Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлы Дим ҡыҙы, йәки “Беҙҙә шағир шағир ғына түгел”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова әҙәбиәткә балалар өсөн яҙған шиғырҙары менән килеп инде, артабан ул кескәйҙәрҙең күңел донъяһын төптән аңлаған балалар шағирәһе булып танылды. Ошо өлкәләге уңышлы ижады өсөн ул Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде. Ә тәүге шиғырҙарынан бөгөнгө танылыуға тиклемге юл – ярайһы уҡ оҙон да, ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла...

Мәктәп йылдарынан башланған ижади һуҡмаҡ

Еребеҙҙән алтын көҙ атлай. Уңыш йыйыу мәле. Көҙ байлығы – келәттәрҙә. Күңелдәрҙе моңһоу тантана менән бергә яҡты һағыш та солғап алғандай. Зәңгәр бейеклектән илаһи моң һибеләме ни! Алыҫ сәфәргә юлланған ҡоштар сылбырынан һарҡа был моң: тыуған ерҙәре менән хушлашыу ауаздары иңрәй...
Һары шәлле аҡ ҡайындар
Уйға ҡалған тын ғына.
Ҡыуанған булалар микән
Әбейҙәр сыуағына...
Ҡайындарҙың аҡ шәүләһе
Йәшеллектә тирбәлә.
Йәй менән хушлашыуылыр –
Бер ҡош һайрай эргәлә...
Бер аҙ моңһоулыҡ тарата
Тик һағышлы төҫ кенә:
Һары япраҡтар һибелә
Йәшел ужым өҫтөнә...
Шағирәнең ҡолағына йәй менән хушлашҡан ҡош һайрауы салынһа ла, күҙе – һары япраҡтар яуған йәшел ужымда. Шиғырҙағы контраст: һары япраҡтар – йәшел ужым тормошсан образдар йәнле картинаны күҙ алдына баҫтыра. Ужымдарҙың именлеге – алдағы йыл уңышының нигеҙе. Бына ил ҡыҙын – шағирә Гөлфиә Юнысованы нимәләр борсой, нимә уйға һала!? Уның нескә һиҙгерлеге, күҙәтеүсәнлеге ябай ғына күренештәрҙән дә поэтик дөйөмләштереүҙәр яһауға, образлы асышҡа алып килә.

Йәнә бер өлгө:
Дим һыуҡайы бигерәк тыныс аға,
Тәбиғәте тыныс микән ни?
Ғәмһеҙ генә китеп барыуымы,
Уйлай микән ғүмер үткәнен?..

“Кем уйлар?” шиғырындағы был строфала йылға кешегә хас сифаттарҙа тасуирлана: “тәбиғәте тыныс”, “ғәмһеҙ генә китеп барыуы”, “уйлай микән”... Ғәжәп бит: “йылғаның ғүмер үткәнен уйлауын” күргәнегеҙ, ишеткә­негеҙ йәиһә үҙегеҙҙең йылға тураһында шулай уйлағанығыҙ бармы? Ә Гөлфиә Юнысова шуны күреп ҡалған, тотоп алған. Ниндәй уңышлы йәнләндереүҙәр тапҡан!

Һанай-теҙә китһәң, бындай табыштар, образлы юлдар бик күп, уларҙың бер мәҡәләгә генә һыймауы билдәле. Шуға күрә миңә Гөлфиә Юнысованың юбилейына арналған был яҙмамда уның билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шәхес һәм шағирә булараҡ үҫеш баҫҡыстарына бер аҙ күҙ һирпеп алыу менән генә сикләнергә ҡалалыр.

Студентка Гөлфиәнең 1968 йылда БДУ-ның тамаша залында ҙур шиғыр байрамында “Миңә бары өс кенә” тигән шиғырын уҡығанын бөгөнгөләй хәтерләйем мин. Хас бала теленә оҡшатып, бер аҙ һуҙыбыраҡ һәм яйлап, шул тиклем дә килештереп уҡығайны йәш шағирә үҙенең саф бала телендә яңғыраған был шиғырын:
Мин әле бик кескенә –
Миңә бары өс кенә.
Ололарҙың күп эштәрен
Аңламайым һис кенә...
Әҙәби ижад һуҡмағынан яңы ғына атлай башлаған өмөтлө шағирә бына шундай хисле, үтемле шиғырҙары менән уҡыусылар һәм тамашасылар һөйөүен яулап өлгөргәйне. БДУ-ла уҡып йөрөгән сағында уҡ Гөлфиәнең “Миңә бары өс кенә” (1969) һәм “Зәңгәр тубым” (1971) исемле тәүге шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе һәм үҙенең яратҡан йәш уҡыусыларын тапты.

