Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат тип сығам оло юлға
Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәк балалары милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан белә.

Башҡорт халҡы – тарихи хәтерен йөрәгендә, ҡанында һаҡлап йөрөткән милләт. Шулай булмаһа “Урал батыр” кеүек кешелектең мәшһүр әҫәре рухтан рухҡа, ҡандан ҡанға, күңелдән күңелгә һалынып, һаҡланып ҡалыр, әлеге көнгә килеп етер инеме?! Йәнә батырҙарыбыҙҙы, сәсәндәребеҙҙе иҫкә алыу ғына ла етә, беҙҙең шунда уҡ арҡаларыбыҙ төҙәйеп китә, йөҙҙәргә нур ҡуна, сафҡа баҫҡандай булабыҙ.

1800 йылдың 26 сентябрендә Рогервик ҡәлғәһендә башҡорт батыры Салауат Юлаевтың яҡты донъя менән хушлашҡаны хаҡында майор Дитмар рапорт яҙа. Әммә халҡын азатлыҡ, ерҙе ҡурсалау өсөн көрәшкә саҡырған ҡаһармандың исеме милләте күңеленә мәңгелеккә уйылған.


“Тыңланым моңон һандуғас ҡоштоң...”

Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа урынлашҡан Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған сараға – милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын ятлау конкурсына – республиканың Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡариҙел төбәктәре уҡыусылары йыйылды.
Көҙ көҙ инде: ҡойоп ямғыр яуа. Ҡатнашыусылар, бәлки, килеп өлгөрмәҫ, йәки өйҙәренән сығарып ебәрмәҫтәр тигән уй музейға килеп инеү менән юҡҡа сыҡты. Хатта ошо уйымдан үҙемә оят булып китте: Салауаттың шиғырын ятлаған бала уйынан кире ҡайта буламы һуң инде?!

Уҡыусылар әҙерләнгән, баһалама ағзалары йыйылып, исемлекте барлаған арала мөдир бүлмәһенә күбәләк осоп килеп инде. Инде талпынды, инде елпенде! Ә бит, алда әйткәнемсә, һалҡын, ямғырлы көн. Етмәһә, был яҡта көҙ байтаҡҡа иртәрәк килә, яҙ һуңлабыраҡ башлана. Беҙ белмәгән, тойһаҡ та, аңлатып бирә алмаған нәмәләр аҙмы ни донъяла: әруахтарҙың йәне йә күбәләк, йә ҡош булып ҡайтыр, тигәндәр бит. Шуға күрә ошо мәлдә, Салауаттың рухы ла беҙҙең менәндер, тип бик ышанғы килде.

Бына бәләкәстәр төркөмө берәм-берәм сәхнәгә сыға. Дыуан районынан Нурислам Алхәйҙәров “Егеткә” шиғыры менән асып ебәрҙе сараны:
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!

Ошо уҡ шиғырҙы бәләкәстәр төркөмө­нән барыһы ла ятланы. Малайҙар менән бер рәттән, Ҡыйғы районынан Гөлзада Ҡолмөхәмәтова ла һөйләне уны. III – IV кластарҙан ҡатнашыусыларҙың сығы­шында тексты яҡшы белеү, тасуири ятлау оҫталығы, сәхнәлә үҙеңде тотоу маһир­лығы, милли кейем кеүек нескәлектәргә иғтибар итергә тырышһаҡ та, барыбер һәр баланың телде тәрән тойоп, шиғырҙы яратып, бөтөн күңелен һалып башҡарыуы әсир итте. Шулай итеп, был йәш төркө­мөндә 3-сө урынға – Гөлзада Ҡолмө­хәмәтова, 2-сегә – Нурислам Ғәлиуллин (Балаҡатай районы), 1-сегә Азамат Ғаззалов (Салауат районы) лайыҡ булды. Афарин, балалар, һоҡландыр­ҙығыҙ! Әйткәндәй, Азамат Ғаззалов “Башҡорт­остан” гәзитенең дә рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә Дмитрий Нурғәлинға баҫманың бүләге тапшырылды.

