Фантастик хикәйә
Ябай ғына китап шкафы. Ундағы өс кәштәгә төрлө-төрлө китаптар теҙелгән. Араларында шығырлап, типография еҫе аңҡып торған өр-яңылары ла, тыштары таушалып, ҡулдан-ҡулға йөрөп иҫкереп бөткәндәре лә бар.Төрлө телдә, төрлө илдә сыҡҡан, төрлө ҡалынлыҡтағылары ла, ялтырап көлөп торғандары ла, бошоноп, уйға ҡалып, аптырап ҡалғандары ла байтаҡ. Ҡайһыһылыр: “Мин бында!” – тип ҡысҡырып торған кеүек, ҡайһылары оялсан, сабыр ғына булып, мөйөшкә һыйынған.
Кем әйтмешләй, матурҙар һәр саҡ сая, ҡыйыу, үткер, ә ҡайтышыраҡтары баҙнатһыҙ, оялсан. Китаптарҙың да яҙмышы кешенеке кеүек: уларҙың да үҙ тормошо, йәшәү ҡануны бар. Ғүмер оҙонлоғо йә ҡыҫҡа булыуы ла уларҙың уҡымлы, кәрәк булыуына бәйле. Һағынып көтөлгән, мөхәббәткә сорналып, яратылып үҫкән сабый баланың да бит йөҙөнән нур бөркөлә, хатта илағанда ла күҙҙәренән йәш түгел, бәхет ямғыры тама, шаян осҡондар уйнай. Ә әсәһе тарафынан йылылыҡ күрмәгән, ташланған балаларҙың күҙҙәренә ҡарағанығыҙ бармы? Унда үҙәктән, эстән килгән һыҙланыу, әрнеү, көлгәндә лә күҙҙәре тулы йәш, аңлатып булмаҫлыҡ һағыш һарҡыла йөҙҙәренән. Китап яҙмышы ла шулай!
Ҡайһы бер китаптар ғүмер юлын шаулап-гөрләп, урғылып, ташып, уҡыусыһы тарафынан яратылып, ҡулдан-ҡулға күсеп, данға күмелеп уҙа. Берәүҙәре тыныс ҡына, ныҡ әрләнмәй ҙә, маҡталмай ҙа, кәштәлә туҙанланып та ятмай, шул уҡ ваҡытта ҡулдан-ҡулға ла йөрөмәй, тыныс ҡына үтә ғүмер юлын.
Ошо китаптар араһында ус аяһынан ҙурыраҡ күләмдә бәләкәй генә бер шиғыр китабы тора. Бәлки, хужаһы тарафынан бер-ике тапҡыр ҡулға алынып уҡылғандыр ул, әммә тышлығы таҙа, йөҙө алсаҡ, тышында һүрәтләнгән ете төҫө менән арбар йәйғоро бар, сағыу ҡояш нурҙары, үлән, ағастарҙан бөркөлгән йәшеллек күңелгә ниндәйҙер бер йылылыҡ өҫтәй.
Шулай тыныс, һәүетемсә генә йәшәп ята ине китаптар. Бер көндө уларҙың хужаһы йыраҡ юлға йыйынды. Китап кәштәһе эргәһенә килеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла, шиғыр китабын алып, гармун күреге кеүек биттәрен пырылдатып асып ҡарап сыҡты ла сумаҙанына һалып ҡуйҙы.
Ошо көндән башланып китте лә инде китаптың онотолмаҫ сәйәхәтенең башы. Бындай мөмкинлек, бәлки, меңдәрҙән берәүгә эләгәлер, кем белә?
Хужаһының сумаҙанында йомшаҡ күлдәктәр, кейем-һалым араһында иркәләнеп кенә, йоҡомһорап барҙы ул тәүҙә. Әллә автобус, әллә еңел машина булды, уныһын абайламай ҡалды, хужаһы ла сумаҙанын асманы. Ә инде электр поезына инеп, йомшаҡ ултырғысҡа арҡаһын терәп ултырғас, китапты ҡулға алып, онотолоп шиғырҙар уҡыны китаптың эйәһе.
