Йырсы ҡулынан да бал тама.Был йырсыны үҙем өсөн һис уйламағанда астым: тауышы моңло, тыны иркен. Ни өсөн элегерәк бер ҙә иғтибарлап тыңламаным икән? Ишеткәнем дә бар, еңеүҙәр яулағанын да беләм. Барыбер ана шул баш ҡаланан ситтә йәшәү ҙә ижад кешеһенең популяр булыуына йоғонто яһай торғандыр. Өфөлә саралар күп үтә, әле береһендә, әле икенсеһендә сығыш яһаһаң, тамашасы күҙенә йышыраҡ салынаһың. Хәйер, Илшат үҙе ундай заттарҙан түгел. Уның өсөн йыш түгел, ә рәхәтләнеп бер йырлау мөһим. Шуға ул ҙур залдарға, күмәк йырсылар бергә сығыш яһаған концерттарға ынтылмаған кеүек. Һәр саҡ үҙ алдына көйләп, моңланып йөрөй ул. Бөгөн Илшат Сибәғәтуллин “Саҡмағошнефть” идаралығында оператор булып эшләй.
Яңыраҡ Мәскәүҙә “Роснефть” ойошторған сәнғәт әһелдәре конкурсында башҡорт халыҡ йыры “Азамат” ты башҡарып, ул 1-се урын яулап ҡайтты. Ҡаҙағстанға ла уны тап ошо йыр менән саҡырғайнылар. Унда ул II Халыҡ-ара “ART GLOBAL” мәҙәни конкурс-фестивалендә I дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. “Азамат” көйөн ҡурайҙа Илеш районы егете Алик Борханов уйнаған. Ул да фестивалдең рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Туҡта әле, яҡындан танышайыҡ әле был йырсы менән тип, уны редакциябыҙға саҡырҙыҡ.
– Илшат, ҡасандан йырлайһың? Тәүге сығышыңды хәтерләйһеңме?
– Беренсе тапҡыр сәхнәгә мәктәптә уҡығанда сыҡтым. Бишенсе класта белем ала инем. Яңы йылға әҙерләнгән байрам концертына әҙерләндем. Бала ғына булһам да, шул ваҡытта бик популяр булған “Аҡҡош күле” йырын башҡарҙым. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән был йырҙы әле лә яратып йырлайым. Бик сәйер тойолғандыр инде малай кешенең мөхәббәт хаҡында сығыш яһауы, әммә бик йылы ҡабул иттеләр. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йырлай ине уны, әсәйем һүҙҙәрен яҙып биреп, сәхнәгә әҙерләне, тиергә була.
– Улай һүҙҙәрен яҙып биреп әҙерләгәс, тимәк, үҙе лә йыр яратҡан?
– Эйе, әсәйем Сафия Ярулла ҡыҙы бик матур йырлай торғайны. Ул шул тиклем әҙәбиәтте яратты. Үҙе лә шиғырҙар яҙҙы, ҡайһы берҙәре хатта матбуғатта ла баҫылды. Башҡортостанда баҫылған һәр баҫманы алдыра торғайны. З. Биишева, Н. Нәжми китаптарын уҡый ине. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян ағай Поварисов – беҙгә туған тейешле әҙип тә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем бөгөн яҡты донъяла юҡ инде, әммә иҫән сағында халыҡ йырҙарын, уҙған быуаттың 70-се, 80-се йылдарында сыҡҡан йырҙарҙы бик матур башҡара торғайны.
– Ниндәй халыҡ йырҙарын үҙ итте ул?
– “Уйыл”ды бигерәк тә матур йырлай ине. Атайым бик матур итеп гармунда уйнай торғайны. Кисен көндәлек эштәрҙе тамамлағас, икәүләшеп йырлашып ултыра инеләр. Оҡшағандарын әсәйемдән һорайым, бәләкәй булһам да, үҙемә репертуар һайлайым, йәнәһе. Ана шулай уларҙың йырлы мөхитендә моңға ынтылып үҫтем. Беҙ ғаиләлә өс бала инек. Илнур исемле ҡустым бар, ә бына Эльмира апайым бынан биш йыл элек вафат булып ҡалды. Ҡустым гармунда ла уйнай, матур йырлай ҙа, әммә сәнғәт юлын һайламаны. Ул төҙөлөш, иретеп йәбештереү эштәре менән мауығып китте, хәҙер инде оҫтаға әйләнде. Тракторҙы ла үҙе йыйып, үҙе һүтә, ғөмүмән, ҡулы эшкә маһир уның.
Атайым да хәҙер яҡты донъяла юҡ, әммә улар беҙҙең күңелгә йыр һалып китте. Ауылдағы һәр кеше уларҙың йыр яратыуын хәтерләйҙер әле.
