Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йүгерәбеҙ әле!...”

Ижади уңыш нигеҙе – йәй тыуған ерҙә, әсәй янында рәхәтләнеп ял итеп килеүҙә, ти Ирек Булатов.


“Ирек һеҙгә күскән икән, хәҙер тик Башдрамға йөрөрбөҙ инде”, – тип хәбәр һалғайны таныштар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ирек Булатов М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлағас. Хәҙер инде ул һөйләшеүгә лә ун йыл ваҡыт үтте, Ирек Әлмир улы ошо арауыҡта коллективта ныҡлы урынын тапты, спектаклдәрҙә төп көс булған актерҙар иҫәбенә инде. Уңыш нигеҙе – тыуған ерҙә, ти ул.

– Изге бишегем – Күгәрсен ра­йонының Үрге Мөрсәләй ауылы – Оло Эйек буйында, бөйөк әҙибә Зәйнәб апай Биишеваның тыуған ауылына яҡын ғына, кеше күҙенән бер яҡ ситтә, йәшенеп кенә урынлашҡан. Тәбиғәт ҡосағына һыйынған матур төйәгемде, асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле ауылдаштарымды ныҡ яратам. Бала саҡ, үҫмерлек, йәшлек хәтирәләре күңелемә тәрән уйылған. Тыуған ауылыма хәҙер ҙә мөмкин тиклем йышыраҡ ҡайтырға тырышам, изге нигеҙебеҙҙең ҡотон һаҡлаған ҡәҙерле әсәйем янына гелән ашҡынып, һағынып юлланам.

Быйылғы йәйге ялымды ла тыуған яғымда үткәрҙем. Күкрәк киреп тын алып, тәбиғәт ҡосағына сумып уҙғар­ҙым матур миҙгелде.

– Ошолай рәхәтләнеп ял итә белгәнгә лә эшең шәптер, Ирек! Әйткәндәй, спектакль тамамланғас, бигерәк тә премьеранан һуң артистар “күңел бушап ҡалған һымаҡ булды” тиеүсән. Бына шул буш­лыҡты һин нисек тултыраһың?

– Минең өсөн ундай ваҡытта иң мөһиме – күңелде тынысландырыу, йоҡоно туйҙырыу һәм “перезагрузка”, йәғни уй-фекерҙе тәртипкә килтереп, мейеләге “компьютер”ҙы таҙартып алыу. Яңы спектаклде сығарған ва­ҡытта уға башкөллө сумып кителә, шул әҫәргә ҡағылышлы нәмәләр генә күҙ уңында тотола, ә башҡаһы бөтөнләй томан кеүек таралып бөтә, хатта ҡайһы ваҡытта яңылыҡтарҙан да ситтә ҡалабыҙ. Премьеранан һуң иһә тирә-яҡ донъя, ниһайәт, күҙгә салына. “Әәә, бында яңы өй төҙөй башлағандар икән”, “асфальт та түшәгәндәр”, “бәй, бынау магазин юҡ ине ләһә” тип яңы мөхит менән таныша башлайһың.

– Һин бит китап уҡырға яратаһың, хатта ошо шөғөлөңдө лә ситкә ҡуяһыңмы ни?

– Юҡ инде, китаптан баш тартып булмай. Уҡыу бит минең көндәлек ғәҙәтемә әйләнгән. Һәр кис йоҡлар алдынан ҡулыма китап алам.

– Әле ниндәйҙе уҡыйһың?

– Ғөмүмән, мин кәйефемә ҡарап һайлайым, өҫтәлемдә һәр ваҡыт ике-өс китап ята. Әле И. Шмелевтың әҫәрҙәр йыйынтығы, А. Чеховтың хикәйәләре һәм В. Шаламовтың “Колыма хикә­йәләре” менән үтә кистәрем.

– Сәнғәт юлынан киткәнһең. Ҡайҙан һиндә бындай ынтылыш?

