Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барҙы башҡорто шундай ул!
Режиссер Нәсүр Йөрөшбаев Европала ла киң билдәле

Барҙы башҡорто шундай ул!Нәсүр менән тәүге танышыуым “Йәшлек” гәзитендә эшләгәндә булды. Ул ваҡытта Барҙы башҡорто “Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” (“Звуки курая над Сеной”, 2004 йыл) фильмын төшөрөү ниәте менән янып ҡына йөрөй ине әле. Хәҙер ул киноны төшөргәненә лә байтаҡ ваҡыт үткән.
Нәсүр Әндәрйән улы Йөрөшбаев 1961 йылда Пермь өлкәһе Барҙы районының Чалкау ауылында тыуған. Сығышы менән ғәйнә башҡорттарынан. 1978 йылда Барҙы урта мәктәбен, ә 1981 йылда зооветеринария техникумын тамамлаған. Совет армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Барҙы районының “Таң” гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. 1989 йылда Ҡазан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай, шул уҡ университеттың студенты булған немец ҡыҙына өйләнә һәм Германияға күсенә. Башта — Дрезден эргәһендәге ауылда, һуңыраҡ Лейпциг ҡалаһында йәшәй, Саксония телевидениеһында оператор, журналист булып эшләй. Былары – шәхси биографияһынан.
Башҡарған эштәренә килгәндә, ул милләттәшебеҙ Ирек Байышев менән бергә Наполеон Бонапарт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙәренә Лейпцигта һәйкәл ҡуйыуға өлгәште. Монумент ябай таштан тора, унда атлы яугир төшөрөлгән һәм өс телдә — немецса, башҡортса һәм урыҫса артабанғы яҙма уйылған: “Халыҡтарҙың 1813 йылғы һуғышы. Башҡорт халҡының Урыҫ ғәскәрҙәре сафында һуғышҡан яугир улдары иҫтәлегенә”. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта күп яҙылды, әммә әңгәмә алдынан барыһын да иҫкә төшөрөп үтеү зарур тип уйлайым.
Нәсүр Йөрөшбаев Готтхольд Вайлдең 1930 йылда сыҡҡан “Татар текстары” китабын урыҫ теленә тәржемә иткән. Готтхольд Вайль Беренсе донъя һуғышы осоронда немец этнографтары тарафынан Германияла тотҡонлоҡта булған татар һәм башҡорттарҙан йырҙарҙы, мәҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы һәм әкиәттәрҙе яҙып ала, тәржемә итә һәм китап итеп 1930 йылда баҫтырып сығара. Ошо аудиояҙмаларының береһенең — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Ибраһим Хәлимов тауышының яҙмаһын уның Татарстандың Конь ауылында йәшәгән ҡыҙына тапшырыуы тураһында Нәсүр Йөрөшбаев “Атайымдың тауышы” (“Голос моего отца”) тигән документаль фильм төшөрә.
2002 йылда ул “Уренгой — Помары — Ужгород” газ үткәргесенең төҙөлөшө хаҡында “Трасса” тигән тәүге документаль фильмын ижад итә. “Изге Алексей сиркәүе” тип аталған икенсе фильмы Лейпциг янында Наполеон армияһы һәм союздаш ғәскәрҙәр араһында булған Халыҡтар һуғышына бағышланған.
“Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” фильмы Башҡортостанда, Германияла һәм Францияла төшөрөлгән, халыҡ был киноны бик йылы ҡабул итте. Бигерәк тә Башҡортостанда һәм Саксонияла ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Беҙҙә фильмды ватансылыҡ тойғоһо менән ҡарайҙар, ә сит илдә иһә тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһыналар. Уларҙа был кино 22 тапҡыр күрһәтелгән. Нәсүр Йөрөшбаев яңыраҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды, Төркиәләге фестивалдә уның “Нигеҙ йорт” фильмы лауреат исеменә лайыҡ булды.


