Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы”
Юҡҡа ғына тәүге мөхәббәт тип аталмай был тойғо.

Ҡулымда — З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Юҡһыныу” шиғырҙар йыйынтығы. Исеме бигерәк тә моңһоу, болоҡһоу тойолдо. Шулай ҙа яҙғы йәшел төҫөндәге тышлығы, саф япраҡтарҙың шыбырлашҡан мәлен һынландырған һүрәте өмөт уята... Хәйер, үҙемде үҙем ҡабатлайым инде: кешенең йәшәйеше лә үҙе бер моңһоу шиғыр кеүек бит. Шиғыр кеүек, сөнки ғүмер үҙе үк — Аллаһ Тәғәлә бүләге, мауыҡтырғыс миҙгелдәрҙең һыҙландырған, тоҡандырған кисерештәре теҙмәһе. Моңһоу, сөнки тыуымдан ҡалмағандың үлемдән ҡалмағанын белә тороп та, кеше ниндәйҙер яҡтылыҡҡа ынтылып, яҡшылыҡҡа ышанып йәшәй, өмөт итә. Бына ошондай уйҙар менән ҡулға алған китаптың авторы, шағирә Миңлегөл Хисамова менән бөгөн тормошобоҙҙо шиғриәтле иткән мәлдәр хаҡында һөйләшәбеҙ.

– Сәләм һеҙгә, ауылым өйҙәре!
Аҡ буранда тынған көйҙәре,
Алтын һары уттар сағыла,
Яҡты һирпеп урам яғына...
Миңлегөл апай, һеҙҙең китабы­ғыҙҙың бер өлөшө тыуған ауылы­ғыҙға, изге төйәгегеҙгә арнала. Нимә ул һеҙҙең өсөн тыуған яҡ төшөнсәһе?
— Үҙең беләһең, беҙҙең башҡорт әҙәбиәтенең байтаҡ шәхестәре тап ауылдан сыҡҡан. Тәбиғи мөхит, туғандарса йәшәү – халҡыбыҙҙың борондан килгән тормош рәүеше ул. Ауыл ижади фекерләүгә, хыялдарға ирек ҡуйырға, азатлыҡты тәрәнерәк тойоуға булышлыҡ итә, минеңсә.
Ул бит – тыуған, йәшәгән урын ғына түгел, тәрбиәсе лә, халҡыңа ғына хас милли асылды йөрәгеңә һалыусы ла. Изгелек, яманлыҡ, матурлыҡ, тоғролоҡ кеүек төшөнсәләр менән дә беҙ тап тыуған ауылыбыҙҙа танышабыҙ.

Тәбиғәт ҡосағында үҫкән яҙыусылар бик бәхетле ул. Кешенең иң матур миҙгеле – бала саҡ. Бына инде етенсе тиҫтәмә аяҡ баҫһам да, ауылым хаҡында уйламаған, унда үткән мәлдәремде иҫләмәгән көнөм юҡ. Ни өсөн тигәндә, ундағы һәр минутым ҡурсаулы булған, әсәйемдең яҡты ҡарашына ҡойоноп, уның йылы ҡосағына һыйынып йәшәгәнмен. Ауыл тураһында яҙмау мөмкин түгел. Тыуған яҡ тойғоһо беҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөй. Кендек ҡаның тамған ерҙән әҙәм балаһы бер ҡасан да һыуына алмайҙыр ул. Ауылдаштарҙың, беҙ үҫкән саҡтағы инәйҙәрҙең, олатайҙарҙың йөҙө әле лә хәтеремдә. Шуға күрә китабымдың бер өлөшө тыуған төйәгемә арналыуы – ул бала сағым миҙгелдәре сағылышы.
Замана заманаға бөтөнләй оҡшамай икән. Беҙ бит тере аралашыу, тиҫтерҙә­ребеҙҙең иңен тойоп үҫтек. Урам буйынан ҡайтып кермәй инек, тигәндәй. Элек бит йүнле уйынсыҡ та булманы, әммә барыбер үҙебеҙгә үҙебеҙ уйынсыҡ эшләп, фанта­зиябыҙҙы үҫтерә белгәнбеҙ, тип аңлайым.