Гран-при алыу бәхете иһә Ҡариҙел райо­нынан Рафаэль Фәтиховҡа йылмай­ҙы. III класс уҡыусыһының шиғырҙы ни тиклем ғорурлыҡ менән ятлағанын тыңларға, күрергә кәрәк! Хәтәр шәп һөйләне ул, әйтерһең, “Батыр бул!” тип үҙенә лә әйтә ине.

* * *

V – VIII класс уҡыусылары шиғыр уҡыу маһирлығы буйынса һынау тотто. Бында Салауат Юлаевтың “Һандуғас”, “Мин киткәнгә...”, “Уралым”, “Яу” шиғырҙары яңғыраны. Айырыуса һуңғыһы Салауаттың асылын асып биргәндәй тойолдо:
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.
Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙән, мәкер-хәйләнән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.
Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым...

Жюри ағзаларына баһалау һис кенә лә еңел булманы, сөнки балалар кон­курсҡа ысын мәғәнәһендә етди әҙерләнгән, береһенән-береһе оҫта. Уларҙың уҡытыу­сыларына ла, күңелдәрендә милли батырға ҡарата ихтирам-хөрмәт тәрбиә­ләгән ата-әсәләренә лә рәхмәт! Шулай итеп, 3-сө урынға – Фларит Нуриев (Дыуан районы), 2-се – Илнара Шакирова (Ҡариҙел районы), 1-се урынға Фаяз Ханнанов (Салауат районы) лайыҡ булды. Гәзитебеҙҙең рәхмәт хаттарына Азамат Харисов (Дыуан районы), Раймир Ғәлиәскәров лайыҡ булды. Ә инде төп бүләк Инсаф Вәлиевкә тапшырылды. Ул Салауат батырҙың “Уралым” шиғырын шундай оҫта итеп уҡып, халыҡты хайран ҡалдырҙы.

* * *

IX – XI класс уҡыусылары шулай уҡ шағирҙың төрлө шиғырҙарын тәҡдим итте: “Ағиҙелкәй”, “Яу”, “Тирмәмдә”, “Йүрүҙән”... Һөҙөмтәлә 3-сө урынға – Азамат Закиров (Дыуан районы), 2-се – Юлдаш Хафизов (Мәсетле районы), 1-се урынға Илнара Харисова лайыҡ булды. Илнараның сығышы айырым хөрмәткә лайыҡ. Ул ҡысҡырып, тыңлаусының иғтибарын юғары тон менән яуларға тырышманы, киреһенсә, йомшаҡ, наҙлы тауышы менән “Тирмәмдә” шиғырын бар моңонда еткерҙе:
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

Илнара менән Азамат Харисов та “Башҡортостан” гәзитенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Баһалама ағзаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәктәге етәксеһе Сергей Гусев Илнараға сәскә гөлләмәһе тапшырып, уның шиғырҙы гүзәл затҡа хас нәзәкәтлек менән уҡыуын билдәләне.