— Нәсүр, кино төшөргәнеңде хәҙер барыһы ла белә, ә ҡасан яралды ул теләк?
— Дөрөҫөн әйткәндә, бала саҡтан хыялландым. Әсәйем 11 балалы ғаиләлә үҫкән. Ә беҙ үҙебеҙ һигеҙ бала үҫтек. Бына шул күмәк балалар барыһы ла төп йортта – беҙҙә йыйыла торғайны. Бөтәһе лә беҙгә ҡайта, ҡайһы берҙә йоҡларға ла урын булмай. Хәйер, бик күп башҡорт ғаиләләре ул ваҡытта шулай йәшәгәндер. Иҫ китмәле ысын тормош хөкөм һөргән йылдар тип хәтерләйем мин ул мәлдәрҙе. Мунсала йыйылышып һөйләшеп китәбеҙ. Кемдер йырлай, икенселәр бейей, өсөнсө берәү мәрәкә һөйләй. Бына, исмаһам, тормош! Телевизор юҡ, машина юҡ, телефон юҡ. Әммә, уның ҡарауы, йәнле аралашыу, бер-береңде ишетә, күрә белеү булған. Сатандар ҙа бейей торғайны, һаңғырауҙар ҙа йырлар ине. Кешеләр хатта үҙ-ара һөйләшкәндә лә йыр менән аралашыр ине. Бик һағынып иҫкә алам шул йылдарҙы. Хәтерләйһеңме, һинең дә бала сағың ауылда үткән бит инде, ауыл әбейҙәре нисек көлә ине? Улар баштарын артҡа ташлап, оҙаҡ итеп көлә, кеткелдәп кенә хәбәр һөйләй. Тештәре лә юҡ үҙҙәренең. Уларҙы күҙәтеп, мин көләм, улар миңә ҡарап тағы көлә. Шундай матур, сағыу тормош күренеш­тәре. Тәрән ихласлыҡ менән һуғарылған мәлдәр!
Өлкәндәргә ҡушылып бейеп тә китәм. Улар аҡса бирә, шуны ҡыш буйы ике тәҙрә араһына йыйып барам.

— Йыйып барған аҡсаңа нимә алаһың?
— Велосипедмы, балыҡ тотор өсөн ҡалҡыуысмы шунда, бата инде. Һабантуйға тиклем шунда ята улар. Беҙгә халыҡ күп килә, күп ҡайта, һәр береһенә бейеп күрһәтәм. 20–30 сантиметр бейеклектә булып йыйылып китә ул аҡса.
Мин күрмәгәндә Әүхәҙи ағайым, тимерсыбыҡ тығып, ҡайһы берҙәрен шунан ала. Ул ана шундай шаян булды, сөнки ҡәҙерле, көтөп алынған бала булып тыуған. Өлкән Ғәлимйән ағай ҙа, унан һуң тыуған Әнүәр ағай ҙа үлгән. Унан һуң ике ҡыҙ тыуған, шуға күрә лә Әүхәҙи ағайҙың шуҡлыҡтарын яратып ҡабул иткәндәр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп кенә үҫтергәндәр.
Балалар менән мунсала йыйылабыҙ ҙа төрлө булған-булмаған хәлдәрҙе һөйләйбеҙ. Мин уйлап сығарһам да, ышаналар ине, етмәһә, хатта аҡса ла түләгәндәр булды. Күрәһең, һөйләү оҫталығым булғандыр инде. Тора-бара шул һөйләгәндәремде башҡаларға күрһәтеү теләге лә уянды. Элек ҙур шырпы ҡаптары була торғайны. Шуның уртаһында тишек эшләйем дә, киҫеп алып, гәзит ситтәре менән биҙәп, рамка ҡуям. Ошо рәүешле шуның эсендә һүрәттәрҙе алмаштырып күрһәтәм.

