Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табын улының таһыллығы
Тормошта бөтәһе лә һәүетемсә: елдәр иҫә, ямғыр ҡоя, ҡарҙар яуа, буран ҡотора... Һәммәһе лә ғәҙәти, бер ниндәй ҙә ынтылыш, ярыш, алға уҙыш юҡ. Нәҡ шул мәлдә берәү алға сыға, халыҡҡа теге йәки был фекерҙе ташлай; бүтәндәрҙе алға әйҙәй, теге ҡәлғәне, үрҙе яуларға рухландыра... Улар — энтузиастар, йәки башлап барыусылар. Нәҡ шул кешеләрҙең әүҙемлеге, тынғыһыҙлығы йәшәйешебеҙҙе йәмләй, дәрт-дарманды арттыра.

Беҙҙең тормошобоҙ нәҡ улар менән матур, мәғәнәле. Икенсе төрлө үҙҙәрен башлыҡтар, юл башлаусылар тип атарға мөмкин. Нияз Сәлимов – нәҡ ана шундай инсандар ҡоронан.

Энтузиаст

Нияз Булатбай улын нисек шулай атамайһың инде? Йәш сағынан уҡ ул йәмәғәт эшендә, халҡы өсөн фиҙакәрлек ыҙанында. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, йәш белгесте мәктәп директоры, бер аҙҙан Ғафури районының “Звезда” – “Йондоҙ” гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйен­ләйҙәр. 1989 йылда ул – республика йәштәре гәзите “Ленинсы”ның баш мөхәррир урынбаҫары. Нәҡ шул заманда (1990 йыл башында) Нияз Сәлимовтың башланғысы менән башҡорт телендәге “Йәшлек”тең тәүге һаны донъя күрә. Гәзит республи­кабыҙҙың йәш ижадсылары өсөн бик кәрәкле ваҡытта, ғәжәп урынлы булдырыла. Һәм ул бына инде тиҫтәләрсә йыл башҡорт халҡына тоғро хеҙмәт итә.

Энтузиаст. 1990 йыл һуңында Нияз Сәлимов йәнә “Звезда” – “Йондоҙ” редак­цияһына ҡайтып, етәкселек эшенә тотона. 1991 йылдың 1 ғинуарында иһә башҡортса “Табын” район гәзите ойошторола. Эйе, Нияз Булатбай улы, ҡайҙа ғына тәғәйенләнмәһен, дәртләнеп, янып, яңы идеялар менән эш башлай. Был – энтузиастың төп һыҙаты, асылы. Район үҙәгендә ул “Мағаш тауышы” тигән ижади түңәрәк тә ойоштороп ебәрә. Шул йылдарҙа унда Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин, Венер Исхаҡов, Марат Әминев, Рәйлә Сабитова кеүек буласаҡ әҙиптәр үҫеп сыға. Ә Нияз Сәлимов – ошо төркөмдөң идея етәксеһе...

1993 йыл. Район хеҙмәтсәндәре халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоланбәтовтың 110 йыллығын билдәләй, “Табын” гәзите нигеҙендә Нияз Сәлимов Ырымбур өлкәһенең “Каруанһарай” гәзитен сығарыуға ярҙам ҡулы һуҙа.

1994 йыл. Нияз Булатбай улы “Йәшлек” гәзитенә баш мөхәррир сифатында әйлә­неп ҡайта. Ул етәкселек иткән 1994 — 1997 йылдарҙа баҫманың тиражы ике тапҡырға артты.

1995 йыл. “Йәшлек”тең баш мөхәр­рире – I Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы ағзаһы, уның йәштәр комиссияһы рәйес­тәше. Нәҡ уның башланғысы менән республикала Шәйехзада Бабич исе­мендәге дәүләт йәштәр премияһы барлыҡҡа килә. Бөгөн уның 70-тән ашыу лауреаты бар.

Ойоштороу маһирлығы – ҡанында

Энтузиаст, йәмәғәт эшмәкәре. Нияз Булатбай улы – йәмәғәтселекте халыҡ өсөн кәрәкле эштәргә күтәреүсе, әйҙәүсе. 1993 – 1994 йылдарҙа уҡ уның баш­ланғысында Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында Табын ырыу вәкилдәренең I һәм II йыйындары уҙғарылды. Бер ваҡытта ла мыжымай, иңендәге йөгөн башҡаларға ауҙармай, өнһөҙ генә йөкмәп бара ла бара замандашыбыҙ. Ҡайҙан килә бындай дәрт, илһам кешегә? Нисәмә йыл ул ең һыҙғанып, арымай-талмай халҡына хеҙмәт итә! Бындай кешегә, уның дәрт-дарманына, һәләтенә һоҡланырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта фиҙакәрлеген күрергә, баһаларға тейешбеҙ бит. Нияз Булатбай улы үҙе маҡтау-хуплау, ҙурлау көтмәй, эшләй генә бирә. Был һәләт – ойоштороу маһирлығы – уның ҡанында.

“Табын” яҡташтар ойошмаһы етәксеһе булараҡ та, Нияз Булатбай улы халыҡ уртаһында ҡайнап йәшәй, ғафуриҙарҙың мәнфәғәтен даими ҡайғырта. 1997 – 2010 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Аппаратының мәғлүмәт-аналитика бүле­гендә эшләне, шулай уҡ халыҡ мөрә­жәғәттәрен ҡабул итеү бүлеген етәкләне.

Бындай киң эшмәкәрлекте илһөйәр, халҡын тәрән хөрмәт иткән оло йөрәкле кеше генә башҡара алалыр. Нияз Сәлимов – милләтебеҙҙең лайыҡлы улы, бөйөк шәхестәрҙең юлын дауам итеүсе. Нәҡ уның кеүектәр ил эшенә егелә, Ватаны яҙмышын үҙ иңенә һала. Фиҙакәрлектәре арҡаһында киләсәгебеҙ ҡурсаулы, йәшәйешебеҙ йәмле, ғәмле.

...Бынан бер нисә йыл элек Ҡыр­мыҫҡалы районында Фәрит Иҫәнғоловҡа һәйкәл асылды. Унан арҙаҡлы археолог Нияз Мәжитовҡа 80 йәш тулыуға арналған тантаналар уҙҙы. Дәүләт эшмәкәре Марат Әбүзәровтың тыуған көнө билдәләнде... Ошо һәм башҡа әһәмиәтле эштәрҙең башында данлыҡлы милләттә­шебеҙ Нияз Булатбай улы тора. “Баш­ҡортостан” гәзитенең баш мөхәр­рире булған ваҡытында ла халҡыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлауға, рухи ҡиммәт­тәребеҙҙе һаҡлауға күп көс һалды ул.

Эйе, һәр ерҙә арымай-талмай алдан йөрөй, хәҡиҡәт өсөн көрәшә, милләтен яҡлауҙы, данлауҙы дауам итә. Афарин, замандаш, ҡорҙаш! Артабан да тормошоң гел үрҙәрҙән, юғары ынтылыштарҙан торһон!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 257

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780