Йылға буйынан сынаяҡ ватыҡ­тары табып, шуларҙан төрлө фигуралар теҙеп уйнай торғайныҡ. Бына хәҙер балалар пазл йыя бит, шуның беҙҙең бала саҡтағы формаһы бит инде ул. Шунан “Сәпәмәле”, “Аҡ тирәк – күк тирәк” уйындарына күмәкләп йыйылып китәбеҙ. Шундай йәнле аралашыу, бер-беребеҙҙең кәйефен тойоп үҫеү беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Бала саҡ дуҫтарым, әхирәттәрем әле лә хәтерҙә. Яҙғы гөрлә­үектәр менән бергә йүгереп, ҡулдарыбыҙ себешләп, рәхәтләнеп уйнап үҫтек. Шул тиклем йәнле булған бала сағыбыҙ! Әпәти, Ҡыҙыл тауҙарында үтте ул. Тәүге­һе формаһы менән әпәкәйгә тартҡан, беҙ уның итәгендә, йылға буйҙарында икмәккә оҡшаған таштар табып, шулар менән уйнаныҡ. Шиғырҙарыма инеп китте ул тауҙар.

— Шиғырҙарығыҙҙа атай-әсәйегеҙҙе тәрән һағыныу кисереше бар:
Дүрт шәмдәлдең һүнде икәүһе –
Ғүмеремдең ғәзиз тамыры.
Атам-әсәм йөрәк йылыһын
Ҡайҙан ғына, ҡайҙан табырмын?!
— Ул һағыш тойғоһо мәңге китмәй торғандарҙан, күрәһең. Мин атайымды йүнләп хәтерләмәйем дә тиерлек. Ул Бөйөк Ватан һуғышынан ҡаты һыуыҡ үткәреп ҡайтҡан. Ауылда хисапсы, тракторсы булып та эшләп алған, әммә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған булған. Уның карауаты өҫтөндә бер ир һүрәте тора ине, беҙ ни, балалар, уның кемлеген белмәйбеҙ. Баҡтиһәң, Сталин булған икән. Аҙаҡтан олатайым һөйләгәне хәтерҙә: “Сталин тиклем Сталинды ла ҡотҡара алмағастар, мин кем инде – ябай һалдат...” – тип яҙмышына күнгән атаҡайыбыҙ.

Миңә дүрт йәштәр тирәһендә түшәккә ятҡайны инде. Һылыуым Зөһрә бер йәшлек кенә ине. Атайым бик оҫта гармунсы булды. Ике туған Зөфәр абзыйым, Зөһрә һәм мин уның тальянда уйнағанына төшөп бейей торғайныҡ. Уның шундай яҡты ҡарашы, һүрән генә йылмайыуы хәтерҙә ҡалған.
Һуңғы юлға оҙатҡанда атайымды арба­ға һалып алып сығып китеп барғандары иҫемдә. Бәләкәй булһам да, нимәлер аңлағанмындыр инде. Аңламаһаң да аңлайһыңдыр инде ул мәңгелеккә юғалтыуҙы...

— Әсәй күңелдәре – төпһөҙ йыһан,
Әсә йөрәге – ул бөйөклөк,
тип яҙаһығыҙ бер шиғырығыҙҙа. Тағы ла шундайы ла бар:
“Иҫтә тотам әсәм нәҙерен:
Онотмаһаң кеше ҡәҙерен,
Ҡылған изгелегең йән өрөр,
Көтмәҫ булһаң ғына әжерен”.

Яңғыҙы ике ҡыҙын үҫтергән әсәйегеҙ образы ныҡ данлана: башҡорт әҙәбиәтенә ике шағирә биргән бит ул!

— Әсәйемә – Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙына – китабымда бер бүлекте бағыш­ланым. Атайым үлгәндән һуң беҙ күмәк­ләшеп олатайымдарҙа йәшәнек. Торараҡ үҙебеҙгә өй һатып алып, шунда күсендек. Беҙгә, балаларына, донъя ауырлығын һалырға тырышмаған әсәйемә нисек рәхмәт уҡымайһың инде? Беҙ ни балалыҡ менән бер ни ҙә белмәй үҫкәнбеҙ, тиергә була. Ә ул көнө-төнө эшләгән дә эшләгән, беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөн һалған. Хәйер, бар әсәләр ҙә шулай була торғандыр, әммә һәр кем үҙенекенең рухи көсөн нығыраҡ белә, баһалай бит инде. Кейем дә текте, һыйыр ҙа һауҙы, быҙау ҙа ҡараны әсәйем. Бешергән ризыҡтары шундай тәмле була торғайны.