– Һин үҙең Илеш районының Үрге Маншыр ауылында үҫкәнһең. Ҡайҙарҙа белем алдың?
– Ауылым тураһында ла бер-ике һүҙ әйтеп үткем килә. Беҙҙән бик күп шәхестәр сыҡҡан: әлеге ваҡытта “Нур” татар дәүләт театрында эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Резеда Фәхруллина, үҙешмәкәр композитор Мөҙәрис Мырҙаханов, шағир Фәнис Рәхмәтуллин, рәссам Мәсәбих Ахунов...
Бала саҡтан уҡ йырсы булғым килә ине, тик ул ваҡытта дисктар ҙа, интернет та юҡ бит инде. Радионан моңло йырсыларҙың тауышын ишетәм дә: “Их, мин дә шундай йырсы булһам ине! Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Сибәғәтуллин йырлай!” – тип иғлан итһәләр ине тип уйлайым.
Ошондай хыялдар менән Өфө сәнғәт училищеһына барҙым. Беренсе имтиханды уңышлы бирҙем. Вокалдан еңел үтһәм дә, икенсе турҙа фортепианоға ҡушылып йырларға кәрәк. Музыка белеме, сольфеджионы ҡайҙан белһен инде ауыл балаһы? Шундай ят әйбер, ритмды ла тотоп булмай. Фортепиано бер төрлө уйнай, мин икенсе төрлө йырлайым.
Ҡыҫҡаһы, уҡырға инеп булманы. Бик үкенеп, кәйефем төшөп ҡайтып киттем. Ауыр кисерҙем был хәлде. Шунан һуң Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы училищеға фермер-арендаторлыҡҡа уҡырға индем. Беренсе курста саҡта атайым вафат булды. Тағы ла юлым өҙөлдө, әсәйгә ярҙам итергә, мал-тыуар, йылҡы ҡарарға кәрәк. Һикһән йәште үтеп барған өләсәйем, бишенсе класта уҡыған ҡустымды үҙҙәрен генә ҡалдыра алмай инем. Хужалыҡты тарҡатмау маҡсатынан ауылға ҡайттым. Ун беренсе кластан һуң килергә ҡушҡайнылар ҙа, тик мөмкинлек булманы.
Өс йыл шулай үтеп киткәне лә һиҙелмәне. Беҙҙең күршелә генә Семилетка тигән ҡасаба бар, унда мине агитбригадаға йырсы итеп саҡырҙылыр. Ул ваҡытта тирә-яҡ райондарҙа Дүртөйлө, Краснокама, Саҡмағош, Яңауыл ауылдарында концерт бирә торғайныҡ. Көндөҙҙәрен мәктәптә йырлайым, кисен клубҡа халыҡ йыйыла. Әле лә ул ваҡыттар һағындыра. Ауылдарға килеп төшәһең, бер кем дә уҡ. Концерт башланыр мәл етә, халыҡ һаман юҡ. Шунан бер аҙ ваҡыттан һуң мал-тыуарын ҡарап, эшен бөтөрөп, тамашасы зал тултырып клубҡа йыйыла. Күңел күтәрелеп китә. Йырлайбыҙ, халыҡ аяғүрә баҫып та тыңлай. Ҡайтып киткәндә, бейеү көйҙәре ҡуйып, бейешеп тороп ҡалалар ине.
– Конкурстарҙа ла ҡатнашҡанһыңдыр?
– Семилетка ауылы Дүртөйлө районына ҡарай. Минең халыҡ йырҙарын да башҡарыуымды белгәс, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге 90-сы йылдарҙа “Туған тел” конкурсына ебәрҙе. Баһалама рәйесе Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваны күреп, бик тулҡынландым. Мәшһүр йырсының бары радиола, грампластинкаларҙа ғына ишетәбеҙ бит тауышын. Ҡаушап киттем хатта. Был конкурсҡа мин “Һыу буйлап” башҡорт халыҡ йырын алып барҙым. Йомғаҡлау тантанаһында Фәриҙә апай ҡулымдан тотто ла: “Илшат Сибәғәтуллин йырлағанда үҙемде һыу буйҙарында йөрөгән кеүек хис итеп ултырҙым”, – тигәйне, бөтөнләй юғалып ҡалдым. Тулҡынланыуымдан зал икегә бүленеп, бер яғында тамашасы, икенсеһендә Иҙел аҡҡан кеүек тойолдо. Ул ваҡыттағы кисерештәремде әйтеп тә аңлата алмайым, төш кеүек булды былар барыһы ла. Фәриҙә апайҙың һүҙҙәре миңә ныҡ тәьҫир итте.
