө”лә (2016 йыл, № 11) билдәле телепроекттар авторы, йырсы, композитор, шағирә, шуның өҫтөнә әле яңыраҡ эшҡыуар булып танылған гүзәл башҡорт ҡатын-ҡыҙы, өс бала әсәһе Гөлдәр Ишҡыуатова менән әңгәмә баҫылып сыҡты, “Һин үҙеңде балаларың, ғаиләңдән тыш тағы кем алдында яуаплы итеп тояһың?” тигән һорауға ул: “Һис һүҙһеҙ, милләтем алдында яуаплымын. Әйткәндәй, иң беренсе сиратта ҡатын-ҡыҙ яуап­лы милләт алдында. Ул — милләт әсәһе! Ул үҙ милләтенә бала табырға, уны матур итеп үҫте­рер­гә, күңелдәренә илһөйәрлек, телһөйәрлек һәм рухи тойғолар һалырға тейеш бит. Юҡһа кем башҡара ала был бурысты?” — тип яуап бирҙе. Һай, афарин, Гөлдәр һеңлем! Гүзәл заттарыбыҙҙың һәр береһенең тормош девизы булһын ине был һүҙҙәр. Ә, ғөмүмән, йәштәребеҙ аҡыллы, белемле, иманлы, талантлы, намыҫлы, тырыш — шуға һөйөнәм. Киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа, тип шөкөр итәм.

Халҡыбыҙ, быуаттар һәм мең йыллыҡтар аша оҙон-оҙон юл үтеп, яңы мең йыллыҡҡа аяҡ баҫты. (Был – икһеҙ-сикһеҙ Ваҡыт ағышының бик иҫтәлекле бер миҙгеле). Ошо бормалы-бормалы тарих юлында ул, үҙ-үҙен, үҙенең милли асылын, телен, динен, йолаларын, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ерен-һыуын һаҡлап, бик күп юғалтыуҙар кисерҙе, бихисап ҡорбандар бирҙе һәм, шөкөр, ауыр һынауҙар алдында бер ваҡытта ла бөгөлөп төшмәне, һәр дәүерҙә лә иманына тоғро булып ҡалды.

Башҡорт халҡының үткән быуаттарҙағы азатлыҡ өсөн көрәш тарихын күренекле совет тарихсыһы, академик М.К. Любавский тиңе булмаған феноменаль күренеш тип атаны. Башҡортостаныбыҙ әүәл-әүәлдән әүлиәләр иле булғанлығын белә инек. Изге заттарыбыҙҙың рухы Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән бөгөнгө көндә лә беҙҙе ҡурсалап тора. Урал батыр һәм Салауат рухы һәр ваҡыт алға әйҙәүсе көс булып, йөрәктәребеҙҙең иң түрендә урын алған.

Бөйөк башҡорт иленең һәр тарафында шәйех Хөсәйенбәк, Йәғәфәр Сәйеди ишан, шәйех Морат Көсөков, Килмәк абыҙ Нурышев, Мораҙым ишан, Кинйә абыҙ Арыҫланов, шәйех Абдулхәким Ҡорбанғәлиев, шәйех Ғабдулла Сәйеди, шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Ғатаулла ишан Әбделмәликов, бөйөк шағирыбыҙ Аҡмулла, шағир һәм ғалим Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәҙрәт һымаҡ изге заттарыбыҙ хаҡында ҡәҙерле иҫтәлектәр һаҡлана. Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәрҙең заты, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙән башланған Алтын Сылбырында 41-се быуын булған Мәүләнә Шәйех Мәхмәт хәҙрәттәре күптән түгел Кипрҙан ике рәт Башҡортостанға килде.

