Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмере буйына кешеләргә ашыҡты
Ирек Кинйәбулатов башҡорт телле милләтенең үҙ хәбәрсеһе булды

Ғүмере буйына кешеләргә ашыҡтыКеше йәнле кеше ине Ирек Лотфый улы. Кешеләрҙе яратты, таныштары менән йыш аралашты, дуҫтары күп булды уның. Ижады ла баштан-аяҡ кеше тураһында, кеше күңеленең бөйөклөгө, ҡатмарлылығы, кисерештәре, хаталары, болоҡһоуҙары, кеше яҙмыштары…


Үҙен кешеләрһеҙ күҙ алдына килтерә алмағанға ла ул дуҫтарына йыш шылтыратып торор, күрешергә ашығыр ине. Уның бар йәшәүе кешеләргә ни тиклем ныҡ, тығыҙ бәйле булғанлығын әле шиғырҙарын уҡый-уҡый тәрәнерәк аңлағандай булам. Был тәңгәлдә уның ижад булмышын ул нисек йәшәне – шулай яҙҙы, нисек яҙҙы – шулай йәшәне тип нарыҡларға ғына ҡала.
Ирек Кинйәбулатовтың әҙәби мира­ҫында үҙе иҫән саҡта сығарған китаптарына индерелмәгән һәм 2013 – 2016 йылдарҙа яҙған шиғырҙары һәм поэмаһы быйыл уның тыуыуына һикһән йыл тулыу айҡанлы З. Биишева исе­мендәге Башҡортостан “Китап” нәшриә­тендә донъя күргән “Бер йәшәргә тыуҙым” тигән китабында тупланды.
1967 йылда БДУ-ны тамамлап, Башҡортостан радиоһында, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында бер аҙ эшләгәс, Ирек Кинйәбулатов яуаплы вазифаға тәғәйенләнә: ошо уҡ гәзиттең үҙ хәбәрсеһе итеп Көньяҡ Урал зонаһына ебәрелә. Республи­каның башҡорт телендәге төп матбуға­тында Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарының һәм Сибай ҡалаһының социаль-иҡтисади хәлен, халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡтыр­тыу йөкмәтелә йәш хәбәрсегә. Ошо төбәктән ул 1968 йылдан алып ун ике йыл даими рәүештә хәбәрҙәр яҙып торҙо, ҡәләмен шымартты, ижадына тормош материалы тупланы.
Ғәзиз төйәге – Ҡырмыҫҡалы хаҡында ла бик күп шиғырҙар, йырҙар ижад итте ҡәләмдәшем. Уның донъя күргән һәр яңы китабында тыуған яғына арналған шиғыр шәлкеме булыр ине. Һуңғы осорҙа ул илебеҙҙең арҙаҡлы улдары – легендар батырҙары Ҡәнзә­фәр Усаевҡа һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Ҡырмыҫҡалы ерендә һәйкәлдәр ҡуйылыу айҡанлы өр-яңы шиғырҙар яҙҙы. И. Кинйәбулатов райондың почетлы гражданы исемен йөрөтөүен тыуған яғының ысын мәғәнәһендә патриоты булыуҙа күрҙе. Районда үткәрел­гән республика кимәлендәге төрлө мәҙәни-ижтимағи сараларҙың береһе­нән дә ҡалмай ҡатнашыр, халыҡҡа үҙенең йөрәк һүҙен әйтер, ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратыр ине сәсән-уҙаман.
Шағир Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре­нә арнауҙары һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән уҡыусыны арбай. Кешенең үҙенсәлекле һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп ала һәм художестволы дөйөмләштереүгә өлгәшә.
И. Кинйәбулатовтың арҙаҡлы шәхес­тәргә арналған поэма-бағышлауҙары (Н. Нәжмигә – “Йыр яҡтыһы”, З. Бии­шеваға – “Йөрәктәге һәйкәлдәр”, Советтар Союзы Геройы, генерал Т. Ку­симовҡа – “Арғымаҡта”, Д. Бүләковҡа – “Ир яҡшыһы илгә ярай”, халыҡ йырсыһы И. Смаҡовҡа – “Беҙҙең заман моңдары”) ижади портреттарҙан башланған тәжрибәнең эпик ҡоласлы поэтик әҫәрҙәр кимәленә үҫтерелеүе менән әһәмиәтле.
Шағирҙың “Баҫыу юлы” (1970), “Сы­йырсыҡтар бала осора” (1973), “Һөйөү иртәһе” (1988), “Мин – башҡорт!” (1993), “Арғымаҡта” (1998), “Урал ҡурайы” (2008, татарса), “Замана тауышы” (2008) һәм “Ғүмер китабы” (2013) исемле баҫмалары кешеләргә барып етергә тырышыуының, замандаштарының күңеленә яҡтылыҡ һәм моң илтергә тигән изге ниәттәренең берәгәй, бәрәкәтле өлгөләре булды.
Эйе, шағир ғүмере буйына кеше­ләргә ашыҡты. Кешелектең, башҡорт телле милләттең үҙ хәбәрсеһе булды ул һәм мәңгегә шулай булып ҡалды.
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.