Китап, хужаһының наҙлы ҡулдарында ятып, вагон тәҙрәһенән тышҡа баҡты. Хатта ап-аҡ донъяны күреп, күҙ алдары әллә нишләп китте, гел генә ярым ҡараңғы бүлмәлә, ҡыҫыҡ шкафта тороп, тәндәре лә ойоп бөткәйне шул.
Ниндәй матур донъя! Ап-аҡ ҡар күҙҙең яуын алып, көмөштәй балҡый. Хатта ағастарҙа, ҡыуаҡтарҙа ла ҡар ята. Поезд юлы рәтенән үткән шоссе буйлап тегеләй-былай ашығыусы машиналар ҡар бураны күтәреп китә.
Донъя гүзәллеген күреп,
Һушыңды юғалтырлыҡ.
Башҡа ерҙә һис тә юҡтыр
Бының кеүек матурлыҡ, —
тип уйҙағыһын шиғыр юлдары менән әйтеп ҡуйҙы китап.
Тәҙрә аша йүгереп уҙған электр бағаналарына, йәшенмәк уйнаған кеүек, урман, тау аръяғына ҡасҡан ауыл, ҡала, ҡасабаларға һоҡланып, оҙаҡ ҡарап барҙы китап. Бына поезд станцияға килеп туҡтаны. Хужаһы уны сумаҙан-сәңгелдәгенә һалды ла ишеккә ашыҡты. Тағы әллә маршрут автобусы, әллә такси уларҙы ҡала урамдары буйлап алып китте. Китап йоҡомһорап китеп, аҙаҡҡы туҡталышҡа килеп еткәнен һиҙмәне лә. Ул хужаһының ҡулдары ҡағылыуға уянып китеп, тирә-яғына ҡаранды.
Бәй! Аэропортта ултыра икән бит улар! Хужаһы ара-тирә электрон таблоға ҡарап ала.
Стенала торған экранда самолеттарҙың осош ваҡыты күрһәтелә икән, бына хужаһы уны тағы сәңгелдәгенә һалып ҡуйҙы. Китап күҙҙәрен асҡанда, хужаһы инде самолет тәҙрәһенән ҡарап, артабан шиғыр юлдарын күҙ алдынан үткәрә ине.
Китап тәҙрәнән тышҡа күҙ һалды. Бер аҙ ҡурҡыныс та, ҡыҙыҡ та ине уға. Ана аҫта болоттар йөҙөп йөрөй, ә бында ҡояш. Болоттар таралған саҡта ерҙе лә төҫмөрләргә мөмкин. Тик ап-аҡ донъяла ҡайҙа ҡала, ҡайҙа ауыл, урман-болон икәнен айырып булмай.
Их! Анау йомшаҡ, күбек кеүек ҡабарып торған болоттарға ятып, донъяны иңләп осһаң, йыһандарҙы ҡосһаң ине! Болоттарҙың күкрәгендә яралған миллион төрлө ҡар бөртөктәренең тыуыуына шаһит булырға, уларҙың ергә өйөрөлөп-өйөрөлөп төшкән саҡтарын өҫтән күҙәтһәң ине. Күктәрҙә тыуып, ергә ҡар булып төшөп, һыу булып аҡҡанын ғына күрергә яҙа бит ер кешеһенә, ошо матурлыҡты күреп китап яҙыусыға!
Китаптың хужаһы онотолоп шиғыр уҡый, ҡайһы биттәргә тағы, тағы әйләнеп ҡайта. Китаптың күңелендә ташҡан хистәрҙе, урғыған уйҙарҙы тоямы икән ул?
Бына самолет түбән төшә, ер яҡыная, инде хәҙер донъя йәшел, ҡайҙа урман, ауыл, ҡала икәнлеген төҫмөрләп була. Өҫтән ҡарағанда, ер төрлө төҫтәге ҡорамаларҙан һырылған күҙ күреме ергә хәтлем ҙурлыҡтағы юрған кеүек күренә. Уларҙың араһында йылан кеүек урала-урала йылғыр йылғалар, ҡара урмандар, тауҙарға инеп юғала. Зәңгәр күҙҙәрен йылтыратып, эреле-ваҡлы күлдәр күҙ ҡыҫа.
