Илһам илсеһе
Суҡышында бер ҡаурый,
Осоп инде йор турғай,Тәҙрәмде асҡан ыңғай.
Үҙе күҙемә ҡарай,
Сутыр-сутыр әй һайрай,
Әйтер һүҙкәйе барҙай.
Ҡаурыйы уста ҡалды,
Гүйә, инселәп һалды –
Илһам илсеһе булды.
ГармунМоңға ғашиҡ, моңға сарсай
Хисле күңелем,
Уйнайым әле гармунда
Йырлап, түгелеп!
Төймәләргә баҫам дәртле:
Тартылсы, күрек,
Өҙҙөрөп уйнасы, гармун,
Ҡулымда берүк!
Сыҡмай көй, уфылдай күрек,
Төймәләр шып-шым...
Шағирлығымды йыуата
Эске тауышым:
Һин үҙең асылда йыр-моң,
Йөрәгең – гармун.
Сигендем…Мин яратам һыуға
Ҡарарға,
Һыуға ҡарап яҙмыш
Юрарға.
Бер мәл миңә сөңгөл
Ҡул һондо,
Ҡапыл уға күңел
Ымһынды:
Ҡосағына уның
Һикерһәм,
Мин эҙләгән сер ул –
Һин, тиһәм?
Ҡарашыңда көсө
Сөңгөлдөң!
Ҡаушаным мин, ҡурҡтым,
Сигендем.
Ҡосағыңа, сөңгөл,
Ауманым,
Тәрәнлегең сөнки
Аңланым.
ШарапЭңер һарҡыуында,
Шәмдәл балҡыуында
Ялтыр күлдәк кейәм,
Ялтыр һүҙҙәр сөйәм.
Ишегемде асам,
Һөймәгәнде ҡосам…
Йөрәгемдә – һағыш,
Һәм ул шундай таныш.
Нескә ауҙар үрәм,
Үтәләйгә күрәм:
Шарап ҡояһыңмы,
Ауҙы тояһыңмы?
Шарап күбекләнә,
Телдәр ебәкләнә.
Алдайһың һин мине,
Алдайым мин һине...
Йөрәгемдә – һағыш,
Һәм ул шундай таныш.
Их, иҫерткес күбек –
Беҙҙең уйын кеүек...
Дуҫ тигәнем...Күктәрем ишелде,
Түшәмем тишелде–
Хараба аҫтында
Ҡалдым, ау,
Түҙҙем, ау,
Ныҡ ҡыҫып тешемде.
Дуҫ тигән ҡыйратты,
Ҡалдым, ау, таяуһыҙ...
Хараба аҫтында
Хыянат сүплеге
Ҡапланы аяуһыҙ.
Ҡайнаны ғәрлегем,
Үҙемде әрләнем:
Хараба аҫтында
Ҡәҙерле башым, ау,
Ятмаһын керләнеп!
Ишелгән күгем, ау,
Иң менән күтәрҙем.
Хараба өҫтөндә,
Көлөнә төкөрөп,
Таянмаҫ таяуға
Йыназа үткәрҙем.
Ау!!!
ҮсҮсектем мин hиңә!
Үс иттем:
Хис йәдкәрен ваттым,
Көс етте.
Утҡа яҡтым ватып,
Көл иттем.
Эҙҙәреңә
Услап көл hиптем.
Көлгә ҡарап
Үҙем ант иттем:
Мин оноттом hине,
Оноттом!
Кем көлә ул?
Көлмө?
Мөмкинме?!
Көлгә ҡалды
Һинме?
Йә минме?!
… Хис йәдкәрен
Көлдән эҙләнем,
Көлгә батты
Текә теҙҙәрем.
ТөңөлөүАлдандым шул.
Их, алдандым,
Ҡурҡаҡ бәпкә бәпләп.
Нығытманы ҡанаттарын,
Һауаламай бәпкәм.
Харап ҡына иттең, тиеп,
Инде бәпкәм илай.
Ә күктәрҙә мине арбап,
Ҡыйғыр бөркөт дулай.
Йә, илама,
Тәүәккәллә —
Тәҙрәләрем асыҡ:
Унда киңлек,
Унда – ирек,
Рөхсәт итәм,
Бар, сыҡ!
Сыҡмайһыңмы?
Осмайһыңмы?
Кил ҡуйынға, бәпкәм.
Һүреләйек…
Мин төңөлдөм —
Бөркөт бул, тип әйтмәм.
Ҡурайҙай...Ҡояш саҡ төшлөктә,
Һүнмәгән өмөтө:
Күҙ һалмай ҡалмаҫ, тип,
Сәмләнеп ул көттө.
Күҙ һалдым!
Ялҡынлы
Хистән мин ҡыуарҙым
Һәм иңрәп йырланым,
Моң-зарлы ҡурайҙай.
Ҡояштың күҙенә
Иң ҡайнар мәлендә
Салынғас, нишләмәк,
Мин – ҡурай хәлендә…
***
Тыя алманым ҡулдарымды,
Ҡағылдым сәстәреңә:
Көмөшө – бармаҡтарымда,
Алтыны – хистәремдә.
Уҙмай икән, туҙмай икән
Сын мөхәббәт ғүмерлек.
Һөйгәнем алтын-көмөшкә
Баштан-аяҡ күмерлек.
ТӨН ДӘФТӘРЕ
(Шәлкем)
Ҡояш һағышыҠояш байып бара.