— Бына ҡасан яралған ул режиссер Нәсүр Йөрөшбаев!..
— Моғайын, шулайҙыр. Йәнә лә мәктәптә, беренсе кластан башлап тип әйтә алмайым, берәй өсөнсө кластан стена гәзитенең мөхәррире булдым. Техникумда уҡығанда ла бөтә стеналар минең плакаттар менән тулғайны. Үҙем һүрәт тә төшөрәм, мәҡәләләрен дә яҙам. Бына ошо рәүешле ижадҡа килгәнмендер, тим.
Шунан әсәйемдең ауыр тормошо хаҡында кешеләргә лә һөйләгем килде. Бер-бер артлы балаларын юғалтыу уға еңел булмағандыр, моғайын. Кесе улын Германияла үлтерҙеләр. Өлкән ағайым әрменән аяҡһыҙ ҡайтҡан. Икенсе ағайым әрменән нурланып ҡайтты, тора биргәс, балаһы шунан зыян күреп үлде. Ошоларҙы күтәрә алмағандыр инде әсәйемдең йөрәге. Ул йәшләй генә яҡты донъянан китеп барҙы. Ҡасан да булһа уның тураһында фильм төшөрәсәкмен, тип үҙемә әйткәйнем. Бына, ниһайәт, был әҫәр тыуҙы. Әлегә тиклем тарихи материалдарға нигеҙләнгән документаль фильмдар төшөрҙөм. Аллаға шөкөр, береһен дә сифатһыҙ тип ҡарамай ҡуйманылар: халыҡ та яратты, профессионалдар ҙа баһаланы. Был киноларҙың күбеһе сит илдәрҙә төшөрөлгән, уларҙың заказын еренә еткереп атҡарҙым, тип иҫәпләйем.
“Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” фильмы өс илдә төшөрөлдө, уны әле лә Европала бик яратып ҡарайҙар. Немецтар үҙ теленә тәржемә итте, Саксония телевидениеһынан 20-нән ашыу тапҡыр күрһәтелде. Рәсәй телеви­дениеһының 1-се каналында күрһәтелгән “Башҡортостан” киностудия­һының берҙән-бер фильмы ул. Германияла ошо фильм өсөн мине бик ихтирам итәләр, ярты илде исем туйҙары менән урап сыҡтым, сөнки халыҡ ҡыҙыҡһына. Франциянан ҙур делегация килде, бер ғалим уны ҡарар өсөн генә үҙ иленән килеп етте һәм: “Ниңә һеҙ был киноны француз теленә тәржемә итмәнегеҙ?” — тине. Ваҡыты еткәс, эшләр­беҙ, тинем. Әммә тәржемә өсөн аҡса кәрәк бит. Был тема менән ҡыҙыҡһынған, янған кешеләр булырға тейеш. Иң тәү сиратта беҙгә, башҡорттарға, кәрәк беҙҙең фильмдарҙың сит илдә популяр булыуы.