Әсәйемдең беҙгә әйткән нәҙере – уның йәшәү рәүеше, ғүмере, тырыш хеҙмәте, таҙа намыҫы. Ул бит шул тиклем матур тормош юлы үтте. Фиҙакәрлеге – башҡорт ҡатынының аҫыл өлгөһө!

— Тыуған ауылығыҙҙың исеме – Ялсыҡай. Ошо бәләкәй генә төйәктән ике башҡорт әҙәбиәте хеҙмәтсеһе, ялсыһы сыҡҡан. Ә кемдән килә икән уларҙың таланты?
— Беҙҙең атай һуғыштан ауырып ҡайтты, тип әйттем бит әле. Ул, һалҡын ҡыштарҙа ҡар өҫтөндә ятҡан кеше, һаулыҡҡа туйынманы инде. Төрлө госпиталдәрҙә ятҡан ул. Әммә, ҡайҙа йөрөһә лә, шиғырҙар яҙған, фекерҙәрен теркәп барған. Бер-ике дәфтәр тулы ине уның яҙғандары. Бала саҡта быға әллә ни иғтибар ҙа итмәгәнбеҙҙер инде: дәфтәрҙәрҙең береһе юғалған, әммә һаҡланып ҡалған яҙмалары бар. Зөһрә һылыуым менән уҡып, йөрәгебеҙ әрней. Бөтә һыҙланыуҙарын, эске әрнеүҙәрен һалған атайыбыҙ әҫәрҙәренә. Заманында ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов уларҙы гәзиттә баҫтырҙы.

Әсәйем бик моңло тауышлы ине. Ул “Сәлимәкәй”, “Шәүрә килен” йырҙарын айырыуса яратып башҡарҙы. Уның тауышы әле булһа ҡолағымда яңғыраған төҫлө. Бигерәк матур ине шул! Уны һорап та йырлаттылар. Олатайым да маҡтай ине әсәйҙең тауышын. Беҙ уның янында үҫтек бит инде. Ноғоман Олоҡман улы Ҡотлогилдин Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Петроградта атлы ғәскәр менән торған улар. Олатайҙың аяғын дошман пуляһы тишеп үткәйне — бала-саға бөтәһен дә күрә бит инде. Беҙ унан ошо хаҡта һораша торғайныҡ. Ҡартайғансы таяҡҡа таянып йөрөнө. Архив материалдарын барлаһаҡ, уның хаҡында тағы әллә күпме мәғлүмәт табып булыр ине. Шағир, журналист Ғәли Ильясов олатайым тураһында яҙып ҡалдырған. Матбуғат архивында уның тураһында мәҡәләләр һаҡлана. Бына ошо кешеләр араһында үҫеп, донъяға ижади ҡараш менән ҡарағанбыҙ, күрәһең.

Зөһрә һылыуым, матур яҙыуы өҫтөнә, сығыш яһай башлаһа, бөтөн кешене ауыҙына ҡаратыу маһирлығына эйә. Ул бит шағирә генә түгел, шәп журналист та. Һылыуым – миңә ҙур терәк. Тормош кешеләр алдында ҙур һынауҙар ҡуя, әммә бирешмәү, аяҡта ныҡлы баҫып тороу өсөн яҡындарың булыуы бик мөһим. Зөһрә — минең серҙәшем дә, кәрәк саҡта тәнҡитсем дә, йыуатыусым да. Беҙ бер-беребеҙгә ныҡ кәрәк! Бер шиғырымда ошондай юлдар ҙа бар:

Ялҡынланып яна шәмдәлдәр,
Ғүмер яныуы ла тиҙ икән.
Ике шәмдәл ҡалдыҡ – беҙ икәү,
Һыҙылып яныуҙарға түҙ икән.
— Ҡайын туҙылай еберләп,
Юлымдан китеп барам.
Күңелемдә әрней һаман
Яҙҙарым һалған яра, — тип яҙаһығыҙ бер шиғырығыҙҙа. Шул уҡ ваҡытта былай тип тә ҡуяһығыҙ:

Өйкәмәйем күңелемде,
Йөҙөгөм юғалды тип.
Мәҙхиә яҙам хәтергә,
Яралар уңалды, тип...

