Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәлиәнең гармун моңдары
Йәшерен-батырыны юҡ, ауылдың йәнлелеге мәҙәниәт йорттарының эшенә бәйле. Ауылдың ҡото булып әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәп торған клубты теге йәки был ауылдың йәшәү рәүешен, рухи кимәлен сағылдырған көҙгө тип атарға ла мөмкин. Күп таланттар ошондай урындарҙа асыла.

Миҫал өсөн, Башҡортос­тан­да киң билдәле йырсы Роза Аҡкучукова Байым мәҙәниәт йорто етәксеһе булараҡ хеҙмәт юлын башлап сәхнә түрен яу­лаған. Моңона, башҡарыу һәлә­тенә ғашиҡ халыҡ уны бөгөнгө бейеклектәргә күтәргән. Йәки Ташбулат ауылы егеттәре Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Нәғим Нурғәлин­дәрҙе алайыҡ. Мәҙәниәт йорто­ноң, минеңсә, төп маҡсаты шунда: халыҡ араһында ни сәбәп­тәндер юғалып ҡалған талант­тарҙы дөрләтеп яндырып ебәреү.

...Байтаҡ йылдар усағы быҫ­ҡып ҡына янған Теләш ауылы клубына күрше Күсемдән Ғәлиә Йәнйегетованың етәксе булып килеүен йыр-моңға һыуһағандар ҡыуанып ҡаршы алды. Һәр яҡтан һәләтле етәксенең өҙҙө­рөп гармунда һуҙыуы өшөгән йөрәктәрҙе йылытып, дәртлән­дереп, күңелдәрҙе елкендереп ебәрә. Силәбе сәнғәт академия­һын тамамлаған белгестең үҙҙәрендә эшләренә халыҡ ҡы­уанып та, шиклә­неп тә ҡараны. Тиҙ арала “Зарифа” фольклор төркөмө булдырыуға өлгәшкәс, шик-шөбһә юҡҡа сыҡты. Баянсы Рәил Бәшәров, Зөһрә Бәшәрова, Фәтиха Ялмырҙина, Фәғилә Билалова, Тәнзилә Садиҡова, Гөлнур Хажина, Йәнбикә Йәлә­лова һәм башҡалар уның ағзалары булып китте. Ярты йыл эсендә байтаҡ уңышҡа өлгәштеләр. Мәҫәлән, Ҡырҙаста уҙғарылған район мөнәжәтселәр бәйгеһендә III урынды яуланылар. Буранғол ауылында район баянсы-гармунсылар бәйге­һендә коллек­тив­ҡа шулай уҡ III дәрәжә диплом, ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Республика кимәлендә уҙғарылған “Ҡыҙыл йәйләүе” сәсәндәр конкурсында башҡорт халыҡ шағиры Р. Ға­риповтың “Аманат” ҡоба­йырын һөйләп, З. Бәшәрова шундай уҡ дипломға, Ф. Ялмырҙина дипломант исе­менә һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Әйткәндәй, Ғәлиә Йәнйе­гетова Ташбулат мәҙәниәт йортонда ла музыкаль яҡтан биҙәү­се булып эшләй. Теләш клубы­ның фольклор төркөмө “Гөл­нәзирә”гә ҡушылып, район үҙә­ген­дә ғаилә һәм ғаилә ҡиммәт­тәрен һаҡлауға арналған музыкаль-әҙәби кисәлә ҡатнаш­ты­лар, “халыҡ ансамбле” исемен яуланылар. Ике төркөм бер­ләшеп, концерт менән райондың Айыуһаҙы, Тупаҡ, Мораҡай, Ташбулат, Бикҡол, Теләш ауылдарында ла сығыш яһаны.

Тынғыһыҙ етәксе Ғәлиә Ялмырҙина төркөм репертуарын яңыртып тора, киләсәккә пландар ҡора. Уның эшенә мөкиббән бирелеүе, ижади ҡарашы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә ошондай эштәр башҡарып сығыуға булышлыҡ итте.

Әлбиттә, күптән ремонт күр­мәгән усаҡ һипләүгә мохтаж. Буяу эштәренә аҡса район ҡаҙнаһынан бүленде, ихатаны яңыртыуға ауыл старостаһы Рәфис Ялалов, Ғәлиә Йәнйеге­това һәм уның ғаиләһе, ветерандар ойошмаһы рәйесе Рәил Бәшәров, ауыл әүҙемдәре Вәкил Ялмырҙин, Фәтиха Ялмыр­ҙина, Фәғилә Билалова, Рима Ялмыр­ҙина, Зөһрә Бәшәровалар ярҙам күрһәтте. Бинаны эске яҡтан буяу эштәре тамамланырға тора, ишек һәм стена араһын көпләргә, өҫтәл эшләтергә һәм башҡа кәрәк-яраҡты хәстәрләргә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, башҡараһы эш күп. Иң мөһиме – клуб миҙгелен яңы программа менән башларға кәрәк.

Эйе, йыр-моңға ғашиҡ Йәнйе­гетовтар ғаилә­һен тотошлайы менән “әртистәр” тиһәң дә ярай. Туғандар төрлө мәҙәниәт йорттарында эшләй. Яҡташ герой Таһир Кусимовтың шәжәрә сылбырында улар – өсөнсө быуынды дауам итеүселәр. Ауы­лыбыҙҙың уңғаны Ғәлиә Йән­йегетова тағы ла бихисап талантты күтәрер, урындағы мәҙәниәтте үҫтерер тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ниһайәт, бәлә­кәй ауылда ла сәнғәткә юл асылды, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ғәлиәнең гармун моңдары тыңлаусыларҙың рухи донъя­һын байытһын, матурлыҡ, тормош мәғәнәһе төшөнсәләрен, уның әхлаҡи ҡиммәттәрен асыуға, балҡытыуға булышлыҡ итһен тигән теләктә теләштәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781