Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауҙы имән бағана...(Сабир Шәрипов менән хушлашҡанда тыуған уйҙар)
Ҡырҡ йылға яҡын аралашып йәшәү дәүерендә һинең ауырыйым тип әйткәнеңде, хатта берәй тапҡыр сирләп эш ҡалдырғаныңды, билләһи, тим, хәтерләмәйем. Хәйер, бер нисә тапҡыр зарланып түгел, һүҙ араһында ғына ишетеп еткермәүеңә уңайһыҙланғандай иттең. Ә мин, филдең ҡолағы ауырта, тип шаярта торғайным, йәнәһе лә, ошондай мөһабәт кешегә был ғына етди сир буламы? Ғөмүмән, һинең мыҡты, ҡалын кәүҙәң, оҙон буйың үҙе көс-ҡеүәт символы ине, ундайҙар беҙҙең арала бик һирәк, терһәгеңде бөгөп, беләк-мускулдарыңды һикерткеләп алһаң, тере баһадирҙы кәүҙәләндергәндәй була инең...

Йәшләй тыуған яҡынлыҡ

Эйе, тәбиғәт физик көстө лә, буй-һынды ла йәлләмәй биргәйне һиңә. Шуға ла вафатыңды ишеткәс һис ышанманым, туҡта, ҡайһы Сабир, тип телефондан әйткән иптәштән ҡат-ҡат һораным. Исемеңде генә түгел, хатта фамилияңды бер нисә мәртәбә ҡабатлағас та, күңел һис ҡабул итмәне, икенсе Сабирҙыр, беҙҙеке булыуы мөмкин түгел, тип насар уйҙарҙы күңелдән ҡыуырға тырыштым. Һин бит үҙеңдең ошо таҙалығың, көс-ҡеүәтең, дәрт-дарманың менән, йөҙгә тиклем булмаһа ла, байтаҡ йәшкә етергә тейеш инең. Тышҡы ҡиәфәт ҡайсаҡ шулай алдатҡыс була икән. Ашыҡты әжәл салғыһы, әллә яңылыш һелтәнде, әллә кем менәндер бутаны. Ай, бутаны!..

Ирекһеҙҙән мәшһүр фольклорсыбыҙ Әхмәт ағай Сөләймәновтың үлеме иҫкә төшә. Ул да бит, профессиональ спортсы кеүек, кәүҙәгә таҙа, ҡарағайҙай төҙ, һомғол, әйтеүҙәренсә, көн дә иртәнге зарядка яһаған һәм һыуыҡ һыу менән ҡойонған, организмы араҡы, тәмәке менән ағыуланмаған кеше ине. Тик урамда осраҡлы ғына тайып йығылыуы вафатын тиҙләтте. Кешенең олоғайып, организмы туҙып, таушалып, йәшәү ресурсы бөтөп китеп барыуы – тәбиғи хәл. Йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, тиҙәр ундай осраҡта. Ә был ике уҙамандың китеүен аңыбыҙ төшөнә алманы.

Һин миңә, Сабир, Әҙәбиәт институты буйынса курсташ дуҫтарым Вил Ғүмәров менән Юрий Андриянов һымаҡ бик яҡын булдың. Был тойғо һинең институт эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡыуыңдан ғына түгел, ирҙәрсә һөйкөмлөлөгөң, ихласлығың, балаларса бер ҡатлылығың, һәр төрлө хәлдә лә егет булып ҡала белеүеңде хөрмәт итеүҙән киләлер. Һиндә ниндәйҙер тартыу көсө, үҙеңә ылыҡтырыу ҡеүәте бар ине. Шуға ла үҙеңде өсөнсө курсташым һымаҡ күрҙем. Уҡыу биналары ғына айырым, ә ихата бер үк, Герцен һәйкәле, Рәми ағай Переделкинонан ташып ултыртҡан ағастар, Р. Сафин, Ш. Янбаев, Р. Низамов һәм башҡа әҙиптәребеҙ һулаған һауа, әҙәби мөхит, бер дөйөм ятаҡ...

Бына егерме йыл инде күңелдә бер үкенес йөрөтәм. Һиңә 50 йәш тулғанда, яҙғандарымды беләһең, кисәлә ижадым тураһында һүҙ әйт әле, тинең. Ризалаштым. Хәтергә ышанып, яҙып әҙерләнмәнем. Актерҙар йортонда үткән ул кисәңдә, рәсми ҡотлауҙарҙан һуң, ижадыңды байҡау өсөн һүҙҙе миңә бирҙеләр. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәтләп һөйләй алманым: ижадыңды белһәм дә, ҙур сәхнәгә сығып телмәр тотоу тәжрибәм юҡ ине. Ошо хәл өсөн һаман оялам. Үҙеңә әйтергә бер нисә тапҡыр уҡталып та ҡуйғайным, тик ҡыйыулыҡ етмәне. Ә бит 50 йәшеңдә үк ҙур яҙыусы инең, ижадың етди һүҙ әйтергә бик лайыҡ ине. Шуның өсөн ғәфү ит, дуҫым.