Шағирә Миңлегөл Хисамованың лирик геройы үҙенең шәхси кисерештәре менән бер уйлымы, бер тойғоломо?
— Төрлө саҡтар була. Эйе, уйҙар бер. Әммә тойғоларҙың тап килмәүе лә ихтимал. Әгәр кисерештәремде ҡағыҙға һала, кемдеңдер күңеленә үтеп инә алғанмын икән, был — шиғриәт. Әммә китаптағы һәр шиғырҙа ниндәйҙер шәхси ваҡиға­ларҙы эҙләргә кәрәкмәй. Шағирҙы яҡын­дарының, үҙе бөтөнләй белмәгән кеше­ләрҙең кисерештәре лә тетрәндереүе ихтимал, шуға һәр әҙәби әҫәрҙән бары тик мине генә күрергә лә кәрәкмәй. Шағир тап дөйөм һыҙланыуҙарҙы үҙенеке итеп сәнғәтсә балҡыта алһа, бына был, исмаһам, ысын ижад!
Һәр кем төрлө һынауҙар аша үтеп йәшәй, һыҙлана, шатлана, үҙен бәхетле һәм бәхетһеҙ итеп тойған мәлдәре була, әммә бары тик шағирға ғына шул хистәрен һүҙ менән әйтеп бирә алыу һәләте бирелә.

— Шиғриәт, тимәк, һеҙҙең өсөн ышыҡ та була алған?
— Әлбиттә, шиғриәт минең өсөн һәр саҡ терәк, күңел йыуанысы булды. Юҡҡа ғына китабымдың бер бүлеген “Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы” тип атаманым. Тормош үҙе бер шундай матур, яҡты шиғыр кеүек. Бары тик ана шул гүзәллек, сафлыҡ моңдарын ишетә белергә генә кәрәк.

— Шулай ҙа һеҙ китабығыҙҙы “Юҡһыныу” тип атағанһығыҙ. Бында һүҙ бөйөк һыҙланыу, мәңгелек һағыш тураһында ла баралыр?
— Эйе, тап шулай. Кемдеңдер шағирә ғүмер буйы ауылын юҡһынып йәшәй икән, тип аңлауы ла ихтимал. Был һағыш та – һәр саҡ минең күңелемдә. Башҡалар ата-әсәһен гелән юҡһынып йәшәй икән, тип уйлауы ла бар, был да ысынбарлыҡҡа тап килә. Тыуған яҡты ла, атай-әсәйҙе лә кеше ғүмере буйы йөрәгендә йөрөтә бит.
Ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсә­бәтенән тыуған юҡһыныу тип аңлауҙары ла бар. Был да дөрөҫ буласаҡ, сөнки кешеләр барыбер ана шул үҙенең тәүге һөйөү кисерештәрен күңел түрендә һаҡлай. Юҡҡа ғына тәүге мөхәббәт тип аталмай бит ул тойғолар. Был — образ. Кеше өлкәнәйгән һайын үҙенең үткәндәренә әйләнеп ҡарап, һығымта яһай, бала сағынан йыраҡлашҡан һайын шул мәлдәге миҙгелдәрен һағына. Был — тәбиғи күренеш. Әммә тап сәнғәт, тап шиғриәт беҙҙе, ижад кешеләрен, ҡанатлы ғына түгел, бәхетле лә итә.

— Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?
— Кемдер өсөн ул ҡиммәтле машинала йөрөү менән бәйле. Икенселәргә бөгөн таңдан уянып ҡояшты күреү – оло шат­лыҡ. Өсөнсөләргә бәхет – булғанына шө­көр итә белеү. Хәйер, артабан да дауам итергә була был исемлекте. Минең өсөн ошо донъяла булыуым – бәхет. Балала­рымдың, ейәндәремдең баш­ҡортса һөйләшеүе – бәхет. Бына ошо китабым да – бәхет. Хәйер, бәхет табам тиһәң, уның һәр күренештә һиңә йылмайыуы ихтимал. Бары тик юҡһыныуҙар аша донъяға йөҙөңдө асып бағыу – үҙе бәхет!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566