2002 йылда иһә Дүртөйлө район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән мине оҙон көйҙәр башҡара торған конкурсҡа ебәрергә теләнеләр. Нисек барам инде, унда баһалама ағзалары данлыҡлы педагогтар Миләүшә Мортазина, Фәрзәнә Сәғитова... “Юҡ, йөрөмәйем”, – тинем. Белемем булмағас, улар алдында йырларға уңайһыҙландым. Әммә миңә талап ҡуйып, ебәрҙеләр. Барып төшһәм, конкурс башланған. Нур Дауытов менән Вахит Хызыров тыңлап ҡараны ла, бар, йүгер сәхнәгә, тауышыңды боҙоп ҡуймаһындар, профессионалдар ғына уйнаһын, тине. Беренсе турҙы йырлап сыҡтым. Төнө буйы йоҡлай алманым. Иртәгәһенә стенаға яҙып элгәндәр араһында исемемде күреп сикһеҙ ҡыуандым. Икенсе турға ла, өсөнсөһөнә лә үттем. Шунан һуң Флүрә Ноғоманова килеп: “Илшат, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға бараһыңмы?” – тип һораны. Мин бер ни ҙә яуап бирә алманым. Өнһөҙ ҡалыуың конкурс һөҙөмтәһенә кире йоғонто яһамаһа ярай ине, тиеүселәр ҙә булды. Шул йылда конкурсанттар минең өсөн бик янып-көйөп торҙо. Әгәр һине еңеүсе итмәһәләр, тауыш сығарабыҙ, тип тә ебәрҙеләр хатта. Әммә уҡытыусылар, үҙҙәре йырсы булған шәхестәр мине күргән, баһалаған. Ошо фестивалдең иң юғары бүләге – автомобиль миңә тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан һуң З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры мине уҡырға саҡырҙы!
– Бына бит, сабыр иткән, мораҙына еткән, тип халыҡ юҡҡа әйтмәй!
– Шулайҙыр инде. Вокалда ситтән тороп уҡыу бүлеге юҡ ине, мине башҡорт музыкаһы бүлегенә алдылар, шәхси программа менән шөғөлләнеп, уҡып сыҡтым. Миләүшә Ғәли ҡыҙына шул тиклем ҙур рәхмәт: минең өсөн генә килеп, дәрес бирә торғайны. “Әгәр мәктәптән һуң уҡ миңә килеп эләкһәң, һинән ҙур опера йырсыһы сығыр ине!” – тип уфтанған саҡтары ла булды. Үҙенең студенттарына ла йырлаттырып күрһәтте. Ул Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ҡалырға ла тәҡдим иткәйне, әммә был ваҡытта мин йорт һалып, шәхси тормошомдо ҡорған инем инде. Әле лә шунда ғаиләм менән баҡсалар үҫтереп, бал ҡорттары ҡарап йәшәп ятабыҙ. Яратам умартасылыҡ эшен.
– Баш ҡаланан ситтә көн итеүенисек?
– Тыуған яғымда йәшәүем менән бәхетлемен. Ижад итергә кәртәләр ҙә юҡ. “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары сығыштарымды даими биреп тора. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы минең хаҡта бер нисә тапшырыу ҙа донъяға сығарҙы: “Автограф”, “Бай баҡса”. Балаларыбыҙ әле мәктәптә уҡый. Ғәҙәттә, машинала йөрөгәндә “Юлдаш” радиоһын тыңлайым. Балалар үҙемдең йырҙарымды ҡуйыуымды һорай ҡайһы саҡ. Ҡыҙым Гөлшат үҙе лә йырларға әүәҫ. Балалар үҙебеҙҙең телдә һөйләшә. Ҡайһы бер йәштәр туған телдең ҡәҙерен дә, бәҫен дә аңлап бөтмәй, ә телгә һөйөү, мөнәсәбәт тап ғаиләлә тәрбиәләнә.
– Йыр сәнғәтендә кумирҙарың да булған. Тағы ла кемдәрҙең тауышы һиңә үҙ?
– Халыҡ йырҙары оҫтаһы Абдулла ағай Солтановтан күп нәмәгә өйрәнәм. Грим бүлмәһендә йырлап ебәргәнен ишеткәнем бар, иҫем китеп тыңлай торғайным. Туҡһан йәшлек Абдулла ағайҙың тауышы мәңге ҡартаймаҫ, мәңге шикмәҫ шишмә төҫлө. Флүрә Килдейәрованың, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың, Ғәли Хәмзиндың башҡарыу оҫталығы оҡшай. Мәғәфүр ағайҙан бик күп йырҙар өйрәндем. Татарстандан Илһам Шакиров, Әлфиә Абзалованың йырлауын яраттым.