Балалар тормошон һәм психологияһын бик тапҡыр, камил образдарҙа күрһәтә белгән, оҫта тел, сабыйҙарса нескә тойғолар менән ҡойоп ҡуйған шиғырҙарын уҡып, тыңлап һәм тамаша ҡылып һоҡланыусыларҙы күреп, мин беҙҙең балалар әҙәбиәтенә бынамын тигән талантлы, ҡәләме үҙенсәлекле шағирә килеүен әле шул осорҙа уҡ тойомлағайным. Хәйер, бер мин генә түгел, ә оло быуын әҙиптәренән күптәр (Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Ғилемдар Рамазанов, Кәтибә Кинйәбулатова һ.б.) күптән инде уның һәләтен һиҙемләгәйне.

Остаздың өмөтө аҡланды

Эйе, Рәми Ғарипов үҙ ваҡытында йәштәргә ныҡ иғтибарлы булды, уларҙың ижад ҡанаттарын үҫтерергә тырышып торҙо, йыбанмай, бик тәфсирләп хаттар яҙҙы, төплө кәңәштәрен бирҙе. Иң мөһиме, йәш ҡәләм тибрәтеүселәр күңелендә өмөт уятты, ижади ҡыйыулыҡҡа өйрәтте, тәүәккәллеккә, әүҙемлеккә өндәне. 1969 йылда Р. Ғарипов үҙенең “Шиғриәт – йәшлек иле” (йәш яҙыусыларҙың кәңәшмәһе алдынан) тигән мәҡәләһендә бына нимәләр яҙа: “Әнисә Таһирова артынан һуңғы ваҡытта йәш поэзиябыҙға уның Таңһылыу Ҡарамышева, Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Факиһа Нафиҡова, Зилә Күсәрбаева, Суфия Яҡупова, Роза Моратова, Ғәлиә Кәримова, Әлмира Ғәйнетдинова, Фирҙәүес Ғәлиева, Миңзиә Шаһманова, Фәниә Абдуллина, Гөлнур Яҡупова кеүек ҡәләмдәштәренең ҙур өмөт уятып килеүҙәре бик шатлыҡлы күре­неш! Уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле тауышы формалашып килә. Ләкин уларға иғти­бар етмәй кеүек. Мәрхүм Жәлил ағай Кейек­баевтың васыятын үтәп, йәш шағирә­ләрҙең ижадына арналған бер йыйынтыҡ әҙерләп тә сығара алғаныбыҙ юҡ. Ә уларҙың ҡайһы берҙәре айырым йыйынтыҡ авторҙары булырға ла бик хаҡлы. Ошо иғтибар етмәү арҡаһында, улар үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап, ижади яҡтан пассивлаша башланы булһа кәрәк, үтә интим лирика менән үҙ таланттарын сикләп, бер урында тапанып тороусылар ҙа юҡ түгел. Бында, бәлки, уларҙың үҙ органы булған “Башҡортостан ҡыҙы”ның да ойоштороу ҡеүәһе етмәйҙер” (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр (өс томда). 2-се том. “Китап”, 1998. 587-се бит).

Был яҙмаларҙан (уйланыуҙарҙан) Рәми ағайҙың йәш шағирҙарҙың саҡ башланған ғына ижадын күреп, күтәрмәләп, уны дәрт­ләндереп, осор ҡанаттарын нығытырға тигән изге теләге һоҡландырмай ҡалмай, әлбиттә.

Икенсе яҡтан ҡарағанда, ваҡыт – иң оло һәм тоғро хөкөмдар. Әле Рәми Ғарипов яҙма­ларынан килтерелгән был өҙөктә исемдәре телгә алынған ун дүрт шағирәнең ҡап яртыһы ваҡыт һынауын үткән һәм ҙур ижади уңыштарға өлгәшкән тип ныҡлап әйтеп була.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында әле мәктәптә генә уҡып йөрөгән Бөрйән ҡыҙы Таңһылыу Ҡарамышева, Дим буйы ҡыҙы Гөлфиә Юнысоваға һәм тағы әллә күпме йәш авторға хаттар яҙыуҙан тыш, тәүге шиғырҙар шәлкемдәренә республика матбуғатында үҙенең фатихаһын да биргән Рәми Ғарипов.
Бына Рәми Ғариповтың мәктәп уҡыусыһы Гөлфиә Юнысоваға яҙған хатынан өҙөк: ”Беҙҙең поэзияға тағы бер ышаныслы, үҙенсәлекле, фекерле шағирә килә – ул һин, Гөлфиә. Һинең үҙ йондоҙоң бар. Йондоҙло булып тыуғанһың, – өләсәйеңә, әсәйеңә һәм ер-әсәкәйгә, халҡыбыҙҙың шиғри тәбиғәтенә рәхмәт.