— Ике тотҡон хаҡында “Жәүит һәм Вальтер” тигән фильм да төшөрҙөң бит әле?
— Эйе, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, “Ике тотҡон: Жәүит һәм Вальтер” (“Два узника: Джавит и Вальтер”, 2015) документаль фильмы “Башҡортостан” киностудияһы һәм “Gaina Media” студияһы (Германия) менән берлектә төшөрөлдө. Был фильм ике әсирҙең — немец һәм башҡорттоң – тотҡондағы тормошо тураһында һөйләй. Фильм инглиз теленә тәржемә ителгән, француздар үҙ теленә ауҙарырға йыйына.
Йөкмәткеһе былайыраҡ. Беҙҙең Өфө кешеһе тотҡонда була, ете лагерь аша үтә. Подпольщик, өс тапҡыр ҡасып ҡарай ул. Уны һуйып та, яндырып та, төрлө ысулдар менән ыҙалатып та бөтәләр, әммә ул иҫән ҡала һәм тыуған яғына ҡайта. Быйыл уға 97 йәш тулған булыр ине, былтыр баҡый донъяға китте. Ә икенсе геройым – немец, ул Уралдағы лагерға әсирлеккә эләгә. Магнитогорск ҡалаһы янында була. Бына ошо ике кеше үҙҙәренең тотҡондағы тормошон һөйләй. Немец әйтә: “Ялдар етте иһә беҙҙе ап-аҡ, тап-таҙа кейемдәр биреп, мунсаға ҡыуалай башлайҙар. Кеҫәләр тулы аҡса, барыһы ла бар, бары тик ирекле тормош ҡына юҡ. Туҡмаған да, рәнйеткән дә кеше юҡ... Әлегә тиклем мин генә түгел, ҡатыным да был әсирлек түгел, ә берәй курорт булғандыр тип уйлайбыҙ. Тормошомдоң иң бәхетле мәлдәре урыҫ тотҡонлоғонда булды”, – тип һөйләй ул ошо фильмда. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме? Был тарихи дәлил – ул үҙен Уралдағы әсирлектә бәхетле тойған һәм был күренеш урындағы халыҡтың, илдең кешелеклелеге хаҡында һөйләй. Ул бит бында хатта ерлектәге бер ҡыҙ менән осраша башлай, уларҙың балаһы ла тыуа.
Ә беҙҙең тотҡон Жәүит бына нимәләр һөйләй: “Мине йәнә лә аҫырға алып китеп баралар. Бөтә донъя менән хушлашып бөттөм. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә менән һөйләшә башланым. “Аллам, мин һиңә ышанмай торғайным, ғәфү ит мине. Әммә ярҙам итә алһаң, ҡотҡар мине, зинһар!” – тип әйттем. Ҡапыл машинала телефон шылтыраны һәм кире боролоп ҡайттыҡ. Ошо рәүешле мин өсөнсө тапҡыр үлемдән ҡалдым”. 22 июндә тап ил сигендә ҡаршы алған ул Бөйөк Ватан һуғышын. Немецтарҙы өс көн үткәрмәй тотҡандар. “Артҡа сигендегеҙме?” – тиһәм, “Юҡ, беҙ ойошҡан рәүештә позицияларҙы алмаштырҙыҡ!”– ти. Күрәһеңме, ул хатта бөгөн дә яуабын уйлап, илен һатмау маҡсаты менән һөйләй. Ҡоралдары бөткәс, немец самолеттары килеп сығып, уларҙың ғәскәрен берәм-берәм атып үлтерә башлай. Аяғүрә баҫып, ул ошонда ла Аллаһтан ярҙам һорай һәм... йәнә иҫән ҡала. Әллә кәрәсиндәре бөтә, әллә барыһын да үлтереп бөттөк, тип уйлайҙар, самолеттар уны күрмәйенсәме, кире боролоп осоп китә. Бына шундай яҙмыштар хаҡында нисек халыҡҡа һөйләмәйһең инде?!.

— Һуңғы фильмың тураһында гәзиттә мәғлүмәт булды. Хәҙер нәфис фильмдар төшөрөү эшенә тотондоң инде?
— Эйе, Төркиәлә уңыш ҡаҙанды ул фильм. Мосолман киноһының “Алтын мөнбәр” фестивалендә иң шәптәр иҫәбенә ингән, әлегә һөҙөмтәләр билдәле түгел.
“Нигеҙ йорт”то төшөрөү идеяһы күптән йәшәй ине. 17 йәштә төп йортобоҙҙан сығып киттем. 40 йыл сәйәхәт иткәндән һуң, тыуған ауылыма ҡайтырға булдым. Быға тиклем Германияға сығып китеп, унда йәшәгәйнем бит инде.