– Атайым Әлмир Ғәли улы – нефтсе, әсәйем Әнисә Абдулла ҡыҙы һатыусы булып эшләне. Сәнғәткә ынтылыуым­дың нигеҙе – ҡәҙерлеләремдең тәрбиә­һендәлер, моғайын. Атайым был өлкәне фанаттарса яратҡан кеше булды, теле- һәм радиопостановка­ларҙың береһен дә ҡалдырмай, районға килгән ар­тистарҙың спектакль-концерттарын гелән ҡарап бара, хатта һәр артистың тиерлек биографияһын, ижад юлын һәйбәт белә торғайны. Олуғ Мостай Кәримдең “Сәнғәтте яратҡан кешеләр ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй” тигән һүҙҙәре бар мәғәнәһендә атай-әсәйемә ҡағыла. Улар йыр-моңға ғашиҡ, береһе гармун-баянда уйнап, икенсеһе йырлап, кистәрен, өй эш­тәренән бушаған ваҡытта үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашып, ауылдашта­рыбыҙ алдында спектаклдәр ҡуйып йөрөгән матур күңелле кешеләр булды.

– Ә туғандарың уҡытыусы һөнәрен һайлаған, шулай бит?

– Беҙ ғаиләлә өс бала. Мин сәнғәт юлын һайлаһам, һеңлем менән ҡустым – уҡытыусылар. Хәҙер инде улар мәктәп директорҙары булып китте: һеңлем Айгөл – Новохвалынск, ҡустым Илшат күрше Сирбай ауылында. Туғандарым матур ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерә.
Әйткәндәй, һөнәр һайлаған ваҡытта миңә атай-әсәйем БДУ-ға уҡырға инергә тәҡдим итте. Унда бер йыл белем алғас, үҙем теләгән, күптән хыялымда йөрөткән Өфө сәнғәт училище­һының театр бүлегенә күстем. Бәхетемә күрә, шул йылда Олег Закир улы Ханов (ул ваҡытта Милли йәштәр театрының художество етәксеһе) театр өсөн махсус курс йыя ине, һәм мин дә шунда эләктем. Курсташтарым Рөстәм Ғиззәтуллин, Эльмира Саматова, Николай Рихтер Өфөлә, ә башҡа һа­баҡташтарым донъя буйлап тара­лышҡан, сит илдәрҙә эшләгәндәр ҙә бар.

– 2019 йыл Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо башланғысҡа ҡарата ниндәй теләктәрең бар?

– Теләктәр күп инде ул. Иң беренсе шул: исемле йылға бәйле күберәк реклама булырға тейештер. Мәҫәлән, Ленин урамы буйлап китеп барам икән, уң яҡтан да, һулдан да театр афишалары, мәғлүмәттәр, ҙур экрандарҙа спектаклдәрҙән өҙөктәр күренһә, радиопостановкалар яңғырап торһа, ҡайһылай күңелле булыр ине! Ха­лыҡты театр сәнғәтенә тағы ла нығыраҡ яҡынайтыу юлы ла был. Ҡыҫҡаһы, мөмкин тиклем киңерәк яҡтыртылһын ине ил кимәлендә иғлан ителгән ҙур акция. Кеше күрергә, ишетергә тейеш, һөҙөмтәлә театрҙарға иғтибар ҙа артасаҡ. Шәхсән миңә килгәндә (беҙ, артистар, шундай халыҡ бит инде), исемле йылды мөғжизәләй көтәм. Ниҙер үҙгәрер, нимәлер яҡшырыр кеүек. Көтәйек, күп ҡалманы инде…

– Артист булараҡ, үҙеңә ниндәй талаптар ҡуяһың?

– Минең өсөн актер – спектакль тигән ҙур бер машинаның детале, механизмы. Тимәк, һәр ваҡыт сафта – физик һәм ижади яҡтан формала – булыу кәрәк.