Уларҙың барыһын да грампластинкаларҙан өйрәнеп үҫтем. Уларҙы ҡат-ҡат тыңлайым да мәктәпкә сығып китәм. Урам буйлап иртүк йырлап барам. Ғәҙәттә, иҫерек кешеләр генә шулай йөрөй бит инде, ә мин мәшһүр йырсыларыбыҙҙы тыңлап, әҫәрләнеп, моңдан иҫереп атлағанмындыр. Грампластинкалар сыйылып китә, уның өҫтөнә ҡатыраҡ әйбер, йәки шырпы ҡуйып, пластинка оҙаҡҡа етерлек итеп ҡулайлаштырып алаһың әле уны.
Элек йырҙар шул тиклем танһыҡ була торғайны. Радиолағы ял концерттарын, иртәнге, киске сығыштарҙы көтөп ала инек. Ваҡытын үткәреп ебәрһәң, ҡайғырып ултыраһың. Хәҙер рәхәтләнеп көноҙоно “Юлдаш” йырлай!
– Хәҙерге йырҙарға ҡарата фекерең нисек?
– Бөгөн бик ҡыҙыҡлы күренеш ул – йырҙар донъяһы. Үҙҙәре һүҙен дә, көйөн дә яҙалар, икенсе көндә эфирға сығаралар. Мин йыр өҫтөндә оҙаҡ эшләйем. Элекке йырсылар ҙа шөғөлләнә ҙур хеҙмәткә ҡараған кеүек ҡараған. Йөрәгеңдә йөрөтөп, күңелеңдән сыҡмағас, ул йырҙы ниңә башҡарып торорға һуң? Иң беренсе әҫәрҙән башҡарыусы үҙе тетрәнергә, һыҙланырға тейеш, шунан ғына йыр башҡаларҙың асылын яулай ала, минеңсә.
– Үҙең дә көйҙәр яҙаһың түгелме?
– Шулай килеп сыҡты шул. Бала саҡтан Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың ижадын уҡып үҫтек. Ә бер мәл Өфөлә уның менән осрашырға насип булды. Ул миңә китап бүләк итте. Яҙғандарын уҡыйым, ә күңелдә шунда уҡ көйҙәр тыуа. Шулай итеп, уның ундан ашыу шиғырына йыр яҙҙым. “Юлдаш” радиоһы уларҙы тапшырып тора. Әлбиттә, мин Рим Хәсәнов та, Бәхти Ғайсин да түгел, әммә күңелгә килгән көйҙәрҙе йырға һалырға тырыштым. Ҡалғаны тыңлаусы хөкөмөндә.
– Ижад кисәләре ойошторғаның булдымы? Нисектер һин тамашасыға тулыһынса барып етмәгән һымаҡһың...
– Былтыр тыуған яғымда – Илеш районында ижад кисәм үтте. Унда Өфөнән дә ҡунаҡтар саҡырылғайны. Тамашаны Наил Ғәлиев алып барҙы. Йырсы Фәриҙә Ғаззалова, шағирҙар Роберт Миңнуллин, Гөлфиә Юнысова, яҙыусылар Мирас Иҙелбаев, Айгиз Баймөхәмәтов килде. Унда мин 18 йыр башҡарҙым, халыҡ көйҙәренә өҫтөнлөк бирҙем. Бик йылы ҡабул иттеләр.
Киләһе йылдарҙа баш ҡала тамашасыһы алдына ла сығырға яҙһын, тип торам. Ашыҡмайым, яйлап ҡына менәм үҙ үремә.
“Башҡортостан” телевидениеһы ике дискымды сығарҙы, уларға ун һигеҙәр йыр ингән. Йылдар үткән һайын, тауыш та үҙгәреүсән, ваҡыт берәүҙе лә аямай, шуға ла әле ана шул халыҡ йырҙарын баян, гармун моңона ҡушылып башҡарып, яҙҙырып ҡалдырғым килә.
– Китап сығарырға ниәтем бар, тигәйнең бер мәл?..
– Эйе, әлеге ваҡытта китабым өҫтөндә эшләйем. Ул фотоальбом булмаҡсы. Бик күп мәғлүмәт тупланған, көндәлектәрем, гастролдәр хаҡында мәҡәләләр, минең менән эшләнгән әңгәмәләр байтаҡ, шуларҙың барыһы ла ошо йыйынтыҡта урын алыр, тип торам.
– Нимә һуң һинең өсөн йыр?
– Йыр – ул ғүмер юлдашым. Улай ғына ла түгел, йырһыҙ тора алмайым. Бик ауыр ваҡыттарҙа ул – минең өсөн таяныс, ышыҡ. Туҡтап ҡалған мәлдәреңә йән өрөүсе лә. Йыр – ул мин үҙем, тиһәм, артығыраҡ булырмы икән инде? Нисек тип әйтһәм дә, унһыҙ йәшәүемдең мәғәнәһен күрмәйем.