Тыуған яғы Ғафуриҙа, Өфөлә Нияз Мәжитов урамы булырмы?...Олуғ Нияз Мәжитовтың хәтер кисәһе бөгөн тыуған төйәге Ғафуриҙа. Өфөнән Сәйетбабаға тиклем ике сәғәт самаһы барырға кәрәк. Юлға сыҡҡас, яҡташым, күренекле археолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Мәжитовтың редакцияға йыш килеүе, беҙҙең менән ихлас аралашыуы иҫкә төштө. Бер мәл төрлө мажаралар менән бөгөнгө Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға ингәне хаҡында һөйләгәйне...
“Атайым тыуған яғын хәстәрләп йәшәне”“...Имәндәш урта мәктәбендә ете класты тамамлағас, артабан ете-һигеҙ саҡрымдағы Сәйетбабаға барырға тейешбеҙ. Юлда Мәндем йылғаһы аша сығырға кәрәк, күпер юҡ. Яҙлы-көҙлө ул аяуһыҙ таша. Тау йылғаһы бит, ажғырып ята...
Ошо сәбәпле мин баш ҡалалағы 1-се мәктәп-интернатҡа китергә булдым. Әммә унда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың балаларын ғына алалар ине. Һинең атайың бар бит, ҡабул итмәйбеҙ, тинеләр. Шулай ҙа бер нисә малай менән ҡайтып китергә ашыҡманыҡ, өс-дүрт көн мәктәп ихатаһында яттыҡ. Ахырҙа Мәғариф министрлығына барырға кәңәш бирҙеләр. Министр Хәйбуллаға киткәйне. Шулай ҙа аптырап ҡалманым, интернатҡа барҙым да: “Мәғариф министрлығында булдым, мине алырға ҡуштылар”, – тинем директор Мөсәлиә Хәйруллинаға. Шулай итеп, хәйләләшеп булһа ла, уҡырға индем. Аҙаҡ университетта Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы менән бергә эшләй башлағас, ошо хаҡта әйткәйнем, һине алып яңылышмағанбыҙ, тине...”
Ауыр заман. Буласаҡ ғалимдың ни өсөн тап Пермь дәүләт университетын һайлауы менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ. “Өлкән кластарҙа республика китапханаһына йыш йөрөй торғайным. Теләгем юрист булыу ине, шуға өҫтәмә китаптар уҡыйым. Бер мәл тарих уҡытыусыһының “Мәжитов, һин тарихсы булырға тейеш” тип әйтеүе хыялымды үҙгәртергә мәжбүр итте. Бер нисә иптәшем менән Пермгә киттек. Улар уҡырға инә алмай ҡайтып китте, ә мин яҙмышымдың хәл ителерен көтөп ятам. 23 балл йыйғанмын. Аҡса юҡ, асмын. Аптырағас, деканға индем. Ул: “Һине лә алмаһаҡ инде, Мәжитов! Балың етерлек”, – тип ихлас ҡотланы”.
Билдәле, сит ерҙә берәү ҙә һине ҡолас йәйеп көтөп тормай. Аҡсаһыҙлыҡ, аслыҡ егеттең үҙәгенә үтә. Шулай ҙа түҙә ул, үҙен үҙе хәстәрләргә тырыша. Каникулдарҙа археологик экспедицияларҙа ҡатнаша. Тырыш егет өсөнсө курста уҡ ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай.
Әлеге сәфәрҙәге юлдашым, арҙаҡлы ғалимдың ҡыҙы Әлфиә Солтанова ла уйсан, хәтирәләргә бирелгән. Унан ата-әсәһенең нисек танышҡаны, йәшәгәне хаҡында һорарға баҙнат иттем.
– Атайым Ғафуриҙан булһа, әсәйем Салауат районының Мәсетле ауылынан, – тип һүҙ башланы Әлфиә ханым. – Икеһе лә ул ваҡыттағы 1-се мәктәп-интернатта белем ала. Бер-береһен хөрмәт итеп, ҡәҙерләп, бик матур йәшәнеләр. Әсәйем, шөкөр, иҫән, 85 йәшен тултырҙы.
– Атайығыҙҙың юлын дауам итеүегеҙ, бер ҡараһаң, сәйер һымаҡ, сөнки археология менән башлыса ир-ат шөғөлләнә...
– Иҫ белгәндән бирле атайым менән тикшеренеү эштәренә йөрөй инем, хатта экспедицияла тәпәй баҫып киткәнмен. Әсәйем дә был шөғөлөмдө бер ҡасан да тыйманы...
Һөйләшә-һөйләшә Сәйетбабаға ла яҡынлаштыҡ. Уң яҡта, тауҙар ҡосағында, Имәндәш күренә. Тулҡынланыуы, һағышы йөҙөнә сыҡҡан Әлфиә ханым бала саҡ, йәшлек хәтирәләренә бирелде.
– Атайым тыуған яғын яратып, хәстәрләп йәшәне, – тине ул. – Йыш ҡайтты, мәктәбенә ҡосаҡ-ҡосаҡ китап бүләк итер ине. Ауылда кирбестән ике ҡатлы мәктәп төҙөтөүҙә лә, газ үткәртеүҙә лә уның өлөшө бар.