* * *
Иң мөһиме, Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәте – тыуған республикаһына, туған халҡына, ике ҡитғаны иңләп ятҡан бөйөк иленә бағышланған ижад. Ул бер китабын “Мин – башҡорт!” тип атаған икән, уның шул һүҙҙәренән генә лә күпме ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ яңғырай.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
академик,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

* * *
Ирек бик күп ҡәләмдәштәребеҙ менән яҡындан аралашты, башҡаларҙың уңышына ихлас ҡыуана белде. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тураһында хәстәрлек уны бик күптәрҙең ижадына иғтибарлы итте. Бигерәк тә йәштәр менән ижади бәйләнештә йәшәне, һәр һәләтле яңы исемдең уңыштарына ысын күңелдән һөйөндө. Ирек Кинйәбулатов һымаҡ тоғро юлдаштарҙы юғалтыу нығыраҡ юҡһындырасаҡ әле.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
* * *

Ирек Кинйәбулатов бөҙрә һүҙҙәр, матур сағыш­тырыуҙар, уйлап сығарылған образдар шағиры түгел. Бала саҡта әкиәт тыңлағаны, туйғансы бер уйнағаны иҫендә юҡ. Ә баҫыуҙа башаҡ йыйғандары, иртә сыҡҡан балтырғанға йөрөгәндәре хәтерендә һаман. Шунлыҡтан уның әҫәрҙәрендә хыял, әкиәттәр түгел, тормоштоң әсеһе-сөсөһө, ундағы ҡырыҫ дөрөҫлөк, ҡаршылыҡтар, әрнеүҙәр, яныуҙар, йәшәү хәстәре төп урынды биләй.
Тимерғәле КИЛМӨХӘМӘТОВ,
яҙыусы, филология фәндәре докторы.

* * *

Һуңғы йылдарҙа Ирек Кинйәбулатов Ҡазанға өс мәртәбә килде – М. Ғафуриҙың, Х. Туфандың һәм Ғ. Туҡайҙың юбилей сараларына. Өсөһөндә лә ул ялҡынлы, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле тел­мәрҙәр менән сығыш яһаны. Тәрән йөкмәткеле, бай рухлы сығыштары менән ул беҙҙең йәмәғәтсе­леккә бик тә оҡшап ҡалды. Дөрөҫөрәге, күңелдәргә бик хуш килгән телмәрҙәрен ишетеп, Ҡазан халҡы Кинйәбулатовты яратып өлгөрҙө. Ул килеү менән шунда уҡ хәбәр тарала: “Ирек Кинйәбулатов Ҡазанда!”
Өҫтәүенә күптән түгел Татарстан китап нәшриәтендә уның “Урал ҡурайы” тигән бик шәп китабы ла донъя күрҙе…
Роберт МИҢНУЛЛИН,
Татарстандың халыҡ шағиры.

* * *
Дөйөмләштереберәк әйткәндә, И. Кинйәбулатов­тың әҫәрҙәре шағирҙың тамам формалашҡан үҙ стиле, үҙ темаһы, шул темаға үҙ ҡарашы бар, тип раҫларға хоҡуҡ бирә. Уның әҫәрҙәренә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтырға, уларҙы күңел биреп уҡырға, идея-художество үҙенсәлектәрен тәрәнерәк аңларға тырышырға кәрәк.
Әнғәм ХӘБИРОВ,
филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779