Ә Тимур Шөғәйеповҡа төп бүләкте бирмәү мөмкин түгел ине. Ул Салауат Юлаевтың “Йүрүҙән” шиғырын ҡыйыу егеттәргә генә хас тәрән тойғо, саялыҡ менән ятланы. Сығыш яһаған барса балаға ҡарап, башта шундай фекер тыуҙы: әгәр милләтебеҙҙең бөгөнгө йәш быуыны ла Салауаттың шиғырҙарын ошо хәтлем тәрән аһәң менән ятлай икән, башҡорт халҡы – мәңгелек! Был балаларға бит бер кем дә электрон техника, айфон вәғәҙә итмәгән, улар Салауатҡа булған ихтирам-хөрмәт тойғоһона, уның батырлығына һоҡланыуға, өйөндә, мәктәптә бирелгән тәрбиәгә бәйле ошо конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ә бүләктәр бик матур ине: ҡиммәтле энциклопедиялар, “Янғантау” шифаханаһы айырым төргәктәр әҙерләгәйне. Гран-при яулағандарға “Салауат Юлаев” энциклопедияһы ла тапшырылды.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллин Тимур Шөғәйеповҡа, Илнара Харисоваға, Рафаэль Фәтиховҡа, Инсаф Вәлиевкә үҙенең китабын бүләк итте; Салауат районы шағирҙары ойошмаһы рәйесе Зәлифә Хәкимова, балаларҙы уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлап, үҙҙәрен дә ижад итергә саҡырҙы; урындағы хакимиәттең мәғариф идаралы­ғындағы мәғлүмәт-методика үҙәге етәксеһе Люциә Ғабдрахманова, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға рәхмәт әйтеп, был сараның артабан да даими үткәрелеренә ышаныс белдерҙе.

– Йолаға әйләнеп барған конкурс быйыл туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылды. Киләһе юбилей йылында сараға Асҡын, Тәтешле, Борай, Балтас райондарынан һәм ҡатнашырға теләгән башҡа төбәктәрҙән балаларҙы йәлеп итергә ниәтләйбеҙ, – тине Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова.

Конкурс тамамланғас, батыр рухына арналған хәтер митингы ойошторолдо. Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов балалар­ҙы шиғыр һәм рух байрамы менән тәбрик итте, уҡыуҙарында уңыштар теләне. “Салауат вариҫтары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Рузит Баһауетдинов халыҡҡа милли батырыбыҙға арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә төп бүләкте яулаған Рафаэль Фәтихов, Инсаф Вәлиев, Тимур Шөғәйепов хәтер митингына йыйылғандарға тағы бер тапҡыр Салауаттың ялҡынлы шиғырҙарын еткерҙе.

Рухы беҙҙе йәнә берләштерҙе

Артабан сара Салауат Юлаевтың яндырылған ауылы нигеҙендә дауам итте. Ямғыр ҡойоп торһа ла, был төбәк уҡыусылары һис бирешмәҫ булып сыҡты. “Салауат Юлаев – мәңге халыҡ хәтерендә” тип аталған әҙәби-музыкаль композиция тап Тәкәй ауылы ерендә барҙы. Бында уҙған йылдарҙа конкурста ҡатнашҡан, еңеү яулаған балалар шиғыр һөйләне, ҡурай, ҡумыҙ уйнаны. Әйткәндәй, сығыш­тар башҡортса ғына түгел, урыҫ телендә лә яңғыраны. Янғантау мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Альберт Шәңгәрәев “Уралым” шиғырын яттан һөйләп, барыбыҙҙы әсир итте. (Сығыштарҙы видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалдым, ҡыҙыҡһын­ғандар инеп ҡарай ала).

Таш тирмә, уның эсенә ҡуйылған Салауаттың йән ҡәбере ташы ана шулай халыҡтың эркелеп килер урынына әйләнде. Күктәр хәтер көнөнөң режиссеры булды: тап “Уралым” шиғырын күмәкләп уҡыр мәл еткәс, беҙҙе таш тирмәгә ҡыуып индерҙе – ел сығып, ямғыр ҡоя башланы.

Салауаттың исеме, ғәмәлдәре, шиғырҙа­ры, әйтерһең, бергәләп йыйылып, уларҙың йылыһына һыйындыҡ. Ҡаһарманыбыҙ рухы беҙҙе йәнә берләштерҙе, телебеҙ аша ҡеүәтебеҙҙе арттырҙы. Салауат юҡҡа ғына 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының иң сағыу батыры булып танылмаған да! Ул бит шағир ҙа, һөймәлекле зат та, исеме Ҡөрьәндән алынған ир-егет тә, халҡына, иманына тоғро дин әһеле лә:

Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға,
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 580

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576