Хөрмәтле Шәйех Мәхмәт хәҙрәттәренең телмәрҙәрен үҙ эсенә алған “Башҡортостан сөхбәттәре” (Өфө, 2015 йыл) китабындағы сәхифәләрҙе Дим буйы башҡорттары араһында һаҡланған боронғо тарих китабы тураһындағы хикмәтле бер хикәйәт менән сағыштырып ҡарайым да тағы бер тапҡыр ғәжәп итәм. Ҡыпсаҡ башҡорттарының (шулар араһында — төркмән-ҡыпсаҡтарҙың, йәғни меңлеләрҙең) Ғәрәп хәлифәтендә Уҫман хәҙрәт хәлиф булып торған ваҡытта (644 — 656 йылдар) ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итә был хикәйәт. (Быны мин 1999 йылдың сентябрендә Әлшәй районының элекке Әлшәй ауылы яйыҡҫыбы ырыуы башҡорто, ил башы Әлшәй Мәргәндең алтынсы быуын тоҡомо булған 91 йәшлек Ейәнбай Тимербай улы Усманов олатайҙан яҙып алдым).

Шул дәүерҙә ҡыпсаҡ ата-бабаларыбыҙ, илдән аҡыл эйәләрен, батырҙарҙы йыйнап алып, мәҙәнилеккә ылығыу маҡсаты менән дин эҙләү сәйәхәтенә сыҡҡандар. Монголияны, Ҡытайҙы, Ауғанды (Афғанстанды), Ғәрәбстанды, Палестинаны, Юнанды (Греция), Балҡан тауҙарын, Румды, Кавказды үтеп, юл ыңғайында урыҫтарҙың ата-бабаларының да тормошон күреп, егерме бер ай тигәндә әйләнеп ҡайталар. Шул арала 150 атлыҡ әҙәмдән туғыҙ кеше сәфәрҙә сирләп үлгән, ти. Нәҡ ошо сәфәрҙән һуң ислам диненә итәғәт иткән ҡыпсаҡтар. Уҫман хәҙрәт хәлиф булып торған йылдарға, йәғни VII быуаттың уртаһына, Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәр баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң (632 йыл) тиҫтә ярым-ике тиҫтә йыл үткән ваҡытҡа тура килә ул ваҡиға. Был хикәйәт тә башҡорттарҙың төрки халыҡтар араһында беренсе булып ислам динен ҡабул иткәнлеген раҫлап тора. Шуның өсөн дә башҡорттарҙың быуаттар һәм мең йыллыҡтар буйы үҙ диненә, еренә, теленә тоғролоғон, боронғонан килгән традициялар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәй алыу ҡеүәте бер ҙә осраҡлы түгел. Тамыры ныҡтың — олоно ныҡ, олоно ныҡтың — быуыны ныҡ.
Еребеҙ, телебеҙ, динебеҙ, донъяла тиңе булмаған илаһи йыр-моңдарыбыҙ — иң ҡәҙерле милли байлығыбыҙ. Беҙ — Урал батыр вариҫтары, атабыҙ Урал заманынан, йәғни тәүтормош дәүеренән, бирле ошо изге Урал тупрағына ерегеп йәшәгән халыҡбыҙ.
Йәне һөйгән йәнтөйәккә өйләндергән
Сал Уралды Урал батыр балалары.
Мең йыллыҡтар хәтирәһен һаҡлап тора,
Урал, һинең тарихтағы ҡалаларың.

Урал тауы — Ер кендеге тигән һүҙҙәр
Илаһи бер ҡөҙрәт менән тулғандыр ул.
Ошо ерҙе, ошо илде Хоҙай беҙгә
Мәңгелеккә тәғәйенләп ҡуйғандыр ул.

“Кешелектең рухиәтен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ”