Аэропорт үҙенә генә хас ығы-зығыһы, шау-шыуы менән ҡаршы алды сәйәхәтселәрҙе. Китап хужаһы был юлы уны сәңгелдәгенә һалманы, ҡулдарына тотҡан килеш сумаҙанын алырға оҙон сиратта торҙо, шунан автобусҡа ултырып, ҡала буйлап елде.
Сит ил, сит ер, ят тел, таныш булмаған мөхит. Ҡарағусҡыл булып янған урындағы халыҡ сит ерҙән килеүселәрҙе ихлас ҡаршыланы, танауға һыу-диңгеҙ еҫе килеп бәрелде.
Бына китап, оҙон юлдар үтеп, хужаһының йомшаҡ ҡулдарына ятып, ярҙан йыраҡ офоҡтарҙы күҙәтә. Күҙ күреме ергә тиклем һыу ҙа һыу, төрлө телдә һөйләшкән әҙәм балалары йыйылған Аҡ диңгеҙ яры. Зәңгәр тулҡындар иркәләнеп ярға ҡаға, диңгеҙ һауаһы тын юлдарын иркенәйтә.
Бөркөттәр оялар бейек ҡаяларҙың итәгендә аҡ болоттар йөҙә, яҡында урынлашҡан аэропорт биләмәһенән бал ҡорттары кеүек гөжләп, бер-бер артлы самолеттар берсә үҙ илдәренә осоп китә, берәүҙәре һалмаҡ ҡына, диңгеҙ өҫтөн байҡап, түбәнгә төшә.
Ап-аҡ ҡыштан, зәһәр бурандарҙан, әсе елдәрҙән һуң был ерҙәге эҫелек, диңгеҙ һауаһы мөғжизә кеүек. Китап, әлегәсә үҙенең кәштәһенән, эргәһендә торған дуҫ-иштәренән ситкә бер ҡайҙа ла күсеп йөрөмәгәнгә күрә, үҙен бәхеттең етенсе ҡатына менгән кеүек хис итте.
“Ожмах! Ожмах!” тиҙәр, ожмах ошолай булалыр тип диңгеҙ еленә бер уң, бер һул битен ҡуйып иркәләнде китап.
Хужаһы уны ипләп кенә кейемдәре, таҫтамалы эргәһенә һалды ла диңгеҙгә төшөп китте. Эҫе ҡояш нурҙарына иҙерәп, китап та йоҡомһораны. Бер саҡ уны кемдер итәгенән тартып, ҡуҙғатырға итте. Ул иренеп кенә күҙҙәрен асты.
— Ах! Шаян диңгеҙ еле, улайтып этләшмә әле, — тип бармаҡ янаны китап. Ел тағы ла нығыраҡ иҫте, уны бер аҙ урынынан ҡуҙғатып, һыу яғынараҡ этәрҙе.
— Ой, ҡурҡам, ой-ой-ой! Хужам! Һин ҡайҙа?
Ел уның сәс-биттәрен туҙғыта, һаман да һыу яғына тәгәрәтә.
— Эй! Хоҙайым, һыуға батам бит былай булһа, хужам күрмәйме икән ни? — тип аҙарынды китап. Ә хужаһы, юлдан арып-талып килгәндән һуң, рәхәтләнеп йөҙә, яңы таныштары менән көлөшә-көлөшә һыу инә.
— Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ! Батып ҡына әрәм булам бит! — тип иламһырай китап. Инде диңгеҙ еле уны һыу ситенә лә килтереп еткерҙе, ана бер бите һыуланды ла инде!
— Мәрхәмәтле кешеләр, ярҙам итегеҙ, ҡотҡарығыҙ! Тыуған илемдән ситтә әрәм генә булам бит!
Хәҙер инде елгә ярҙамға диңгеҙ тулҡындары яҡынлашты, нисек итеп булһа ла уны эскә үк алып инеп китмәксе тулҡындар. Китап бер бәләкәс кенә ташҡа сат йәбеште, һыуланған битен ҡоролары менән һөртөргә кереште, инде көрәшерлек хәле ҡалманы, һыу яйлап ҡына, берәмләп кенә биттәрен еүешләй. Шул саҡ уны кемдер һаҡ ҡына күтәреп алды, һыуын һыпырып төшөрҙө лә ярға, ҡояш битенә килтереп һалды.
