Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман һәм тәрбиәсе
Һөнәргә ҡыҙыҡһыныу нимәгә бәйле?

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Мәктәпкәсә белем биреү” кафедраһында белем алырға теләүселәр йылдан-йыл күберәк. “Быйыл бакалавриаттың бер урынына – дүрт, магистратураныҡына биш кеше дәғүә итте. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә лә талаптар артты. Элек конкурсҡа үтер өсөн кәмендә 130 балл йыйырға кәрәк булһа, хәҙер ул сик 183-кә етте. Ошо үҙе үк тәрбиәсе һөнәренең абруйы күтәрелеүе һәм уға талаптарҙың көсәйеүе хаҡында һөйләй”, – тине кафедраның өлкән уҡытыусыһы Любовь Валеева. Заман йәштәре был һөнәргә ни өсөн ҡыҙыға?

Хәйбулла районының Аҡъяр “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында эшләүсе йәштәрҙең береһе – былтыр БДУ-ның Сибай институтын тамам­лаған Гөлнәзирә Ниғәмәтова. Студент сағында ул психологка уҡыу менән бер рәттән мәктәпкәсә белем биреү педагогы һөнәрен үҙләштергән. Тәрбиәсе булып эшләргә тура килмәһә, белемем үҙ балаларымды тәрбиәләгәндә лә кәрәгер, тип уйлай. Уфимка мәктәбендә психолог булып хеҙмәт юлын башлағас, ул тормошҡа сыға һәм район үҙәгенә күсә. “Ни өсөн тәрбиәсе булып киттегеҙ?” тигән һорауға Гөлнәзирә Ирек ҡыҙы балаларса ябай, бер ҡатлы ғына итеп яуап бирҙе: “Бәләкәстәрҙе яратҡанға”. Балаларҙы шулай ихлас яратҡандар, аңлай белгәндәр, эште хеҙмәт хаҡына ҡарап түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса һайлағандар киләлер был тынғыһыҙ өлкәгә. Тәрбиәсе “бутҡа”һының тәмен самалар өсөн үҙебеҙҙе уның урынына ҡуйып ҡарайыҡ. Эш көнө иртәнге етелә башлана. Ата-әсәһенән айырыла алмай илап килеп ингән кескәйҙәрҙе әүрәтеү үҙе үк ҙур оҫталыҡ һәм сабырлыҡ талап итә. Әйткәндәй, хәҙер төркөмдәрҙә балалар һаны егерменән, ҡайһы берҙә утыҙҙан ашып китә! Береһен йыуатҡан арала башҡаларҙың именлеге һағында торорға ла кәрәк: ҡолап төшмәһен, тайып йығылмаһын һәм башҡалар. Тағы ҡағыҙ эшен башҡараһы, шиғыр һәм йырҙарын ҡабатлатаһы бар...

Башҡорт дәүләт университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты белгесе Рәшиҙә Күсәбаева ла тәрбиәсе эшенең күп рухи һәм физик көс талап итеүен билдәләй.

– Компьютер һәм планшетҡа өйрәнгән заман балаларын тынысландырыу, әүрәтеү еңелдән түгел. Хәҙерге ата-әсәләрҙең дә күбеһе талапсан, тәрбиәсенән артыҡ күпте өмөт итә, баланың белемен үҫтереү өсөн фәҡәт ул ғына яуаплы тип иҫәпләй. Шуға күрә беҙ буласаҡ тәрбиәселәрҙе норматив документтар, дәүләт белем биреү стандарттары менән таныштырыуҙан тыш, бала күңеленә асҡыс табырға, ата-әсәләр менән берҙәм эшләргә өйрәтәбеҙ, – ти Рәшиҙә Рауил ҡыҙы.

Белгестең әйтеүенсә, мәктәпкәсә белем биреү педагогы һөнәрен үҙләш­терергә теләүселәр араһында йәш әсәйҙәр йыш осрай. Уларҙы көндәлек эш сәғәттәренең сағыштыр­маса ҡыҫ­ҡараҡ, отпускының 42 (телмәр йәки психик үҫеше тотҡар­ланған балалар менән эшләгән осраҡта – 56) көн булыуы ҡыҙыҡтыра.

Мәктәпкәсә белем биреү учреж­дениеһы хеҙмәткәренең абруйын күтәреү өсөн республикала ниндәй саралар күрелә? Был һорауға Башҡортостан Мәғариф министрлы­ғының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Альбина Протопопова яуап бирҙе:

– Ижади ҡарашлы тәрбиәселәрҙе ҡеүәтләү, тәрбиәсе һөнәренең әһә­миәтен күрһәтеү маҡсатында “Баш­ҡортостан Республикаһының Йыл тәрбиәсеһе”, “Башҡортостан Респуб­ликаһының Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” тигән конкурстар үткәрелә. Гран-при эйәләре “Баш­ҡортостан Республика­һының Мәға­риф отличнигы” билдәһенә тәҡ­дим ителә һәм министрлыҡтан аҡса­лата премия менән бүләкләнә. Конкурстар педагогтар араһында ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырҙы. Былтыр һөнәри оҫталыҡ марафонында 41 район һәм 10 ҡаланан 57 кеше ҡатнашты. Улар араһында 30 тәрбиәсе, 15 музыкаль етәксе, 6 физик культура буйынса инструктор, 6 өлкән тәрбиәсе булды.