Башҡорт шиғыры йәшәр әле, йәшәр! Йәшәтеүселәре уның тағы ла ишәйһен. Туҡтатма, эҙлән һәм иң мөһиме – маһайма! Маһайған кеше үҫмәй, кире сүгә башлай. Һине маҡтарҙар – һаҡ бул! Әле бик күп эшләргә кәрәк! Халҡыбыҙ рухын башҡа халыҡтарға ла танытырлыҡ булыр өсөн, әле беҙҙә бик күп нәмә эшләнмәгән. Һиңә лә эш етерлек булыр. Үҙеңде һәр саҡ шул бурыс алдында яуаплы той, Гөлфиә туғаным. Хәйерле юл һиңә!
Теләгем шул ғына. Һинең барлығыңа һөйөнөп, сәләм менән Рәми ағайың. 14.07.1965.”

Һәм бына, шул дәүерҙән ярты быуатлап ваҡыт үткәс, шаһитлыҡ ҡылып була: Рәми ағайҙарында ышаныс тыуҙырған шәкерт шағирҙарының күбеһе уның өмөттәрен аҡланы. Башҡорт рухи донъяһында күптән инде билдәле әҙибәләр булып танылған Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Факиһа Нафиҡова (Туғыҙбаева), Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдиноваларҙың һәр береһе остаздары Рәми Ғариповҡа булған олуғ рәхмәттәрен шиғри арнауҙары аша белдерҙе. Әҙәбиәтебеҙгә дәррәү килеп ингән шул төркөмдән бары тик берәүһенең – Гөлфиә Юнысованың – ғүмер байрамы уңайынан бынан тиҫтәләрсә йыл элек Рәми Ғариповҡа арнап яҙған “Яуап хат” шиғырына бер аҙ туҡталыу урынлы булыр төҫлө.
Шиғырҙан бер нисә строфа:
...Ун алты йәш – мөғжизәле
Яҙҙар көткән саҡ бит ул.
Ҡанатландырып осортҡан
Ҡулымдағы хат бит ул!
Уны миңә шағир яҙған,
Ысын шағир, ҙур шағир.
Хәҙер һиңә лә уҡыйым,
Ҡайынҡайым, бул сабыр!
Бына бит ул нимә тигән,
Һүҙҙәренән боҙ ирер:
– Шиғырҙарың бик оҡшаны,
Бер аҙҙан донъя күрер.
Һеңлем, һиңә шиғриәттә
Ҙур өмөттәр бағлайым.
Өр-яңы шәлкемдәр көтәм,
Һау бул: Рәми ағайың.
Аҙаҡ тағы өҫтәп ҡуйған:
– Маҡтаһалар, маһайма.
Шағир булыу еңел түгел,
Был юлды уйлап һайла!..
Гөлфиә Юнысованың ижады ла ваҡыт һынауын хаҡлы рәүештә, ышаныслы үтте. Был – иң мөһиме. Һәм шағирә: “Өмөтөңдө аҡлай алдым, Рәми ағай!” – тип баҙамай, һис бер икеләнеүһеҙ әйтә алырлыҡ кимәлдә. “Яуап хат” шиғирының миссияһы ла шунда.

Беҙ совет осоронда үҫкән һәм тәрбиәлән­гән кешеләр булһаҡ та, иманыбыҙ, эске инаныуыбыҙ менән бөгөн милләттең әхлаҡи ҡиммәттәренең, халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән рухи хазиналарының ҡәҙерен беләбеҙ; оло быуын әҙиптәребеҙҙән ҡалған рухи эстафетаны тоғро дауам итәбеҙ, иншаллаһ! Күңел шуға ышана: күптәребеҙгә остаз булған Рәми Йәғәфәр улының беҙҙең өсөн дә рухы шаттыр.
Ҡамытты бер кейгәс, йөктө тартмай сараң юҡ

