Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урағайҙа, йөҙ йыл элек
Рәсәй. Август. Ваҡиғалар.
Һәр заманда, теләһә ҡайһы миҙгелдә, осорона-ваҡытына күрә, донъяны йә таң ҡалдырған, йә тетрәндергән хәлдәр булып тора. Ғүмер ағышы туҡтамағас, тормошҡа һис ҡасан да тынлыҡ килмәгәс, был тәбиғиҙер. Инҡилаби түңкәрелеш кисергән, иҫкесә инде йәшәргә теләмәгән, әммә яңыһын да рәтләй алмай хитланған дәүләттә рәсми хакимиәттең ғәмәлдәре лә, дөйөм эште ситтән генә күҙәтеп йөрөүселәрҙең ҡылыҡтары ла шул осорҙо күрһәткәндәй мәғәнә ала. 1918 йылдың авгусы ла был йәһәттән айырылып тормай.


Шулай ҙа йыл – йылға, ай – айға, көн көнгә тура килмәй. Әүәл: “Августа ир-аттың өс хәстәре була: сабырға, һөрөргә, сәсергә кәрәк”, – тип раҫлар булғандар. Көнитмеш тә, тәбиғәт тә был айҙа үҙенекен ҡыуа — ураҡтың ҡыҙған, ә һыуҙың һалҡыная башлаған ваҡыты.
Тәбиғәттәге үҙенсәлектәр сәйә­си, социаль тормошҡа йоғонто яһаймы-юҡмы, иллә йөҙ йыл элгәрге Рәсәй дауыллы, тынғы­һыҙ көндәр кисерә. Ав­густың башында уҡ Халыҡ Комиссарҙары советы РСФСР-ҙың юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләрен раҫлай. Дәүләт органының был декреты юғары уҡыу йортта­рына инеү юлындағы һәммә сик­ләүҙәрҙе лә бөтөрә: хатта урта белем тураһында диплом да талап ителмәй, ҡабул итеү имтихандары һәм уҡыу өсөн түләү ҙә юҡ, студенттарға дәүләт стипендияһы индерелә.
Шул уҡ көндә ХКС В.И. Ленин тарафынан әҙерләнгән “Юғары уҡыу йорттарына пролетариат һәм ярлы крәҫтиәндәрҙән сыҡ­ҡандарҙы өҫтөнлөклө рәүештә ҡабул итеү тураһында” ҡарарҙы рәсмиләштерә. Был эшсе-крәҫти­ән йәштәрҙе юғары белемгә киң йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Бер үк осорҙа тиҫтәләрсә яңы институттар һәм университеттар булдырыла. М.В. Фрун­зеның дәртләндереүе һөҙөмтәһендә августа Иваново-Вознесенск ҡала­һында Политехник институт, сентябрҙә Мәскәүҙә тау акаде­мияһы һәм Петроградта Юғары фотография һәм фототехника институты эш башлай.
Әйткәндәй, ошо йүнәлештәге ҙур эштәр артабан да дауам итә, сөнки ХКС 1919 йылдың де­кабрендә Костромала, Смо­ленскиҙа, Әстрханда һәм Тамбовта университеттар булдырыу, шулай уҡ Ярос­лавлдәге элекке Демидов лицейын һәм Һамар­ҙағы педагогия институтын университет итеп ойоштороу тураһында декрет сығара. Тарихсылар, бер үк ваҡытта, юғары уҡыу йорттарына инергә әҙерлеге булмаған, наҙан йәш-елкенсәкте ҡабул итеү юғары белем сифа­тының ҡырҡа кәмеүенә килтергән, тип билдәләне.
Халыҡ Комиссарҙары Сове­тының 4 ав­густағы декреты менән бөтөн “буржуаз” гәзиттәрҙең дә сығыуы туҡтатыла. Ошо документ ғәмгә еткерелеүгә, инде был гәзиттәрҙең типографиялары большевиктар ҡулында була. Оппозицион матбуғат менән әүҙем көрәш 1917 йылда уҡ баш­ланған. Март-апрель айҙарында Революцион матбуғат трибуналы яңы власҡа ярай алмаған йә был, йә теге гәзитте ябыу тураһында эштәрҙе ҡарай.
Большевик, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, яҙыусы Александр Яковлевич Аросевтың хәтерләүенсә, оппозицион гәзит­тәрҙе ябыу тураһында ахырғы ҡарар мартта уҡ ҡабул ителгән булған, әммә уны нисек ғәмәлгә ашырырға ғына белмәй икелән­гәндәр.
Әмәлде йәнә В.И. Ленин тап­ҡан: тәүҙә һәммәһен дә хәрби көс менән ябырға ла, һуңынан ғына быны декрет аша санкция­ларға. Операцияны бер төн эсендә атҡарыу планлаштырыла: типография­ларға ғәскәрҙәр ебә­рергә һәм уларҙы япҡандан аҙаҡ ҡына редакцияларға барырға. Ошо юл менән Ленин “кәрәкмәгән бәхәстәр”ҙән, башбаштаҡлыҡта ғәйепләүҙәрҙән тайшанырға ынтыла.
Халыҡ Комиссарҙары Сове­тының 20 августа иғлан ителгән декретына ярашлы, ҡалаларҙа күсемһеҙ милеккә хосуси хоҡуҡ юҡҡа сығарыла. Ошонан бер көн алда республиканың бөтөн ҡораллы көстәрен Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариаты ҡулында тупларға ҡарар ителә. Был ғәмәл дә аңлашыла, сөнки йәш республиканың дошмандары уны ҡолатыу өсөн ҡырсы­ныуын туҡтатмай. 2 августа Архан­гельскиға инглиз, американ һәм француз ғәскәрҙәре килеп төшә, улар ҡаланы 1919 йылдың сен­тябренә тиклем оккупацияла тота.
30 августа, Михельсон заво­дындағы митингтан һуң, В.И. Ленин ауыр йәрәхәт ала. Рәсми белдереүҙәр буйынса, ҡанығыу эсерка Ф.Е. Каплан ҡулы менән эшләнгән. Шул уҡ көндә Петроградта эсер Л.И. Каннегисер ҡала ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе Моисей Урицкийҙы атып үлтерә. ВЦИК: “Совет власы эшмәкәрҙә­ренә һәм социалистик идея эйә­ләренә һәр ҡул күтәреү осрағы өсөн тотош контрреволюцио­нер­ҙар яза аласаҡ. Эшсе-крәҫтиән­дәр власы дошмандары­ның аҡ террорына эшселәр һәм крәҫти­ән­дәр күмәк ҡыҙыл террор менән яуап бирәсәк”, — тип ҡәтғи иҫкәртә.
...“Граждандар болаһынан да ҡурҡынысыраҡ ҡаза юҡтыр. Әгәр һәр кемгә ул лайыҡ булған баһа­ны бирә башлаһаң, кемдер мот­лаҡ, мин бүләк алырға тейеш инем, тип раҫлаясаҡ”.
Француз ғалимы һәм әҙибе Блез Паскаль дөрөҫөн әйтмәгән­ме ни?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780