Шөкөр, йәндәй күргән еребеҙ, халҡыбыҙ йәнен-тәнен фиҙа ҡылып яулап алған республикабыҙ, ошо ер, ошо ил өҫтөндә, быуындан быуынға бөйөк аманат итеп тапшырыла килеп, йөҙәр, меңәр йылдар буйы сылтырап аҡҡан саф шишмә һыуҙары, һандуғастар моңо менән ярышып яңғырап торған ғәзиз туған телебеҙ бар. Еребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә таң ҡалырлыҡ гүзәл, матур, яғымлы. Уның меңәр йылдар төпкөлөнән һаҡланып ҡалған бынауы һ, ҫ, ҙ, ң, ҡ, ғ өндәре үҙе генә лә уникаль күренеш. Әгәр ҙә кемдер нәҡ ошо специфик яңғырашлы һ, ҫ, ҙ өндәре аша башҡорт теле менән инглиз йәки испан телдәренең оҡшашлығын таба икән, быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел, һис кенә лә арттырып әйтмәйем: башҡорт теле, башҡорт моңо, беҙҙең илаһи оҙон көйлө йырҙарыбыҙ ысын мәғәнәһендә дауалау көсө, дауалау энергетикаһы менән һуғарылған. Беҙ телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, ҡәҙерләй белһәк, телебеҙ ҙә беҙҙе һаҡлаясаҡ, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡәҙерле буласаҡбыҙ. Был хаҡта мин элегерәк тә яҙғайным, хәҙер ҙә ҡабатлайым: башҡорт теле, уның өндәр, ауаздар системаһы, уның телмәр мелодикаһы, ундағы һөйләмдәр ритмикаһы тәбиғәт менән гармонияла йәшәй, һоҡланғыс оҙон көйҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ, ҡурай моңо аша уның ғаләм менән тәбиғи яңғырашы яңы дәүерҙәрҙә башҡорт иленең сәскә атыуына килтерәсәк. Шул хаҡта, мәҫәлән, урыҫ белгестәре бына нисек фараз итә: “Идет передача звуковых частот, наложенных на башкирский диалект... И башкирский народ очень скоро начнет расцветать. И начнут расцветать территории, отданные башкирскому народу”.*

Иншаллаһ, шулай булһын, ауыҙыңа бал да май, хөрмәтле ғалимә! Ә инде “башҡорт халҡына бирелгән биләмәләр” тигән һүҙҙәрҙе мин “башҡорттарға Хоҙай тарафынан тәғәйенләнгән биләмәләр” тип уҡыр инем. Ошо урында Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың “Урыҫ телен өйрәнегеҙ, башҡорт телен өйрәнегеҙ!” тигән һүҙҙәрен дә өҫтәп ҡуйыр инем. Эйе, Башҡортостанда йәшәгән һәр кеше өсөн урыҫ теле менән бергә башҡорт теле лә ҡәҙерле булырға тейеш.