– Ниндәй роль башҡарырға хыяллана торғайның?

– Йәшерәк саҡта ундай теләктәр күп ине, әлбиттә. Хәҙер иһә ижадҡа, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе: актер – режиссерҙың “инструменты”, ул беҙҙе нисек, ниндәй ролдә күрә – шуға тап килергә тейешбеҙ. Рәссам ҡулындағы буяуҙар кеүекбеҙ. Әллә ниндәй бөйөк ролдәр тураһында хыялланып, үҙеңә йөкмәтелгәнде насар башҡарыуың ихтимал. Мин бары менән ҡәнәғәтмен. Бирелгән ролде “үҙеңдеке” итергә, яратырға, тәрән аңларға кәрәк.

– Уның менән нисек танышаһың?

– “Читка” ваҡытында ҡабул итеп бөтә алмайым. Пьеса менән үҙемә айырым танышырға кәрәк, уны хатта бер нисә тапҡыр уҡып сығам. Бына Айрат Әхтәм улы “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса спектакль әҙерләгәндә, мин ул әҫәрҙе өс-дүрт мәртәбә уҡыным. Ге­ройымдың холоҡ-фиғелен, эске донъя­һын асҡан, үҙ-үҙен тотошон һүрәтләгән урындарҙы ҡат-ҡат өйрәндем.

– Сәхнәбеҙҙә ҙур уңыш менән барған “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектаклендә Сумлинский ролен башҡараһың. Кем ул һинең геройың?

– Премьера яҡынлашҡас ҡына аңланым ролемдең асылын. Роман буйынса Сумлинский – өлкән йәштәге ир-уҙаман. Агроном. Зыялылар ҡат­ламынан булыуы ғына ла уның булмышын асып һала: уҡымышлы, изге күңелле, ғәҙел, үҙе инанған идеяларға тоғро.

– Театрҙың 98-се ижад миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса ошо спек­таклдә уйнаған артистарҙан бер төркөм – һин, Гөлнара Әмирова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов “Ролдәр ансамбле// Ансамблдәге ролдәр” номинацияһында бүләк­ләндегеҙ. Ансамбль булдырыу күп көс талап иттеме?

– Спектаклдә беҙ Гөлнара Әмирова менән ирле-ҡатынлы булып уйнайбыҙ, ул – Изабелла ролендә. Тәүҙә ике арала уртаҡ фекерҙәр, ҡараштар барлыҡҡа килде. Аҙаҡ рәссамды уйнаған Илдар Ғүмәров менән ижади мөхиткә инеп киттек. Бер аҙҙан Илдар Сәйетов ошо “түңәрәк”кә килеп ҡушылды. Репе­тицияларҙа беҙҙе “интеллигенттар” тип йөрөттөләр, әле лә шулай. Көндәлек аралашыу, фекер алышыу, партнерҙы тойоу ансамбль тыуҙырыуға булышлыҡ иткәндер инде.

– Әле башҡарған ролдәрең араһында ҡайһыһы күп көс талап итә?

– “Йүгер, Харис, йүгер!” спектакле. Исеме үк әйтеп тороуынса, күп хә­рәкәтләнергә кәрәк. Ә тормошта илле-алтмыш йәшлек “харистар” ҙа бар, шулай булғас, йүгерәбеҙ әле!

– “Йырлап йөрөп уйнаған” рол­дәрең бармы?

– Мин уларҙың барыһын да йырлап, рәхәтләнеп башҡарам. Репертуарҙа барған спектаклдәрҙә ролдәрем күп, яңылары өҫтәлеп тора – ҡәнәғәтмен. Артист өсөн тамашасыларҙың баһаһы, улар өсөн кәрәкле булыу мөһим.

– Бер ижади ғаиләнән икенсеһенә күсеү ҡыйын булдымы? Беҙҙең коллектив һине нисек ҡабул итте?

