Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алҡынып аҡҡан ағын һыуҙай
Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәтебеҙҙә үҙенең тәүге, башланғыс осорҙағы ижады менән үк арҙаҡлы әҙиптәре­беҙҙең иғтибарын йәлеп итте, уның һәр яңы китабын – шиғриәт булһынмы, проза әҫәрҙәреме – киң ҡатлам уҡыусылар яратып ҡаршы алды.

Илле шиғырҙан торған тәүге ҡулъяҙма йыйынтығы менән танышып, 1974 йылда уҡ әле мәшһүр шағир Рәми Ғарипов ошондай һүҙҙәр яҙып ҡалдыра: “Шиғриәткә үҙенең бөтә тәбиғәте менән, уй-фекер йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы сә­сәндәр традицияһына яҡын торған “һүҙгә һаран, фекергә йомарт” шағир килә”. Мәүлит үҙенең ар­табанғы ижады менән был ышаныс­ты тулыһынса аҡланы. Улай ғына ла түгел, уның ижады әленән-әле, алҡынланып аҡҡан ағын һыуҙарға оҡшап, тәрәнәйә, баҙыҡлана барҙы. Шиғриәтебеҙҙә ул өр-яңы алымдар, тел-стиль, телмәр оҫталығы, әҫәрҙә­ренә хас үҙенсәлекле форма һәм жанрҙар аша танылыу тапты. Шиғриәт үрҙәре менән бергә проза киңлектәрен дә үҙләштерә барҙы, тәржемә өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәште. Көнсығыш поэзияһының күп кенә аҫыл үрнәктәрен башҡорт уҡыусыһына бүләк итте. (Шул айҡан­лы изге Ҡөрьән сүрәләренең баш­ҡортсаға шиғри тәржемәһе тура­һында ла иҫкә алып үтергә тейешбеҙ. Былтыр был хеҙмәттең ҡалын китап булып баҫылып сығыуы айҡанлы Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткәрелгән тамаша иҫтә ҡалырлыҡ бер ваҡиғаға әйләнде).

Дәүләт премияһына тәҡдим ителгән “Һайланма әҫәрҙәр”енең ике томы аша Мәүлит Ямалетдинды талантлы шағир һәм прозаик булараҡ шаҡтай тулы күҙ алдына килтерә алабыҙ. Уның ижадында ил һәм халыҡ яҙмышы, туған телебеҙ, рухиәтебеҙ хаҡында уйланыуҙар, тыуған еребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә һөйөү тойғоһо “ҡыҙыл еп” булып үтә. Шағирҙың уйланыуҙары һәр ваҡыт ал да гөл генә түгел. Заманы ниндәй – уйҙар, хистәр ҙә йә болоҡһоу, йә яманһыу ҙа булып китә. Шағир күңелен борсоған, бөгөнгө булмышыбыҙға тап килеп торған кисерештәр сағылыш таба һәр юлда.
Мәҫәлән, Арғаяш районындағы Мәүлит ауылын күргәндән һуң яҙылған шиғырҙа:

Был ауылға нигеҙ һалған саҡта,
Ике йөҙ ҙә илле йыл элек,
Беҙ донъяла тик Аллаға ғына
Буйһоноусы ғорур зат инек, –
тип тәрәндәге тамырҙарыбыҙҙың ниндәй ныҡлы, ышаныслы, рухыбыҙҙың азат булғанлығын иҫкә төшөрә шағир һәм, шуны тағы бер ҡат тәҡрарлап, шиғырҙы шул уҡ строфаны ҡабатлап тамамлап ҡуя. Ғөмүмән, М. Ямалетдин тарихҡа, үткәндәге шанлы һәм данлы ваҡиға­ларға, бөйөк тарихи шәхестәребеҙ образдарына бик йыш мөрәжәғәт итә. Был иһә бөгөнгө хәлебеҙгә иғтибарҙы йүнәл­теү, халҡыбыҙ алдында торған ҡырҡыу рухи, әхлаҡи, социаль проб­лемалар айҡанлы килеп тыуған һорауҙарға яуап эҙләү сараһы ла булып торалыр, тимәксемен. “Күгәрсенкүҙ”, “Һомайҡош” поэмалары, “Салауат йәшәй аңымда” шиғыры, “Батырша монологы”, “Буранбай сәсәндең хаты”, “Аҡмулла монологы”, “Аҡмулла менән Мө­хәмәтсәлим Өмөтбаевтың әйтеш­кәне”, “Зәйнулла ишан нәсихәттәре” – нәҡ шундай тәрән фәлсәфәүи фекерле, оло рухлы әҫәрҙәр. “Ике яҙмыш” поэмаһының геройҙары иһә – “ике шәхес. Ике башҡорт, ике уҙаман” Әхмәтзәки Вәлиди һәм Муса Мортазин.
Гүйә, улар беҙгә фәһем өсөн
Ебәрелгән ике фәрештә.
Береһе – оран, икенсеһе – иман
Ирек өсөн изге көрәштә.
Гүйә, улар йылдар төпкөлөнән
Өнһөҙ генә беҙҙе күҙәтә,
Был донъяның мәкер, ялған тигән
Упҡындары бар, тип киҫәтә…
Вәлиди, Мортазин, Бабичтарҙың, 1917–1919 йылдарҙа тыуған Башҡортоста­ныбыҙға автономия яулап алған ҡаһарман заттарыбыҙҙың изге рухы беҙҙе һәр саҡ килер көндәргә әйҙәп тора. Эйе:
Өмөтөбөҙ, ғорур бөркөт булып,
Өйөрөлә бейек-бейектә.
Ғәзиз еребеҙҙә, шул бөркөттәй,
Беҙ йәшәрбеҙ бер саҡ иректә/
Рухыбыҙға ҡеүәт биреп торор
Ирек ҡошо – ғорур ыласын:
Бер ҡанаты уның – Әхмәтзәки,
Икенсеһе – Муса Мортазин.
Шағирҙың “Һайланма әҫәр­ҙәр”енең I томы жанрҙар йәһәтенән “шиғырҙар, поэмалар” тип билдә­ләнгән. Әммә китаптың йөкмәткеһенә күҙ һалһаң, авторҙың йәнә робағи, әйтеш, монолог, шулай уҡ эпос һымаҡ ҙур күләмле әҫәрҙәр оҫтаһы булғанлығын да күрергә мөмкин. Хатта бына көтмәгәндә дини әҙәбиәт аша ғына таныш тәфсир формаһын ҡулланыуы ла, әлбиттә, шағир ижады өсөн новаторлыҡ күренеше. “Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһиссә­ләмдең риүәйәтенә тәфсир” тип атала ул шиғри әҫәр.

Әҙәбиәтебеҙҙә, яңылышмаһам, поэтик эпос ижад итеү (дөрөҫөрәге, төп нөсхәһе юғалған эпосты реконструкциялау) тәжрибәһе юҡ ине әле. Мәүлит Ямалетдиндың Әхмәт Сөләймәнов, урыҫ телендә Роберт Паль менән бер үк ваҡытта беҙҙең заманға тулы килеш килеп етмәгән эпосты тергеҙеүе – шулай уҡ ҡыуаныслы хәл. Башҡорт халыҡ ижадында бары тик риүәйәт формаһында сала-сарпы ғына һаҡланып ҡалған “Һуңғы һартай” тигән бер ҡомартҡы бар. Уның ҡыҫҡаса прозаик тексы 1935 йылда урыҫ телендә яҙып алынған. Әҫәрҙә башҡорт иленең XIV быуат аҙағында илбаҫар Тамерлан яуына ҡаршы тороп һәләк булған һарт ырыуының героик тарихы бәйән ителә. Ырыу балығы Ялыҡ бей был тиңһеҙ көрәштә яңғыҙы иҫән ҡала һәм ниһайәт, ғүмеренең ахырында ошо яу көндәрендә күргән-кисергәндәрен:

Уйҙарымды тыя алмай,
Үткәндәрҙе уйлаһам,
Өр-яңынан кисереп,
Уйым менән иңләһәм,
Башыма ут ҡапҡандай,
Мейем ҡайнап сыҡҡандай,
Ул көндәрҙе иҫләһәм,
Уйҙарымдан уйылам, –
тип бәйнә-бәйнә һөйләп бирә. Йөрәк түренән урғылып сыҡҡан ялҡынлы телмәр булып бөтөн булмышыбыҙҙы биләп ала был хикәйәт. Инде нисәмә быуат үткән, әммә Ялыҡ бейҙең ялҡынсыларға ҡарата нәфрәт той­ғоһон бөгөн дә тыныс ҡабул итә алмайбыҙ. М. Ямалетдиндың “Һуңғы һартай”ы иң элек ана шундай хис-тойғо ҡайнарлығы менән күңелдәрҙе арбай. Был әҫәр алыҫ үткән­дә­ребеҙҙең халыҡ хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бер битен асып биреүе менән дә әһәмиәтле. Шул уҡ ваҡытта М. Ямалетдин тарихыбыҙҙың, рухиәтебеҙ донъяһының тағы ла боронғораҡ дәүерҙәренә үтеп инә алыуы, киң белемле, эрудициялы, үҙебеҙҙә генә түгел, ә туғандаш төрки халыҡтары әҙәбиәттәрендә лә үҙенсәлекле урын алырҙай шағир һәм фекер эйәһе булыуы менән дә айырылып тора. Ҡөрьән сүрәләренең башҡортсаға шиғри тәржемәһе – шул фекергә ҡеүәт. Әйткәндәй, беле­үемсә, изге китаптың төрки ха­лыҡтары телдәрендә был тәүге шиғри тәржемәһе. Ә боронғо төрки дәүеренең таш һындарға ырып яҙып ҡалдырылған мәртәбәле тарихи яҙмалары! “Кесе яҙма” һәм “Оло яҙма” тигән ике бүлектән торған “Күлтәгин” дастанында шул тарихты йырлап торған шиғри тел менән һәйкәл итеп күтәрҙе Мәүлит Ямалетдин.

М. Ямалетдин эпик әҫәрҙәр ижад иткәндә ни тиклем илһамланып эшләһә, афористик жанр – робағиҙар оҫтаһы булараҡ та киң билдәле. Фәнил Күзбәковтың “Уның дүрт юллыҡтарының бәғзеләре Ғүмәр Хәйәмде иҫкә төшөрә, йәғни уларҙы атаҡлы робағи оҫтаһының сынъяһау юлдарына тиңләшә алырҙай тиергә баҙнат итәм” тигән һүҙҙәре менән (Күзбәков Ф. Рухиәт ҡотҡарыр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2011. 109-сы бит) мин дә килешәм.

Яҙыусының “Һайланма әҫәрҙәр”е­нең икенсе томына төрлө йылдарҙа ижад ителгән дүрт повесть һәм егерме биш хикәйә индерелгән. Ысын мәғәнәһендә шағир прозаһы был! Бай һәм һығылмалы теле, кеше яҙмыштарын, геройҙарының эске донъяһын шағирҙарса нескәлек менән һүрәтләй белеүе уның әҫәр­ҙәрен уҡымлы, мауыҡтырғыс итә. Геройҙарының тормошо, булмышы менән әҙип бергә йәшәй, шатлыҡ­тарын да, ҡайғыларын да нәҡ үҙенеке һымаҡ ҡабул иткәндәй. Уның ижадында быуаттар буйы үҙ ирке өсөн көрәшеп йәшәгән башҡорт халҡының яҙмышы, хәҙерге тормошо­боҙҙоң рухи, мораль, әхлаҡи проблемалары алғы планға сыға. Шиғриәтендә лә, прозала ла М. Ямалетдин легендар тарихи шәхестәребеҙ Мифтахетдин Аҡмулла һәм Муса Мортазин образдарына ҡат-ҡат әйләнеп ҡайта. Яҙыусының “Еҙ ҡомған” хикәйәһен уҡып, бөйөк Аҡмуллабыҙ ғүмеренең һуңғы сәғәттәрен йөрәк аша үткә­рәбеҙ, ә инде “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” повесын һынмаҫ рухлы комбриг М. Мортазиндың тормош юлын сағыу буяуҙар менән тасуирлаған киң полотно булараҡ хәҙерге прозабыҙҙың бер ҡаҙанышы тип ҡабул итәбеҙ. “Бала ҡарға”, “Йәншишмә юлы ҡайҙа?”, “Йәйләү”, “Бүләк”, “Хушығыҙ, торналар!”, “Иман” һ.б. мауығып, ләззәтләнеп, ҡат-ҡат уҡый торған повестар һәм хикәйәләр тупланған был томға.

Шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдин ижады хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләрҙәй, рухи донъябыҙҙы өр-яңы табыштар һәм асыштар менән байытҡан ҡабат­ланмаҫ бер күренеш ул. Әҙип юғары исемдәргә һәм, әлбиттә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип иҫәпләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781