— Рәхмәт, миһырбанлы кеше, ҡулдарыңдан һөйөн, — тип һөйләнә-һөйләнә ҡотҡарыусыһының ҡулдарын үпте китап биттәре.
— Рәхмәт, яҙмышым, аяның, сит ерҙәрҙә юғалырға юл ҡуйманың, — тип ҡыуанды китап.
Ана, хужаһы ла ярға сығып килә, китаптың биттәрен берәм-берәм асып, эҫе ҡояш аҫтына киптерергә һалды, тынысланып йоҡлап китте китап. Диңгеҙ еле, шаян тулҡындар менән көрәшеп арыған китап башы сатнап ауыртыуға уянып китте. Ул һаман яр буйында ята икән бит! Эҫелеккә сыҙар әмәл юҡ. Һыуға төшөп, сыланған биттәре һыҙлай, эҫелектән бөрөшөп, ҡурышып баралар. Китап тирә-яғына күҙ һалды. Инде көндөң иң эҫе мәлендә яр буйында кешеләр ҙә әҙ ҡалған, ә уның хужаһы ҡышҡы көндәрҙең һыуығынан ҡасып, йылы ерҙә йөрөүенә ихлас ҡыуанып, рәхәтләнеп һыуҙа йөҙөүен белә.
— Бешәбеҙ бит инде, янабыҙ, биттәрем һарғайыр инде, — тип ҡайғыға ҡалды китап. — Кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Кем ҡотҡарыр ауыр хәлдән?— Китап, аҙарынып, тирә-яғына ҡаранды:
— Исмаһам, күктә лә бер болот әҫәре юҡ ҡояштан ышыҡларға!
Ул, тырыша торғас, баяғы шаян елдең дә әҙерәк файҙаһы тейҙе, икенсе яғына әйләнеп ятты. Уф! Әҙерәк тын алыр, юҡһа биттәренең ҡыҙа башлауын да тойҙо бит! Тағы бер тапҡыр бәлә эргәһенән генә үтеп китте.
Шул саҡ уның күҙе яр буйына төштө: Аллаға шөкөр, хужаһы сығып килә, былай булғас, ҡотолдо бәләнән!
Хужаһы уны ипләп кенә ҡулына алды ла, яр буйында торған эскәмйәгә таҫтамалын йәйеп, ҡыҙынырға ятты, биттәрен ипләп кенә асып, шиғырҙар уҡый башланы.
— Ниндәй күңелгә рәхәт, йөрәк тыныс, — тип күҙҙәрен йомдо китап.
Икенсе көндө хужаһы диңгеҙгә экскурсияға барырға булды. Бәләкәй генә аҡ карап пассажирҙарын ултыртып алды ла, яр буйын ҡалдырып, йыраҡта күренеп торған Ташбаҡалар утрауын урап, тулҡындарҙы йырып алға уҡталды. Китап тирә-яғын иғтибар менән күҙәтте. Йыраҡ офоҡта түбәләре күккә тейгән ҡаялар һынланды, ярҙың буйынан-буйына күҙ күреме ергә саҡлы ял итеүсе кешеләр тубы, ракета тиҙлеге менән бейек ҡаянан диңгеҙгә атылыусы, бар халыҡтың иғтибарын үҙенә тартып торған иҫ киткес ҙур шарлама күренде. Диңгеҙҙең еләҫ еле сәстәрҙе туҙғыта, эҫе ҡояш ҡайҙа йәшеренергә тырышһаң да эҙләп таба, эҫелеге менән көйҙөрә.
Хужаһы берсә ҡулындағы китапты уҡый, берсә онотолоп китеп тирә-яҡты күҙәтә. Бына китабын ситкә генә һалды ла телефонына тәбиғәтте, кешеләрҙе, диңгеҙҙе фотоға төшөрөргә кереште.
Карап утрауҙы урап алға елгәндә бер яҡҡа ауышыбыраҡ ҡуйҙы, китап аңламайыраҡ ҡалды үҙенең ситкә шыуғанын, тағы бер һелкенеп алғас, карап икенсе яҡҡа янтайҙы. Инде түбәнгә, диңгеҙгә осорға ла күп ҡалманы. Китаптың ҡото ботона етте, көс-хәл менән бер тимергә йәбеште:
— Диңгеҙгә ҡолаһам, минең өсөн бөтәһе лә бөтәсәк, Хоҙайым, ярҙамыңдан ташлама! – Йәнтәслимгә тотоноп тороп, ҡулдары ойоно, – бөттө, барыһы ла бөттө! Харап булдым!