— Унда ни сәбәпле юлландың?
— Ҡатыным — немка, балаларыбыҙ бар. Беҙ бында йәшәрбеҙ, тип өйләнештек. Мин Башҡорт дәүләт университетында уҡытырға тейеш инем. Аспирантураға индем, хәләлем немец теленән уҡытырға тейеш ине. Ул минән ике йыл алда университетты тамамланы ла бала табырға ҡайтып китте. Улыбыҙ тыуҙы. Шунан мин улар янына барҙым, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. 1989 йылда университетты тамамлап, уларҙы алып ҡайтам, тип барҙым. Һөйләшкәнсә. Барыуын-барҙым, әммә илдәге сыуалыш осорона тура килдем. Немец революция­һының ҡыҙған мәленә барып эләктем. Подпольеға китеп, листовкалар таратып йөрөнөм. Ҡаты­нымдың апаһы листовкалар яҙа, капита­листарға, империалистарға ҡаршы сығыш яһай, мин шуларҙы төндәрен йәбештерәм. Шунан мине ҡулға алдылар. “Әгәр ошо эш менән тағы ла шөғөлләнһәгеҙ, һеҙҙе илдән ҡыуабыҙ”, – тинеләр. Был эш шулайтып туҡталды. ГДР-ға капитализмды индерергә теләмәгәйнек, сөнки коммунистик рухта тәрбиәләнгәнбеҙ.
Бына, ниһайәт, 40 йылдан һуң ҡайтып, тыуған йортомдо һатып алдым.

— Йорт һаҡланғанмы?
— Эйе, һаҡланған. Уны ағайым һатырға тейеш түгел ине лә бит, әммә һорап тормаған. Йортта Мәүлиҙә апай йәшәгән. Ул былтыр вафат булған. Балалары юҡ. Себерҙә йәшәгән һеңлеһе был йортто һатып ебәрергә теләгән. Миңә тиҙ арала ошо хаҡта хәбәр иттеләр. Тиҙ генә Германиянан ҡайтып төштөм дә өйҙө һатып та алдым. Ошо темаға Ғәлимйән Ғилманов тигән яҙыусының хикәйәһен табып алдым. Шуның нигеҙендә сценарий яҙҙым һәм Ҡазанға грантҡа ебәрҙем. Шунда уҡ уңыш йылмайҙы, миңә грант бирҙеләр, шулай фильм­ды төшөрөп ҡуйҙыҡ. Туймазы районында урындағы драма театры артистары менән бергә эшләнек. Барҙы артистары менән төшөрмәк иткәйнем дә, продюсер бында алып килде. Композитор Фәнир Ғәлимов беҙгә фильм өсөн Төмәнәк ауылынан урын бирҙе.
— Тағы ниндәй идеялар менән янаһың?
— Немецтарҙан бик күп нәмәгә өйрәндем. Урындағы телевидениела оператор булып эшләнем. Кинооператор булараҡ, унда ҙур үҫтем. Тырышлығым, эшләргә теләүем арҡаһында ошо һөнәр нескәлектәренә төшөндөм. Хәҙер унда мине төрлө проекттарға саҡырып торалар, ижадымды юғары баһалайҙар. Шунда эшләгәндә бер немец миңә: “Нәсүр, нимә генә төшөрһәң дә, архив хаҡында онотма. Ул бөтә әҫәреңдең нигеҙе булыр”, – тине. Архив менән дә эшләй белергә кәрәк. Көсө артҡан шарап кеүек, ундағы яҙмаларҙың баһаһы үҫәсәк кенә.
“Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” фильмын мәскәүҙәр күреп ҡалған да, яңы юбилей етеп килә, уны яңынан төшөрәйек, яңы элементтар өҫтәп, йәнә ошо темаға әйләнеп ҡайтайыҡ, ти.
Аҙ һанлы халыҡтарҙың теленә һәйкәл ҡуйырға теләйем. Үҙебеҙҙән, Барҙынан башлап, ә унда 1-се кантонда 20-се полк ойошторолған. Парижға тиклем һәр полктың һанын, командирын, муллаһын, һуғышҡан яуҙарын исемен атап, таҡтаташтар ҡуйырға йыйынам. Башҡа­раһы эш бихисап. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең халыҡтың тарихы бай, архивы һаҡланған, шәжәрәһе бар. Ә бит бөтә халыҡтарҙа ла ундай тәртип юҡ.