Телебеҙҙе, еребеҙҙе, тарихи хәтеребеҙҙе быуаттар, мең йыллыҡтар буйы йөрәк түрҙәрендә урын алған рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап, динебеҙгә тоғро булып йәшәһәк, яңы дәүерҙәрҙә лә ваҡыт һынауҙарына бирешмәбеҙ, баш ҡорт — баш ҡәүем, баш халыҡ тигән данлы исемебеҙ һәр даим алдан йөрөр, милләтебеҙ, хәҙерге замана ауырыуҙарынан арына, таҙара барып, бөгөнгөнөң бәлә-ҡазаһынан бөгөлөп төшмәйенсә, үҙенең рухи көсө менән әленән-әле йәшәйештең яңынан-яңы бейеклектәренә артыла барыр, иншаллаһ. Киләсәк тураһында фараз итеүселәр араһында алдағы мең йыллыҡ тураһында оптимистик прогноздар әйтеүсе аҡыл эйәләре бар. Быны улар донъяла Һыуғояр эраһының башланыуы менән бәйләй. Хәйер, нимә генә тиһәң дә, барыһы ла Хоҙайҙың ихтыярында. Ул хаҡта мин бары тик киләсәккә өмөт, ышаныс менән ҡарайыҡ тип әйтер өсөн генә телгә алдым. Әммә өмөт, ышаныс менән ҡарар өсөн иң элек күңел сафлығына, рухи таҙалыҡҡа өлгәшеү фарыз. Бына билдәле яҙыусы Флүр Ғәлимов, донъяны иман ҡотҡарыр тигән инаныу менән шул темаға тотош роман яҙған икән, мәсьәлә бөгөнгө кө­нөбөҙ, яҙмышыбыҙ өсөн ни тиклем етди икәнлеге аңлашылып тора. Бөйөк Аҡмуллабыҙ ҙа:
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем, —
тип уҙған быуаттар алыҫлығынан нәҡ беҙҙең көндәргә ҡарап оран һалғандай. Унан алдараҡ бөйөк урыҫ шағиры М.Ю. Лермонтовтың йән асыуы менән “Бәхил бул, битен йыумаған Русь!” тип әйтеүе лә аңлай белгәндәр өсөн оло һабаҡ бит, әммә Рәсәйҙең әле һаман да, үҙ даһийының аманатын үтәп, битен йыуырға ынтылмауы аптырата мине. Ә бит беҙ — икһеҙ-сикһеҙ Рәсәй дәүләтенең тере бер өлөшө. Яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ, хатта тын алышыбыҙ ҙа Рәсәй яҙмышына бәйләнгән. Ләкин йәнә шул уҡ һүҙҙе ҡабатлайым: нисек кенә булһа ла, күңелебеҙҙә үҙ-үҙебеҙгә ышаныс, өмөт ҡояшы яҡтырып тора. Беҙҙең Аллаһыбыҙ хозурында үҙ урыныбыҙ, үҙебеҙсә йәшәргә, үҙебеҙсә тын алырға, үҙебеҙҙе милләт булараҡ яҡларға һәм һаҡларға хоҡуғыбыҙ бар. Беҙ был инанысыбыҙҙан бер ҡасан да тайпылмаясаҡбыҙ. Шуға ҡыуанам: халҡыбыҙ иң ауыр, иң фажиғәле замандарҙа ла, ниндәй генә йәбер-золом аша үтергә тура килмәһен, төшөнкөлөккә бирелмәгән, үҙенең эске, төпкөл аңындағы илаһи көсөн, алтынға тиң рухи хазиналарын һаҡлап йәшәй белгән. Шулай булған, шулай буласаҡ! Халҡыбыҙҙың ошо булмышы уның холҡонда, көндәлек тормошонда ла ап-асыҡ сағылыш тапҡан. Был йәһәттән талантлы шағирә Лариса Абдуллинаның фекерҙәре минең күңелемә ауаздаш.

“Беҙҙең халыҡтың да үҙ йәшәү миссияһы барҙыр ул, — тип яҙа шағирә. — Әйҙә әйтһендәр, башҡорттар бейей, башҡорттар ҡурай тарта, тиһендәр. Миңә ҡалһа, беҙ нәҡ шул юл менән һаҡланып ҡалғанбыҙ һәм кешелектең дә рухиәтен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Халҡыбыҙ рухиәт, иман, илаһиәт һағында тора кеүек миңә. “Урал батыр” эпосында был хаҡта: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ”, — тип әйтелә (“Киске Өфө”, 2016, № 16).

Эйе, һәр төрлө ҡара көстәргә ҡаршы тороп, үҙенең бөйөк рухы менән ерҙә яҡшылыҡты, яҡтылыҡты раҫлап йәшәй башҡорт. Шуның менән ҡотло, шуның менән ырыҫлы асыл ватаныбыҙ — Башҡортостан. Ошо илдә, ошо ерҙә шағирҙар араһында шағир, ғалимдар араһында ғалим булып йәшәү тигән яҙмыш төштө өлөшөмә. Үҙ илеңдә, үҙ ереңдә, үҙ халҡың менән бергә, ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп, һөйөп, яратып балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәреңде ҡарашып, милләтеңдең тоғро бер улы, моңдашы, ҡулыңдан килгәнсә таянысы булып ғүмер итеүҙән дә оло бәхет юҡтыр ул. Ғүмеремдең ҡалған өлөшөн дә, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәтле булып, хаҡ юлдарҙан ҡайырыл­майынса, имен-аман үтергә насип булһын. Амин!

*Марченко Е.Д. Введение в педагогику РАДАСТЕИ.-СПб,1999. – 189-сы бит.


Автор: Рәшит ШӘКҮР


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779