Шул саҡ күрше ултырғыста ултырған дүрт-биш йәшлек ҡыҙ бала, һикереп тороп, китапты күтәреп алды ла:
— Өф! Өф, — тип өрөп, саңын ҡағып, кире урынына һалды.
— Изге кешеләр бөтмәгән! Аллаға шөкөр, мең йәшә, балаҡай! — тип алҡынып-алҡынып, талпынып-талпынып рәхмәттәрен уҡыны китап.
Ярға имен-аман әйләнеп ҡайттылар. Ял көндәре лә бик тиҙ үтеп китте. Һуңғы көндәрҙә хужаһы уны күберәк бүлмәлә ҡалдырҙы, һалҡынса, еләҫ ерҙә рәхәтләнеп ял итте ул. Тик аҙаҡҡы төндә ни өсөндөр йоҡлай алмай ыҙаланы хужаһы, китапты ҡулына алып, таңға тиклем шиғырҙар уҡыны. Шунан таң алдынан уны тәҙрә төбөнә һалып, ҡорғандарҙы ябып, ойоп китте.
Иртәнсәк сумаҙанына әйберҙәрен тултырҙы, бүлмәһен тапшырҙы, ишектән сыға башланы.
Быны ҡорған аша күреп ятҡан китаптың ҡото осто.
— Ә мин? Мин нишләйем? Мине сит илдә ҡалдырып китәһеңме ни, ҡәҙерле кешем?! Онотто! Бөттө баш! Хәҙер нишләргә?
Китап асырғанып туларға, биттәрен туҙҙырып, илауларға кереште. Шулайтып, уның сит ерҙә тороп ҡалыуымы икән инде? Кемгә кәрәк ул сит мөхиттә? Кем аңлар уны, иркәләп кенә биттәрен ҡарар? Тыуған еренән мәңгелеккә айырылыуы ошолор инде, күрәһең. Хәҙер бер ҡасан да торған кәштәһенә ҡайта алмаҫ, әхирәттәре, дуҫтары менән сер бүлешә алмаҫмы икән ни?
— Эй, бәхетһеҙ баш, бәхетһеҙ баш! — тип үҙен йәлләп, илауланы китап.
Үҙен йәшереп ҡалған тәҙрә шаршауына асыуы килде, йөрәге туланы, дауланы. Ҡапыл аяҡ тауыштары ишетелде, таныш аяҡ тауыштары. Ана, хужаһы йүгереп килеп инде, тәҙрәгә йомолдо. Йүгереүҙән ахылдап төшкән хужаһы, китабын алып, күкрәгенә ҡыҫты:
— Әлдә генә иҫемә төштөң, онотоп ҡалдыра яҙҙым бит тыуған еремдән алып килгән бер аманатты. Аэропортҡа ашыҡҡан автобусты туҡтатып тороп, йүгереп килдем, яратҡан китабым, һине алайым тип.
Китап иркәләнеп хужаһының күкрәгенә һыйынды.
Меңәр-меңәр кешеһе күс кеүек ҡайнаған аэропортты ҡалдырып, тыуған яҡҡа алып ҡайтыусы самолетҡа, шунан автобусҡа, электр поезына, тағы автобусҡа ултырып ҡайтып төштө улар йәнтөйәккә.
Тыуған ерҙең һауаһы ла татлы, һыуыҡ ҡыштары ла ҡәҙерле, һалҡын бурандары ла наҙлы кеүек. Ә инде тыуған өй йылыһын бер ниндәй ҙә йылы илдәр, гүзәл тәбиғәт тә алмаштыра алмай!
Китапты хужаһы ҡәҙерләп кенә кәштәһенә ҡуйҙы. Ә ул үҙ сиратында иркәләнеп кенә дуҫтарына, әхирәттәренә һыйынды. Тик сит ерҙә сәйәхәттә сағында ғына ул тыуған ерҙән, өйҙән, хатта кәштәһенән дә ғәзизерәк урын булмауын аңланы...