Юғарыла телгә алынған тәүге йыйынтыҡ­та­рынан һуң Гөлфиә Юнысованың балаларға һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән әллә күпме яңы шиғыр китаптары башҡорт, урыҫ һәм башҡа телдәрҙә меңләгән дана тираж менән баҫылып сыҡты. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре: “Яҙ тураһында әкиәт” (1973), “Тылсымлы бүләк” (1975), “Ҡояшлы иртә” (1977), “Горн саҡыра” (1979), “Песня березки” (Мәскәү, 1979), “Колокольчик” (Нукус, 1979), “Дома улыбаются” (Мәскәү, 1980), “Бәпембә” (1982), “Буҙ турғай йыры” (1983), “По солнечной радуге” (Мәскәү, 1984), “Наша песня” (Мәскәү, 1986), “Надежда” (Мәскәү, 1988), “Юлдар ҡайҙа илтә?” (1988), “Йылғыр тупҡайым” (1996), “Аҡ ямғырҙар” (1998) һ.б.

Башҡорт әҙәбиәтенә йәшлек ярһыуы менән ҡыйыу килеп ингән, емешле ижад иткән шағи­рәне әҙәби йәмәғәтселек тә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ла тиҙ күрҙе, иғтибар ҙа иттеләр. Гөлфиә Юнысова, мәҫәлән, 26 йә­шен­дә генә СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды, Рәсәй Федерацияһы яҙыусы­ларының сираттағы съезына (Мәскәү) делегат итеп тә һайланды. Г.А. Юнысова яҙыусы­лар­ҙың был оло йыйынында Башҡортос­тандан ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙән иң йәш делегат ине. Шуныһы ла мәғлүм булһын, 1974 йылда уҙған был съезда Гөлфиә Юнысованы РСФСР Яҙыусылар союзының идара ағзаһы итеп һайланылар. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте өсөн был, һис шикһеҙ, ғорурлыҡ ине. Тимәк, башҡорт әҙәбиәте үҫә, күтәрелә, яңы, йәш, өмөтлө таланттар килеүе хаҡында һөйләй ине был дәлил.

Мин йыш ҡына Гөлфиә Юнысованың әҙәби ижад менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡаламы икән, тип уйлай торғайным, сөнки “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баш мөхәррир вазифаһы (21 йыл!), депутатлыҡ (Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһында, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында, Өфө ҡала Советында (өс саҡырылышта) эшмәкәрлеге шағирлыҡты ситләтеп, икенсе планға сығарып ҡуйған мәлдәр ҙә булғандыр. Бәлки, тап шул шаулы-даулы тормош ығы-зығыһы араһында көтмәгәндә “бер моң сыңлап киткән” саҡтарҙа юлыға торған булғандыр шағирә илаһи илһам хозурына:
Тынысланды йәнем. Ҡайтты хәлем.
Хыялымда донъя буйлайым.
Күңелемдә бер моң сыңлап китте,
Шиғыр шытып сығыр, моғайын...

Шағирә Гөлфиә Юнысова тураһында һөй­лә­гәндә, уның үҙ заманы алдындағы яуап­лылығы иң әүәл иҫкә килә. Үҙ заманы алдын­дағы яуаплылыҡ – ул шәхестең рухи өлгөр­гән­легенең дә, намыҫ талабының да күрһәт­кесе. Намыҫ ҡушыуы – ул йөрәк ҡушыуы бит. Йөрәге еткәндәр генә амбразураға ташлана. Бөйөк рус шағиры Николай Некрасов та был хаҡта юҡҡа ғына яҙмаған: йөрәкле ҡа­тындар ярһып сабып барған аҫау атты туҡ­татып ҡына ҡалмай, ә кешене ҡотҡарырға кә­рәк икән, ут ялмап алған йортҡа ла ташлана...