– М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры труппаһында үҙ урыным булды, тамашасыларым, дуҫтарым күп ине. Мин унда төп көстәрҙең береһе тип һаналдым. Ә бында килгәс, тәғәйен “йөк”тө алыу өсөн үҙемде яңынан күрһәтергә, ныҡлы көс һалырға, абруй яуларға кәрәк ине. Аллаға шөкөр, мине ҡабул иттеләр. Беҙҙең коллектив үҙ-ара татыу, берҙәм, кәрәк икән, спектакль өсөн шәхси ваҡытын да йәл­ләмәй, көнө-төнө эшләй ала.

– Ҡайһы режиссерҙар менән эшләргә яратаһың?

– Алда әйткәнемсә, артистың ижади ғүмере режиссерға бәйле. Беҙ уларҙың күҙенә генә ҡарап торабыҙ. Ре­жис­серҙар спектакль ҡуйғанда артистарҙы әҫәргә эҫендерергә, күңеленә осҡон һалып тоҡандырырға һәм үҙ артынан эйәртеп алып китергә тейеш. Бына шун­дай­ҙарҙың береһе – Айрат Абушахманов.

– Репертуарҙа гөрләп барған “Бәхет хаҡы”нда уйнауың менән бәхетлеһеңме?

– Тәүҙә бәхетле инем. Сәнғәт мэтрҙары Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов һ.б. менән бер спектаклдә уйнау, һәр тамашаның аншлаг менән үтеүе, халыҡтың спектаклде яратыуы күңелде йылыта ине…

– Ниңә “ине” тиһең, бөгөн нимә үҙгәрҙе?

– Үҙгәрҙе. Был спектакль 2012 йылдың апрелендә донъя күрҙе. Ошо ваҡыттан алып ул аншлаг менән бара, бөгөн дә тамаша залы шығырым тулы. Иң ҡыҙығы – был спектаклгә бер үк тиерлек тамашасылар йөрөй: егерме-утыҙ тапҡыр килгәндәр ҙә бар. Иң ҡы­йыны артистарға: беҙҙең реплика­ларҙы, хатта тотош текстарыбыҙҙы улар ятлап алған, элек гөрләп үткән сәхнә күренештәрен хәҙер тып-тын ҡарайҙар. Хатта тамашанан һуң үҙ-ара “бөгөн был артист шул репликаһын әйтергә онотто”, “тегеһе ул урында тороп уйнамай ине” тип һөйләшеп тә алалар икән…

– Йәй етһә, артистар киноға төшөү менән мәшғүл. Һин дә шулаймы?

“Йүгерәбеҙ әле!...”– Миңә бөгөнгө башҡорт киноһында уйнау бәхете тейҙе: режиссер Булат Йосоповтың “Быяла юлсы”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, Айнур Асҡаровтың “Урғала”, Дилә Мөхәмәт­йә­рованың “Фирүзәнән муйынсаҡтар” фильмдарында ҡат­наштым. Хәҙер йәй киноға төшөүҙән баш тартырға тырышам. Ни өсөн тигәндә, алда әйткәнемсә, был миҙгел минең өсөн – тыуған яғым, әсәйем менән аралашыу, яңы көс туплау өсөн бирелгән ваҡыт. Ауылға ҡайтып, мал араһында, баҡсала йөрөп, бесән эшләп, урман-яландарҙы рәхәтләнеп гиҙеп, әсәйем бешергән тәмле-татлы ри­зыҡтарҙы ашап килһәм, был ҡеүәт миңә йыл буйына етә.

Эйе, әсәйем иртән тороуға ҡоймаҡ ҡойоп ҡуйһынмы, берәй тәмле бәлеш бешерһенме – беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Мин уға: “Әней, беҙ бит ас түгел, ял ит. Миңә бит эсте кәпәйтергә ярамай, сәхнәлә, халыҡ алдында йөрөйөм дәһә, форма һаҡларға тейешмен”, – тиеүемә ҡарамаҫтан, көлә лә ҡуя. Барыбер үҙенекен ҡуймай: өҫтө-өҫтөнә бешерә, ҡыҫтап ашата, 45 йәшкә еткән улын һөйөп ала…

– Тормош девизың бармы?