Кәртәләнем күҙҙе
Керпектәрем менән...
Шәфәҡ, ахры, һиҙҙе
Минең тертләгәнде:
Ваҡыт ағышынан,
Үткән көнө менән
Ҡан илап хушлашҡан
Ҡояш һағышынан...
Төнгө уйҙарКителде тағы бер тәүлек,
Көнөм һәм төнөм.
Кителә ғүмер, йолҡона,
Кәмей бөтөнлөк.
Көн – тамаҡ ялы, ҡоллоҡта
Һүтелеп бөтә.
Өҫтәлдә ята аҡ ҡағыҙ –
Ул төндө көтә.
Үткәрәм мин төндәремде
Уйҙар күҙәүләп,
Кителеп ҡалған көндәргә
Ҡоршауҙар эҙләп.
Хәтер күҙәүенән үтә
Йолҡонған көндәр,
Төндә генә асылалар
Йомолған өндәр.
Көн, төн, өн – ғүмер кителә
Ҡағыҙ битенә,
Кителә, осо ҡаҙала
Бәғер итенә.
Аҡлармы мине аҡ ҡағыҙ –
Аҡ түгел инде,
Төндәй ҡара уйҙар ҡай саҡ
Аҡҡа түгелде...
Офоҡтар яҡтырғанда… Ҡояш батты, нуры һүнмәне.
Төн ҡараһы үтеп инмәне:
Офоҡтарым икән яҡтырған
Аҡ ҡайындар һипкән аҡ нурҙан.
Изгелеге тыуған яғымдың –
Эстән генә мин дә яҡтырҙым.
Өҙөлмәне хыял-аралар,
Уңалғандай булды яралар.
***
Аҙашҡан бер нур һапламын
Усҡа йомдом – урламаным.
Ус йомарлап үткән көндө
Уйлайым да хурланамын:
Мин үҙемде нурламаным...
Минең айымТөнгә индем,
Серле төнгә:
Йөрәгеңде
Ас, тип, миңә
Ай нур һуҙҙы –
Алтын энә.
Арбай-арбай,
Ҡаҙай, буғай,
Энәһен, ай-й!
Йөрәк серем –
Һағышымды
Һурыр, һурыр…
Һәм һарғайыр.
Ай – наркоман,
Ә мин – донор.
Һуҡыр минут...
Йондоҙһоҙ төн.
Ай яҡтыһы һүрән.
Эс бошорғос...
“Аһ!” тип һалдым һөрән.
Ай тертләне.
Болот ҡосағына
Тәгәрләне.
Мин – ҡарасҡы бына...
Дөм-ҡараңғы –
Донъя һуҡыр минут.
Бына ҡасан
Аһ ор икән, ут йот.
Ас йөҙөңдө,
Юғалмасы, Айым,
Яҡтыр, асман,
Аслан аһ ормайым!
ИшемЯңғыҙ зая ғүмеремде
Һура был төн – ҡара hөлөк.
Уйымдың юҡ осо-ҡыры,
Ҡорой зиhен, ҡорой елек.
Һағышымдың серҙәше Ай,
Уға ҡарап тала күҙем:
Мәңгегә ул япа-яңғыҙ –
Бирhә бирә Хоҙай түҙем.
Һаташаммы, өндәшә Ай:
– Мин булмаhам, нишләр инең?
Ғорурлыҡтан, – ти, – яңғыҙмын,
Тик Ҡояшҡа иш йәр инем.
Айым, Айым! Һин булмаhаң,
Дөм-ҡараңғы булыр төнөм.
Ишем минең түгел Ҡояш,
Уңhыҙ ләкин hүнер көнөм.
***
Онотолоп Айҙы күҙләнек беҙ,
Төрлөһөнән исем эҙләнек:
Һары май ул, имеш,
Баҡыр батмус…
Төн үткәнен хатта һиҙмәнек.
Ялҡынынан беҙҙең мөхәббәттең
Ирене Ай күктең йөҙөндә.
Тәү тапҡыр
(Ә, бәлки, һуңғы тапҡыр?!)
Таң атҡанын күрҙем күҙеңдә…
Төш һәм өнУрланым һине, урланым!
Маңлайыңда – ай нуры.
Йәшерен һөйөү тотҡоно һин,
Мин – ошо төндөң буры.
Айлы төн, нурлы маңлайың –
Төш һымаҡ… Өнөм башҡа:
Ҡыймайым тура ҡарарға
Көнөмдәге ҡояшҡа.
Айлы төндәМин – йоҡоһоҙ өкө. Бөгәсә төн
Әйләндем дә юрый һармаҡҡа,
Көмөш нурын айҙың, уйнап ҡына,
Эләктереп алдым бармаҡҡа.
Әй, ҡарыша, теләй ысҡынырға,
Әй, тартыла алыҫ офоҡҡа,
Бәлки, унда төндөң фәрештәһе
Сираталыр нурҙы орсоҡҡа.
Их, ысҡынды...
Көмөш нурың менән
Уйнағанға, айым, ғәфү ит.
Йоҡом ҡасҡан, уйым түгел уйын:
Йыһаныма кәрәк ғәфиәт.*
Дерелдәне таңдың керпектәре,
Әтәс әле һөрән һалмаған –
Ҡояштың да йәне тыныс түгел,
Төндә ул да йоҡлай алмаған...
_____________
*Ғәфиәт – тыныслыҡ (ғәрәп).