Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төйәкте уңғандар биҙәй
Ауырғазыла өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде

Талбазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттарға бай, унда районыбыҙҙың абруйлы шәхестәренең тормошо, халыҡтың үткәне сағылдырылған. Эшсән, мәҙәниәтле, яңы идеялар менән янған коллектив тупланған бында. Етәксе Саимә Ғариф ҡыҙы Әминеваның тырышлығы, булдыҡлылығы арҡаһында былтыр 900 мең һумлыҡ Президент грантын алыуға өлгәште улар.

Музейҙа күптән түгел “Ғаилә фестивале” тип аталған сараға тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, тәрбиәле балалар үҫтергән өлгөлө парҙар саҡырылғайны.

Үтәймулла районда иң ҙур башҡорт ауылдарынан һанала. Ошонда тыуып үҫкән, бер партала белем алған, һуңынан мөхәббәтле ғаилә ҡороп, 67 йыл бергә йәшәгән Зөлфиә менән Нәжип Әсәҙуллиндар сараның иң хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Улар ете балаға ғүмер биргән, әлеге көндә 20 ейән-бүләһе ҡыуанысын күреп, улы менән килене иғтибарында матур ғүмер итәләр.

– Дуҫлығыбыҙҙы ауыр тормош нығытты, – тип хәтирәләргә бирелде Зөлфиә инәй. – Аслыҡ осоронда аҫрау ҡыҙ булып хәлле кешеләрҙә йәшәнем. Мәктәптә уҡығанда, йәшереп кенә Нәжипкә икмәк киҫәге алып килә инем.

– Әрме сафына киткәндә Зөл­фиәм бүләк иткән ҡулъяулыҡты әле лә һаҡлайым. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хеҙмәт итеү икеләтә ауыр булды. Төнгө һаҡта торғанда, һөйгәнемде уйлап, яҡты хыялдарға юрай торғайным. Аллаға шөкөр, теләктәрем ҡабул булды, – тип иҫкә алды йәшлек йылдарын Нәжип олатай.

Ата-әсәһен ҡотларға шағирә Әлфиә Әсәҙуллина ла килгәйне. Ул ҡәҙерлеләре алдында баш эйеп, сәскә гөлләмәһе бүләк итте, шиғырҙарын уҡыны.

Солтанморат – төҙөк, матур ауыл. Унда тырыш, уңған ғаи­ләләр йәшәй. Шуларҙың береһе – Римма менән Ғайса Рәхмә­туллиндар. Улар – бик итәғәтле, ярҙамсыл, дүрт бала ҡарап үҫтергән ғаилә. Ул-ҡыҙҙарының һәммәһе лә хәҙер үҙаллы донъя ҡорған.

– Тәртипле, хөрмәтле был ғаи­лә бөтә ауылға, айырыуса йәш­тәргә өлгө. Шундайҙар күберәк булған һайын төйәк тә йәшәрә, матурлана. Рәхмәт һеҙгә! – тине оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, әле хакимиәт башлығы булып эшләгән Лена Мөхәмәтйәрова.

Финә менән Ринат Зөбәйеров­тарҙың күркәм ғаилә ҡороуына – 45 йыл. Ғүмер буйы район киләсәген ҡайғыртып йәшәгән, арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәт иткән өлгөлө пар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ринаттың атаһы Ғәлинур олатай Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙа­ғынаса данлы юл үтеп, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була, Мәскәүҙә 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнаша. Музейҙа уға арналған стенд эшләнгән.

Усман ауылынан саҡырылған тағы ла бер ғаилә – Бикәнәсовтар. Ғаилә башлығы Урал Шәрифйән улы ауыл хужалығы тармағында 40 йылға яҡын инженер-механик булып эшләй. Ҡатыны Минира Венер ҡыҙы оҙаҡ йылдар бала­ларға химия, биология серҙәрен өйрәтә. Өлкән улдары Айгиз контракт буйынса хәрби хеҙмәттә, өс бала атаһы. Уңыштары өсөн “Хәрби хеҙмәт отличнигы” миҙа­лы, Үҙәк хәрби округының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ҡыҙҙары Айгүзәл – Мәскәү нескә химик технология университеты магистры, кесе улдары Булат – мәктәп уҡыусыһы.

Ауырғазы – күп милләтле ра­йон. Халыҡтар дуҫлығы, бер-береңдең теленә хөрмәт менән ҡарау мөхите булдырылған бында. Атмасовтар ғаиләһе лә шундайҙарҙан. Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Николаевна башҡорт телен яҡшы белә. Улай ғына ла түгел, милләтебеҙҙән сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең тормош юлын өйрә­неп, уҡыу йортонда, районда тәр­биәүи саралар уҙғара. Тыуған ауы­лы Төрөмбәтте донъяға танытҡан Рәшит Назаровтың иҫтәлегенә арнап үткәрелгән төбәк “Назаров уҡыуҙары”н ойоштороусы ла ул булды.

– Атайым да, әсәйем дә башҡортса таҙа һөйләште, беҙҙе лә өйрәттеләр. Шуға туған те­лемдә лә, урыҫса, башҡортса ла яҡшы аралашам, – ти ул. Ҡыҙ­ҙарын ҡул эштәренә өйрәтеп, йәнле күргәҙмә ойошторған Атмасовтар. Ғаиләһен етеш йәшә­теү өсөн көсөн йәлләмәй уңған ғаилә башлығы Сергей Демьянович.

Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Риф Вәлиев, ҡунаҡтарҙы ҡотлап:
– Бер кемдең дә ғаилә тормошо шыма, еңел генә бармай. Ауырлыҡ донъя көткәндә генә түгел, күңел, хис-тойғо торошонда ла осрай. Шул мәлдәрҙе бергә еңел үткәрә белеү кәрәк, – тине.

Эйе, бәхет гел генә йылмаймай шул. Туғыҙ балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән Альбина Мәжитова, мәҫәлән, яңыраҡ ҡына ирен юғалтҡан. Йәш әсә ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәй. Уға береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы үҫтереү еңелдән булмаҫ, миһыр­банлы кешеләр үҙен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ тип ышанғы килә.

Сараны ойоштороп, әҙерләп алып барған Әлфирә менән Самат Рәхмәтуллиндар ике бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Эльмира – полиция капитаны, улдары Азат нефть университетын тамамлап, Нефтеюганск ҡалаһында мастер булып эшләй.

Район, музей етәкселеге, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәр ғаиләгә маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур концерт бүләк итте.

Ауылдар тап шундай уңған, өлгөлө ғаиләләр менән матур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779