Бөгөн райондарҙағы күп баҡсалар матди-техник йыһазландырыу йәһә­тенән ҙур ҡалаларҙыҡынан ҡалыш­май. Бындай шарттар төбәк тәрбиә­селәренә республика мәғарифы өсөн мөһим проекттарҙа ҡатнашыу, профессиональ һәләттәрен үҫтереү юлдарын аса. Ошо йәһәттән Баймаҡ ҡа­лаһының “Айыуҡай” балалар баҡ­саһын миҫалға килтерергә мөмкин. Ул БДПУ менән берлектә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында патриотик тәрбиә моделе” тигән тәжрибә майҙансығы булдырҙы. Майҙансыҡтың етәксеһе – БДПУ-ның “Мәктәпкәсә йәштәге педагогика һәм психология” кафедраһы доценты Фирҙәүес Аҙнабаева педагогтарҙы фәнни эшмәкәрлеккә йәлеп итте. Уртаҡ көс менән яҙылған “Башҡорт­остан – тыуған илем” программаһы Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тура килә. Программа менән бер рәттән “Башҡортостан-гөлбостан” хресто­матияһы, кескәйҙәр һәм өлкән төркөмдәр өсөн перспектив план төҙөлдө. Бәләкәй генә ҡалала тәрбиә­се булып эшләп йөрөгәндә китап авторҙарының береһе булып китсе әле! Был ҡуллан­малар респуб­ликаның барлыҡ башҡорт балалар баҡсаларына таратылды һәм туған телдәге материалдарға ҡытлыҡ кисергән тәрбиәселәр тарафынан күптән көтөп алынған методик ярҙам һымаҡ ҡабул ителде. Балала илһөйәрлек, телһөйәр­лек, туғанлыҡ хистәрен тәрбиәләүгә йүнәлтелгән программа милли мәғариф тарихында алтын хәрефтәр менән яҙырлыҡ ваҡиғаға тиң.

Гөлнәзирә Ирек ҡыҙы эшләгән балалар баҡсаһы ла мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул республикала иң ҙурҙарҙан һанала – 400 баланы һыйҙыра. Был учреждение Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Конструкторлау – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың инженерлыҡ фекерләү нигеҙен формалаштырыусы шарт” тигән тәжрибә майҙансығы менән билдәле. “Майҙан­сыҡ кескәйҙәрҙең математик һәм логик фекерләүен үҫтереүгә, машина эшмәкәрлеге нигеҙҙәрен өйрәтеүгә, инженер һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуға булышлыҡ итә”, – ти мөдир Айгөл Кәримова.

Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһен­дәге ошондай фәнни-ғәмәли проекттар, район балалар баҡсаларына бүленгән иғтибар йәштәрҙең һөнәргә ҡыҙыҡһыныуын арттыра. Башҡорт­останда балалар баҡса­һының күпләп төҙөлөүе, әленән-әле эш урында­рының барлыҡҡа килеп тороуы ла киләсәк хаҡында уйланған йәштәрҙе мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенә ылыҡтырмай ҡалмайҙыр. Кемдең генә яңы, яҡты бинала эшләгеһе килмәһен! Республикабыҙҙың 100 йыллығына ҡарата планлаштырылған юбилей объекттары исемлегендә 28 балалар баҡсаһының булыуы шулай уҡ тәрбиәселәргә ихтыяждың кәмемәйәсәге тураһында һөйләй. Бөгөн Башҡорт­останда мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 19 мең педагог эшләй.

Киләсәктә сабыйҙар һанының артыуын, балалар баҡсаларында тәрбиәселәр етешмәү хәүефен алдан күҙаллап, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2011 йылдың октябрендә “Мәктәпкәсә белем биреү программаһын бойомға ашырыусы дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡланыуын арттырыу буйынса саралар тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы, был өлкә педагогтарының эш хаҡын арттырыу мәсьәләһен иғти­бар үҙәгенә алды. Башҡортос­танстаттың рәсми мәғлүмәт­тәре буйынса, 2018 йылда ғинуар – июнь айҙарында мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе педагогтарының уртаса эш хаҡы 27 137 һумды тәшкил иткән (дөйөм белем биреү ойошмалары педагогтарыныҡы – 29 562,9 һум). Әйткәндәй, быйыл ғинуар – апрель айҙарында төбәктә уртаса эш хаҡы 30 975,4 һум булған.

Гөлнәзирә Ниғәмәтова ла дәүләт яҡлауын тоя. Былтыр хеҙмәт юлын башлағас та ул мәғариф өлкәһендәге йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған 20 000 һумлыҡ ярҙамды алып ҡыуанған. Тағы ла өс йыл дауамында айлыҡ эш хаҡына 30 процентлыҡ өҫтәмә түләү ҡушылып барасаҡ. Ошондай дәүләт ярҙамдарынан тыш, йәш белгестең “2018 – 2021 йылдарға Хәйбулла районында мәғариф өлкәһенең кадрҙар ҡеүәтен үҫтереү” программаһынан да файҙа­ланыу мөмкинлеге бар. Атап әйткәндә, райондың йәш педагогтарына ғаилә ҡороу уңайынан – 5 000 һум, бала тыуыуға бәйле 2 000 һум күләмендә ярҙам ҡаралған.

– Тәрбиәсе булып эш башлағас, “Балалар һәм ата-әсәләр менән уртаҡ тел таба алырмынмы?” тип уйландым. Эштән ҡайтҡас, әсәйемә шылтыратып, борсо­лоуҙарымды һөйләп ала торғайным. Балалар менән бала булып, ижади эшкә сумып, эшемә эҫенеп киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, – ти Хәйбулла һылыуы.


Автор: Н. ХӘСӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779