Бына беҙҙең Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының да Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булған сағында (1990–1993 йылдар) яҙғы ташҡында һыу баҫыуҙан бик ҙур зыян күргән Бөрйән, Белорет һәм Башҡортостандың башҡа күп кенә райондарының бәлә-ҡазаға тарыған халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаттары алдында ялҡынлы сығышы тотош ил халҡына ишетелде. Уның был юғары миссия йөкмәгән фиҙакәрлеге эҙһеҙ ҡалманы: РСФСР халыҡ депутаттары съезының “Башҡорт халҡына ярҙам күрһәтеү” тураһындағы ҡарары ниге­ҙендә РСФСР һәм СССР Министрҙар Сове­тының бойороғо буйынса (1999 йылдың 20 майы һәм 1 июне) Башҡортостанға 91 йөк машинаһы, 20 автобус, 32 бульдозер, 20 экскаватор, 13 үҙбушатҡыс, 10 трактор, 26 мең кубометр ағас, 10 мең кв.м. ағас йорттар комплекты, 7,3 мең тонна ҡорос, 1086 тонна торба, 60 мең тонна цемент, 1 мең тонна автомобиль бензины һәм 1 мең тонна дизель яғыулығы, сантехника һәм башҡа бик күп материал-техник ресурстар һәм кейем-һалым ебәрелә. Быларҙан тыш, республика ҡаҙнаһына ташҡындан күрелгән зыяндың эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле сығымдарҙы ҡаплар өсөн 200 миллион һум аҡса бүленә, 350 миллион һум бурыс түләүҙән азат ителә.

Әйткәндәй, был осорҙағы хаҡтар, әлбиттә, бөгөнгө менән тап килмәй. Сағыштырыу өсөн: ул йылдарҙа “Волга” автомобиле 16 мең һум тора ине. Шулай булғас, аҡсалата ярҙамдың күләмен үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ.

Депутаттың төп эше, әлбиттә, закондар сығарыу. Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның съезд трибуналарынан ил, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап яһаған сығыштарын да яҡшы хәтерләй ул боролоштар осорондағы хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән Башҡортостан халҡы. Мәҫәлән, илебеҙҙең Рәсәй тип кенә түгел, ә Рәсәй Федерацияһы тип аталыуында, ерҙә­ре­беҙҙең сит ил граждандарына һатыл­мауында, милли республикаларға үҙаллылыҡ бирелеүе хаҡындағы закондарҙың ҡабул ителеүендә ҡыйыу, илһөйәр депутатыбыҙ Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның да өлөшө бар. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайында ла ең һыҙғанып ихлас башҡарҙы әҙибә депутатлыҡ вазифаһын.
Был ваҡиғалар, депутат шағирәнең тормош һынауҙарындағы кисерештәре шиғыр юлдарына ла күсте.

Башҡорт ҡыҙы!
Һинең йөрәгеңдә
Заман моңо, заман ялҡыны;
Милләтемдең борондарҙан килгән
Яҡты рухлы зирәк аҡылы.
Башҡорт ҡыҙы ғәмле, сәмле бөгөн,
Ил яҙмышы – уның ҡанында.
Киләсәкте ҡурсып, һаҡлап тора
Халҡым сәңгелдәге янында...
(“Башҡорт ҡыҙы”).

Шағирә үҙенең “Компьютер” исемле шиғырында төрлө вазифа йөкмәгән кешенең үҙ гражданлыҡ бурысын үтәү юлында ил, халыҡ алдында көндәлек яуаплылығының артабан да, хатта ғүмер буйына тиерлек һуҙылғанлығы, яҙмышына әйләнгәнлеге хаҡында фекер йөрөтә:
Биографиямды яҙам,
Һәр көн, ғүмер буйына.
Күпме хәлдәр, ваҡиғалар
Яҙмышыма уйыла.

Бында компьютер автор өсөн уйланыу сы­ғанағы ғына: электрон ҡоролма кеше бо­йорғанды анһат башҡара, яҙғанда хата ебәрһәң, уны төҙәтеү бер ни тормай. Ә тормошта? “Ә ғүмер – компьютер түгел, бер нәмә лә юйылмай” тигән һығымтаға килә шағирә. “Ғүмер юлдарымдан киләм әле, юл артылыу түгел еңелдән. Күпме һорау, күпме кисерештәр мине көтөп алға теҙелгән...” (“Күпме һорау алға теҙелгән”). Шулай инде, “Башыңа төшкәс, ни хәл итәһең” тигән бо­ронғолар. Ҡамытты бер кейгәс, йөктө тартмай сараң юҡ. Әгәр һин депутат та икәнһең, ха­лыҡ һайлап ҡуйған юғары вәкәләтле парламентёр ҙа, бер юлы халыҡ хеҙмәтсеһе лә...

Маҡсаты –
кеше булып йәшәү

Һүҙҙе тамамлауға табан алып барғанда шағирәнең З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Һайланма әҫәрҙәр”енең ике томлығы донъя күреүен дә билдәләргә кәрәк. Ике томлыҡ (2011, 2014 йылдарҙа) – илле йылдан ашыу ижадҡа йомғаҡ яһау ҙа, шағирәнең аһәңле йырҙарына, хисле лирикаһына битараф булмаған меңләгән уҡыусыларына матур бүләк тә ул.