– Беҙҙең курс етәксеһе Олег Закир улының “Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, башҡа һөнәр һайлап, икенсе өлкәлә эшләһәгеҙ ҙә, донъяла ниндәй генә хәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт кеше булып ҡалығыҙ!” тигән һүҙҙәре тормош девизыма әйләнгәндер, тип уйлайым.

– Улыңа ла, моғайын, шул кәңәште бирәһеңдер?

– Әлбиттә, һәр атай-әсәй өсөн балаһының үҙ юлын табыуы, яҡшы тәрбиәле булыуы – ҙур бәхет. Улым Илнур Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамланы, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, әле Ҡазан энергетика университетында ситтән тороп белем ала, театрға ҡораусы булып урынлашты. Уҡып та, эшләп тә йөрөгәс, ауырғараҡ тура килә, буш ваҡыты бөтөнләй юҡ. Шуға ҡайһы саҡта йәлләп тә ҡуям үҙен. Ә икенсе яҡтан алғанда, театрҙа, күҙ алдында йөрөгәне яҡшы.

– Уҙған ижад миҙгелендә сыҡҡан “Баллы, тирәкле Балтирәк” коме­дияһындағы ролең тураһында ла әйтеп кит әле.

– Уны Алмас Әмиров ҡуйҙы. Мин прапорщик Сергей ролен башҡарам. Яратҡан ролдәремдең береһе ул, тормоштан алынған персонаж. Ҡайһы ваҡыт бит “уйлап сығарылған”дар була. Ә Сергей әҫәр яҙылғанда уҡ бөтөн килеш “тыуған”, холҡо ап-асыҡ күренеп тора, ролде ҡайһы юҫыҡта үҫтерергә кәрәклеге лә аңлашыла.

– Ә “Ҡара йөҙҙәр” спектаклендәге Ғимаҙи?

– Ул – архаик образ. Ваҡиғалар беҙҙең замандан ни тиклем элегерәк булһа, уйнауы ла шул ҡәҙәр үк ҡатмарлы. Быуындар алмашынған, тарих ҡуласаһы әйләнгән, осорҙо осор алмаштырған – бына шул факторҙар ролде тыуҙырғанда ныҡ тәьҫир итә. Ул әҫәр яҙылған саҡтағы тормошҡа ҡарашты бөтөн күңелең менән тойоуың, ҡабул итеүең мөһим. Ғимаҙи яҡтылыҡҡа ынтыла. Ул үҙенең тормошона ҡарағанда улыныҡы яҡшыраҡ булырға тейеш тип иҫәпләй.

“Нәркәс” мелоромантик трагедия­һындағы Илсеғол роле лә ҡатмарлы ғына. Был образ миңә, белеүегеҙсә, Заһир ағай Вәлитовтан күсте. Илсеғол – аҡһаҡал, тормошто аңлаған, кемдең кем икәнен яҡшы белгән ил ағаһы. Әммә ул ырыу йолаларынан аша үтә алмай, ғәҙеллек яҡлы, йола ҡанундарына буйһона.

Ғөмүмән, һәр ролем күңелемә яҡын. Актер сәхнәлә йәшәй, был урын – үҙеңдең дә йәнеңде сафландыра, байыта торған изге майҙан. Ролдәр булһын ғына, ә уларға йән өрөү – беҙҙең бурыс.

– Халыҡҡа ниндәй теләктәрең бар?

– Театрға килегеҙ! Беҙгә һеҙҙең иғтибарығыҙ, баһағыҙ кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 651

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 022

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 536

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 749

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 568

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 433

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 489

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 382

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 643

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 374

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 545