Сәйетбабала йыйылған халыҡ араһында буй-һыны, алсаҡлығы менән шөһрәтле археологыбыҙҙы хәтерләткән ағай ҙа бар ине. Иҫәнләшеп танышҡас, уның ғалимдың бер туған ҡустыһы Венер Мәжитов булыуын белдек. Ул авиация институтын тамамлап, төрлө ҡалаларҙа яуаплы вазифа башҡарған, хаҡлы ялға сыҡҡас, ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып, Красноусол ҡасабаһында төпләнгән.
– Һигеҙ балалы ғаиләлә үҫтек, әле дүртебеҙ иҫән, – тип хәтирәләргә бирелде уҙаман. – Шундай ауыр заманда юғары техник белем алыуым менән Нияз ағайыма бурыслымын. Мин унан туғыҙ йәшкә кесе. Ағайым һәр ваҡыт уҡыуым менән ҡыҙыҡһыныр, яҡшы өлгәшеүемә ихлас ҡыуаныр ине. Ауылда һигеҙенсе класты тамамлағас, ул мине үҙе белем алған 1-се мәктәп-интернатҡа алып китте. Яҡшыраҡ уҡырға дәртләндерҙе, кәңәштәренән айырманы. Ғәжәп алсаҡ, ысын зыялы булды ағайым. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәне, йәмрәйеп йөрөмәне. Уның менән һәр аралашыу рухты арттырыр ине...
Рухи ҡалҡанМәғлүм булыуынса, Әхмәтзәки Вәлиди бер нисә тапҡыр Сәйетбабала булып киткән. Мәсет урамында ошо тарихи ваҡиғаға арнап ҡуйылған экспозиция менән танышҡас, Нияз Абдулхаҡ улы тыуған Туғай ауылына юлландыҡ. Ул Сәйетбабанан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта ята.
– Нияз ағайҙың атаһы тыумышы менән Имәндәштән, – тип бәйән итте Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов, уның йорт нигеҙе урынын күрһәтеп. – Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында Абдулхаҡ ағай бында күсенеп, “Туғай” колхозын ойоштора. Буласаҡ ғалим ошонда донъяға килә. Студент йылдарында ул тыуған яғында ҡаҙыныу эштәре менән була. Ауыл осондағы был убалар әле лә һаҡлана.
Артабан ауыл мәҙәниәт йортонда Хәтер кисәһе башланды. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов асты.
– Нияз Абдулхаҡ улының халҡы өсөн башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ, – тип билдәләне ул сығышында. – Башҡорттарҙың әүәлдән ошо ерҙә йәшәгәнен, аҫабалығын ғилми эшмәкәрлеге менән раҫланы. Ете томлыҡ “Башҡорт халҡының тарихы” китабының етәксеһе лә ул булды. 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланып, яңы ойошманы булдырыу, үҫтереү йәһәтенән бихисап эш башҡарҙы. Бөгөн Ғафури районында ла, Өфөлә лә Нияз Мәжитов исемендәге урам булырға тейеш. Йәнә Красноусол башҡорт гимназияһына ла уның исемен бирергә кәрәк.
Республика Аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе Велмир Аҙнаев үҙ сығышында: “Нияз Мәжитов иҫән сағында Өфө II ҡаласығы менән үҙенә һәйкәл ҡалдырҙы”, – тиһә, билдәле табип, профессор Марс Юлдашев:
– Ҡоролтай барлыҡҡа килгәс, Нияз Абдулхаҡ улы республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә һибелеп йәшәгән башҡорттарҙы берләштереүгә, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауға ифрат күп көс һалды, – тине. – Мәскәү өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын ойоштороп, ҙур йыйын үткәрҙе. Халҡыбыҙ өсөн ауыр ваҡытта барыбыҙҙы алға әйҙәгән рухи ҡалҡан булды.
Хәтирәләр, иҫтәлектәр... Эйе, бар ғүмерен халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүгә бағышлаған ғалим тарихи ысынбарлыҡты иҫбатлауы менән милләтебеҙҙең йәшәйешенә яңы һулыш өрҙө, халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихын ҡайтанан яҙҙы. Ул ғүмеренең йондоҙло сәғәте тип Өфө II ҡаласығын асыуҙы иҫәпләй ине. Хәтер кисәһендә “Боронғо Өфө” республика тарихи музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталова:
– Нияз Абдулхаҡ улы халҡына ҡиммәтле ғилми-рухи ҡомартҡы ҡалдырҙы, – тине. – Музейҙың төҙөлөүе, эшләүе менән нәҡ уға бурыслыбыҙ. Остазыбыҙ башлаған эштәрҙе дауам итәбеҙ, “Боронғо Өфө археология паркы” тип аталасаҡ музей комплексының концепцияһы Хөкүмәттә яҡлау тапты. 2012 йылдан башлап Өфө II ҡаласығы биләмәһендә археологик ҡаҙыныу эштәрен музей хеҙмәткәрҙәре – йәш ғалимдар дауам итә...
* * *
...Эйе, баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле мираҫ ҡалдырҙы Нияз Абдулхаҡ улы туған халҡына. Илһөйәрлектең, ғилемлелектең, юғарылыҡтың, шул уҡ ваҡытта сабыр баҫалҡылыҡтың сағыу өлгөһө булды ул. Өҙлөкһөҙ хеҙмәт аша ғына хөрмәт ҡаҙаныу, халҡыңды күтәреү мөмкинлеген үҙ миҫалында раҫланы. Йәш быуынға яҡты һабаҡ, оло маяҡ был.