Икенсе бер үкенесем шул: һине ауылыма, атай йортона алып ҡайтып, тыуған төйәгемде күрһәтә алманым. Мин һинең яғыңда, Баҡыйға яҡын булған Һаралы ауылында, булғаным бар — балалар менән кәмәләрҙә Еҙем буйлап төшкәйнек. Шунда һиңә туған тейешле ағай менән әңгәмәләшеп тороуымды еткергәс, бәй, минең Баҡыйға яҡын ғына ҡалған бит, тип ҡыуанғайның һәм берәй барырбыҙ әле, тип вәғәҙәләгәйнең. Мин дә һине үҙемдең Һабайға алып ҡайтырмын, тигәйнем. Ниңәлер, күңелең яҡын иткән кешеңдең тыуған төйәген дә яҡын күрәһең бит ул. Шулай уҡ үҙеңдең тәү ҡат тәпәй баҫҡан тыуған йортоңа дуҫыңдың да аяҡ баҫыуын теләйһең. Йәл, хыялыбыҙ тормошҡа ашманы.

Эшһөйәрлек, ихласлыҡ, тура һүҙлелек...

Мин белә-белгәндән һин “эш аты” булдың. Тәүҙә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә, унан “Китап” нәшриәтендә, “Ағиҙел” журналында. Һәр ҡайҙа ҡолас ташлап эшләнең. Тартҡан атҡа күп тейәйҙәр — өйҙөләр эште һәр ҡайҙа ла. Тейешен дә, тейеш түгелен дә. “Ағиҙел”гә килгәс, мин дә өйгәнмендер.

2002 йыл “Ағиҙел”гә баш мөхәррир итеп ҡуйғастар, һине нәшриәттән журнал редакцияһына эшкә саҡырҙым. Һөйләшеү нисек булғандыр, хәҙер иҫләмәйем, әммә килдең. Бәлки, бер урындан ялҡып та киткәнһеңдер, белеүемсә, унда барыбер ҙә мәшәҡәтлерәк, бәлки, күңелең яңы эш көҫәгәндер. Һөҙөмтәлә ун дүрт йыл дауамында иңгә-иң терәп бергә хеҙмәт иттек. Килешеп, аңлашып эшләнек. Ә бит проза бүлеге – иң ауыры, мәшәҡәт ифрат күп. Ләкин бер ваҡытта ла өлгөрмәйем тигәнеңде ишетмәнем. Ҡулъяҙмаларҙы редакцияла ғына уҡып, мөхәррирләп өлгөртөрлөк түгел, уларҙы өйөңә алып ҡайтып эшләнең. Ял һәм төн иҫәбенә. Ә бынан тыш бит әле башҡа бүлеккә, башҡа жанрға ҡараған материалдарҙы ла уҡының, уларға бар көсөңдө һалып йән өрҙөң. Үҙең теләп тә, минең тәҡдимем буйынса ла. Теге йәки был әйберҙе нисегерәк, ниндәйерәк форматта бирәйек, тигән һорау тыуһа, фекерең төплө, ышандырғыс һәм ҡабул итерлек була ине. Ағай-эненең юбилейҙарына мәҡәлә, баш һүҙ яҙыу, ҡайһы саҡта материалдарға тәржемә эшләү ҙә күпселектә һинең иңеңә төштө. Ғөмүмән, үҙеңдең бүлек өсөн генә яуаплы түгел инең, бөтә журнал, уны уҡымлы, сифатлы сығарыу өсөн һәр саҡ оло яуаплылыҡ тойҙоң.

Тыштан дәү, ауан булһаң да, күңелең ифрат нескә ине. Ошо ҡылығың, дөрөҫөрәге, ике булмыштың тура килмәүе мине йыш ҡына аптырата ла торғайны. Милләттәштәребеҙҙең батшаға ҡаршы күтәргән ихтилалдарҙан һуң карателдәрҙең бихисап ауылдарҙы үртәп, ер менән тигеҙләүен, меңдәрсә ғәйепһеҙ кешене аҫып-киҫеүен иҫкә төшөрөп илағаныңа бер нисә тапҡыр шаһит булдым. Һиңә, ғөмүмән, кеше үлеме ауыр тәьҫир итте. Хатта Америка индеецтарының колониза­тор­ҙар ҡулынан ҡырылыуын үҙеңдең шәхси трагедияң һымаҡ ҡабул иттең. Беҙ был ҡылығыңды йыш ҡына аңламаныҡ, шундай көслө кешенең күҙ йәштәрен күреү ҙә еңел түгел ине. Ҡаты кеше илай алмай, барыһын күңеле аша үткәреүсе генә күҙ йәше сығарыуға һәләтле.

Әҙәм балалары төрлө-төрлө, шул иҫәптән яҙыусылар ҙа. Күптәр жанрҙар буйынса түгел, тиңдәшлек, яҡташлыҡ, дуҫлыҡ йәһәтенән төркөмдәргә бүлен­геләй. Бер-береһен һөйһөнөп етмәгәндәр ҙә бар. Ә һин бындай ваҡлыҡтарҙан өҫтөн торҙоң, ҡабул итмәгән кешеңде әсе генә итеп бер-ике һүҙ менән “сәпәп” ҡуя инең, әммә бер ваҡытта ла артынан һөйләп йөрөмәнең. Ваҡ түгел инең, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында һүҙ йөрөтмәй, уларҙың ижадын тикшереүҙе хуп күрҙең.