— Гете тураһында тағы ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр таптым, тигәйнең...
— Германияла төшөрөлгән баяғы “Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” фильмында башҡорт яугирҙәренең немец философы, фекер эйәһе, яҙыусы бөйөк Гете менән осрашыуы хаҡында ла һөйләйем. Улар, ысынлап та, осрашҡан. Был — тарихи дәлил. Ул башҡорттарҙы үҙ өйөнә саҡырған. Гетеға был әкиәти персонаж һымаҡ яугирҙәрҙе үҙендә ҡабул итеү ҡыҙыҡ була. Европала башҡорттар “Мең дә бер кис” әкиәтендәге мөғжизәле батырҙар һымаҡ хәтерҙә ҡалған. Бигерәк тә милли кейемдәре, уҡ-һаҙаҡтары – барыһы ла урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡайҙа ғына туҡтаһалар ҙа, уларҙы кешеләр һырып алған.
Европа бындай халыҡты күргәне булмағас, уларға барыһы ла бик ҡыҙыҡ тойолған. Гете башҡорттар хаҡында ишетеп ҡалып, улар менән осрашҡан. Яугирҙәр яҙыусыға уҡ-һаҙаҡ, йәйә бүләк иткән. Ул хатта атып ҡарарға тырышҡан. Мәшһүр яҙыусы Яныбай Хамма­товтың китабында был хаҡта әйтелә. Бер немец был осрашыуҙы хатта һүрәт итеп төшөргән. Бөгөн уҡ-һаҙаҡтар юғалған, әммә эҙләйҙәр. Гете башҡорттарға протестант гимназияһынан намаҙ уҡырға урын бирә. Яҙыусы башҡорттар менән осрашҡандан һуң, уны Ҡөрьән ҡыҙыҡһындыра башлай, уны китапхананан барып ала. Уның был ҡылығын күреп, башҡалар ҙа изге китапты өйрәнә башлай. Шулай итеп, ҡаланың бер китапханаһында ла Ҡөрьән ҡалмай. Магазиндарҙан да һатып алып бөтәләр. Башҡорттар менән осрашыуы хаҡында Гете улы Альбертҡа, яҡын дуҫына ла яҙа. “Миндә шундай яугирҙәр ҡунаҡта, мин уларҙың тыуған илдәренә имен-аман ҡайтып етеүен теләйем”, – ти ул. Был яҙмалар Веймер архивында һаҡлана.

