“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале бына инде алтынсы йыл рәттән гитара моңон һәм шиғриәт һөйгән, сәләмәт тормош алып барған алдынғы ҡарашлы йәштәргә генә түгел, төрлө быуын вәкилдәренә лә өс көнгә һуҙылған ысын байрам бүләк итә. Быйыл ул үтә лә үҙенсәлекле булмаҡсы, сөнки проект күп кенә үҙгәрештәр кисергән. “Ҡош юлы” хәрәкәте етәксеһе, йырсы, “ДАН” башҡорт рок төркөмө солисы Тимур ЙОСОПОВ менән әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта.
– “Ҡош юлы” – республикабыҙҙа киң билдәле проект. Шулай ҙа уның менән яҡындан танышырға теләүселәр барҙыр. Ентекләберәк һөйләһәңсе...
– “Ҡош юлы” фестивале хаҡында ҡыҫҡаса һүҙ йөрөткәндә, уның сиктәрендә гитарала уйнап йырлаусылар араһында бәйге иғлан ителә. Беренсе турҙа ҡатнашыусылар үҙенең сығышын видеоға яҙҙырып, Бәйләнештә селтәрендәге “Ҡош юлы”ның рәсми төркөмөнә һала. Икенсе турға үткәндәр фестивалдең үҙенә саҡырыла һәм унда еңеүселәр билдәләнә. Бер үк ваҡытта йәш ижадсылар араһында шиғриәт бәйгеһе лә була, мәртәбәле баһалама ағзалары, иң-иңдәрен һайлап, урындар билдәләй, иҫтәлекле бүләктәр тапшыра. “Ҡош юлы”ның үҙенә генә хас йылы мөхиттә үтеүен дә оноторға ярамай. Бер тапҡыр фестивалгә барһаң, артабан туҡталып булмай, йылдан-йыл үҙенә тарта ул: бында тәбиғәт, тере тауыш, моң, туған телдә аралашыу, сәләмәт рух!
– Проектҡа нисек килеп эләктең дә нисек уның етәксеһе булып киттең?
– Бынан өс йыл элек туған телемде тейешенсә белмәү сәбәпле, уны камиллаштырырға, берәй башҡорт хәрәкәтенә, ойошмаһына ҡушылырға ҡарар иттем. Үҙем дә музыка менән етди шөғөлләнгәнгә күрә (йырҙар яҙам, рок төркөмдә уйнайым һәм йырлайым), “Ҡош юлы”нда туҡталдым. 2016 йылда Рәми Ғарипов һәм Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарына яҙылған йырҙарым менән сығыш яһап, фестивалдең лауреат исеменә лайыҡ булыуым иңдәремдә илһам ҡанаттары үҫтереп ебәрҙе. Бер-бер артлы Йомабикә Ильясова, Гөлфиә Юнысова, Рәйес Түләк, Айгөл Йәмилева һәм башҡаларҙың шиғырҙарына йырҙарым тыуҙы.
Репертуар тупланғас, башҡортса рок төркөм булдырырға тигән ҡарарға килдем һәм фестивалдең үҙендә танышҡан Ильяс Тулыбаев менән “ДАН” исемле төркөм төҙөнөк. Репетицияларҙың береһендә “Ҡош юлы” фестиваленең киләсәге менән ҡыҙыҡһындым, сөнки унан алда ғына проектҡа нигеҙ һалған Азамат Юлдашбаев һәм Артур Батыршин үҙҙәренең ойоштороусы посынан китеүҙәрен хәбәр иткәйне.
Ул ваҡытта мин был хәрәкәттәге кешеләр менән йүнләп таныш та түгел инем, кем дә булһа “Ҡош юлы”н ойоштороу эшен үҙ өҫтөнә алыр ҙа проект йылдағыса дауам итер тигән өмөт бағлаһам да, тирә-яҡта барыһы ла тып-тын булғас, Ильясҡа эште үҙ ҡулыбыҙға алырға тәҡдим иттем. Иң әүҙем “ҡошюлсылар” менән йыйылышып, команда төҙөнөк һәм тауыш биреү ярҙамында мине етәксе итеп һайлап та ҡуйҙылар.
– “Ҡош юлы” хәрәкәтенә быйыл алты йыл тулды. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй эштәр күҙәтелде, ниндәй яңылыҡтар индерелде?
– Дөйөм алғанда, алты фестиваль үтте. Уларҙың һөҙөмтәһе – башҡорт сәнғәте күгендә Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Миңзәлә Яхина, Тимур Әхмәтйәнов, Ришат Сөләймәнов, Артур Кәбиров кеүек яңы йондоҙҙар ҡабынды. Уларҙы беләләр, тыңлайҙар, яраталар, концерттарын көтөп алалар. Йыл һайын фестивалдә яҡынса утыҙҙан ашыу башҡарыусы ҡатнаша.
2017 йылдан алып “Ҡош юлы”нда күп кенә үҙгәрештәр булды: фестиваль тарихында беренсе тапҡыр уның урынын үҙгәрттек – быға тиклем сара Ейәнсура районында уҙғарылһа, ул хәҙер икенсе йыл рәттән Әбйәлил районында үтәсәк.
“Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә ойошторолған “Ҡош юлы. Балалар”ҙы ҡыйыу рәүештә бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, яңылыҡлы, текә проект тип әйтә алабыҙ. Ул балалар һәм үҫмерҙәр араһында күп кенә яңы таланттар асты.
Шулай уҡ беҙ күптән түгел фестивалде үткәреү өсөн интернет селтәрендәге “Планета.ру” сайты аша краундфаундинг платформаһы ярҙамында аҡса ла тупланыҡ (краундфаундинг платформа – теге йәки был проект, йәки был изге эш өсөн интернет аша сығымдар туплау. Шуныһы үҙенсәлекле: матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәргә проект тәҡдим иткән төрлө тауарҙарҙы һатып алыу мөмкинлеге лә ҡаралған – авт.). Ошо рәүешле беҙ быйылға фестивалде ойоштороуҙың үҙәк мәсьәләһен хәл иттек. Туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, моңобоҙға битараф булмаған инвесторҙар хәрәкәткә ярҙам ҡулы һуҙыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ киләсәктә.
– Йәй һайын өс көн дауамында уҙғарылған фестивалдән тыш, “Ҡош юлы” проектына ярашлы тағы ниндәйҙер саралар уҙғарыламы?
– Йыл дауамында республикабыҙҙың район һәм ҡалалары буйлап концерттар ҡуябыҙ. Өфөлә лә тормош ҡайнай: матур йолаға әүерелгән “Төнгө ултырыш” исемле йырлы-шиғырлы кисә, “СәйSession” (сәй табынында тамашасылар менән бергә гитараға йырҙар) кеүек саралар үтә.
– Тимәк, “Ҡош юлы” – ул фестиваль генә түгел, ә тәғәйен ағзалары, үҙ майҙаны булған хәрәкәт, тип әйтеп була...
– Әлбиттә. “Ҡош юлы” – ул йәмғиәткә файҙа килтергән, тәғәйен социаль йүнәлешле, Башҡортостандағы ғына түгел, сит өлкәләрҙәге башҡорт йәштәрен дә берләштергән хәрәкәт. Проект сәләмәт тормош яҡлы, һәр фестиваль айыҡ үтә. Хәҙер килеп “Ҡош юлы. Балалар” проектын алып ҡарағанда, өлкәндәргә алмашҡа лайыҡлы йәш таланттар килә, тип әйтергә мөмкин.
– Проект ҙур сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһаған йырсылар һәм музыканттарға, ғөмүмән, сәнғәттәге бард йүнәлеше күңелдәренә яҡын башҡарыусыларға ярҙам ҡулы һуҙа, тип әйтергә буламы?
– Эйе. Тамашасы хөкөмөнә үҙең ижад иткән йырҙы тәҡдим итеү еңелдән түгел. Тәү башлап сығыш яһаусыларға – бигерәк тә. Ә “Ҡош юлы” тыуҙырған дуҫтарса мөхиттә был күпкә еңелерәк. Шуға күрә тап “Ҡош юлы” – күптәр өсөн ҙур ижад йылғаһының инеш башы.
– Әңгәмә һуңында 13 – 15 июлдә Әбйәлил районында үтәсәк VII асыҡ башҡорт “Ҡош юлы” бард фестивале хаҡында тәфсирләберәк һөйләп үтһәңсе?..
– Әлеге мәлдә шау-гөр килеп фестивалгә әҙерләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Утыҙға яҡын ҡатнашыусынан Бәйләнештә сайтындағы рәсми төркөмөбөҙгә видеояҙма ҡабул иттек, шул уҡ ваҡытта проект нигеҙендә уҙғарылған шиғриәт бәйгеһенә лә егермегә яҡын ижади эштәр килде. Фестивалдең үҙендә үткән йылдарҙағы лауреаттарҙың сығыштары ла көтөлә.
Сер итеп тағы шуны әйтәм: телгә алып үткән “Ҡош юлы. Балалар” проекты йондоҙсоҡтары ла сәхнәне биҙәйәсәк. Тәүге кистә ҙур усаҡ янында танышыу, аралашыу, гитара ҡылдарын сиртеп моңланыу көтөлһә, фестивалдең төп көнө 14 июлдә музыканттар менән “Башҡорт бард йырҙарын “үҫтереү” темаһына “түңәрәк өҫтәл”, шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар менән “Ижад серҙәре” семинар-практикумы, билдәле шағирҙар тарафынан мастер-класс ҡаралған. Футбол һәм волейбол буйынса ярыштар ҙа уҙасаҡ. “Ҡош юлы буйлап” квесты килгән һәр кемгә онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итһә, кисен сәхнәнән йыр һәм шиғыр ағыласаҡ, еңеүселәр бүләкләнәсәк. Бындай сараны бер тапҡыр булһа ла үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Үҙегеҙ менән яҡындарығыҙҙы, ғаиләгеҙҙе, дуҫтарығыҙҙы алығыҙ. Беҙ барыһына ла берҙәй шат.