Ижад тигәндән. Тәүге әҫәрҙәреңдән үк ағайҙар һине күрҙе. Фәрит Иҫәнғолов, Вәли Псәнчин, Ноғман Мусин, Әнүр Вахитов, Рәшит Солтангәрәев әҙәбиәткә үҙ темаһы, үҙ стиле менән йәш прозаик килгәнен әйтте. Йәшерәк быуын да һүҙһеҙ йөрөмәне. Мин үҙем дә, мәҫәлән, “Ҡайынлы артылыш” тип аталған икенсе китабыңа ҙур ғына рецензия яҙып (“Артылыш”), “Ленинсы” гәзитендә баҫтырҙым. Бынан тыш, ул саҡтағы хикәйәләр тураһында күҙәтеү мәҡәләләрендә, яҙыусыларҙың дөйөм йыйылыштарында, съездарында ла хикәйә-повестарың тураһында әйтелә, яҙыла килде.

Һинең йәнә лә бер маһирлығыңды иҫләмәү мөмкин түгел. Оҫта мөхәррир инең. Шиғырҙан башҡа, сәнғәт тураһында, әҙәби тәнҡит, публицистик әҫәр булһынмы, ябай ғына мәғлүмәтме, бына тигән итеп мөхәррирләп ҡуйыр инең. Был — тексты ҡыҫҡартыу өсөн осҡа ялғау ғына түгел, ә уны семәрләү, йән өрөү, уҡымлы итеү ине. Оҫталығыңды белгәнлектән, мин дә үҙемдең әҫәрҙәрҙе һинән уҡытып алырға тырыштым. Мөхәррирләү генә түгел, дөйөм баһаны ла ишетеү өсөн. Хәйер, мин генә түгел, күптәр мөрәжәғәт итте һиңә был йомош менән, күптәр. Унан килеп, яҙмаға исем ҡушыу йәһәтенән дә маһирлығың бар ине. Һин быларҙың барыһын да эш араһында еңел башҡарҙың, бер кемдән дә хаҡ һораманың. Көндәлек ғәҙәти хеҙмәт итеп ҡабул ҡылдың.

Беҙ һинең менән оҙаҡ йылдар дауамында проза секцияһы ултырыштарына йөрөнөк. Оло быуындан Я. Хамматов, Ф. Иҫәнғолов, Н. Мусин, Ғ. Аллаяров, Ш. Янбаев, А. Мағазов һәм башҡаларҙың роман, повестарын, йәшерәктәрҙән Ғ. Хисамов, Д. Бүләков һ.б. әҫәрҙәрен тикшереүҙә ҡатнаштыҡ. Был секцияға Н. Мусин, Р. Байымов, Ә. Вахитовтар етәкселек итте. Унан был вазифаны миңә тапшырҙылар. Ун өс йыл алып барғас, эште һиңә тапшырҙым. Был бурысты байтаҡ йылдар атҡарып, тау-тау ҡулъяҙма тикшереп өлгөрҙөң. Күҙгә күренгән бөтә башҡорт прозаһы ҡулың аша үтте.

* * *

...Һинең “Имән бағана” тигән повесың бар. Алда иҫкә төшөргән “Ҡайынлы артылыш” китабында ул. Повестағы ошо образ, йәғни имән бағана, ябай ғына түгел. Ул – тыуған төйәк ҡәҙере, Ватанға тоғролоҡ билдәһе. Мәғәнәһен үҙеңдән дә яҡшыраҡ итеп әйтеп булмаҫ.

“... Имән бағана. Мәңге инде ҡайтмаҫ бала саҡ билгеһе. Әсә мөхәббәтен, ата мөхәббәтен татытҡан, йөрәккә һағышлы йыр булып һеңгән тыуған тупраҡ, изге төйәк билгеһе. Әммә имән булһаң да, мәңгелек түгел. Ә бына сабый саҡтан уҡ йәш йөрәктә яралған һөйөү тойғоһо — мәңгелек! Тыуған төйәкте һөйөү тойғоһо ул! Сөнки ул Ватанды һөйөү тойғоһона — кешеләге иң изге, иң бөйөк хискә – барып тоташа”.

Һин үҙең дә, Сабир, ошо имән бағана кеүек инең. Ғаиләңдең, әҙәбиәтебеҙҙең имән бағанаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һин дә мәңгелек булманың, ауҙың, сереп түгел, таҙа көйө. Нишләйһең, ғәҙелһеҙлектәр күп был донъяла. Әммә әҫәрҙәрең ҡалды, һинең турала яҡты хәтирәләр ҡаласаҡ. Хуш, бәхил бул, дуҫым, ауыр тупрағың еңел булһын.


1 сентябрь, 2018 йыл.


Автор: Әмир ӘМИНЕВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783