Тәүгеһендә халыҡ шағирының лирик һәм гражданлыҡ шиғырҙары тупланһа, икенсе томында балаларға тәғәйенләнгән шиғырҙар, әкиәттәр, уйындар, табышмаҡтар ҙа урын алған. Китапта йәш быуын өсөн бик фәһемле дүрт юллыҡтар иғтибарға лайыҡ: ул – “Ҡәрҙәшлек атамалары”. Башҡорттоң туғанлыҡ терминдарын бергә йыйғас (әлбиттә, бөтәһе лә түгелдер), бик ҡиммәтле шәжәрә кеүек тарих һәм телебеҙ хазинаһы сылбыры хасил булған.

Был “Ҡәрҙәшлек атамалары”н һәр бала ғына түгел, олоһо-кесеһе лә мотлаҡ белергә тейештер. Туғанлыҡ атамаларын шиғыр ҡалыбына һалыу – үҙе бер маһирлыҡ. Улар беҙҙең тел байлығы ла, быуындар бәйләнеше лә. Хатта милли үҙенсәлегебеҙҙең бер күренеше ул. Уларҙы артабан да һаҡларға, хәтерҙәребеҙҙә яңыртып торорға тейешбеҙ.

Гөлфиә Юнысова шиғырҙарында тормош, йәшәйеш, көрәш, рухиәт, әхлаҡи тәрбиә, кешелеклелек кеүек мәңгелек төшөнсәләр хаҡында уйланыу мотивтары өҫтөнлөк итә. Бындай фәлсәфәүи уйланыуҙар шағирәнең шәхес булараҡ өлгөрөп еткән мәленә – ХХ быуаттың 80-90-сы йылдарына, яңы быуат башланған осорға тура килә. Был дәүерҙә тыуған шиғырҙарынан бары ҡайһы берҙәрен генә айырып күрһәтер инем: “Диңгеҙ менән шишмә”, “Миҙгелдәрҙә аҙашам”, “Компьютер”, “Инә ҡош”, “Йомро-йомро йомғағым”, “Тәүге хистәр”, “Ҡулымдағы турғай”, “Кәкүк йыры”, “Дим ярында”, “Ҡылыс менән ҡурай”, “Балтик буйында”, “Башҡорт ҡыҙы”, “Күңел менән икәү”, “Бар нәмәнең ерҙә үҙ ваҡыты”, “Сентябрь урманы” һ.б. Уларҙағы фәлсәфәүи фекер йыһан, донъя, кеше, тормош тәжрибәһе, мөхәббәт, иман, намыҫ, кисерештәр, тетрәнеүҙәр, юғалтыуҙар аша сағылыш тапҡан.

Ҡартайғыһы килмәй тәбиғәттең,
Теләмәй һис көҙҙө танырға.
Ул бар көсөн, тырышлығын бирә
Һәр саҡ йәшел килеш ҡалырға...
Ә шулай ҙа ярһып шаулай улар,
Был донъяға мәңге килгәндәй,
Йәшәмәнек бушҡа мираҫ булып,
Урман ҡала ерҙә тигәндәй.
(“Сентябрь урманы”).

Был шиғырҙағы тел төбөн кинәйәләп әйткәндә, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ла был донъяла алағайымға йәшәмәне: ғүмеренең иң дәртле, иң сағыу йәшлек йылдарын республика матбуғатына һәм йәмәғәтселек эшенә арнаны; халҡына әллә күпме шиғыр китабы һәм йырҙар бүләк итте; тормош юлдашы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев менән ҡарағайҙай улдар үҫтерҙе, ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләште. Был ҡаҙаныштар, өлгәшелгән уңыштар аҙмы ни?!

Күптәрҙеке менән бер иш юлым,
Эҙләмәнем башҡа яңыһын.
Маҡсатым бер – кеше булып йәшәү,
Ә маяғым – таҙа намыҫым.
(“Күпме һорау алға теҙелгән”).

Ил алдында, халҡың ҡаршында намыҫың таҙа, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы, был турала бер кемдең дә шиге юҡ. Риүәйәттәрҙәй серле, Дим йылғаһындай моңло-йырлы күңелең һис ҡартайыу белмәһен! Киләсәктә лә яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауыңды теләй кесе һәм оло йәштәге миллионлаған уҡыусыларың!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 846

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781