– Тағы ниндәй эштәр башҡараһың Германияла?
– Мин сәнғәт менән генә түгел, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Үҙебеҙҙең милләттәштәр ятҡан ҡәберлектәрҙе ҡарайым, эҙләп табам. 9 Май — беҙҙең өсөн ҙур байрам, шуға яугир ҡәберҙәрен тәрбиәләп алам. Архивтарҙа дүрт һаҙаҡ таптым. Әле фотолар алып ҡайттым. Бында ла Милли музейҙа һөйләшеүҙәр алып барып, дүрт һаҙаҡ һәм туғыҙ уҡтың күргәҙмәһен ойошторорға ниәтләйбеҙ. Моғайын, был эштә беҙгә уңыш йылмайыр. Ул ҡомартҡылар – башҡорттарҙыҡы. Германиялағы музей директорына ҡурай һәм “Сена йылғаһы буйында ҡурай моңо” фильмының дискын бүләк иттем. Директор: “Был ҡомартҡылар — музейҙың иң ҙур байлығы”, – ти. Ул уҡ-һаҙаҡтарҙан төтөн, усаҡ, тир, ат һәм һуғыш еҫе килә. 207 йылдан һуң был ҡоралдар тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Ҡоралдар шул тиклем матур килеш һаҡланған. Башҡорт уҡ-һаҙаҡтарын тотҡанда кейгән бирсәткәләрҙе лә музейға экспонат итеп ҡалдырҙым. Шул ҡоралдарҙы ҡулға алғас, тулҡынланыуҙан, тышта 38 градус эҫе булыуға ҡарамаҫтан, ҡалтыранып киттем, тән земберләне. Ангина менән сирләп киттем. Ул саҡта ниҙәр кисергәнемде үҙем генә беләм. Уйлап ҡара, ике йөҙ йылдан ашыу бында һаҡланған уҡ-һаҙаҡтарҙы ҡулыңа ал әле!
Лейпциг университеты китапханаһы архивында Австрия филологы Иероним Мегизерҙең “Төрки теленең нигеҙҙәре” (“Institutiones linguae Turcicae”) китабын таптым һәм Рәсәйгә алып килдем. “Уралдағы Лейпциг” (“Лейпциг на Урале”) проектының авторы булараҡ, Наполеонға ҡаршы мөһим алыштарҙың береһенә бағышланған Лейпцигтағы “Халыҡтар һуғышы” һәйкәленең бәләкәй аналогын — “Халыҡтар дуҫлығы” һәйкәлен былтыр Силәбе өлкәһенең Варна районы Лейпциг ауылында ҡуйҙым.
Тағы ла бер ҙур эшем: тыуған ауылымда Ауыл ҡапҡаһын тергеҙҙем. Ә бит элек шул ауыл ҡапҡаларында фәрештәләр ултырған, тиҙәр ине. Фәрештәләр ауылды һаҡлап торған. Ауылдағы ҡапҡаны һүтеп ташларға йыйыналар. Теймәгеҙ, миңә бирегеҙ, тим. “Һиңә нимәгә ул? Германияға алып китәһеңме әллә?” – тиҙәр. Юҡ, ауылға ингән ергә ауыл ҡапҡаһы итеп ҡуям, тинем. Мәсеткә барып, хәлде муллаға һөйләнем, ул мине ҡеүәтләне. Шунда уҡ трактор эҙләп сығып киттек. Юлыбыҙға яҡшы кешеләр генә осрап торҙо. Өс көн эсендә ауылыбыҙға ҡапҡа ҡуйылды. “Бәхет ҡапҡаһы” тип яҙып ҡуйҙым. Өйләнешкән парҙар шунда килеп, фәрештәләр менән һөйләшеп китә. Эҫе көндәрҙә иғтибар иткәнең юҡмы: сеңләп-сеңләп ниҙер илай. Был бит фәрештәләр илай. Ауыл ҡапҡаһы, унда фәрештәләр булмай тороп, бәхет килмәүе ихтимал. Ауыл ҡапҡаларын тергеҙергә кәрәк!

– Салауат Юлаев хаҡында фильм төшөргө килә, тигәйнең...
– Эйе, был хыялымды бындағы коллегаларыма ла әйткәнем бар. Салауат Юлаевтың шәхесенә бөтөнләй яңыса ҡараш менән эшләргә теләйем был киноны, сөнки миндә уның биографияһына бәйле яңы дәлилдәр бар. Был фильм интернациональ кино булыр тип өмөт итәм, сөнки бер нисә илдә, төрлө милләттәр ҡатнашлығында эшләнеүе мөһим.

– Һин бик ҡиммәтле китап та алып ҡайтҡанһың...
– Эйе, тап шулай. Ул китаптың исеме – “Каталог Фляйшера”. Бик киң билдәле йыйынтыҡ. Германияла башҡорт, төрки мәҙәниәттәре тураһында ниндәй мәғлүмәт бар, шулар барыһы ла был каталогта тупланған. Меңәр йыллыҡ мәғлүмәттәр бар унда. Немецтар һәр документты ҡәҙерләп һаҡлаған. Төркиәт Германияла ныҡ үҫешкән. Уларҙа ошо темаға бәйле бик күп конференциялар үтә. Ошо йыйынтыҡты мин Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты профессоры, ғалимә Фирҙәүес Хисамитдиноваға тапшырҙым.

– Һине Башҡортостан Яҙыусылар союзына алдылар...
– Был — минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға. Рәхмәт шундай ышаныс белдергәндәренә. Китаптарым быға тиклем дә сыҡҡаны бар ине. Тыуған Башҡортостанымда, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сығарыу бәхете тейһен ине. “Юлдағы кеше” тип аталған йыйынтыҡ әҙерләгәнмен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781